27
Оҫталыҡ дәресе. Күләмле әҫәрҙәрҙе проект технологияһы аша өйрәнеү. Фазылова Гөлнәзирә Рәшит ҡыҙы, юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Өфө ҡалаһы, 87 – се мәктәп.

о талы__ д__ресе 25.11.16

Embed Size (px)

Citation preview

Page 1: о  талы__ д__ресе 25.11.16

Оҫталыҡ дәресе.

Күләмле әҫәрҙәрҙе проект технологияһы аша өйрәнеү.

Фазылова Гөлнәзирә Рәшит ҡыҙы, юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Өфө ҡалаһы, 87 – се мәктәп.

Page 2: о  талы__ д__ресе 25.11.16

Маҡсат.

Уҡытыусыларҙың проект эшенә ҡарата ҡыҙыҡһыныуын, һөнәри оҫталыҡтарын үҫтереү өсөн шарттар булдырыу.

Page 3: о  талы__ д__ресе 25.11.16

Бурыстар:

• Оҫталыҡ дәресендә эш тәжрибәм менән уртаҡлашыу;• Проект эшенең нескәлектәренә төшөндөрөү; • Алдынғы, һөҙөмтәле эш алымдарым менән бүлешеү;• Уҡыусыларҙың уңышлы проект эштәрен

презентациялау;• Уҡытыусыларға эш барышында ярҙам итеү.

Page 4: о  талы__ д__ресе 25.11.16

Көтөлгән һөҙөмтәләр.

• Оҫталыҡ дәресендә файҙалы мәғлүмәттәр туплау;• Проект эшен башҡарыу;• Проект яҡлау.

Page 5: о  талы__ д__ресе 25.11.16

Калинин районы уҡытыусыларының проект эше

Page 6: о  талы__ д__ресе 25.11.16

Турыҡай.(Сәғит Агиш)

Page 7: о  талы__ д__ресе 25.11.16

Өй эшен тикшереү

•Светофор алымы аша өй эшен тикшерәбеҙ

• (Өй эше: Турыҡайҙы ҡылыҡһырлаусы сифаттарҙы, текст буйынса аңлашылмаған һүҙҙәрҙең тәржемәләрен, аттар буйынса өҫтәлмә мәғлүмәттәр табып килергә)

Page 8: о  талы__ д__ресе 25.11.16

Һүҙлек һүҙҙәре менән эш.

• Йылҡылар - лошади

• Етеҙлек - быстрота, ловкость

• Алдан - впереди

• Ҡарт - старый

• Ошо мәлдә - в это время

• Ҡойроҡ - хвост

Page 9: о  талы__ д__ресе 25.11.16

Өҫтәлмә һүҙлек һүҙҙәре.

• Һиҙеп ҡалды – почувствовал

• Тояҡ - копыто

• Яңаҡ - челюсть

• Тондорҙо - оглушил

• Иҫәпһеҙ - бесчисленное

• Олорға тотондо - начал выть

• Өлгөрҙө - успел

Page 10: о  талы__ д__ресе 25.11.16

Ҡар әүәләү уйыны.

Темаға ярашлы:

• Һүҙҙәр менән 5 һүҙбәйләнеш төҙөйбөҙ

• Һүҙбәйләнештәрҙән һөйләмдәр яһайбыҙ

Page 11: о  талы__ д__ресе 25.11.16

Һүҙбәйләнештәр

•Алдан йылҡылар, ниндәй етеҙлек , ҡарт бүре, ошо мәлдә һиҙеп ҡалды, тояҡ менән тондорҙо, яңаҡҡа тондорҙо, иҫәпһеҙ йондоҙҙар, бүре олорға тотондо, Турыҡай өлгөрҙө

Page 12: о  талы__ д__ресе 25.11.16

Бәйләнешле һөйләмдәр төҙөп яҙырға

•Алдан йылҡылар бара. Улар ниндәй етеҙлек менән йүгерәләр! Ошо мәлдә, Турыҡай бүрене һиҙеп ҡалды. Уға тояҡ менән тондорҙо.Ҡарт бүре олорға тотондо. Бүренең күҙҙәренә күп йондоҙҙар күренде.

Page 13: о  талы__ д__ресе 25.11.16

Тексты тасуири уҡы.

•Йылҡылар ошоларҙы уйлап бөтөүгә ,Турыҡай бүреләр янына барып та етте һәм ниндәй етеҙлек менәндер алдан килгән ҡарт бүренең елкәһенән алып,уң яҡҡа ырғытып та ебәрҙе.Ошо мәлдә икенсе бүре Турыҡайҙың ҡойроғона йәбешмәксе ине, ләкин Турыҡай быны һиҙеп ҡалды һәм артҡы аяҡтары менән уның яңағына бик ныҡ итеп тондорҙо. Бүренең күҙҙәренә бейешеп йөрөгән иҫәпһеҙ күп йондоҙҙар күренде,ҡойроҡ төбөнә ултырып, олорға тотондо. Турыҡай ошо арала тағы ла бер нисәһен елкәһенән алып ырғытырға һәм тояҡтары менән яңаҡтарына тибергә өлгөрҙө.Яңаҡтарына алған һайын ,бүреләр ултырып олойҙар.

•Һорау. Был текстың өлөшө Турыҡайға ҡылыҡһырлама бирергә тап киләме? Әҫәр геройының ниндәй һыҙаттары һүрәтләнә?

Page 14: о  талы__ д__ресе 25.11.16

«Эйе» һәм «юҡ» уйыны.

• Турыҡай ... ат.

көслө, батыр, ҡыйыу, аҡыллы, яуаплы

Page 15: о  талы__ д__ресе 25.11.16

Тексҡа ниндәй мәҡәлдәр тап килә?

1.Аҙ һөйлә, күп эшлә.2.Ялҡауҙың көн дә башы ауырый.3.Батыр бер үлер, ҡурҡаҡ мең үлер. Биремдәр. 1. Дөрөҫ яуапты яҙып ҡуй. 2. Тормоштан миҫалдар килтереп әйтегеҙ (шәхестәр араһынан, әҙәби персонаждарҙа, әкиәттәр, фильмдарҙа оҡшашлыҡтар)

Page 16: о  талы__ д__ресе 25.11.16

Ижади эш.

•Ижади эште төркөмдәрҙә, парлап, үҙ аллы эшләп була.

Биремдәр: 1. Аттар тураһында йыйған мәғлүмәттәрегеҙҙе ҡулланып бәләкәй хикәйә яҙығыҙ. 2. Текстың өлөшөн үҙегеҙсә дауам итегеҙ.3. Презентация эшләгеҙ.4.Бәләкәй китапсыҡ булдырығыҙ.

Page 17: о  талы__ д__ресе 25.11.16

Проект эшен яҡлау

Page 18: о  талы__ д__ресе 25.11.16

Уҡыусылар проекты

Page 19: о  талы__ д__ресе 25.11.16

Турыҡай.Мирхәйҙәров Артур, 5 класс уҡыусыһы

Page 20: о  талы__ д__ресе 25.11.16

Һүҙлектәр.

• Һиҙеп ҡалды – почувствовал

• Тояҡ - копыто

• Яңаҡ - челюсть

• Тондорҙо - оглушил

• Иҫәпһеҙ - бесчисленное

• Олорға тотондо - начал выть

• Өлгөрҙө - успел

Page 21: о  талы__ д__ресе 25.11.16

Һүҙбәйләнештәр

•Алдан йылҡылар, ниндәй етеҙлек , ҡарт бүре, ошо мәлдә һиҙеп ҡалды, тояҡ менән тондорҙо.

Page 22: о  талы__ д__ресе 25.11.16

Һөйләмдәр.

•Ошо мәлдә, Турыҡай бүрене һиҙеп ҡалды. Уға тояҡ менән тондорҙо.Ҡарт бүре олорға тотондо. Бүренең күҙҙәренә күп йондоҙҙар күренде.

Page 23: о  талы__ д__ресе 25.11.16

Турыҡайҙың бүреләр менән алышҡаны.

•Йылҡылар ошоларҙы уйлап бөтөүгә ,Турыҡай бүреләр янына барып та етте һәм ниндәй етеҙлек менәндер алдан килгән ҡарт бүренең елкәһенән алып,уң яҡҡа ырғытып та ебәрҙе.Ошо мәлдә икенсе бүре Турыҡайҙың ҡойроғона йәбешмәксе ине, ләкин Турыҡай быны һиҙеп ҡалды һәм артҡы аяҡтары менән уның яңағына бик ныҡ итеп тондорҙо. Бүренең күҙҙәренә бейешеп йөрөгән иҫәпһеҙ күп йондоҙҙар күренде,ҡойроҡ төбөнә ултырып, олорға тотондо. Турыҡай ошо арала тағы ла бер нисәһен елкәһенән алып ырғытырға һәм тояҡтары менән яңаҡтарына тибергә өлгөрҙө.Яңаҡтарына алған һайын ,бүреләр ултырып олойҙар.

Page 24: о  талы__ д__ресе 25.11.16

Тексҡа мәҡәл.

1.Батыр бер үлер, ҡурҡаҡ мең үлер.

Page 25: о  талы__ д__ресе 25.11.16

ИншаТурыҡай

Турыҡайға биш йәш.Ул бик дәртле, көслө. Ундайҙарҙы «егет» тип атайҙар.Турыҡай үҙен башҡаларҙы яҡлаусы тип тоя. Ул уларҙы ҡарап ҡына йөрөтә. Ул бик матур.

Page 26: о  талы__ д__ресе 25.11.16

Аттар тураһында мәғлүмәттәр(Интернет селтәрҙәренән)

• Элек - электән башҡорт атты үҙенең күп төрлө хужалыҡ эштәрендә файҙаланған. Һуғыш йылдарында ла ул яугирҙың уң ҡанаты булған. Бөйөк полководецтарҙың тоғро юлдашы ат булған. Миңлеғәле Шайморатов, Александр Македонский, Петр Беренсе, Василий Чапаев — уларҙы атһыҙ күҙ алдына ла килтереүе мөмкин түгел. Рәсәйҙең бик күп ҡалаларында һыбайлы Юрий Долгорукийға, Амангилде Имановҡа, Давид Сасунскийға, Салауат Юлаевҡа мөһабәт һәйкәлдәр ҡуйылған. Ат кеше өсөн екке йәки менге мал ғына түгел, бәлки тоғро дуҫ, айырылмаҫ иптәш, ышаныслы юлдаш булып торған.

Page 27: о  талы__ д__ресе 25.11.16

Эшегеҙҙә уңыштар! Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!