192
башҡорт прозаһы үрнәктәре

башҡорт прозаһы үрнәктәре - Bashkort.ORG · 2018. 7. 27. · ББК 63.3 УДК 93/99 Б 95 Башҡортостан Республикаһы халыҡтары

  • Upload
    others

  • View
    2

  • Download
    0

Embed Size (px)

Citation preview

  • башҡорт прозаһы үрнәктәре

  • Рәсәй Фәндәр академияһы Өфе фәнни үҙәге

    Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты Башкортостан Республикаһы Фәндәр академияһы

    Гуманитар фәндәр бүлеге

    XIX-XX быуат башы башҡорт прозаһы

    үрнәктәре

    Өфө - 2006

  • ББК 63.3 УДК 93/99 Б 95

    Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү буйынса дәүләт программаһы фондының

    матди ярҙамында баҫыла

    XIX-XX быуат башы башҡорт прозаһы үрнәктәре /Инеш һүҙ

    авторы, яуаплы мөхәррире М. X. Нәҙерғолов. Өфө: Ғилем, 2006. - 194 6.

    Китапҡа XIX-XX быуат башынан ҡулъяҙма һәм баҫма килеш

    һаҡланып ҡалған башҡорт хикәйә, хикәйәт, нәҫер, латифа, юлъяҙма,

    хат, нәсихәт, тәуарих һәм шәжәрәләренең ҡыҫҡартылған һайланма

    текстары индерелде. Айырым һүҙҙәрҙең яҙылышы хәҙерге башҡорт

    әҙәби теле нормаларына яраҡлаштырылды.

    Урта һәм юғары уҡыу йорто уҡытыусыларына, студенттарға һәм

    киң масса уҡыусыларға тәғәйенләнә.

    Ғәрәп яҙмаһындағы текстарҙы хәҙерге башҡорт яҙмаһына М. X.

    Нәҙерғолов, Г. X. Абдрафикова, Н. А, Хөббөтдинова, С. М. Хөсәйенов,

    Р. Ю. Аҡкүбәков, Ф. Б. Юнысова ауҙарҙылар.

    О ИИЯЛ УНЦ РАН, 2006

  • Йөкмәтке

    Инеш һүҙ. М. Нәҙерғолов ' ....................................................9

    Тарихи яҙмалар

    1. Юрматы ҡәбиләһе башҡорттары шәжәрәһе ............12

    2. Ялан Бөрйән ырыуы шәжәрәһе ....28

    3. Сокорой Ғ. Ата-бабаларыбыЗ тарихынан................................ 39

    4. Сокорой Ғ. Тәзкирәти әл-әхуһн вә әл-әхбаб ...................40

    (Туғандар һәм дуҫтар иҫтәлеге)........................... ......... ..........

    5. Сокорой Ғ. Тәуарихи Болғарийа, йәки Тәкриби Ғари (Болғари

    тарихтары, йәки Ғариҙың аңлатмалары)....................................53

    6. Кейеков Ғ. Иҫке шәжәрәнән................................................... 61

    7. Өмөтбаев М. Әмир Тимер гүрәгән бине әмир Турғай 67

    Хаттар1. М.Өмөтбаев хаты. 1879 йыл 5 май.............................................70

    2. М.Өмөтбаевтыңасык хаты (открытка). 1887 йыл 25 апрель ...71

    3. М.Өмөтбаев хаты. 1887 йыл май айы........................................72

    4. М.Өмөтбаевтың асык хаты. 1887 йыл май айы .........................75

    5. М.Өмөтбаев хаты. 1887 йыл. 16 октябрь................................... 79

    6. М.Өмөтбаев хаты. 1887 йыл 13 декабрь...................................81

    7. М.Өмөтбаев хаты. 1887 йыл 28 декабрь................................ .. .82

    8. М.Өмөтбаев хаты. 1888 йыл 3 ғинуар................................ ..-......84

    9. М.Өмөтбаев хаты. 1888 йыл 1 февраль....................................86

    10. Б.Өмөтбаева хаты. 1887 йыл 17 июнь.................................... 87

    11. Б.Өмөтбаева хаты. 1887 йы л ............................................ 88

    12. С.Яҡшығолов хаты. 1901 йыл 13 июнь....................................90

    Юлъяҙмалар1. Сокорой Ғ. Нәсим әс-саба (Хажнамә)..................................... 93

  • Нәҫерҙәр1. Туҙан-тупрак араһында ҡалған бер сәскәгә хитап...................98

    2. Солтанов М. Музыка тәьҫире..................................................... 100

    3. Танғатаров Ә. Ни ул ? ................................................................... 105

    4. Бер кис менән күктәге йондоҙҙарға ҡараған ваҡытымда ... 108

    5. Сөләймәнов Ф. Башҡорт йәйләүендә.................................... 111

    Легендалар һәм риүәйәттәр1. Иҫке хикәйәт............................................................................ 114

    2. Ғәҙеллеккә ни етә !................................................................... 115

    3. Диваев Ә. Ғәбделмәжит-хан.................................................... 118

    4. Изге ниәт яҡшылыҡҡа илтер.................................................... 122

    5. Талаусы илә ҡазый................................................................... 124

    6. Хәмәр вә өй эйәһе................................................................. ..127

    7. “Нәуадир тәржемәһе’’н ә н ........................................ 129

    8. Талип һәм Хызыр пәйғәмбәр................................................. 131

    9. Ғафури М. Аусы ҡарт.............................................................. 133

    Хикәйәттәр1. Сәғҙи һ. Ер һатыуҙың ғаҡиләте................................................ 138

    2. Сөләймәнов Ф. Хасҡын............................................................... 143

    Хикәйәләр1. Ғәбделмәнов С. Ике иғлан........................................................148

    2. Сөләймәнов Ф. Тимербай ҡурайсы..........................................160

    3. Ғафури М. Ялсы...........................................................................165

    Төрлө яҙмалар1. Латифалар................................................................................174

    2. Аңлатмалар һәм иҫкәрмәләр....................................................190

  • Инеш һүҙ

    Әҙәбиәттә һәр төрҙөң, һәр жанрҙың үҙ тарихы бар,

    Художестволы проза ла бөгөнгө кимәленә оҙайлы һәм катмарлы үҫеш

    юлдары үтеп күтәрелгән. Уның барлыҡҡа килеүендә,

    формалашыуында сал быуаттарҙан йәшәп килгән эпик фольклорҙың

    һәм боронғо синкретик яҙма әҙәбиәттең роле ғәйәт ҙур.

    Милли һүҙ сәнғәтенең айырым, үҙаллы төрө булып танылғанға

    тиклем башҡорт прозаһы ла урау-урау юлдар үткән. Иҫке әҙәбиәттә

    уның бөгөнгө уҡыусы аңлағанса саф үрнәктәрен табыуы бик ҡыйын.

    Күберәк осраҡта художестволы прозаға хас элементтары булған төрлө

    характерҙағы яҙмалар менән эш итергә тура килә. Образлы тасуирға,

    хис-тойғоло, сюжетлы хикәйәләүгә ҡоролған хаттар, ғарызнамәләр,

    шикәйәтнамәләр, юлъяҙмалар, хәтирәләр, шәжәрәләр, тәуарихтар һәм

    тарихнамәләр шундайҙар иҫәбендә.

    Нәфис проза элементтарының ҡатнаш-синкретик типтағы

    яҙмаларҙа йәшәп килеүе башҡорт әҙәбиәтендә XIX быуатта ла

    күҙәтелә. Ошо йөҙйыллыҡтың аҙағында нәҫер, хикәйә, хикәйәт кеүек

    саф әҙәби әҫәрҙәр йышыраҡ күренә башлаһа ла, традицион синкретйк

    әҙәбиәт ҡапыл ғына һүнеп юҡҡа сыҡмай, уның шауҡымы XX быуат

    башында ла күпмелер дауам итә.

    Шунлыҡтан “XIX-XX быуат башы башҡорт прозаһы үрнәктәре”

    китабына нәҫер, хикәйә, хикәйәттәр менән бергә ҡайһы бер хат,

    шәжәрә, тәуарих һәм юлъяҙмаларҙың да тексы индерелеүе тәбиғи.

    Уларҙың күпселеге беҙҙең көндәргә ҡулъяҙма килеш килеп еткән.

    Ғәрәп яҙмаһындағы был текстарҙы хәҙерге башҡорт әҙәби

    теленә ауҙарғанда йөкмәткенең бөгөнгө киң масса уҡыусыға еңел

    аңлайышлы булырға тейешлеге төп маҡсат итеп алынды. Шуға ярашлы,

    дейем уҡыусы өсөн аңлайышһыҙ булған барлыҡ ғәрәп, фарсы һәм иҫке

  • төрки һүҙҙәре һәм һүҙбәйләнештәре йәйәләр эсендәге тәржемәләре

    менән бирелде. Шул. ук вакытта заман рухын, үткәндәге яҙма

    традицияны күҙ уңында тотоп, теп нөсхәләрҙең тел-стиль һыҙаттары,

    һөйләмдәр төҙөлөшө мөмкин үҙгәрешһеҙ калдырылды. Әйтәйек,

    "менән" һүҙе менән йәнәш уның боронғо синонимдары булған “берлә”,

    “берлән’’, “илә”, “илән” кеүек һүҙҙәр үҙгәртелмәй бирелде, “һәм”

    бәйләүсе менән дә шул ук хәл. Ҡулъяҙмаларҙа уның урынына “вә”, “вә

    һәм” формалары килә икән, уларҙы шул килеш биреү максатҡа ярашлы

    тип табылды.

    Стилде теүәл биреү йәһәтенән төп нәсхәләрҙәге “олуғ”, “ошбу”,

    “әүәл” кеүек архаик һүҙҙәрҙе лә һаклау бик урынлы. Шул ук максаттан

    сығып, бөгөнгө диалекттарҙа һәм һөйләштәрҙә йәшәүен дауам иткән

    кайһы бер иҫке төрки лексик берәмектәрен дә ҡалдырыуҙы кулай

    күрҙек. Әлбиттә, бында уларҙың киң масса укыусы өсөн бөтөнләй үк ят

    булмауы иҫәпкә алынды.

    Яҙма ҡомартҡыларҙа төрки телдәренең сығытай һәм уғыҙ

    төркөмдәренә хас һүҙ формалары ла йыш осрай. Мәҫәлән, “ҡайтты”

    һүҙе урынына - “кайтмыш” һүҙе, “алды” урынына - “алмыш”, “әйтте”

    урынына - “әйтмеш”, “барырға” урынына - “бармаға”, "торорға” урынына

    - "тормаға”, “күптән” урынына - “күптин”, “юҡтан” урынына - “юҡтин”,

    “аттан” урынына - “аттин” һ.б.

    Бындай осраҡтарҙа ла текст еңел аңлайышлы булған хәлдә,

    һүҙҙәрҙе төп нәсхәләгесә ҡалдырҙыҡ. Ошондай уҡ ҡағиҙә “әйләне”,

    “ҡылды” кеүек ярҙамсы ҡылым формаларына ла ҡағыла. Урыны-урыны

    менән уларҙы ла һаҡлау хәйерле тип табылды.

    Боронғо яҙма сығанаҡтарҙы һүҙ ялғауҙарында "ы” һәм “е” өндәре,

    ғәҙәттә, “у”, “ү” хәрефтәре аша бирелеүсән: “баруб”, “килүб”, “барму”,

    “киләмүсүн”, “күргәндүр”, “ишетмүш”, “сорадуҡ” һ.б. Тәбиғи, бындай

    ю

  • хәлдә һүҙҙәр бөгөнгө яңғырашында һәм яҙылышында алынды: “барып",

    “килеп”, “бармы”, “киләмеһең”, “күргәндер” , “ишетмеш”, “һораныҡ” һ.б.

    Д ө й ө м укыусыға тәғәйенләнгән тәржемәлә иҫке төрки һәм,

    ғөмүмән, архаик һүҙҙәрҙе ҡулланыу хәҙерге башҡорт -әҙәби теле

    нормаларына ярашлы атҡарылырға тейеш. Бигерәк тә башҡорт теленә

    хас булған ендәр сингармонияһын теүәл тотоу шарт. Ялғауҙар

    һүҙҙәрҙең тамырына буйһондоролоп бирелә. Әтәйек, һүҙҙең тамыры

    яңғырау тартынҡыға бөтһә, ялғауҙағы тәүге тартынҡы шулай уҡ

    яңғырау булырға тейеш; тамыр һаңғырауға тамамланғанда иһә уға

    ялғаныусы тартынҡы ла һаңғырау булыуы фарыз, һүҙҙең тамырында

    ҡалын һуҙынҡылар ө ҫ т ө н л ө к итһә, ялғауҙағы һуҙынҡыларҙың да ҡалын

    булыуы талап ителә, һәм, киреһенсә, нәҙек һуҙынҡылы тамырға нәҙек

    һуҙынҡылы ялғау ҡушыу кәрәк.

    Был хрестоматиялағы текстарҙы баҫмаға әҙерләү ошондай

    талаптарҙы и:әпкә алып атҡарылды. Китап, XIX-XX быуат башы

    башҡорт прозаһы менән ҡыҙыҡһынған һәр кем есөн файҙалы ярҙамсы

    сығанаҡ булыр, тигән еметтәбеҙ.

    М. Нәҙерғолов

  • Тарихи яҙмалар

    Юрматы ҡәбиләһе башҡорттары шәжәрәһе

    Сыңғыз-х'ан заман ынан ҡалған хандар мәғлүм булһын. Асыл

    юрматыларҙың уғландары тыумыштан Шәғәли-бейҙең ырыу күп өсөн

    байға (башлыҡҡа, түрәгә) халайыҡтар бей тип әйтәләр.

    Борон заманда был ердә нуғай ирҙе. Зәй, Шишмә тигән ерҙәрҙә һәр

    тарафтан күсеп йөрөйҙәр ирҙе. Анса нәгаһ (уғаса ҡапыл, көтмәгәндә)

    ул ерҙә бер аждаһа йылан пәйҙә булды. Бер кисә-көнлек ерҙән етәр

    ирҙе. Моңар күп йылдар кисте, уның берлән орош ҡылдылар. Күп

    халайыҡ һәләк булды. Шундин һуң ул йылан ғәйеп булды. Халайыҡ

    исмендә ҡалды.

    Ул заманда Амәт Хәмәт тигән хандың ҡул аҫтында торҙолар.

    Ансанан хан ханға хөсөт булдылар. Бер-береһенә дошман булып, бер-

    береһенә ҡылыс саба башланылар. Ул уҡ заманда Сыңғыз-хан илән

    Аҡһаҡ Тимер хан ине. Быларҙан йортҡа олуғ бөлгөнлөк булды, һәр

    тарафҡа яуҙар булды. Амәт Хәмәт-хандың йорты боҙолдо.

    Бер аҙ кешеләр илән ҡасып олуғ Иҙелдең арғы яғына сыҡтылар һәм

    йорт урыны ҡаранылар. Ҡарайылға тигән шишмә буйында ҡундылар.

    Хан әйҙе: «Бер хәл булды! Бында бер ҡыуам (төркөм) үлектәр бар,

    имеш». Хан әйҙе: «Был үлектәрҙә бер ғәзиз булғай. Ҡәберҙе

    баҡыңғыҙҙар!», - тине ирһә һәм шул сәғәт ҡаранылар. Бер зыярат ташы

    күрҙеләр. Ташҡа яҙылмыш: «Чүлкә-ата» тип. Хан әйҙе: «Моғайын, был

    ғәзиз уларҙың имеш», - тип. Шул ваҡытта тарих һигеҙ йөҙ ҙә ун берҙә

    ирҙе. Хан бойорҙо: «Ҡуптарып баҡыңғыҙ!», - тип, һәм ҡараһалар: ҡәберҙе

    кирбес илән әйләндергән. Әммә ғәжәп: ҡара башлы, ҡыҙыл йөҙлө бер егет

    терекләй ятыр. Хан әйҙе: «Йә, Шәғәли-бей, халайыҡтар араһында

    һинән хәким юҡ. Был ер вә һыу һинең улсын. был ғәзизде һин тәрбиә

    әйлә!», - тине ирһә, Шәғәли-бей хуш күрҙе, вә һәм Шәдлек тигән һыу

  • буйына йорттар һалдылар. Был ғәзиздең өҫтенә ихата ҡылдылар, һәр

    йылда, йыйылып, хәтем ҡылырҙар ине.

    Куп заман торҙолар, Шәғәли-бей донъядин үтте. Чәчәлкә-ата янына

    дәфен ҡылдылар (ерләнеләр). Ғәжлүк улы шәйех, Шәйех Дәрүиш

    дигән, олуғ бей булды. Йорт имен улды. Шәйех Дәрүиш бей булғас,

    боронғо аталарының йортона - Зәй, Шишмәгә күстеләр, һәр тарафтан

    күсеп йөрөнөләр, ғиш-ғишрәттә булдылар.

    Бер аҙҙин һуң Шәйех Дәрүиш-бей донъядин үтте. Андин һуң бейлек

    бейҙең уғлы Чачлы Дәрүишкә дикде (тейҙе). Әммә бейлеккә миһыр

    (ризалыҡ) бирелде, олуғ бей булды, ғиш-ғишрәт улып торҙолар.

    Нуғайҙар ғәҙәте шул ирҙе: бей мырҙа, тип баш итеп йөрөнөләр.

    Күсә-күсә һаҡмар, Яйыҡҡа һәм Иҙел буйына еттеләр, һанһыҙ нуғай

    ошо ерҙәрҙә торлаҡ ҡылдылар. Әммә Чачлы Дәрүиш-бейҙең ғүмере

    ахыры булды. Улы юҡ ирҙе һәм ҡарындаш яҡыны юҡ ирҙе, бер генә

    ҡыҙы бар ирҙе. Үҙ ҡулы аҫтындағы нуғайға ҡыҙҙы биргән ине. Әммә ул

    ҡыҙҙан ике уғлы бар ине: бере - Бурнаҡ, бере Ядкәр тигән ине. Әммә

    Бурнак тип уның өсөн атанылар, һис улы-ҡыҙы юҡ сәбәптин мороно аҡ

    аттың ҡуйынына һалып, ат исемен бирҙеләр. Аталары нуғай йәш

    ваҡытында вафат ирҙе. Чачлы-Дәруиш ҡулында үҫкәндәр ирҙе. Чачлы

    Дәрүиш-бей донъядин күсте. Ҡыҙының олуғ уғлы Бурнаҡ бей булды,

    Ядкәр мырза булды. Уның ҡәрҙәштәре барыһы мырза булдылар,

    ырыуы күп ирҙе. Әммә ул заманда Түкәй хан ирҙе. Түкәйгә миһыр

    (ризалыҡ) бирелде. Түкәй мең дә һикһән биш ҡаҙаҡҡа баш булды, һәр

    тарафҡа күсеп йөрөнөләр, ғиш-ғишрәт ҡылдылар, ғәҙеллек берлән

    йорт көттөләр.

    Бер заман йыл ҡытлыҡ булды, ҡыш бик озаҡ булды. Өс йылғаса

    йылҡы, ҡуй бөттө, игендәр һис үҫмәне, күп халайыҡтар дәрманһыҙ

    булдылар вә куп халайыҡ ас-яланғас булдылар. Нуғайҙар йыйылып,

    кәңәш ҡылдылар: «Боронғо аталарыбыҙ Кубандан килеп ирҙе. Ер-Һыу

    13

  • тип, һалҡын ер, һалҡын һыу эстәп (эҙләп) килгәндәр. Әммә ҡыш

    һыуығы кән эҫелегенән яман, имеш. Әммә һыуыҡ тәжрибәһенә

    ҡарағанда, төн яғынан урыҫ көффар килгәне яман, имеш. Был ерҙәрҙә

    урыҫ күп булғай. Беҙгә был ер лайыҡ ирмәҫ», тип һанһыҙ нуғай боҫар

    булдылар. Әммә ярлы-ябык Бурнак-бейгә килеп әйттеләр: «Яҡшы

    ваҡытта бергә торҙоҡ, инде заман яман булғас, беҙҙе ҡайҙа ҡуйып

    китәһен? Беҙ ҡайҙа барайыҡ?», - тип бик ялбарҙылар ирһә, Бурнак-

    бей күсмәҫ булды. Энеһе Яркәр-мырҙа баш булып, һанһыҙ нуғай

    берлән Ҡубанға күстеләр. Әммә туғыҙ йөҙ ҙә илле өстә ирҙе. Аҡ

    Иҙелдең буйында үрге осо Нөгөш, түбәнге осо Нөгөш. Шул аранан

    сыҡҡан таралма һыуҙары, яландары берлән биләп торалар ирҙе. Өс

    йөҙ нуғай ырыуҙары илән Ядкәрдин ҡалғас, улар дәхи лә Ҡубанға

    боҫтолар.

    Бурнаҡ-бей берлән ҡалған «иштәк» аталдылар. Ошо нуғайҙан

    ҡалған буш ерҙәрҙә ғүмер һөрҙөләр. Иҙел буйҙарында һәм урмандарҙа

    бал ҡорто илән, һыуҙа ҡондоҙ илән, яланда һыуһар, төлкө илән

    хәрәкәт итеп, ғәни (бай) булдылар. Йәнә тарих туғыҙ йөҙ ҙә илле дүрт

    ирҙе. Барса иштәк Бурнак-бейҙең әмере илән торҙолар. Бурнаҡ-бей

    вафат булғас, бейлекте Тәтәгәскә тапшырҙылар.

    Тәтәгәс бей булғандан һуң, тарих туғыҙ йөҙ илле туғыҙҙа, Сысҡан

    йылында, ғәҡрәбтең (октябрҙең) икенсе көнөндә Ҡазан шәһәрен урыҫ

    алды. Шунан һуң Аҡ бей батша булды. Андин һуң һәр тарафҡа грамота

    яҙыуҙар илән илселәр йөрөтөп, мәғлүм кылғандин һуң, тарих туғыҙ йөҙ

    ҙә алтмыш берҙә ине: «һәр кем ирһә ҡасмаһын вә һәр кем үҙ динендә

    торһон, үҙ ҡағиҙәһен тотһон», - тип. Шул илселәр йөрөп мәғлүм

    ҡылғас, тарих туғыҙ йөҙ ҙә алтмыш берҙә ирҙе.

    Әммә бән, Тәтәгәс-бей, башҡа һис тә уй уйларға сара булмағас, өс

    түбә халыктин өс кеше алдым да: әүәл Аҙнай-баба, икенсе

    Илсектимер-баба, өсөнсө Ҡармыш-баба илән дүртебеҙ, бер аҙ йәр-

  • юлдаштар алып Казан шәһәренә барып Аҡ-бей батшаға баш һалдык,

    ярлыҡаш, атлас алдыҡ. «Өс йөҙ өйлө кешебеҙ», - тип шаһка мәғлүм

    ҡылдык. Боҫоп киткән нуғайҙан ҡалған ерҙе үтенеп һорап алдыҡ. Үрге

    сиге Нөкөш, түбәнге сиге Нөгөштөң ике яғынан сыҡҡан һыуҙары илән

    вә яландары илән, тауҙары, таштары илән бирҙе. Яһаҡҡа һыуһар

    түләмәк булып, бәйғәт бирҙек (ышандырҙыҡ). Андин һун Аҡ-бей батша

    бән, Тәтәгәскә рәхим итеп мырҙалык чины бирҙе, Аҙнайға

    ыстарысталык бирҙе.

    Андин һуң йортҡа ҡайттыҡ. Халайыҡтарыбыҙҙы йыйып алдым да

    тинем: «Ай, ярандарым, беҙ Аҡ-бей батшаға барҙыҡ, баш һалдыҡ, ҡол

    булдыҡ. Мән Тәтәгәскә батша рәхим итеп мырҙалыҡ чины бирҙе,

    Аҙнайға ыстарысталык бирҙе вә һәм батшадин боҫҡан нуғайҙарҙың

    ерҙәрен үтенеп алдыҡ. Йөҙ һыуһар яһаҡ түләмәк булдыҡ. Инде һеҙ ҙә

    ҡабул ҡыламыһыз?», - тип һораным, һәммәһе шул халайыҡтар:

    «Яҡшы, барсаларыбыҙ ыразый булдыҡ!», - тинеләр. Әммә бән әйттем:

    «Вә батша, бән мырҙаға яһаҡ булмаҫ, тине». «Яҡшы, булыр!», -

    тинеләр. Әммә халайыҡтар әйттеләр: «Инде был ерҙә ҡышлаҡ йорт

    урыны бар, эсмәлек һыуы бар, оялы бөркөтө, күсегәне бар, һыуҙа

    ҡондоҙо бар, урманда йүгерек төлкөһө бар, һәм һыуһары бар һәм

    ҡамаһы ла бар, - тип. Бик шат булдыҡ. Инде шул ерҙәрҙе түбә-түбәгә

    яһағын һәм ерҙәрҙе бүлеп бир, - тинеләр. - һәм бер-беребеҙгә,

    ырыуға, ҡәрҙәштәребеҙгә татыу холоҡ өсөн көс итешмәҫкә шарт

    яҙыуҙар яҙышайыҡ», - тинеләр. Әммә бән, Тәтәгәс-мырҙа, әйттем:

    «Бик хуш, булыр», - тинем. - «Әммә батша бәңә мырҙалыҡ бирҙе һәм

    мырҙаға яһаҡ юҡ, тиеп», - тинем ирһә, халайыҡтар әйттеләр:

    «Батшаның әмерен хуш күрҙек!», - тинеләр. Мән, Тәтәгәскә яһаҡ

    һалманылар. Йөҙ һыуһар яһағын тәслим ҡыласаҡ халайыҡтар

    түләнеләр.

    15

  • Андин һуң, яһаҡ түләп, ерҙе дүрт түбәгә бүлдек. Әүәл Ашҡаҙарҙың

    башынан тамағынаса ике яғынан сыҡҡан таралма һыуҙары, туғай,

    ҡамыштары вә яландары Үгеүҙләйҙән, Мәкәтәүленән, Нөгөш

    тамағынаса ҡойоусы йылғалары илән бер өлөш яһаныҡ. Вә һәм йәнә

    Нөгөш тамағындин, Иҙелдең ике яғындин сыҡҡан таралма һыуҙары,

    ағастары берлән, туғайҙары илән Тор башы вә һәм Сәләүек башы илән

    Кырык баш ағасындин Торатау биленән бер өлөш яһаныҡ. Вә һәм

    Торатау һәм Шәкетау һәм Куштау, Эстәрле тамағынан, Куганак

    башынан Өршәге берлән, ике ара арҡа берлән аҡҡан һыуҙар башынан

    һәм Аҫауға аҡҡан һыуҙар башынан арҡа вә яландары берлән бер өлөш

    яһаныҡ. Вә һәм Өршәк, Аҫау тамағынан, Бәләкәй Бүләк сытырыһынан,

    Бурһыҡ, унан Йөрәктауҙан Иҙелдең Каратуғай илән Көгөштән, Егәнең

    икегә таралма һыуҙары-ағыштары илән, Каламан башынан, Тор,

    Шинешмәнең башынан бер өлөш яһаныҡ.

    Шунан һун дүрт шыбаға һалдыҡ. Әүәл шыбаға шул шарт илән: әүәл

    шыбаға Ашҡаҙарға һуҙылған һыуҙар вә яландары илән мән - Тәтәгәскә

    сыҡты. Икенсе шыбаға Тәйрүк, яҙылған һыуҙар, вә яландар вә

    урмандар илән ыстарыста Аҙнайға сыҡты. Өсөнсө шыбаға Эстәрле,

    Куғанаҡ, Сәләүек яҙылған һыуҙары, ябандары, урмандары илән

    Илсектимергә сыҡты. Дүртенсе шыбаға Егән, Каламан, Шешенәк

    яҙылған һыуҙары, ябандары, урмандары илән Кармышҡа сыҡты. Шул

    ерҙәрҙе бүлеп, шыбаға һалғандан һуң, һүҙ боҙмаҫҡа, көс итмәҫкә

    татыулыҡ илән яҙыштыҡ.

    Туғыҙ йөҙ ҙә алтмыш икенсе йылға кергәс, Аҡ-бей батшадин купец

    килде. Бән - Тәтәгәскә, ыстарыста Аҙнайға, шундин һуң Илсектимер

    илән Кармышҡа хәбәр ҡылып, йөҙ һыуһар яһағын иңсәһе илән тартып,

    Мәскәүгә батшаға илтеп түләнек. Ошо еребеҙҙе өлөшләгәнебеҙҙе

    яҙып Мәскәүҙең кенәгәһенә ялғаныҡ. Әммә шул кенәгә буйынса һәр

    йылда яһаҡ түләнек. Әммә Мәскәүгә илтеп түләмәкте ауыр күреп,

  • яһакты Хазанға түләмәккә үтендек Хазанға кенәгәне килтереп һалып

    түләнек.

    Мондин һуң күп руҙгарлар (заман) үтеп, хәл кисте, картайҙык

    Ғүмер ахырына етештем. Белдем ки, был донъя беҙгә бакый (мәңге)

    тормаҫ, тип. Харындаш ырыу дуҫтарымды, хуштарымды өндәп алдым

    да әйттем ки: «Бәнем ғүмерем ахырына иреште. Мәндин һун донъяны

    нә ғәмәл илә көтәрһегеҙҙәр?» тип. Әйттеләр: «һин якшы булырһын!»

    тип. Шундин һуң әйттем: «Хайғылыр! Мондин әүәл уҙған бабаларҙың

    нисек көрәйеп торганды әйттем, шул рәүешле көтәрһегеҙ», - тип. Үҙ

    арманым да уҙған бабаларҙың тарихтары илән үткәнде мулла

    Бакыйҙан яҙҙырып, ыстарыста Аҙнайға, Илсектимергә, Хармышка

    тапшырҙым. Тарих туғыҙ йөҙ ҙә етмеш икелә рамаҙан-и шәрифтең 8-

    нсе көнөндә вафат булды Тәтәгәс-баба. Халү: «Иннә лиллаһи вә иннә

    иләйһи ражиғунә (Хөрьәндән: Беҙ Алланыкыбыҙ, һәм Аллаға

    кайтасакбыҙ)».

    Әммә Сыңғыҙ-хандан һун хандар исемдәре: Амәт Хәмәт хан булды,

    тарих һигеҙ йөҙ ҙә ун берҙә ирҙе. Йәнә Йәнибәк хан, йәнә Акһак

    Тимер хан, йәнә Шәғәли хан, йәнә Шәйех-дәрүиш хан булды, йәнә

    Чачлы-дәрүиш бей булды, йәнә Бурнак бей булды, йәнә Ядкәр мырҙа

    булды. Мондин һун күп заман көтөп, тарих туғыҙ йөҙ ҙә илле дүрттә

    Тәтәгәскә бей лек тейҙе.

    Тарих тугыҙ йөҙ ҙә илле туғыҙҙа Хазанда Аҡ-бей батша булып,

    Тәтәгәс-бей барып, баш һалып, бәйғәт биреп (буйһоноп), ошо еребеҙҙе

    үтенеп алмыштыр. Башкорт аҫаба шуның өсөн күп ерле булмыштыр,

    тип беләһегеҙҙәр.

    17

  • Юрматы ҡәбиләһе башҡорттары шәжәрәһенә ҡушымта

    Беҙҙең башҡорттар ысболош йөрөгәндәр. Юрматы эсендәге ерҙәр

    иркен улған. Ер бүлеме булмаған. Йәйләү күсеп, бейә бәйләп, ҡымыҙ

    эсеп, фәрәуанлыҡ (муллыҡ) улып, ашлыҡты аҙ сәсеп, күп алып, бик

    бәрәкәт улған. Был Сукайлы буйына егерме ауыл күсеп ултырар

    ирҙеләр. Торышлы башына ете ауыл күсәр ирҙеләр. Ташлыйар

    тамағына унлап ауыл күсәр ирҙеләр.

    Был беҙҙең Суҡайлы буйында Мырҙаш ауылынан үргә Карагай

    ауылына саҡлы йәйләү булыр ирҙе. Егерме ауылдың малы бергә йөрөр

    ирҙеләр. Хатта мал күплегенән Сукайлы балығы тынсып, тотоп алыр

    ирҙек. Мал иртән төшһә, һыу эсендә улыр ирҙе. Мал тиҙәге илән һыу

    һап-һары улыр ирҙе. Кыҙ-катын мал төшмәҫ борон һыу алып куяр

    ирҙеләр. Был йәйләүгә күсеп төшкәс, хатта үлән шәплегенән ҡатындар

    иртән тороп һыуға барһалар, ысыҡланып, бил быуарҙан һыу булып

    ҡайтырҙар ирҙе; хатта йәш балалар үлән шәплегенән аҙашырҙар ирҙе.

    Ул урында нәҡ бер ай ултырар ирҙек. Шунда ихата яһап, киртә илән

    намаҙ үтәр ирҙеләр. Ғәйет булһа, ызбаға килеп, бәғзеһе һыбай,

    бәғзеһе арба илән барып үтәр ирҙек һәм йомғаға шул уҡ ызбаға

    мәсеткә килеп үтәр ирҙек. Шул эрәүешле ғүмер һөрөп, уйын-көлкө

    илән тау башына йыйылышып, ҡымыҙ сығарып, ҡымыҙ эсеп, көрәшеп,

    майҙан ҡороп, төштән һуң йыйылышып, төн буйынса уйнап, таң

    алдында ҡайтыр ирҙеләр. Йәмәғәтле кемсәнә, йәмәғәтһеҙ кемсәнәләр

    шунда йоҡлап, иртәгеһен төш алдында ҡайтырҙар ирҙеләр. Хатта

    етмеш-һикһән йәшендәге ҡарттар сығарҙар ирҙеләр. Кыз-хатын үҙҙәре

    башҡа мәжлес ҡороп уйнар ирҙе.

    Унда бер ай ултырғас, икенсе урынға күсәр ирҙек. Таралышып Иҙел

    буйына күсәр ирҙеләр. Уны «икенсе йәйләү» тип исемдәр ирҙек. Унан

    өсөнсө урынға вә күсәр ирҙек.

  • Шул ваҡытта, таулы йәйләү заманында, ташлы тауҙың үр яғынан

    соҡор эсенән ҡаҙып, бер таш сыкарып, ул ташты Кинйәбулат

    ауылының тимер арбаһына һалып, арбаны емереп төшөп, шул емергән

    көйгә ат егеп, ун ике бик яҡшы ат егеп, көсө етмәгәс, егерме ауыл

    кешеһе йәмиғе йыйылып өҫтөрәп, бер-беренән сығарып ултырттылар.

    Ташты өҫтөрәп килтергәндә арба күкрәге һабан кеүек ярып килде.

    Уның эҙе ун биш йылға саклы беленеп ятты. Унан һуң егерме ауылдан

    егерме кеше һайлап сығарып шыбаға тоттолар. Шул ваҡытта шыбаға

    Мәҡсүт ауылының Өмөтбай тигән кемсәнәгә сыҡты. Ул ташты Өтәй

    ташы тип исем бирҙеләр. Ләкәбе-исеме Өтәй тиерҙәр ине. Ул Өмөтбай

    ҡартҡа һөйөп-һыйпап Өтәй ташы тип исем ҡуштылар.

    Ул ваҡытта һис бер мал юғалғаны юҡ ирҙе, егерме ауыл малы бергә

    йөрөр ирҙе. Көтөүсе тотар ирҙек. Ул көтөүсе, ҡулына шылтыраҡ яһап,

    иртәнсәк малды өркөтөп тотар ирҙе. Шу хәтле фәрәуанлыҡ (муллыҡ)

    ирҙе, бәрәкәт бар ирҙе.

    Ашлыҡты аҙ сәсеп, күп алыр ирҙек. Тары сәсеме ат өҫтөнән сәсер

    ирҙеләр. Беҙҙең башҡорт йәмәғәте бик аҙ сәсер ирҙе. Хөкөм илән

    ҡыҫтап сәстерәр ирҙе мәхкәмә. Бер дә сәсмәгән кемсәнәне: «Ник

    сәсмәйһең?» - тип атбитка (ответка) алып, ороп-һуҡҡандар. Унан һуң

    беҙҙең башҡорт йәмәғәтенә душ башына берәр эсмәң (осьмина) арыш

    сәсәүгә әмер булған. Мондин һуң беҙҙең башҡорт йәмәғәттәре: «Беҙҙе

    ясашнай эрәтенә күндереп булмай, - тип, - безгә былай ярамаҫ!» - тип,

    арыш сәсеүҙе ауырһынып, ғаҡыл тороп бер арышты ҡаҙанға ҡыҫтырып

    сәскәндәр. Андин һуң рапурт биреп ҡаратҡандар. Андин һуң мәхкәмә

    эйәһе сығып карап: «Был ерҙә арыш үҫмәй икән», - тигәндәр. Сәсеүгә

    атказный булған. Мондин һуң душ башына берәр эсмәң тары сәсеүгә

    әмер булған.

    Беҙҙең айыусылар Морон һыртына сығарға хәҙерләнгәндәр. Ул

    ваҡытта морон һырты тик ятҡан ҡылғанлыҡ ирҙе, хиләгә ирҙе. Мондин

  • һун һабанға, ҡайуһы бишәр кеше бер һабанға, ҡайуһы өсәр кеше бер

    һабанға хәҙерләнешеп, сыҡҡандар. Ул ваҡытта һабан ағастан ирҙе вә

    уғы һабандың ике сажин бар ирҙе, бото бер сажин бар ирҙе һәм

    һабанға иң кәме алты ат егәр ирҙек. Бәғзе кемсәнәләр ете ат,

    бәғзеләр - һигеҙ ат егәр ирҙеләр. Ат башына иң кәме ике кеше менәр

    ирҙе. Ат башына өсәр, дүртәр кеше менәр ирҙеләр. һабан күтендә

    дүртәр, бишәр, алтышар кеше булырҙар ирҙе. Бәғзеһе ботка йәбешер

    ирҙе, бәғзеһе уктан баҫар ирҙеләр, бәғзеһе тәгәрмәс һурырға

    хәҙерләнеп һыҙғап йөрөйҙәр ирҙе. Бәғзеһе кәш өйләндерергә

    хәҙерләнеп йөрөрҙәр ирҙе. һөрән-ҡыйҡыу илән йөрөрҙәр ирҙе. Һабан

    бер сығып, аттар үлеп, бер кереп, ат туратышып, үҙҙәре ирешеп-

    талашып, шул хәтле йөрөгәндәр. Моның бәғдендә (һуңында) сөрмәскә

    ихтыярлыҡ улған. Мондин һуң халыҡ ҡыуанышып ат егергенә

    ҡайтҡандар. Бәғзеһе һөрәп бара торған бураҙналарын ташлап,

    һабандарын алып ҡайтып, бик ҙур тамаша ҡылғандар, һөйөнөс ҡылып,

    бутҡа бешереп, һөйөнөс, көлкө ҡылғандар.

    Мондин һуң йәнә белгәнсә иғлам ҡылына. Беҙ ишетә беләбеҙ:

    беҙҙең был диярҙа (ерҙә, илдә) кантон Олоҡман улған. Уға бамушнигы

    Төхфәт улған. Ул ваҡытта ыстаршына Ғөбәй улған. Хазиналыҡ ләуазим

    (вазифа) улған. Мондин һуң кантон Олоҡман улы Әбүлфазыл улған.

    Уның бамушнигы Ғосман улған, Айыусы ҡәрйәһе. Уның заманда

    ыстаршина Ғөбәй улы Йәнтүрә улған, Айыусы ҡәрйәһе. Шул уҡ

    хазиналыҡ ләуазим (вазифа) улған.

    Йәнә иғлам ҡылына беҙгә. Андин мөҡәддәм (элек) беҙҙең монда

    мосолмандарға бик ҡыйынлыҡ булған, намаҙ уҡырға ихтыярлыҡ

    булмаған. Был беҙҙең Эрәсәй ҡулы аҫтында улған мосолмандар

    йәшерен генә ғибәҙәт ҡылғандар. Аслан (бөтөнләй) мәсет булмаған.

    Әһле ислам ҡабыҡтан, таҡтанан ғына мәсет ҡылып, намаҙ үтәгәндәр.

    20

  • Аҡсаҡ "Каратун ваҡытында мәсетте ваттырып бөтөргәндәр әбей

    бадшаһ заманынса.

    Был әбей бадшаһ бадшаһ улғас, мосолмандарын яҡшы күрел,

    мәсеттәр һалыуға әмер әйләгән. Был әбей бадшаһ 1777-нсе йылда

    бадшаһ улып, беҙҙең мосолмандарға иркенлек улған. Был беҙҙең

    Эрәсәй ҡулы аҫтында улған мосолмандарға шәриғәт хөкемө улып

    йерөтөугә әмер улды. Хөтбә, никах ва ғәйре хоҡуҡтар шәрғиәләрҙе

    йөрөтөүгә әмер улып, 1777-нсе йылда был беҙҙең Өфөлә Духаунай

    Сабрание һалынып Русийә мәмләкәтендә улған муллаларға дәрес вә

    хөтбә уҡылыуға әмер улған.

    Мондин һуң мөфти һайлап ҡуйғандар. Әүәл Мөхәмәтйән мөфти

    улған. Андин 1824-нсе йылда вафат улып, андин һуң 1825-нсе йылда

    Ғәбдессәләм мөфти улған. Был һәм 1834-нсе йылда вафат улып,

    моның бәғдендә 1836-нсы йылда Сөләймән улы Ғәбделвахит мөфти

    улған. Был һәм 1860-нсы йылда вафат улып, 1864-нсе йылда

    хажелхәрәмәйен Сәлимгәрәй-мырҙа Бәхтигәрәй-мырҙа улы мөфти

    улып торған. Был һәм күп йыл тороп вафат улған. Моның бәғдендә

    1892-нсе йылда Мөхәмәтйәр Солтанов мөфти улды.

    Моның заманында һәр төрлө фетнәләр ҡуба башланы: һәм

    муллаларҙы ышкулнайҙарҙан булһын, тип, урыҫса уҡытып, урыҫса

    танымағандарны имтихан итмәй, уҡырға ҡушып; урыҫса имтихан

    ҡылып, урыҫса имтихан улғандарға указ биреп, урыҫса имтихан

    упмағандарға указ бирмәй, отказание булды. Мондин һуң ғәкәде никах

    (никах ҡороу) туғрыһында ҡыҙҙар һәм ир уландарҙы ун һигеҙәр

    йәшендә улһын, тип ғәкәде никахты отказание ҡылды. 'Канун буйынса

    әүәлге заманда ун ике йәшендә биргәндәр. Хатта боронғо ҡарттар

    әйткәндәр: «Колаҡсын илән бәргәндә йығылмаһа, ярар», тигәндәр.

    Ғәкәде никах ҡылып ҡоҙа булышҡандар: «Йәш булһа ла беҙҙең

    заманда килде». Калым көсәйеп алды һәм татарса кәғәҙҙәр мәнсух

  • (юҡҡа сығарылған) улды. Әүәлге заманда татарса бриғауарҙар йөрөй

    торған ирҙе. һәр ни эшкә булһын татарса яҙышыр ирҙек, һәм ер һатһа

    татарса күбеһе яҙышҡандар. Айғол ауылының күбеһе кәғәҙҙәре

    татарса яҙышҡандар.

    Әүәлге заманда мәңгегә ер һатыу юҡ ирҙе. Был беҙҙең заманда

    килде ер бүлемдәре. Әүәл Тубикиров землемер йөрөп, ҡыуал

    ултыртып: «Был ни тигән ер, был ниндәй һыу? - тип. Был ниндәй тау?

    - тип. - Был ниндәй соҡор?» - тип һорап белгән. Юрматы ере эсендә

    йөрөп, блант (план) төҙөп. Моның бәғдендә Жәнатский басрәтнәк

    (посредник) әсидной ысхотка (соединенная сходка) йыйып, булған

    Юрматы эсендәге ҡырҡ ике ауыл кешеләрен бүлем яһап һәр бер

    ауылға: «һеҙҙәргә фәлән урындан душауай (душевой), фәлән межадан

    душ башына ун бишәр десятина ер, - тип, йәнә ыслабутнай

    (свободный) ун биш десятина ла берәр эсмәнәлек (осьминник) ер», -

    тип бланттан (пландан) урынын күргәҙеп, булған халыҡты

    соглашениеға килтереп: «Был слабутнай (свободный) ерҙәрегеҙ һеҙҙең

    киртәләге малығыҙ кеүек», - тип, опшый Юрматы халҡынан

    соглашениеға килтереп, бриғауар кәғәҙенә ҡултамғалары- быҙҙы

    һалдырыл, беҙҙең башҡорт йәмәғәтенән нығытып алды. Был

    Тубикиров землемер 62-нсе йылдар йөрөнө, һәм Жәнатский 1877-нсе

    йылда ысъедной ысхот йыйып Ҡарағай ауылына. Халыҡ бик күп булды.

    Хатта халыҡты төҙәтөү алмағас сип (цепь) тартып, арҡандан ике арҡан

    тартып, уның эсенә ыстароста, һәм ыстаршина, һәм десятский, һәм

    сотскийҙы ҡуйып, эскә кергән кешене ыштраф һалып, үҙе ултырғыс

    илән өҫтәл утыртып, халыҡҡа блант (план) күргәҙеп, мондин һуң халыҡ

    теләгән ауылға күсеп, шул ерҙә заявление биреп, эрүизне (ревизияны)

    ҡырҡтырып күсешеп, беҙҙең башҡорт йәмәғәте Юрматы эсендә ҡайҙа

    күсә ихтыярлыҡ улып, был беҙҙең айыусылар Мырҙашҡа күсешеп һәм

    ■Карағай ауылынан күсеп килеп, Мәҡсүт ауылынан күсеп.

  • Моның бәғдендә Павлов тигән землемер сығып, һәр ауылға ерҙе

    бүлеп, межа ҡаҙҙырып әтрискү (отрезки) яһап 1877-нсе йылда, андин

    һуң һәр ауыл уҙе-үҙенә ерҙе бүлешеп алып һәм участкаларҙы һәм

    бүлеп алдыҡ. Моның бәғдендә һәр ауыл үҙенә бүленгән участок

    ерҙәрҙе һата башланылар.

    Беҙҙең Айыусы, Мырҙаш ауылдары әүәл бер аренда ун ике йылға

    һаттылар. Эстәрлетамаҡтың Үтәмишевкә десятина хакы 20 тин, йәнә

    икенсе ун ике йылда Тавлинский муҡшыларына һаттылар десятина

    хакы 60 тингә, өсөнсө ун ике йылда Эстәрлетамаҡтың Литҡовка

    һаттылар ике һумға һәм шул уҡ икенсе ун ике йыл ваҡытында һәр ауыл

    участокларының мәңгегә һата башланылар. Бәғзе ауыл мәңгегә

    десятинәһен һаттылар 6 һумға, бәғзе ауыл - һигеҙ һумға, бәғзе ауыл

    10 һумға, бәғзе ауыл 12 һумға. Вә һәм беҙҙең Мырҙаш ауылдарының

    фәҡир хәллерәктәре һаттылар 8 һумға. Әлхәмделилла, беҙҙең ауылда

    һатмағандарыбыҙ күберәк арендаға 2 һум берлә тотоп торабыҙҙар.

    Ер бүлемһеҙ заманала беҙҙең был Мырҙаш ауылдары бик аҙ ине.

    Бары биш-алты өйлө ине. Әүәл Фәхретдин, 2. Мирхәйҙәр, 3.

    Ейәнбирҙе, 4. Садиҡ, 5. Искәндәр, 6. Вахит былар төп мырҙаштар.

    Андин һуң әүәл күсеп Смактан Ғабдрахман мулла, 2. Ғимаҙетдин, 3.

    Әбүбәкер мулла, 4. Олыҡман. Андин һуң Харайсанан күсеп Муса карт

    уландары илән килде. Әүәл Йософ, 2. Мөхәмәтғәли, 3. Ибне Йәмин, 4.

    Ғөмөрҙаҡ, 5. Акбулат. Йәнә Мәҡсүт ауылынан Зәйнетдин мулла килде.

    Андин һуң Айыусынан күскәндәр: әүәл Хөснөтдин, 2. Йомғагилде, 3.

    Хәбибулла, 4. Сәйфетдин мулла, 5. Зәкәриә мулла, 6. Йәнбайҙар, 7.

    Фәхретдин - ошоларҙың улдары һәм энеләре бары Мырҙаш ауылы

    булып ҡалдылар. Инде Айыусынан күсеп йәнә кире Айыусыға ҡайтып

    күскәндәрҙе яҙамын: әүәл мәзин Ғәлиәхмәт, 2. Төхфәтулла, 3.

    Сафиулла, 4. Ниғмәтулла, 5. Сәйфулла, 6. Ғәбделмөхәмәт, 7.

    Зәйнулла, 8. Ғәбделғафар, 9. Ғәбделҡадир мулла, 10. Ғиләжетдин, 11.

    23

  • Хәлил, 12-нсе - Хәйбетдин. Ошолар Мырҙашта өс-дүрт йылдар ғүмер

    итеп, йәнә Айыусыға күсеп, прошение биреп, ерҙәрен землемерҙан

    киҫтереп алдылар. Былар Айыусы ауылдары булдылар, ҡалғандары

    Мырҙаш ауылы булды.

    Әлхәмделилла, беҙҙең Мырҙашлар күбәйеп, общество айырып һәм

    мәхәллә айырыл, мәсет бина ҡылдыҡ. Аллаһы тәғәлә ҫауабын насип

    ҡылһын. Амин! Мәсет бинаһы 1904-нсе йылда тамам булды, һәм иҫке

    мәсет мәҙрәсә булды, һәм мулла Шәмсетдин булды. Ошо беҙҙең

    Мырҙаш ауылдары биш өйлө заманда Өйәңке ауылы ине. Быларҙың

    ырыуы Айбаш ине. Әүәл ҡайдин күсеп килгәнен яҙамын икенсе биттә,

    һәм Айыусы ауылының Шәмсетдин Ейәнғол улы, андин Әхкәметдин

    һәм Айыусы ауылдар яңы мәсет бина ҡылдылар. 1905-нсе йылда.

    Аллаһы тәғәлә ҫауабын насип ҡылһын. Амин! Вә һәм Мәҡсүт ауылдары

    мәхәллә айырып, мәсет бина ҡылдылар 1907-нсе йылда. Аллаһы

    тәғәлә ҫауабын насип ҡылһын. Амин! 1905-нсе йылда Күҫәпҡол

    ауылдары яңы мәсет бина ҡылдылар. Амин! 1095-нсе йылда Кантон

    ауылдары яңы мәсет бина ҡылдылар. Амин! 1906-нсы йылда Муса

    ауылдары яңы мәсет бина ҡылдылар. Амин! 1908-нсе йылда Иҙел

    аръяғы Юлдаш ауылдары яңы мәсет бина ҡылдылар. Амин! 1907-нсе

    йылда Ергән ауылының үрге мәхәлләһе мәсет бина ҡылдылар. Амин!

    1908-нсе йылда Ергән ауылының түбәнге мәхәлләһе яңы мосолмандар

    мәсет вә мәҙрәсә бина ҡылдылар. Мосолман булыуҙары мондин

    мөҡәддәм (элек) бер йыл ине. 1899-нсы йылда Сарайса ауылдары яңы

    мәсет бина ҡылдылар. Амин! 1907-нсе йылда Карағса ауылдары яңы

    мәсет бина ҡылдылар. Амин! 1904-нсе йылда Иҫке Аллағыуатта

    Ғәбдрәшит Вәли хәҙрәт улы яңы мәсет бина ҡылды. 1899-нсы йылда

    Табылды ауылы яңы мәсет бина ҡылдылар. Амин! 1909-нсы йылда

    Ишенбай ауылдары яңы мәсет бина ҡылдылар. Аллаһы тәғәлә ҫауабын

    насип ҡылһын! 1909-нсы йылда Урман Бишҡаҙаҡ ауылдары яңы мәсет

  • бина кылдылар. Амин! 1097-нсе йылда Иске Байыҡ ауылдары мәсет

    бина ҡылдылар. Амин! 1910-нсы йылда Бирьяҡ Ылаҡай ауылдары

    мәсет бина кылдылар. Амин! 1910-нсы йылда Аръяҡ Ылаҡай ауылдары

    мәсет бина кылдылар. Амин! 1910-нсы йылда Биръяк Юлдаш

    ауылдары мәсет бина кылдылар. Амин! 1910-нсы йылда "Калмак

    ауылдары мәсет бина кылдылар. Амин! 1915-нсе йылда Нурдәүләт

    ауылдары мәсет бина кылдылар. Амин! 1917-нсе йылда Ишенбай

    ауылдары мәсет бина ҡылдылар. Амин! 1920-нсе йылда Сабаш

    ауылдары мәсет бина кылдылар. Амин! 1925-нсе йылда Аллағыуат урта

    мәхәлләһенә мәсет бина ҡылынды. Аллаһы тәғәлә ҫауабын насип

    итһен! 1927-нсе йылда Дәүләтҡол ауылына мәсет бина ҡылдылар.

    Аллаһы тәғәлә ҫауабын насип итһен! Амин!

    Айбаш. Беҙҙең бабабыҙ "Конҡас әүәл заманда Ғәбдүк ауылында

    булған. Был заманғаса "Конкас бабайҙан һис ул булмаған һәм ошо

    ваҡытта ҡатыны гоманлы (ауырлы) ирмеш. һәм шул ваҡытта йәй

    фасылында (миҙгелендә) Мәүлит байрамы булған. Бейә һуйып, тәкә

    һуйыл, ат саптырып, ашап-эсеп туй ҡылғандар һәм ҡымыҙ йыйып,

    кымыҙ эсеп мәжлес ҡороп, кисә булған. Кисә булғас, Мәүлит айының

    ҡарағандар. Шул сәғәт ай күргәндәр. Ай күреп, доға ҡылып

    торҙоҡтарында бер егет килеп: «"Конҡас абзый, еңгәй ул китермеш!» -

    тип, һөйөнөс һораған. Ул егеткә һөйөнөскә әжер биргән. Бәғдә

    йәмәғәткә ҡысҡырып әйткән: «Әй йәмәғәт! Минең һис улым булғаны

    юҡ ине. Инде иртәгә, бер бейә һуйып, улымды туйлармын, - тине. -

    һеҙҙәр оҙон ғүмергә, тәүфиҡ-бәхеткә доға ҡылығыҙ!» - тине. Шул сәғәт

    ҡуп күтәреп доға кылмыштар. Бәғдә был улға исем ҡушҡандар. «Был

    ай башы көн вөжүткә (доньяға) килде. Айбаш булһын!» - тимештәр.

    Иртәгеһен бейә һуйып, ҡымыҙ сығарып, исем ҡуштырып, "Көрьән

    уҡытып, ат саптырып, бик ҙур тамаша ҡылғандар. Аллаһы тәғәлә

  • доғаларын мөҫтәжәб ҡылып (ҡабул итеп), йәнә ике ул рузи ҡылған

    (биргән). Береһене Бимбәт, икенсене Айукә иткән.

    Бимбәттән нәсәп Ғәбдүктә ҡалған, Айукәнән нәсәп Куҫәпҡолға

    килгән. Инде Айбаштан ике ул булған. Бере - "Караташ, икенсе

    Аҡҡусҡар булған. Акҡусҡарҙан Хажи баба булған, Хажи ауылы. Хажи

    бабадан Аҡымбәт булған. Аҡымбәттән ике ул. Бере - Кәстәй, икенсе -

    Бирдүш. Кәстәйҙән Күҫәпҡол ауылы, Бирдүштән Ишенбай ауылы

    һәм Сайранда ла бар. Инде Ҡараташдан ике ул булған. Бере -Атҡысы,

    икенсе - Эрәкәдән - Мортазадан Ғәлидән - Мәҡсүт, Мәҡсүт

    ауылдары. Инде Атҡысы баба Ғәбдүктән күсеп килеп Сукайлы буйы

    Уҫаклы Күл башына ултырған. Атҡысынан Өмөтбай булған.

    Өмөтбайҙан Ғәбденнасир илә Әлембай булған. Ғәбденнасирҙан 6 улы

    булған. Әлембайҙан 5 улы булған. Былар бер ауыл булып ултырғандар.

    Былар бик бай булғандар, һәр ваҡыт бал ҡойоп эсәрҙәр икән. Алты улы

    бер яҡлы булып, биш улы бер яҡлы булып һуғышалар икән. Был ике

    ҡарт һис тыярға мөмкин түгел икән. һуғышып арығас, аралашып

    ҡайталар ирмеш вә һәм үҙҙәре һис кенәләшмәйҙәр ирмеш. Иртән

    тороп кейеп бергә йырлашып, ярашып ҡуялар ирмеш. һич үгәйләшеү

    юҡ ирмеш. Шулай булһа ла ошо ике ҡарт мәшүәрәт (кәңәш) ҡылғандар:

    «Беҙҙәргә былай ярамаҫ, - тип. - Беҙ иҫән ваҡытта икебеҙ ике ауылға

    күсәйек», - тигәндәр. Мондин һуң ходай тәҡдире берлә Әлембай баба

    вафат булған. Әбей "Кыҙбикә исемле булған. Ҡыҙбикә әбей ғәйрәтле

    булып, ул биш улға баш булып торған. Инде Ғәбденнасир баба әйткән:

    «Әй, килен, Айыусы ауылына һинме күсәһен, минме күсәм?» - тигән.

    Ҡыҙбикә ҡарсыҡ әйткән: «Ярай, мин күсәрмен», - тип. Был биш улы

    берлә, бер ҡәйнеше берлә Айыусы ауылына күскәндәр. Инде

    Ғәбденнасир баба Сукайлы буйына өйәнкелеккә, баҡсалыҡҡа

    күскәндәр. Ул ваҡытта Өйәнке ауылы булып торғандар. Андин һуң

    Айыусы ауылындин Мырҙаш ҡарт килеп, Мырҙаш ауылы исемен юллап

  • алмыштыр. Инде Мырҙаш ауылы ошолор. Был Мырҙаш ауылының

    кайҙан-ҡайҙан килеп күбәймәге артта яҙылды.

    Яҙыусы Миңнеғол Ейәнбирҙе улы. 1909-нсы йылда 22-нсе мартта.

  • Ялан Бөрйән ырыу шәжәрәһе

    Өс быуындың мәктүб телмәре

    Силсиләле шәжәрәле башҡорт, Ялан Бөрйән ырыуы,

    Ғ абдулла бине Ғәббәс.

    Вөжүдкә килеүем (тыуыуым) сәнәи һижриә 1091 сәнә (йыл) сәнәи

    миладиәд 1680 сәнә. Йәтим бала улмактан аҙ гилемле улдым. Мал

    утлатып йөрөгән ҡаҙаҡлар бәне алып ҡайтып киттеләр беҙҙә мөлдәкә

    улырһың тип. Бән разый улдым. Жайыҡтың ҡыбланан тәнгә ҡарай

    бөгөлгән ерендә ҡаҙаҡ мәҡамына барғанда бәңә 20 сәнә ирҙе. Биш

    йыл мөлдәкә улғас, бер ҡаҙаҡ бейе бәңә зәүжәлеккә (ҡатынлыҡҡа)

    ҡыҙын вирҙе. Исеме-шәрифе Баһмал ирҙе. Зәүжә алғас, дәхи (тағы)

    биш йыл мөлдәкә улғас, үҙ ырыуыма Ирәндек аҫтына, Ҡушкүл

    ҡырыйына ҡайтырға уйланым. Зәүжәмә кәңәш иткәч, ул разый улды.

    Бабам Иҫәнбайға кәңәш иттем, улда разый улды. Бабам Иҫәнбай бәңә

    10 йылҡы, 5 һыйыр, 10 ҡуй вирде. Оҙата барҙылар ике ҡайнаға булған

    әҙәмнәр. Зәүжәм хәмүлә ирҙе. Ирәндеккә еткәнсе, Ҡушкүлгә ике мил

    ҡалғас, зәүжәм улан килтерҙе. Шунан бер ҡайнағамды үҙ тумаларыма

    ҡаршы килергә ебәрҙем. Бер ағай булған кеше Мөхтәр бәне ҡаршы ала

    килде, ҡаҙаҡ ҡайнағам Дүсәнбай ҙа килде. Мөхтәр ағам белән

    күрешкәс, ул «хәйерле улһын, килен улан килтергән икән, юлығыҙ

    ҡотло улһын, бәрәкәлла» тине.

    Шунан малдарыбыҙҙы әйҙәшеп ҡайтып киттек. Тумаларым

    ҡаршы алдылар. Мона йәтим бала ҡалай ҡайтты, тип ҡыуанышдылар.

    Ҡайтып ун көн торғас, бер ҡуйҙы һуйырға, балаға исем ҡушырға улдым.

    Исем туйына тумаларымды йыйҙым. Баланы алға килтереп һалғас,

    мулла бабай: «Кем тип ҡушабыҙ?» тип минән һораны. Мин «белмәйем,

    ағайҙар белә» тинем. Ҡаршы барып алған Мөхтәр ағай: «Мин бал

    балаға Ғабдулла менән күрешкәс тә исем ҡуштым» тип көлөп ебәрҙе.

    Ағайҙар ҙа көлдөләр, беҙҙең Мөхтәр мулла икән, тип. Мулла бабай

  • һораны: «Ни куттың?» - тине. «Ғабдулланы күргәс тә котло юлға

    сыкҡанһығыҙ икән тип, бәрәкәлла, - тинем. - Мәхкәм (анык) күрсәгеҙ,

    был баланы Ҡотлоюл тип, кушайыҡ», - тине. Мулла бабай «Бәрәкәлла,

    тине, бик матур исем. Юл бүләге тигән мәғәнәгә килә». Мулла аҙан

    әйтеп, балаға исем ҡушты сәнәи һижриә 1121 сәнәсә, сәнәи миладиә

    1709 сәнәлә.

    Шунан бән милек короп донъя көтә башланым. Малдарым

    уңышка китте.

    Был заман ялан бөрйән ыруғы, ҡыпсаҡ ыруғы, үҫәргән ыруғы,

    Түңгәүер ыруғы, Урман бөрйән ыруғы бер-ьереһенең малын ҡыуып

    апҡайтып, барымталап араларҙа бик ҙур низағтар булды. Был һаҡсы

    илән. Тимер ҡоралдар илән. Был вәкил илән килгән һаҡсылар ҡатын-

    ҡыҙға мәсхәрә ҡылырға уйлайҙар. Килгән вәкил Ҡушкүлдә кимә илән

    сәйәхәт итеп йөрөгәндә Кирәй тигән ғәййәр башҡорт ҡамыш араһында

    ултырып аны уҡ илән атып йәрәхәтләй. Шунан был вәкил һаҡсыларын

    алып күл тирәләрендәге башҡорттарҙы алдыныраҡ йөрөгәндәрен

    хөкөм итә башлай ҡамсы һуғыу илән. 15-шәр, 20-шәр ҡамсы һуҡтыра.

    Башҡорттар ҡурҡа башланылар. «Юҡ, беҙҙе харап итәрҙәр, беҙ

    бынан китәйек» тип кәңәштеләр. Был ваҡиға сәнәи һижриә 1125

    сәнәлә, сәнәи миладиә 1713 сәнәлә. Бәнем ҡыҙым Ҡолбәғиҙә донъяға

    килде шошо йылда. Дәхи Гөлзәбиҙә донъяға килде сәнәи һижриә 1130

    сәнәлә. Гөлзаһида 1135 сәнәлә донъяға килде.

    Кәңәшләшеп Ҡушкүлдән күсәргә булдыҡ. Күсә башланыҡ 1135

    сәнәлә. Ирәндектән 30 мил ҡәҙәре Иҙелдең ҡиблаға ҡарай ағып, төнгә

    ҡарай бөгөлгән бөгөлмәгә килеп ултырҙыҡ Күндәк тауынан 2 мил өҫтә.

    Монда килеп ултырғанда бәңа 45 сәнә ирҙе. Бәнем уғлым

    Зәйнәғәбдин донъяға килде сәнәи һижриә 1140 сәнәлә, сәнәи миладиә

    1727 сәнәлә.

    1141 сәнәлә Ҡотлоюл уғлыма зәүжә алып вирдем урман берйән

    29

  • ыруғы Атайсал тигән тау ҡырыйынан. Ҡыҙым Ҡолбәғиҙәне зәүжәлеккә

    вирдем үҫәргән ыруғына Сүрәнле һыуы буйына, Өсөнсө үҫәргәнгә.

    1145 сәнәлә.

    1150 сәнәлә әбейем үҙ тумаһына ҡунаҡҡа варды Гөлзәбиҙә илән

    саратан айында. Ике ай йөрөп ҡайтты. Гөлзәбиҙәне тумалары

    димләшеп бер бей булған ҡаҙаҡҡа виреп ҡайтты. Ҡайтып килгәндә

    Әсәнсә үҫәргәнгә ҡереп Ҡолбәғиҙәлә 15 көн ҡунаҡ булып ҡайтты.

    Ө с ө н с ө үҫәргәндә уҡыу бик шәп тип Зәйнәғәбдинде уҡырға килтереп

    ташлағыҙ, тине Ҡолбағиҙә. Бын был һүҙҙе мәғкүл (урынлы) күрҙем.

    Зәйнәғәбдинде 10 сәнәһендә үк апарып ҡуйҙым. 20 сәнәһенә ҡәҙәр

    уҡыны. Бик яҡшы ғилем алды. Яҙ ҡайтып, көҙ китеп уҡыны.

    1151 сәнәлә Ҡотлоюл уғлымды фираҡ ҡылдым (башҡа сығарҙым).

    Үҙ алдына мәҡам итә (донъя көтә). Бик ғәййәр, уҫал улды, бәнем һүҙем

    тыңламаны.

    1162 сәнәдә Зәйнәғәбдин уғлыма зәүжә алып вирдем Сүрәнле

    буйынан, Дүртенсе Үҫәргәндән.

    Гәлзаһида ҡыҙым 1151 сәнәлә мал баҡҡанда аттан тәгәрәп

    аяктин ғәрип улып ҡалды. Гөлзаһиҙа, Зәйнәғәбдин бер ғаиләлә

    йәшәйбеҙ. Имде бәнем ҡүҙем күрмәй. Был шәжәрәне уғлым

    Зәйнәғәбдингә аманат итеп ҡалдырам.

    1165 сәнәлә үҙ ғүмеремдә улған ваҡиғаларымды мәктүбә ҡылдым

    (яҙҙым).

    Ғабдулла бине Ғәббәс

    Мин атамдың шәжәрәһен ҡабул итеп алдым. Атам 75 сәнәлә

    (йәштә) ирҙе, үҙем 25 сәнәлә.■к :к

    Силсиләләе башҡорт, ялан бөрйән ыруғы,

    Зәйнәғәбдин бине Ғабдулла.

    Бынем вежүдкә килгән йылым сәнәи һижриә 1140 сәнәлә, сәнәи

    30

  • миладиә 1727 сәнәлә.

    Бәне атам һабаҡҡа виргән Сүрәнле һыуы буйы Өсөнсө үҫәргәнгә.

    Бән анда йәй ҡайтып, көҙ китеп 10 йыл мөғәмәлә сиктем. Яҡшы ғыне

    мәғлүмәт алдым. 1159 сәнәлә һабаҡтин туҡтаным. 1160 сәнәлә Иҙег

    буйында, үҙебеҙҙең ялан Бөрйән ыруғында балалар уҡыта башланым

    Имаматлыҡ итәм.

    Атам бәңә зәүжә алып вирде 1162 сәнәлә. Исеме-шәрифг

    Фатима ирҙе.

    Анам вафат булды 1173 сәнәлә, атам вафат улды 1178 сәнәле

    "Йәберҙәре Иҙел буйында.

    Бәнем 1168 сәнәлә уғлым туғды. Исеме Ғүмәр ирҙе. 1173 сәнәлг

    вафат булды. Уғлым Искужа донъяға килде сәнәи һижриә 1171 сәнәлә,

    сәнәи милади 1757 сәнәлә.

    Был Иҙел буйында беҙҙең Ялан Бөрйән ыруғы 114 ғаилә ирҙе.

    Был урында ҡыш мал утлай алмай, тауҙар урманлы. Халайыҡтар мал

    ҡыш утларҙай ергә күсәйек тип кәңәш иттеләр. Шунан ике кеше һайлап

    ат мендереп ебәрҙеләр. Ун көн йөрөп ҡайттылар Торатауҙан 2 мил

    кояш бағышында, ер оҡшатып. Был ваҡиға 1175 сәнәлә ирҙе.

    Был күсеүҙән туҡталып ҡалдылар. Хөкүмәт тарафынан

    әҙәмләрҙең исемдәрен яҙып алғас, кешеләр шикләнделәр. Беҙҙең

    ыруғҙан - аксакал тип хужа һайлап киттеләр. Ул аҡһаҡал кешеләрен

    тапшырҙы.

    1178 сәнәлә көҙ көнө ҡаты буран сығып, бик күп кешенең

    малдары Иҙел һыуына төшөп, күп кеше йылҡыһыҙ тороп ҡалды.

    Был ваҡиғанан һуң 1179 сәнәлә 10 кеше барып ҡаранылар ул

    Торатауҙан ҡояш сағышындағы урынды, «һәйбәт урын, күстек»,

    тинеләр алар. 1180 сәнәлә күсә башланылар. Торатауҙан ҡояш

    сығышынан урын мал аҫрау өсөн ләйәкәтле (уңайлы) урын.

    1193 сәнәлә хөкүмәт тарафынан беҙҙе «был Бөрйән ыруғларын

  • ҡыуып ебәрәбеҙ, гимер рудаһы асабыҙ», тип күсәргә бер генә йыл

    миһләт (ваҡыт) вирҙеләр.

    Шунда дәхи ер эҙләргә кәрәк. Шунан өс кеше ер эҙләргә сығып

    китте: Бүләкәй углы Көнәфей, Миһран углы Садиҡ, Ғабдулла углы

    Зәйнәғәбдин төнгә ҡарап киттек. Ашҡаҙар һыуын үткәндә Айыусы

    ауылы туры булды. Башҡорттар: «һеҙ ҡайсы ауыл?» - тип һоранылар.

    «Беҙ ауыл түгел, Ялан Бөрйән ыруғы», - тип әйттек, «һеҙ Ирәндек

    ҡасҡылары икән», тип көлдөләр.

    Беҙҙе өйрәттеләр: Мона Дим тигән һыу буйында, ҡояш

    байышында башҡорт ыруғҙары бар, мал утлатыу өсөн бик яҡшы

    урындар.

    Беҙ шунда дәхи киттек. Шунан "Калкаш тигән бер башҡорт

    ауылына осраныҡ. Ул башҡорттар "Кара Иҙел башынан килгәндәр.

    Шунан алар әйттеләр: «һеҙгә әллә ҡайҙа бармағыҙ, мона ҡибла

    тарафында 2 мил ҡәҙәре ерҙә мал утлатыр өсөн бик ләйәҡәтле урын

    бар».

    Шунан беҙ ул урынды барып ҡараныҡ. Бик оҡшаттыҡ. Шунан киое

    килеп, "Калкаш ауылында беҙҙе бик яҡшы ҡунаҡ иттеләр. Шунан ул

    башҡорттар йомаға барабыҙ, тип ат менән йөрөйҙәр. Шунан бән

    һораным: «"Найҙа бараһығыҙ йомаға?» - тинем. «Мона мил ярым ерҙә

    "Казан яғы Әлмәттән килгән татарҙар һыу башында ултырҙылар, бик

    шәп дәрес әйтәләр». «Алай булһа беҙҙе лә алып барығыҙ», - тинем.

    «Барығыҙ. Ғибәҙәткә кеше кешене алып бармай» - тинеләр.

    Беҙ өчөбөҙ ҙә атҡа атланып барҙыҡ. Ихатаға аттарны бәйләп

    ҡуйҙыҡ. Йомаға уҡырға керҙек. Йома уҡып тамам булгас. Мәҙинә

    мәҡамы (көйө) илән ҡорьән уҡып ебәрҙем. Хилкаҙағы (түңәрәктәре)

    ултырған халайыҡтарҙың барының да миндә күҙҙәре. Хәҙрәт алдан

    сыҡты ла ихатала тора.

    «Мосафир (юлсы) һин ҡайһы ҡәрйәнән?» - тип һораны. Бән яуап

    32

  • вирҙем: «Беҙ Ялан бөржйән ырыуғы», - тип. Шунан хәҙрәт бәне

    өндәрне. «Ярай, хәҙрәт, бән юлдаштарымдан айырылмайым», - тинем.

    «Бәлки (шулай), - тине хәҙрәт,— юлдаштарыңды ла алып бар».

    Өсәүләп ат етәкләп барҙыҡ. Хәҙрәт бик яҡшы ауҡәт (һый) әҙерләгән.

    «Мосафирҙар, ни сәбәп илән килеп сыҡтығыҙ?» - тине. «Хәҙрәт, ер

    эҙләп йөрөйбөҙ», - тинек. Хәҙрәт әйтте: «Мона 2-3 мил ҡәҙәре ерҙә,

    һеҙ бит башҡорттар, мал утлатырға бик яҡшы урын», - тине. «Хәҙрәт,

    беҙ ул урынды күреп килдек, - тинем бән. - 'Калкаш башҡорттары

    әйткәс, барып ҡараныҡ. Беҙгә лә оҡшаны», - тинем. Хәҙрәт: «Килегеҙ.

    Беҙгә юлдаш булырһығыҙ», - тине. «Мосафир егет, ҡайҙа уҡының?» -

    тип минән сораны, Бән яуап бирҙем: «Сүрәнле буйы Өсөнсө

    Үҫәргәндә» -тинем. «Бәлки, - тине, - Рәхмәт Шафи хәдрәттә уҡығанһың

    икән! Казанда ла ул бик мәшһүр»,

    Мосафирҙар, һеҙ килергә тырышығыҙ. Беҙгә юлдаш булырһығыҙ.

    Беҙҙең ҡәрйәбеҙҙе Стәрлебаш тип йөрөйҙәр. Дүрт мәҙрәсә бина

    ҡылдыҡ, ике имам бар, һигеҙ дәрес биреүсе хәлфә бар... Мосафир,

    һинең исем-шәрифең кем була?» «Зәйнәғәбдин», - тип яуап вирҙем.

    «Килергә тырышығыҙ. Мәҙинә мәҡамын өйрәтерһегеҙ хәлфәләргә» -

    тине. Бән яуап вирҙем: «Монда бик ғалим хәлфәләр ҙә бар, тиҙеләр».

    Хәҙрәт шулай тине: «Мәҡам ғалимлыҡта тормай. Үҙе башҡа мәҡам

    ғалимлыҡты беренсеһе. Килегеҙ, юлдаш булып йәшәрбеҙ» - тине.

    «Ярай, хәҙрәт, фәтихала тор, алла бойорһа, килербеҙ. Хуш, хәҙрәт» -

    тинем. «Сәфәрегеҙ изге булһын», - тип хәҙрәт доға ҡылып ҡалды.

    Шунан ҡайтып киттек. Кайтҡас, йыйылдыҡ, ни күргәнде

    һөйләнек. Йомағала булғайны һөйләгәс, булған халайыҡ бик разый

    улдылар. һоранылар: «Монан ничә мил була?» - тиеп, «10 милдән

    артыҡ булмаҫ» - тинем.

    Шунан дәхи халайыҡ 10 кеше ебәрмәк улдылар. Алар ҙа барып

    карап ҡайттылар. Бик оҡшатып, алар ҙа Стәрлебаш татарҙарын күреп

    зз

  • ғәжәбә кылып ҡайттылар. «Аларҙың кейемдәре лә Икенсе, беҙҙеке

    кеүек түгел, беҙҙең кейем гел туланан, тун беҙҙә» - тип.

    Сәнәи һижриә 1194 сәнәлә, сәнәи миладиә 1780 сәнәлә күсә

    башланык. Бер йылда күсеп бөттөк. Мал утлатыр әсен бик якшы ер

    булды. Бәләкәй генә һыу башына ултырҙык. Бик якшы ғына мәкам итә

    башланык.

    Утым Искужаға килгәс тә зәүжә алып вирҙем. 'Калкаш

    ауылынан. Искужа 24 сәнәлә ирҙе. Шунан Стәрлебаш мәҙрәсәһенә

    төрки теленә уҡытырға хәлфә итеп ҡуйҙылар. Ә үҙе ғәрәби дәрескә

    кереп уҡый башланы. Башлағанда 1195 сәнәлә бик якшы уҡытты,

    «даһи хәлфә» тип исем бирҙеләр, Мәҙинә мәҡамы илән укыта, тип

    Стәрле татарҙары ла күп килә башланы.

    Зәйнәғәбдин бине Ғабдулла үҙ ғүмеремдә дәүер һөргән шәжәрә-

    аманатымды тапшырамын уғлым Искужаға.

    Тапшырғанда 1212 сәнлә ирҙе.

    (Бән Зәйнәғәбдин бине Ғабдулла атамадың дәүер һөргән

    шәжәрәһен, телмәрен кабул итеп алдым). Кәрйәбеҙгә исем куштык

    «Бөрйән Юлдашы» тип.

    Атамдың шәжәрәһен кабул итеп алдым бән Искужа бине

    Зәйнәғәбдин.

    Атам Зәйнәғәбдин вафат улды сәнәи һижриә 1222 сәнәлә, сәнәи

    миладиә 1807 сәнәлә.

    * * *

    Силсиләле башҡорт, Ялан Бөрйән ырыуғы,

    Искужа бине Зәйнәғәбдин

    Тыуғанмын сәнәи һижриә 1171 сәнәлә, сәнәи миладиә 1757

    сәнәлә. Тыуған ерем Иҙелдең киблаға ҡарап аккан, төнгә ҡарап акҡан

    34

  • бөгөлмәлә, Көндәктауынан 2 мил өҫтә. Ул Иҙел буйынан күсеп барҙык

    Торатауҙан кояш сығышына 2 мил кәҙәре ергә. Милек итәбеҙ (мал-

    тыуар менән йәшәйбеҙ) шунда. Күсеп барҙык 1180 сәнәлә, шунан 1193

    сәнәлә хөкүмәт тарафынан килеп, беҙҙең Бөрәйән ырыуғҙарын

    кыуалар, күсергә бер генә йыл миһләт бирҙеләр. Ер эҙләп күсергғ

    булдылар. Барып ҡайттылар Стәрлетамаҡтан ҡиблаға табан 1 миг

    ярым ерҙә, бәләкәй генә һыу башында ер оҡшатып. 1194 сәнәлә күсеп

    бөттөләр. Бән 24 сәнәлә ирҙем.

    Атам Бөрйән ыруғы балаларын уҡытты. Атамда уҡып яҡшы ғын

    мәғлүмәт алдым. Атам Мәҙинә мәҡамын бик яҡшы өйрәндем.

    Килгәс тә атам бәңә зәүжә алып вирҙе Талҡаш ҡәрйәһенән. Бәғ,

    24 сәнәлә ирҙем, зәүжәм Мәрхәбә 20 сәнәлә ирҙе. Шоно йылды уҡ

    мәҙәрәсәгә йәлеп итте атам хәлфә итеп. Төрки ғилемен уҡытырға

    хәлфә итеп. Ғәрәби уҡырға үҙем дәрескә керәм хәҙрәттәргә. 1200

    сәнәлә Мәрғиҙә ҡыҙым вежүдкә килде. 1204 сәнәлә ғәрәби хәлфә итеп

    ҡуйҙылар хәҙрәттәр. Ғәрәби уҡыта башланым. 1204 сәнәлә уғлым

    Тажир донъяға килде, 1208 сәнәлә Заһит уғлым донъяға килде, Сәғид

    уғлым донъяға килде 1213 сәнәлә.

    Ғәрәби дәрестән бәнә исем бирҙеләр 1215 сәнәлә әхтәридаһи

    хәлфә (ғәрәп телен төркигә, төркиҙе ғәрәпкә әйләндерел, тәржемә

    итеп уҡытыусы) тип. 1218 сәнәлә уғлым Хисмәт доняға килде.

    Атамдың дәүер һөргән шәжәрәһен ҡабул итеп алдым 1210

    сәнәлә. Атам вафат булды 1222 сәнәлә (милади 1807 сәнәлә).

    Тәберлегә Сәтрлебаш янында Бөрәйән Юлдашы ҡәрйәһендә. Фәтихә

    өләсәйҙең ҡәберлеге шунда.

    Тажип уғлыма зәүжә алып бирҙем сәнәи һижриә 1224 сәнәлә,

    Күндерәк буйы һарайҫа ҡәрйәһенән. 20 сәнәлә ирҙе.

    Заһит уғлыма зәүжә алып бирҙем Ашҡаҙар буйы Карайса

    ҡәрйәһенән сәнәи хижриә 1227 сәнәлә.

    II

    35 /

  • Зәүжәм Мәрхәбә вафат булды 1229 сәнәлә. Мәрхәбә вафатында

    зәүжә алдым 1230 сәнәлә Ҡабыҡҡыуыш ҡәрйәһенән. Сабира ирҙе

    исөмө-шәрифе, 36 сәнәлә ирҙе.

    Шул бакыр ташындағы был Урал тауҙарында иал утлатыр өсөн

    яҡшы тип, беҙҙең Бөрйән Юлдашы бер-берһен димләшеп, шунда

    ҡүсмәк тип, ҡәңәш итешделәр. Ауылдар һирәҡ, Ҡаҙан һаны ултыртҡан

    бер татар ауылы бар Сайылмыш тигән һыу буйында (Йөҙәй). 5 мил

    ҡәҙәре әҫтә Мостафа тигән ауыл бар, тиҙәр. 7 мил ҡәҙәре ерҙә

    Шырлыҡ тигән урыҫ ауылы бар, тиҙәр Сайылмыш һыуы янында.

    Сайылмыш һыуы башында Яҡут тигән ауыл бар. Бер бәләкәй генә һыу

    буйында Ялс�