22
02-30 МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ средняя общеобразовательная школа с .Ябалаково «Рассмотрено» На заседании МС Председатель МС ________Юсупова Л.И Протокол № 1 от «31» августа 2016г «Согласовано» Зам. директора по УВР _____________Гузаерова В.А « 31» августа 2016г. «Утверждаю» Директор школы: __________Гузаеров А.Х Приказ № 121 от « 31» августа 2016 г. Протокол п/с 1 от « 31 » августа 2016г. РАБОЧАЯ ПРОГРАММА УЧИТЕЛЯ Ф.И.О . Миннехановой Ирины Рахимьяновны предмет Башкирский язык класс 7 Общее количество часов по предмету по учебному плану 68 часов , 2 часа в неделю Преподаватель (подпись) ____________________________________________ 2016-2017 учебный год

02-30...02-30 МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ средняя общеобразовательная

  • Upload
    others

  • View
    2

  • Download
    0

Embed Size (px)

Citation preview

Page 1: 02-30...02-30 МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ средняя общеобразовательная

02-30 МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ

средняя общеобразовательная школа с .Ябалаково

«Рассмотрено»

На заседании МС

Председатель МС

________Юсупова Л.И

Протокол № 1

от «31» августа 2016г

«Согласовано»

Зам. директора по УВР

_____________Гузаерова В.А

« 31» августа 2016г.

«Утверждаю»

Директор школы:

__________Гузаеров А.Х

Приказ № 121

от « 31» августа 2016 г.

Протокол п/с № 1

от « 31 » августа 2016г.

РАБОЧАЯ ПРОГРАММА УЧИТЕЛЯ

Ф.И.О . Миннехановой Ирины Рахимьяновны

предмет Башкирский язык

класс 7

Общее количество часов по предмету по учебному плану 68 часов , 2 часа в неделю

Преподаватель (подпись) ____________________________________________

2016-2017 учебный год

Page 2: 02-30...02-30 МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ средняя общеобразовательная

1

1. Аңлатма яҙыу Башҡортостан Республикаһы Президентының Указы менән 1999 йылдың 15 февралендә башҡорт теле, урыҫ теле менән бер рәттән,

республикала дәүләт теле тип ҡабул ителде. Башҡорт телен уҡытыу законлы нигеҙгә ҡуйылды. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған

мәктәптәрҙә, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән уҡытыу планына ярашлы, башҡорт телен өйрәнеү

өс төрлө программа нигеҙендә алып барыла:

1) Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн). Эш программаһы Башҡортостан

Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа

Төҙөүселәре:Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А. һ.б.Өфө, “Ватандаш”,2005.

2) Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн). БР Мәғариф

министрлығы.Тикеев Д.С.,Толомбаев Х.А., Хөснөтдинова Ф.Ә. Өфө - 2008.

Был программа нигеҙендә уҡытыу 5-9 кластарҙа алып барыла.

7-се класс өсөн башҡорт теленән һәм әҙәбиәтенән эш программаһы.

Программа бөтәһе 68 сәғәткә планлаштырылған. Аҙнаһына 2 сәғәт иҫәбенән.

Дәреслек: Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 7-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек.Вилданов Ә.Х.,Хажин В.И.Өфө :

Китап,2008.

Программа кимәле : базис

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Башҡортостан Республикаһы Илеш районы

муниципаль районы хакимиәте муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы программа Ябалаҡ урта белем биреү мәктәбенең уҡыу

планына ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла, приказ № 100,28.08.2015

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы,«Башҡортостан

Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында»

Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

Программа телде өс йүнәлештә

- телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу

- телдең системаһын өйрәнеү

- бәйләнешле текст менән эшләүҙе күҙ уңында тота, милли тәрбиә лә ҡарала.

2. Уҡыу предметының дөйөм характеристикаһы.

5-11 кластарҙа башҡорт телен өйрәтеүҙең үҙенсәлектәре

Page 3: 02-30...02-30 МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ средняя общеобразовательная

2

Рус мәктәптәрендә эшләгән уҡытыусыларҙың төп бурысы балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға өйрәтеү булғанлыҡтан, лингвистик

материал, әҙәби текстар нигеҙендә, тел сараларын әҙәби текста күҙәтеү, табыу, дөрөҫ әйтеү һәм яҙыу, әңгәмә һәм ижади эштәр ваҡытында дөрөҫ

ҡулланырға өйрәтеү йүнәлешендәге эштәр аша башҡарыла. Был күренеш әҙәбиәт һәм тел материалының тематик бәйләнешен дә, мәғәнәүи

бәйләнешен дә тәьмин итә, тәрбиәүи сараларҙы үткәреүгә киң юл аса.

Рус телле мәктәптәрҙә эшләүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары сит телдәрҙә уҡытыу алымдарын, уның ҡаҙаныштарын ижади

файҙаланырға тейеш. Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен бер-береһе менән бәйләп алып барыу яңы һүҙҙәрҙе, терминдарҙы һүҙлеккә яҙып барыу,

һүҙлекте һәр дәрестә тулыландыра барыу уҡыусыларҙы һүҙ байлығын арттырыуҙа, уларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ

итәсәк.

Дәрестәрҙә уҡыусыларҙан диктанттар, изложениелар, иншалар яҙҙырыу ҙа бик мөһим. Телмәр үҫтереүҙә бындай эштәрҙең файҙаһы бик күп.

Рус мәктәптәрендә башҡорт телен уҡыу программаһы дөйөм педагогик (методик) талаптарға, принциптарға нигеҙләнә.

Улар түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала:

Өйрәнелгән материалды анализлау, сағыштырыу, предметтарҙы ниндәйҙер билдәләре буйынса классификациялау, дөйөмләштереү;

Предметтарҙың төп үҙенсәлектәрен айыра, аңлата белеү;

Предметҡа, күренешкә ҡарата үҙ фекерендә әйтә һәм уны иҫбатлай белеү;

Уҡыусыларға әхләҡи һәм эстетик тәрбиә биреү;

Уҡытыуҙы коммуникатив йүнәлештә алып барыу;

Башҡорт теле системаһының бөтә кимәлдәрен (фонетик, лексик, морфологик, синтаксик, стилистик, пунктуацион) иҫәпкә алыу һәм

практик файҙаланыу;

Телмәр эшмәкәрлеген бөтә төрҙәре өҫтөндә эшләү;

Предмет-ара бәйләнеш, тарих, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, халыҡ ижады һәм традицияларына нигеҙләнеп өйрәнеү.

Башҡорт телен һәм мәҙәниәтен белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәткәндә, түбәндәге принциптарға нигеҙләнергә кәрәк:

1. Башҡорт теле-балаларҙың башҡорт донъяһына алып инеү асҡысы.

2. Башҡорт телендә башҡорт менталитеты сағылышын күрһәтеү.

3. Башҡорт телен фәҡәт ғәмәли үҙләштереү маҡсатынан сығып өйрәнеү.

Шул нигеҙҙә башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаттары һәм бурыстары билдәләнде:

1. Уҡыусыларҙы башҡорт телендә һөйләгәнде,уҡығанды,радио-теле тапшырыуҙарын аңларға өйрәтеү (аудирование);

2. Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп,үҙ-ара һөйләшергә тәҡдим ителгән темалар,ситуациялар буйынса һөйләргә

өйрәтеү(говорение).

3. Һәр класс өсөн махсус төҙөлгән дәреслектәрҙәге,уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы башҡорт телендә сыға торған

“Йәншишмә”,”Аҡбуҙат”,”Аманат”,”Шоңҡар”,”Йәшлек” гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү(чтение)

Page 4: 02-30...02-30 МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ средняя общеобразовательная

3

4. Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп,үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен

булдырыу(элементарное письмо.)

5. Башҡорт телен өйҙә,йәмәғәт тормошонда,хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

6.Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп,балаларҙы башҡорт халҡының тарихы,мәҙәниәте,сәнғәте,әҙәбиәте,милли йолалары,башҡорт

халҡының күренекле шәхестәр, уларҙың эшмәкәрлеге,ижады һ.б. менән таныштырыу,балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү,башҡорт

халҡына,үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

3. Уҡыу планында предметтың урыны.

Уҡыу планында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға 7 класта 70 сәғәт (аҙнаһына 2 сәғәт) бүленгән.

Контроль характерҙағы яҙыу эштәренең һаны уҡыу йылы эсендә түбәндәгесә тәҡдим ителә:

Эш төрҙәре Класс

7

Күсереп яҙыу 1

Һорауҙарға яуаптар яҙыу 1

Диктант 6

Изложение 1

Бөтәһе 9

Яҙма эштәрҙең күләме

Эш төрҙәре Класс

7

Һүҙлек диктанты 20-22

Диктант 80-90

Изложение 70-80

Инша 75-85

Page 5: 02-30...02-30 МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ средняя общеобразовательная

4

( Яҙма эштөрҙәре изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына

ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

- слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде…

Контроль диктанттар графигы

п/п

Тема дата

1 Контроль диктант. «Музыкант». 27.10.2016

2 Контроль диктант " Балкантау легендаhы".

24.12.2016

3 Контроль диктант "Ирэмэл hырттары".

11.03.2017

4 Контроль диктант " Кайнар сэлэм".

20.05.2017

5 Курмэ диктант "Тыуган як". 10.09.2016

6 Изложение "Быуар Йылан менэн Фил".

24.11.2016

7 Диктант "Айбикэ" . 25.02.2017

8 Диктант "Ос таган".

13.04.2016

Уҡыусыларҙың белемдәрен баһалау нормалары.

Page 6: 02-30...02-30 МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ средняя общеобразовательная

5

1. Балаларҙың уҡыу һәләтлектәрен баһалау.

Уҡыу техникаһын тикшереү.

Һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе һәм текстарҙы аңлы уҡыу. Дөрөҫ интонация һәм пауза менән уҡыу. Аңлы һәм тасуири уҡыу

күнекмәләрен үҫтереү.

Ҡысҡырып уҡыу. Уҡыу тиҙлеген эҙмә-эҙлекле үҫтереү.

Эстән уҡыу. Эстән уҡығанда әҫәрҙең мәғәнәһен аңлау. Уҡыуҙың төрөн билдәләү. Текстан кәрәкле информация таба белеү.

Уҡыу һәләтлектәрен баһалау:

Класс Һүҙ Билдә Эстән уҡыу

7 100-130 300-320 160-190

Уҡыусыларҙың ҡаҙаныштарын баһалау инструментарийы.

Мәғлүмәт сығанаҡтары:

- уҡыусылар эшмәкәрлеге;

- статистик мәғлүмәттәр;

- уҡыусыларҙың эштәре;

- тест һөҙөмтәләре.

Методтар:

- күҙәтеү;

- яуап һайлау;

- ҡыҫҡа яуап;

- башҡарыу процесын баһалау;

- башҡарыу процесын һәм һөҙөмтәһен баһалау;

- портфолио.

Критерийҙар;

- баһалау ысулдарының дөрөҫлөгө;

- ҡуйылған баһаны тикшерә белеү;

- уҡыуҙың дөрөҫлөгө;

- уҡыуҙың темпы;

- әңгәмәлә ҡатнашыу;

- яуаптың дөрөҫлөгө;

- яуаптың һәм баһаның төплөлөгө.

Page 7: 02-30...02-30 МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ средняя общеобразовательная

6

4. Уҡыу предметы йөкмәткеһенең дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы (йүнәлеше).

Башҡорт телен өйрәнгәндә уҡыусыларҙың дөйөм телмәр үҫеше стимуляциялана; коммуникатив мәҙәниәте үҫә; дөйөм ҡиммәттәргә

ориентацияһы формалаша һәм дәрестә аралашыу процесында, балалар фольклоры үрнәктәре һәм текстар менән танышҡанда әхләҡи тәрбиә

нигеҙҙәре барлыҡҡа килә; сит мәҙәниәткә ҡарата толерантлыҡ формалаша.

Уҡыу предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре.

Башҡорт телен өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә: донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү;

үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу; телде (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү; башҡорт теле саралары

ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.

Метапредмет һөҙөмтәләр:

уҡыусының коммуникатив һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау

һәләтен үҫтереү; танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу; уҡытыу-методик

комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.

Предмет һөҙөмтәләре: башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында белешмә; (курс йөкмәткеһе кимәлендә).

А. Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә)

Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы:

һөйләү телмәрендә:

- аралашыуҙың типик ситуацияларында этикет диалог алып барыу;

- уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы;

Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү).

башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм айырыу; һүҙҙәргә һәм фразаларға дөрөҫ баҫым ҡуйыу;

төрлө һөйләм төрҙәрен интонация менән уҡыу;

башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән уҡыу һәм орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланыу; тыңлап аңлауҙа:

уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы;

уҡыуҙа:

өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;

өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан

кәрәкле информацияны табыу;

яҙма телмәрҙә:

яҙыу техникаһына эйә булыу;

үрнәк буйынса байрам менән ҡотлау һәм шәхси хат яҙыу.

Page 8: 02-30...02-30 МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ средняя общеобразовательная

7

башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән лексик берәмектәрҙе (һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, баһалау лексикаһы, телмәр клишелары) һәм грамматик

күренештәрҙе таныу һәм телмәрҙә ҡулланыу.

Социомәҙәни компетенция.

географик атамаларҙы, билдәле балалар әҫәрҙәренең персонаждарын, популяр әкиәттәрҙең сюжеттарын, балалар фольклорының ҙур булмаған

әҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү;

Б. Танып белеү сфераһы:

башҡорт һәм рус телдәренең күренештәрен сағыштыра белеү; өлгө буйынса күнегеүҙәр эшләй белеү; ҡағиҙәләр, таблицаларҙы ҡуллана белеү; үҙ-

үҙеңде баһалай белеү;

В. Дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеш сфераһында:

башҡорт телен фекер, хис-тойғо, эмоцияларҙы белдереү сараһы булараҡ ҡабул итеү; балалар фольклоры ярҙамында башҡорт халҡының рухи

ҡиммәттәрен үҙләштереү.

Г. Эстетик сферала:башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү; балалар әҙәбиәте үрнәктәре менән

танышҡанда матурлыҡты танырға өйрәнеү.

Д. Хеҙмәт сфераһында: уҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй белеү.

5. Уҡыу предметының йөкмәткеһе.

Төп йөкмәтке линиялары.

Башҡорт теле курсында түбәндәге йөкмәтке линияларын билдәләп була:

- телмәр эшмәкәрлегенең төп төрҙәрендә коммуникатив оҫталыҡтар;

- тел саралары һәм уларҙы ҡулланыу күнекмәләре;

- социомәҙәни компетенция;

дөйөм уҡыу һәм махсус уҡыу оҫталыҡтары.

Теле барҙың –иле бар -

Уҡыу – белем шишмәҫе

Дуҫлыҡта – берҙәмлек

Хеҙмәт төбө – хөрмәт

Башҡортостан – ғәзиз ерем

Ап-аҡ ҡарҙар яуа

Ил намыҫы- ир күңелендә

Ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсәләр

Эй,күңелле яҙ килә

Тел –тере шишмә

Page 9: 02-30...02-30 МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ средняя общеобразовательная

8

Йәмле йәй

-

Уҡыу курсының йөкмәткеһе

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе :

Теле барҙың - иле бар

М. Ямалетдинов. Көрәш кеше. Ғ.Дәүләди. Ҡоролтайға барам.

1. И.Бураҡаев. Башҡорт көсө. Ғ. Хөсәйенов. Ете ырыу.Тарихи хикәйә тураһында. Алдар батыр ҡиссаһы. Тарих буйынса парсалар.Алдар

батыр тураһында.

2. Б. Рафиҡов. Эйәрләнгән ат. Я. Хамматов. Төньяҡ амурҙары. Тарихи фараз тураһында

3. Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. Риүәйәттәр. Урал. Эскадрон. Йәйләүек. Азамат. Салауат телмәре. Салауат. Икенсе әрме риүәйәте.

Любизар. Әхмәт Байыҡ. Ҡаһым түрә Буранбай риүәйәте. Буранбай. Бейеш риүәйәте. Ҡолой кантон. Абдулла ахун. Тәфтиләү. Зөлхизә.

Ғилмияза. Таштуғай риүәйәте. Ҡурай.

4. Сеңләүҙәр.Сеңләүһәр тураһында.

5. Ерәнсә сәсән.

6. Салауат Юлаев. Тормош юлы. Тыуған илем. Уралым. Егеткә.Импровизация һәм импровизатор. Метафора тураһында төшөнсә.

7. В. Зефиров. Йәнтүрә хикәйәһе.

8. Аҡмулла. Аҡмулла шиғырҙары. Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк! Дуҫлыҡ. Нәфсе. Аттың ниһен маҡтайһың. Өлгөр һүҙ.

9. Мәжит Ғафури. М. Ғафуриҙың бала сағы һәм уҡыу йылдары. М. Ғафури Өфөлә. Үҙем һәм халҡым. Мин ҡайҙа. Гөлдәр баҡсаһында.

Шиғыр төҙөлөшө тураһында. Эпик һәм лирик әҫәрҙәр.

10. Шәйехзада Бабич. Салауат батыр. Зәки – Башҡортостан терәге. Ҡурайҡайға. Ш.Бабич шиғырҙары тураһында.

11. Д. Юлтый. Тимеркәй фәлсәфәһе. Тимеркәй фәлсәфәһе тураһында.

12. Һәҙиә Дәүләтшина. Айбикә. Айбикә повесы тураһында. Әҙәби әҫәрҙә образдарҙың характерын асыу саралары. Телмәр характеристикаһы.

Портрет тураһында төшөнсә. Юмор һәм сатира.

13. Рәшит Ниғмәти. Йәмле Ағиҙел буйҙары. Лиро-эпик поэмаларҙың үҙенсәнлеге тураһында.

14. Мостай Кәрим. Айгөл иле. Айгөл иле драмаһы тураһында.

15. Рамазан Өмөтбаев. Атлы башҡорт.

16. Бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Page 10: 02-30...02-30 МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ средняя общеобразовательная

9

V-IX класс уҡыусыларының башҡорт теле буйынса белемдәрен,белеүҙәрен (умение) һәм күнекмәләрен баһалау нормалары.

I.Телдән биргән яуаптарҙы билдәләү нормалары

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, уҡыусыларҙан яуап алыу,уларҙың башҡорт теле буйынса белемдәрен ,белеүҙәрен һәм күнекмәләрен тикшереү,иҫәпкә

алыу,шуның менән бергә,алған белемдәргә таянып, тел берәмектәренә,күренештүренә аңлатма бирергә өйрәтеү алымдарының береҫе иҫәпләнә.

Уҡыусының яуабын баһалағанда,түбәндәге критерийҙар менән эш ителергә тейеш:

1) Яуаптың тулы һәм дөрөҫ булыуы;

2) Үтелгәнде аңлы үҙләштереү,аңлау кимәле;

3) Яуаптың телмәр төҙөлөшө,әҙәби тел нормаларына ярашлы булыуы.

Уҡыусының телдән биргән яуабы үтелгән материалдың уҡытыусы тәҡдим иткән өлөшөнә логик эҙмә-эҙлекле аңлатманы эсенә алған бәйләнешле

телмәр булырға,яуап биреүсе баланың өйрәнелгән ҡағиҙәләргә,билдәләмәләргә таянып эш итә белеүен күрһәтергә тейеш.

Әгәр уҡыусы:

1) тәҡдим ителгән теманы тулы аңлатһа,тел төшөнсәләренә дөрөҫ билдәләмә бирһә;

2) үтелгән материалды тулы аңлауын,белемдәрен практик ҡуллана белеүен күрһәтһә;

3) Материалды эҙмә-эҙлекле һәм әҙәби тел нормаларына ярашлы аңлатһа, уның яуабы «5» билдәһе менән баһалана.

«әгәр уҡыусы «5» билдәһен ҡуйыу талаптарына ярашлы яуап бирһә, ләкин һирәк яһала торған хаталар ебәреп тә уҡытыусы иҫкәртеүе менән

уларҙы төҙәтетеп барһа, телендә,телмәр төҙөлөшөндә һирәк-һаяҡ яңылышлыҡтар китҫә,уның яуабы «4» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы тәҡдим ителгән темаға ҡараған төп төшөнсәләрҙе аңлауын һәм белеүен күрһәтһә,ләкин

1) Материалды тулы аңлата алмаһа,төшөнсәләрҙең һәм ҡағиҙәләрҙең билдәләмәһендә хаталар ебәрһә;

2) әйткән фекерҙәрен тулы һәм иҫбатлауҙы нигеҙләй белмәһә,үҙ миҫалдарын килтерә алмаҫа;

3) Яуабында эҙмә-эҙлелек һаҡланмаһа,телмәр төҙөлөшөндә хаталар булһа,уның яуабы «3» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы һоралған материалдың күберәк өлөшөн белмәүен,билдәләмәләрҙе һәм ҡағиҙәләрҙе әйткәндә уларҙың төп фекерен боҙоуға килтерә

торған хаталар ебәрһә, материалды икеләнеүҙәр менән системаһыҙ аңлатһа, уның яуабы «2» билдәһе менән баһалана.

II. Диктанттарҙы баһалау Уҡытыусы башта тексты уҡып сыға. Өйрәнелмәгән орфограммалы һүҙҙәр алдан уҡ таҡтала яҙылған булырға тейеш. Уҡытыусы синыфтың

әҙерлегенә ҡарап, әйтеп яҙҙырыу темпын үҙе билдәләй.

Тексты орфоэпия, әҙәби тел нормаларына ярашлы уҡыу талап ителә. Уҡытыусыға ярҙам итеү маҡсатында йыйынтыҡ авторҙары текстар

аҙағында грамматик эш төрҙәре тәҡдим иттеләр.

Диктант яҙылып бөткәс, уҡыусыларға тексты уҡып һәм тикшереп сығыу рөхсәт ителә. Ләкин диктантты баштан уҡ уйлап, аңлап, иғтибарлы

яҙырға өйрәтергә һәм һуңғы тикшертеү менән мауыҡмаҫҡа кәрәк. Уҡытыусы тексты икенсе тапҡыр тулы килеш уҡып сыҡҡас та, грамматик эш

тәҡдим ителергә тейеш.

Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:

Page 11: 02-30...02-30 МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ средняя общеобразовательная

10

1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар;

2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар;

3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар;

4) механик рәүештө бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша).

Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни

грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә. Диктант бер генә билдә

менән баһалана.

«5» билдәһе — тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә,

«4» билдәһе 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа

ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«3» билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы

хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«2» билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуацион йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Хаталар һаны 15 орфографик

хатанан да артып китһә, «1» билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.

Әгәр контроль диктанттан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.

Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:

«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,

«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,

«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,

«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.

III. Иншаларҙы һәм изложениеларҙы баһалау

Рус мәктәптәрендә 6-сы класта башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән изложениелар һәм иншалар яҙҙырыу өсөн һайланған текстың күләме түбәндәгесә:

Изложение 70-80

Инша 75-85

Инша һәм изложениелар яҙҙырыу аша уҡыусыларҙың:

1) теманы аса белеүе,тел сараларын инша йәки изложениеның темаһына һәм уларҙағы төп фекерҙе аңлатыу бурыстарына ярашлы һайлай белеүе.

2) яҙғанда,грамматик нормаларға һәм дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләренә таянып эш итеүе тикшерелә. Шуның өсөн иншаға ла,изложениеға ла һәр ваҡыт

ике билдә ҡуйыла. Беренсе билдә менән – уларҙың йөкмәткеһе һәм телмәр төҙөлшө,икенсе билдә менән грамоталылыҡ кимәле баһалана.

Page 12: 02-30...02-30 МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ средняя общеобразовательная

11

Баһаларҙың төп критерийҙары

Йөкмәтке һәм телмәр төҙөлөшө Грамоталылыҡ Баһалау

1.Яҙма эштең йөкмәткеһе тулыһынса темаға тура килһә

2. Фактик хата булмаһа

3.Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле бирелһә (план буйынса

йәки планһыҙ),

4. Эш лексик яҡтан бай булыуы менән айырылып

торһа

5.Эш темаға һәм төп фекерҙе аңлатыу

маҡсатына ярашлы стилдә яҙылһа,телмәре

тасуири булһа

Иҫкәрмә. Бер генә телмәр хатаһы һәм бер генә

йөкмәтке хатаһы булған яҙма эшкә «5» билдәһе

ҡуйырға мөмкин

Яҙма эштә 1

орфографик,йәки 1

пунктуацион,йәки 1

грамматик хата

(тимәк,бөтәһе

1 генә хата) булһа

«5» билдәһе ҡуйыла

1. Эштең йөкмәткеһе,нигеҙҙә,темаға тура

килһә (теманан ситкә китеү бик аҙ булһа),

2. Йөкмәтке, нигеҙҙә,дөрөҫ бирелһә, әммә эштә бик аҙ булһа ла,фактик

хаталар осраһа,

3. Төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклегендә тупаҫ булмаған етешһеҙлектәр

генә булһа,

4. Яҙма эш,нигеҙҙә,синоним һүҙҙәргә һәм синонимик грамматик формаларға

бай булһа,

5. Эш бер төрлө стилдә я6ылыуы һәм тасуири булыу менән айырылып торһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштең телмәр хаталары өстән дә, йөкмәткеһендәге хаталар

икенән дә артмаһа,уға «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

1. Яҙма эштә теманы ситкә китеүгә ҡараһан етди хаталар булһа,

2. Төп фекер дөрөҫ аңлатылһа, әммә эштә фактик хаталар ебәрелгән булһа,

3. Айырым өлөштәрендә төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклеге боҙолһа,

4. Яҙма эш бер төрлөрәк типтағы синтаксик конструкцияларҙан

Яҙма эштә 2 орфографик

һәм 2 пунктуацион хата,

йәки 1 орфографик һәм 3

пунктуацион хата булһа,

йәки бер орфографик

хатаһы ла булмайынса,

пунктуацион хаталары 4-

тән, һәм

грамматик хаталары 2-нән

артмаһа,

Яҙма эштә 4 орфографик

һәм 4 пунктуацион хата,

йәки 3 орфографик һәм 5

«4» билдәһе ҡуйыла

«3» билдәһе ҡуйыла

Page 13: 02-30...02-30 МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ средняя общеобразовательная

12

торһа,һүҙлеге ярлы, һүҙҙәрҙе ҡулланыуҙа хаталар булһа,

5. Эш тема һәм уны аңлатыу (асыу)талап иткән бер төрлө стилдә яҙылмаһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштәге телмәр хаталары 5-тән, йөкмәткелеге хаталар 4-тән

артмаған хәлдә лә, эшкә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин

пунктуацион

хата, йәки 7 пунктуацион

хата һәм орфографик

хатаһыҙ булһа, шулар

өҫтөнә 4 грамматик хата

ебәрелһә,

1. Яҙма эш темаға тура килмәһә,

2. Фактик хаталар күп булһа,

3. Эштең бөтәөлөштәрендә фекер аңлатыу эҙмә-эҙлеклеге боҙолһа, текст

өлөштәре араһында бәйләнеш булмаһа,плпнға

ярашһыҙ булһа,

4. Эстэлеге ғәҙәттән тыш ярлы булһа,эш үҙ-ара бәйләнеше булмаған бер

төрлө конструкциялы ҡыҫҡа һөйләмдәрҙән торһа,һүҙҙәр ҡулланышында ла

хаталр

осраһа,

5. Эштә стилдең бер төрлөлөгөнә ирешелмәгән булһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштәге телмәр хаталары 7- нән, йөкмәткеһендәге хаталар

һаны 6-нан артмаған хәлдә лә, уға «2» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Орфографик хаталары 7-

нән,пунктуацион

хаталары 7-нән , грамматик

хаталар ҙа 7-нән артһа,

«2» билдәһе ҡуйыла

Әҙәбиәт буйынса

Әҙәбиәт буйынса ла уҡыусы белемен баһалауҙың төрлө юлдары һәм үҙенсәлектәре бар, Исеменән үк күренеүенсә, әҙәбиәт дәресе

уҡыусыларҙы әҙәпкә,тәртипкә, кешелеклелеккә өйрәтеү менән бергә матурҙы йәмһеҙҙән, яҡшыны насарҙан

айырырға ла күнекмә бирә. Тимәк, һәр әҙәбиәт дәресе уҡыусыға тәьҫир итерлек, һоҡланып ултырырлыҡ та булырға тейеш. Шуның менән бергә

һәр әҙәбиәт дәресендә тиерлек уҡыусы белеме лә баһаланырға, сиреккә,

Page 14: 02-30...02-30 МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ средняя общеобразовательная

13

йыллыҡҡа билдәләр ҡуйылырға бурыслы. Хәҙер әҙәбиәт дәрестәрендә баһалар ҡуйылыу мөмкинлектәрен, юлдарын ҡарап үтәйек.

Уҡыу тиҙлеген тикшереүБашланғыс кластарҙан алып, һәр бала билдәле бер кимәлдә, тиҙлектә шыма итеп уҡый белергә лә бурыслы. Ғөмүмән,

етеҙ, дөрөҫ, тасуири уҡыу,

уҡырға өйрәтеү әҙәбиәт дәрестәренең тәүге мөһим талаптарының береһе. Уны, йәғни уҡыу тиҙлеген, 1 бала минутына күпме һүҙ укыуына ҡарап

билдәләйҙәр. Һәр сирек һайын бер тапҡыр уҡыу тиҙлеге тикшерелә. Баһалар класс журналына ҡуйыла. Түбәндә башланғыс кластарҙан алып,

уҡыусы минутына күпме һүҙ уҡырға тейеш булған һандар килтерелә. Уларға ҡарап, уҡыу тиҙлегенә ниндәй талаптар ҡуйылғанын билдәләргә

мөмкин.

Баһалар

Кластар «5»

«4» «3» «2»

I 30 25 15 15-тән кәмерәк

II 55 45 30 30-ҙан кәмерәк

III 65 55 40 40- тан кәмерәк

IV 80 75 55 55-тән кәмерәк

V 100 90 80 80-дән кәмерәк

VI 110 100 90 90-дан кәмерәк

VII 120 110 100 100-ҙән кәмерәк

VIII 130 120 110

110-дан кәмерәк

IX 140 130 120 120-нән кәмерәк

Page 15: 02-30...02-30 МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ средняя общеобразовательная

14

Уҡыусы белергә тейеш:

1.Үҙ милләтен, Ватанын, тыуған яғын яратыу;

2.этник һәм милли сағылышын таныу;

3.Үҙаллылыҡҡа, белем алыуға етди һәм яуаплы ҡарау;

4.Ғаилә һәм йәмғиәт ҡиммәттәрен ихтирам итеү, үҙ аллы эшләү һәм үҙ эштәренә яуап бирергә әҙер булыу;

5.Ҡыҙыҡһыныусан, әүҙем булыу һәм донъяны танып белергә ынтылыу;

6.Әхлаҡ, социаль ғәҙеллек һәм ирек хаҡындағы ҡараштар нигеҙендә үҙ аллы үҫешкә һәләтле булыу;

7.Өлкәндәр һәм тиңдәштәре менән төрлө социаль хәлдәрҙә аҡыллы хеҙмәттәшлектең кәрәклеген аңлау һәм бәхәсле хәлдәрҙән сыға белеү;

Уҡыу – уҡытыу процессын материаль-техник яҡтан тәьмин итеү.

Уҡытыу-методик ҡулланмалар.

Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты :

Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2009.

2. Ғафаров Б.Б.Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө : Китап, 2008. – 352 бит.

3. 5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы /Аҙнағолов Р.Ғ., Тикеев Д.С. һ.б. – Өфө : Китап, 1996. – 320 бит.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты : Башҡорт теле:. Рус мәктәптәренең 6-сы класында укыусы башҡорт балалары

өсөн дәреслек. Вилданов .Х.,Хажин В.И.Өфө : Китап,2008.

«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн).Төҙөүселәре Тикеев

Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С.,Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. –Өфө, 2005й.

Рус мәктәптәренең 7-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. Өфө: Китап, 2010.

М.Ғ Усманова, З.М Ғәбитова. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Уҡытыу рус телендә алып барылған

мәктәптәрҙең 5-11 синыф уҡыусылары өсөн ҡулланма. Өфө, “Китап”, 2002.

Искужина Ф.С., Әбүбәкирова З.Ф. Башҡорт теле 32м 262битенән иншалар йыйынтығы. Өфө,2008

Толомбаев Х.А.,;Әбитова З.М., Фәтихова Ш.Х. Башҡорт теленән тестар 5-9 –сы кластарға рус телендә уҡытыусы мәктәптәр өсөн,

Өфө,2008

Хәлилов А.М., Гәрәева Р.М.,Арифуллина Н.М. Башҡорт теле 32м 262битенән тестар (5-9 сы кластар) )фө ,2007

Толомбаев Х.А,Атнағолова С.В. Диктанттар йыйынтығы: башҡорт теленең 5-9 –сы класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.Өфө,Китап,2009

Page 16: 02-30...02-30 МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ средняя общеобразовательная

15

Искужина Ф.С., Вәлиева Г.Д. Башҡорт телендә текст теорияһы 32м методикаҫы.Өфө: Китап,2011

Аҙнағолов Р.;. Мәктәптә башҡорт теле уҡытыу методикаһы.Өфө: Китап,2011

Ғәбитова З.М. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-11 –се кластары өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә методик

күрһәтмәләр.Өфө,2009

Ғафаров Б.Б. әҙәбиәт уҡытыу методикаһы.Өфө: Китап,2008

Толомбаев Х.А.,Алсынбаева Р.Р. Башҡорт телен уҡытыуҙа актив формалар 32м алымдар: Башҡорт теле дәрестәрендә проектлау

технологияһын ҡулланыу: Уҡытыусылар өсөн ҡулланма.Өфө:БМИ нәшриәте,2006

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты :

Рус мәктәптәренең 7-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. Өфө: Китап, 2006.

Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.

Абдуллина Ф.Ф.,Псәнчин В.Ш.Әсә теле. Дидактик материалдар.8-9 –сы кластар.-Өфө,2009

Баҫма әсбаптар.

5-11 кластар өсөн башҡорт теленән таблицалар һәм плакаттар.

Таратма материал

Иллюстратив материал.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары һәм шағирҙары портреттары.

Компьютер һәм мәғлүмәти-коммуникатив саралар.

1.2-4, 5-11 кластар өсөн башҡорт теленән электрон дәреслектәр.

2.5-9 кластар өсөн башҡорт әҙәбиәтенән аудиопособиелар.

3. Башҡорт әҙәбиәтенән “Юлай улы Батыр Салауат”, “Башҡорт ҡумыҙы” аудиопособиелары.

4. Башҡорт әҙәбиәтенән видеопособиелар: “Шомбай”, “Аҡмулла тауышы”, “Шәжәрә- нәҫел ағасы”, “Алтын мираҫ”, “Зәйнәб Биишева”,

“Башҡорт ҡоро-Ҡоролтай”, “Берҙәм татыу ғаилә”, “Рәми Ғарипов”, “Аксаков С.Т.”, “Хәкимов Кәрим Әбдрәүеф улы”, “Янсыҡ”, “Сәскә атҡан

шағир күңеле”, “Тыуған йортҡа алыҫ юл”, 17,18,19,23 һанлы кассеталар.

Техник саралар.

1. Аудитория таҡтаһы.

2. Аудиомагнитофон LG.

3. Персональ компьютер HP.

4. Мультимедия проекторы ACER.

Тематик-укыу планы (68 сәғәт)

Page 17: 02-30...02-30 МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ средняя общеобразовательная

16

№ п/п Темалар Сәғәт hаны

1) М. Ямалетдинов. Көрәш кеше. Ғ.Дәүләди. Ҡоролтайға барам. 1

2) И.Бураҡаев. Башҡорт көсө. Ғ. Хөсәйенов. Ете ырыу.Тарихи хикәйә тураһында. Алдар батыр

ҡиссаһы. Тарих буйынса парсалар.Алдар батыр тураһында. 5

3) Б. Рафиҡов. Эйәрләнгән ат. Я. Хамматов. Төньяҡ амурҙары. Тарихи фараз тураһында

7

4)

Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. Риүәйәттәр. Урал. Эскадрон. Йәйләүек. Азамат. Салауат

телмәре. Салауат. Икенсе әрме риүәйәте. Любизар. Әхмәт Байыҡ. Ҡаһым түрә Буранбай

риүәйәте. Буранбай. Бейеш риүәйәте. Ҡолой кантон. Абдулла ахун. Тәфтиләү. Зөлхизә.

Ғилмияза. Таштуғай риүәйәте. Ҡурай.

4

5) Сеңләүҙәр.Сеңләүҙәр тураһында. 1

6) Ерәнсә сәсән. 2

7) Салауат Юлаев. Тормош юлы. Тыуған илем. Уралым. Егеткә.Импровизация һәм

импровизатор. Метафора тураһында төшөнсә. 3

8) В. Зефиров. Йәнтүрә хикәйәһе. 2

9) Аҡмулла. Аҡмулла шиғырҙары. Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк! Дуҫлыҡ. Нәфсе.

Аттың ниһен маҡтайһың. Өлгөр һүҙ. 4

10) Мәжит Ғафури. М. Ғафуриҙың бала сағы һәм уҡыу йылдары. М. Ғафури Өфөлә. Үҙем һәм

халҡым. Мин ҡайҙа. Гөлдәр баҡсаһында. Шиғыр төҙөлөшө тураһында. Эпик һәм лирик

әҫәрҙәр.

3

11) Шәйехзада Бабич. Салауат батыр. Зәки – Башҡортостан терәге. Ҡурайҡайға. Ш.Бабич

шиғырҙары тураһында. 3

12) Д. Юлтый. Тимеркәй фәлсәфәһе. Тимеркәй фәлсәфәһе тураһында. 3

Page 18: 02-30...02-30 МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ средняя общеобразовательная

17

13) Һәҙиә Дәүләтшина. Айбикә. Айбикә повесы тураһында. Әҙәби әҫәрҙә образдарҙың

характерын асыу саралары. Телмәр характеристикаһы. Портрет тураһында төшөнсә. Юмор

һәм сатира.

4

14) Рәшит Ниғмәти. Йәмле Ағиҙел буйҙары. Лиро-эпик поэмаларҙың үҙенсәнлеге тураһында. 2

15) Мостай Кәрим. Айгөл иле. Айгөл иле драмаһы тураһында. 4

16) Рамазан Өмөтбаев. Атлы башҡорт. 4

17) Бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау 10

№ п/п

Тема сәғәт hаны

1 Контроль диктант. «Музыкант». 27.10.2016

2 Контроль диктант " Балкантау легендаhы".

24.12.2016

3 Контроль диктант "Ирәмәл hырттары".

11.03.2017

4 Контроль диктант " Кайнар сәләм".

20.05.2017

5 Курмә диктант "Тыуган як". 10.09.2016

6 Изложение "Быуар Йылан менэн Фил".

23.11.2016

7 Диктант "Айбикә" . 22.02.2016

8 Диктант "Ос таган".

22.04.2017

Календарь-тематик план

Page 19: 02-30...02-30 МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ средняя общеобразовательная

18

п/п

Тема урока Кол-во

часов

Дата Примечание

По плану Фактич.

1 М.Ямалетдинов .Кабатлау. 1 02.09.2016

2 Ғ.Дәүләди. Күнегеүҙәр эшләү(исем, сифат, һан, алмаш) 1 07.09.2016

3 Илгизәр Бураҡаев “Башҡорт көсө” 1 09.09.2016

4 Курмэ диктант "Тыуған яҡ". 1 10.09.2016

5 Ғ.Хөсәйенов “Ете ырыу” 1 15.09.2016

6 "Ете ырыу" 3-сө бүлек. 1 17.09.2016

7 “Алдар батыр ҡиссаһы” 1 22.09.2016

8 “Алдар батыр ҡиссаһы” 1 24.09.2016

9 Б. Рафиҡов . “Эйәрләнгән ат”. 1 29.09.2016

10 “Эйәрләнгән ат”. 1 01.10.2016

11 “Эйәрләнгән ат”. 1 06.10.2016

12 Я. Хамматов ижады. 1 08.10.2016

13 “Төньяҡ амурҙары”Тарихи шәхестәр. 1 13.10.2016

14 “Төньяҡ амурҙары”". 1 15.10.2016

15

Тарихи йырҙар «Урал», «Эскадрон». 1 20.10.2016

16 Тыуган ил hәм халык берҙәмлеге. 1 22.10.2016

17 Контроль диктант. «Музыкант». 1 27.10.2016

18 Риүәйәттәр. 1 29.10.2016

19 Риүәйәттәр. Күнегеүҙәр . 1 10.11.2016

Page 20: 02-30...02-30 МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ средняя общеобразовательная

19

20 Легендалар. 1 12.11.2016

21 Сеңләүҙәр. 1 17.11.2016

22 Д.Тикеев. Курай. 1 19.11.2016

23 Изложение "Быуар Йылан менән Фил". 1 24.11.2016

24 Ерәнсә сәсән әкиәте. 1 26.11.2016

25 Салауат Юлаев. 1 01.12.2016

26 Салауат Юлаев. Күнегеүҙәр . 1 03.12.2016

27 В.Зефиров “Йәнтүрә ” 1 08.12.2016

28 В.Зефиров “Йәнтүрә ” 1 10.12.2016

29 М.Аҡмулла "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк". 1 15.12.2016

30 М.Аҡмулла " Дуҫлыҡ" шиғыры. 1 17.12.2016

31 М. Аҡмулла " Аттың ниhен маҡтайhың?. 1 22.12.2016

32 Контроль диктант " Балҡантау легендаhы".

1 24.12.2016

33 М. Ғафури " Үҙем hәм халҡым". 1 29.12.2016

34 "Гөлдәр баҡсаhында" шиғырына анализ. 1 19.01.2017

35 Ш.Бабичтың тормошо hәм ижады. 1 21.01.2017

36 "Салауат батыр". 1 26.01.2017

37 "Ҡурайҡайға". 1 28.01.2017

38 Д.Юлтый “Тимеркәй фәлсәфәһе” 1 02.02.2017

39 “Тимеркәй фәлсәфәһе” 1 04.02.2017

40 Д.Юлтый “Тимеркәй фәлсәфәһе” 1 09.02.2017

41 Һәҙиә Дәүләтшина.“Айбикә”. 1 11.02.2017

Page 21: 02-30...02-30 МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ средняя общеобразовательная

20

42 Һәҙиә Дәүләтшина.“Айбикә”. 1 16.02.2017

43 “Айбикә” әҫәрендә ыңғай hәм тиҫкәре образдар. 1 18.02.2017

44 Диктант "Айбикә" . 1 25.02.2017

45 Хаталар өҫтөндә эш. 1 02.03.2017

46 Р. Ниғмәти "Йәмле Ағиҙел буйҙары". 1 04.03.2017

47 Күнегеүҙәр өҫтөндә эш . 1 09.03.2017

48

Контроль диктант " Ирәмәл hырттары". 1 11.03.2017

49 М. Кәрим " Айгөл иле". 1 16.03.2017

50 Ричард Галин, Айгөл , Йәғәфәр образдарында халыҡҡа хас булған

сифаттарҙың бирелеше .

1 18.03.2017

51 " Айгөл иле" драмаhында образдарға сифатлама . 1 23.03.2017

52 Айгөл , Ричард, Йәғәфәр образдарында кешелеклелек. 1 06.04.2017

53 Р. Өмөтбаев "Атлы башҡорт.". 1 08.04.2017

54 Р. Өмөтбаев "Атлы башҡорт.". 1 13.04.2017

55 Р. Өмөтбаев "Атлы башҡорт.". 1 15.04.2017

56 Р. Өмөтбаев "Атлы башҡорт.". 1 20.04.2017

57 Диктант "Өс таған". 1 22.04.2017

58 Кластан тыш укыу. С. Кәримов" Өс дуҫ". 1 27.04.2017

59 Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндэрен өйрәнеү. 1 29.04.2017

60 Халыҡ ижады тураhында.Әкиәттәр,бәйеттәр. 1 04.05.2017

61 Халыҡ ижады тураhында.Табышмаҡтар,көләмәстәр. 1 06.05.2017

62 Морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. 11.05.2017

63 Морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. 1 13.05.2017

64

Эш кагыҙҙары. 1 18.05.2017

Page 22: 02-30...02-30 МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ средняя общеобразовательная

21

65 Контроль диктант " Кайнар сәләм". 1 20.05.2017

66 Тестар. 1 25.05.2017

67 Кабатлауҙар. 1 27.05.2017

68

Йомгаҡлау. 1 31.05.2017