64
«ТАМАША» №1 – 2010 1 Тормош – бәхет өсөн яратылған. Шуға ла Кеше һәр саҡ бәхетле. Бәхетһеҙмен, тип уйлау тормошто дөрөҫ аңламауҙан, уға яңылыш баһа биреүҙән килә. Ә бөтә бәхетле осраҡтар беҙ уны ҡасандыр Аллаһы тәғәләнән һораған өсөн тыуа. Һәм Аллаға рәхмәт әйткән өсөн килә. Нисек эшләй һуң ул тормош? Аллаһы тәғәлә шундай ҡанун ижад иткән: беҙҙән сыҡҡан, беҙ йыһанға осорған энергия – һүҙҙәр, тойғолар, уйҙар – ниндәй генә булмаһын – киреме, ыңғаймы – беҙгә кире әйләнеп ҡайта. Шулай итеп беҙ нимә тыуҙырабыҙ, шуны кире алабыҙ. Был – ылыҡтырыу энергияһы тип атала. Һин ни теләйһең, шуның бөтәһен дә тартып килтереү энер- гияһы. Был ҡанун кешегә бәхетле тормош ижад итеү өсөн тәғәйенләнгән. Ошо энергия «оҡшаш әйберҙәр – һүҙҙәр, уйҙар, тойғолар – бер-береһенә тартыла», тигән принцип буйынса эшләй. Беҙ үҙебеҙ теләгән нәмәне генә түгел, үҙебеҙ ҡурҡҡан нәмәләрҙе яныбыҙға тартып килтерәбеҙ. Был механизм туҡтауһыҙ эшләй. Шуға ла һәр саҡ ыңғай тойғолар эсендә йәшәргә кәрәк. Быны эшләүҙең иң ябай ысулы – баһа биреүсе уй-тойғоларҙан баш тартыу мотлаҡ. Үҙеңде ғәйепләүҙәрен теләмәһәң, бүтәнде ғәйепләмә (не судите – судимы не будете). Был юлға баҫыу өсөн рәхмәт әйтергә өйрәнегеҙ. Бөтәһе өсөн дә Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт әйтергә кәрәк. Эйе, бөтәһе өсөн дә. Хатта һиңә оҡшамаған, һин яратмаған нәмәләр, ваҡиғалар өсөн дә. Рәхмәт әйтеү – күңелде солғап алған шомдан, борсолоуҙан, ҡурҡыуҙан ҡотолоуҙың иң еңел ысулы. Ни генә булһа ла – һиңә оҡшаған хәлме, юҡмы – Аллаһы тәғәләгә рәхмәт әйтәһең: «Эй, Аллам, бөтә ошо ваҡиғалар өсөн һиңә оло рәхмәт. Мин уларҙы ниңә миңә килгәнлеген белеп тә етмәйем, әммә һинең тарафтан миңә яҡшылыҡ эщләү өсөн ебәрелгәнлеген аңлайым. Шуның өсөн һиңә оло рәхмәт, эй, Аллам!» Шул саҡта күңелде тыныслыҡ, рәхәтлек солғап ала, тойғолар ыңғайға әйләнә. Минең ҡартатайым ниндәй генә кире ситуация килеп тыуһа ла: «Аллаһы Тәғәлә шулай ҡушҡандыр. Эй, Аллам, оло рәхмәт!» – ти торғайны. Йәш саҡта мин быға аптырай инем, хәҙер аңлайым, нисек дөрөҫ фекер йөрөткән ул! Нимәгә ҡаршылашаһың, нимә менән алышаһың, һин уны үҙеңә бәйләп тотаһың, уға көс бирәһең. Ҡаршылашма. Шул саҡ кире ваҡиға, көс һинән ысҡыныр һәм ташлап китер. Тыныслан. Сөнки һәр кире ваҡиғаны үҙең ижад иткәнһең бит. Һәр ваҡиғаны ҡабул ит, унан һабаҡ ал. Һәм ул ыңғайға әйләнер. Бөтә нәмәгә, ваҡиғаларға ыңғай ҡара, ыңғай баһа бир. Әгәр тормошҡа, хатта бик оҡшамаһа ла, ыңғай баһа бирһәң, миңә тәжрибә өсөн ебәрелгән, тиһәң, ул һинең өсөн бәхеткә әүерелер. Ә инде тормошҡа кире баһа таҡһаң, тормошоң да кирегә әйләнер. Бөтәһен дә һин үҙең һайлайһың, үҙең ижад итәһең. Эйе, тормошоңдо бәхетле итеү фәҡәт үҙеңдән тора. Һинең һүҙҙәреңдән, уйҙарыңдан, тойғоларыңдан. Уларҙы ыңғайға ғына үҙгәрт һәм һин тормоштоң бәхет өсөн яратылғанын аңларһың һәм үҙеңде һәр саҡ бәхетле икәнлегеңде тойорһоң. Ысынбарлыҡты ижад итеүсе фәҡәт һин үҙең. Наил Ғәйетбай Тағы ла бәхет хаҡында Мөхәррир һүҙе Нәфис-публицистик журнал Художественно-публицистический журнал 1995 йылдың ғинуарынан башлап башҡорт телендә сыға Издается на башкирском языке с января 1995 года Ойоштороусыһы: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ, Башҡортостан Республикаһының ҡаҙна предприятиеһы «Тамаша» журналы редакцияһы Учредители: Управление по делам печати, издательства и полиграфии при Правительстве Республики Башкортостан, Казенное предприятие Республики Башкортостан редакция журнала «Тамаша» Ике айға бер сыға № 1 (63), 2010 Баш мөхәррир Наил ғәйетбай Мөхәрририәт: Илдус Илешев Әлфиә Килмөхәмәтова Нºжиб Асанбаев Айгөл ҡарабулатова Редакция хеҙмәткәрҙәре: зөбәржәт Яҡупова – баш мөхәррир урынбаҫары Сөләймән Латипов – яуаплы сәркәтип Эмма Ваһапова – мөхәррир Альмира Кәримова – мөхәррир Тайфур Сәғитов – мөхәррир Айгөл Солтанова – сығарылыш мөхәррире Әлфиә Кәримова – корректор Резеда Пулатова – баш бухгалтер Журнал БР Матбуғат һәм киң информация саралары министрлығында теркәлде. Теркәү номеры 549 (23.11.94). Индексы 73874 Беҙҙең адрес: 450078, БР, өфө ҡалаһы, Революцион урамы, 82. Наш адрес: 450078, РБ, г. Уфа, ул. Революционная, 82. Телефондар: (факс) 252-93-77 – бухгалтерия, 252-97-02 – бүлектәр. 241-74-93 – яуаплы сәркәтип. E-mail: [email protected]. Беҙҙең сайт: www.tamasha.pressarb.ru Редакцияға килгән хаттар, фотолар рецензияланмай һәм кире ҡайтарылмай. Редакция, авторҙың фекерен уртаҡлашмаһа ла, мәҡәләһен баҫа ала. Мәҡәләләрҙә килтерелгән факттар өсөн авторҙары яуаплы. Күсереп баҫҡанда «Тамаша»ға һылтаныу мотлаҡ. Баҫырға ҡул ҡуйылды 15.01.10. Ҡағыҙ форматы 60х84 1/8. Шарт- лы баҫма табаҡ 8. Иҫәп-баҫма табаҡ 11,7. Офсет ҡағыҙы. Офсет ысулы менән баҫылды. Тиражы 4062. заказ № 100022. Һатыуҙа хаҡы ирекле. Нөсхә-макеттан «Белая река» республика дәүләт нәшриәте типографияһында баҫылды. 450078, өфө ҡалаһы, Киров урамы, 109. 450078, г. Уфа, ул. Кирова, 109. © Тамаша, 2010

"Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

Embed Size (px)

DESCRIPTION

"Тамаша" журналының беренсе һаны. 2010 йыл.

Citation preview

Page 1: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 2010 1

Тормош – бәхет өсөн яратылған. Шуға ла Кеше һәр саҡ бәхетле. Бәхетһеҙмен, тип уйлау тормошто дөрөҫ аңламауҙан, уға яңылыш баһа биреүҙән килә. Ә бөтә бәхетле осраҡтар беҙ уны ҡасандыр Аллаһы тәғәләнән һораған өсөн тыуа. Һәм Аллаға рәхмәт әйткән өсөн килә.

Нисек эшләй һуң ул тормош? Аллаһы тәғәлә шундай ҡанун ижад иткән: беҙҙән сыҡҡан, беҙ йыһанға осорған энергия – һүҙҙәр, тойғолар, уйҙар – ниндәй генә булмаһын – киреме, ыңғаймы – беҙгә кире әйләнеп ҡайта. Шулай итеп беҙ нимә тыуҙырабыҙ, шуны кире алабыҙ. Был – ылыҡтырыу энергияһы тип атала. Һин ни теләйһең, шуның бөтәһен дә тартып килтереү энер­гияһы. Был ҡанун кешегә бәхетле тормош ижад итеү өсөн тәғәйенләнгән. Ошо энергия «оҡшаш әйберҙәр – һүҙҙәр, уйҙар, тойғолар – бер­береһенә тартыла», тигән принцип буйынса эшләй. Беҙ үҙебеҙ теләгән нәмәне генә түгел, үҙебеҙ ҡурҡҡан нәмәләрҙе яныбыҙға тартып килтерәбеҙ. Был механизм туҡтауһыҙ эшләй. Шуға ла һәр саҡ ыңғай тойғолар эсендә йәшәргә кәрәк. Быны эшләүҙең иң ябай ысулы – баһа биреүсе уй­тойғоларҙан баш тартыу мотлаҡ. Үҙеңде ғәйепләүҙәрен теләмәһәң, бүтәнде ғәйепләмә (не судите – судимы не будете). Был юлға баҫыу өсөн рәхмәт әйтергә өйрәнегеҙ. Бөтәһе өсөн дә Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт әйтергә кәрәк. Эйе, бөтәһе өсөн дә. Хатта һиңә оҡшамаған, һин яратмаған нәмәләр, ваҡиғалар өсөн дә.

Рәхмәт әйтеү – күңелде солғап алған шомдан, борсолоуҙан, ҡурҡыуҙан ҡотолоуҙың иң еңел ысулы. Ни генә булһа ла – һиңә оҡшаған хәлме, юҡмы – Аллаһы тәғәләгә рәхмәт әйтәһең: «Эй, Аллам, бөтә ошо ваҡиғалар өсөн һиңә оло рәхмәт. Мин уларҙы ниңә миңә килгәнлеген белеп тә етмәйем, әммә һинең тарафтан миңә яҡшылыҡ эщләү өсөн ебәрелгәнлеген аңлайым. Шуның өсөн һиңә оло рәхмәт, эй, Аллам!» Шул саҡта күңелде тыныслыҡ, рәхәтлек солғап ала, тойғолар ыңғайға әйләнә.

Минең ҡартатайым ниндәй генә кире си туация килеп тыуһа ла: «Аллаһы Тәғәлә шулай ҡушҡандыр. Эй, Аллам, оло рәхмәт!» – ти тор ғайны. Йәш саҡта мин быға аптырай инем, хәҙер аңлайым, нисек дөрөҫ фекер йөрөткән ул!

Нимәгә ҡаршылашаһың, нимә менән алышаһың, һин уны үҙеңә бәйләп тотаһың, уға көс бирәһең. Ҡаршылашма. Шул саҡ кире ваҡиға, көс һинән ысҡыныр һәм ташлап китер. Тыныслан. Сөнки һәр кире ваҡиғаны үҙең ижад иткәнһең бит. Һәр ваҡиғаны ҡабул ит, унан һабаҡ ал. Һәм ул ыңғайға әйләнер.

Бөтә нәмәгә, ваҡиғаларға ыңғай ҡара, ыңғай баһа бир. Әгәр тормошҡа, хатта бик оҡшамаһа ла, ыңғай баһа бирһәң, миңә тәжрибә өсөн ебәрелгән, тиһәң, ул һинең өсөн бәхеткә әүерелер. Ә инде тормошҡа кире баһа таҡһаң, тормошоң да кирегә әйләнер. Бөтәһен дә һин үҙең һайлайһың, үҙең ижад итәһең.

Эйе, тормошоңдо бәхетле итеү фәҡәт үҙеңдән тора. Һинең һүҙҙәреңдән, уйҙарыңдан, тойғоларыңдан.

Уларҙы ыңғайға ғына үҙгәрт һәм һин тормоштоң бәхет өсөн яратылғанын аңларһың һәм үҙеңде һәр саҡ бәхетле икәнлегеңде тойорһоң.

Ысынбарлыҡты ижад итеүсе фәҡәт һин үҙең.

Наил Ғәйетбай

Тағы ла бәхет хаҡында

Мөхәррир һүҙе

Нәфис- публицистик журналХудожественно- публицистический журнал

1995 йылдың ғинуарынан башлап башҡорт телендә сығаИздается на башкирском языке

с января 1995 года

Ойоштороусыһы: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса

идаралыҡ, Башҡортостан Республикаһының ҡаҙна предприятиеһы «Тамаша» журналы редакцияһы

Учредители:Управление по делам печати, издательства и полиграфии

при Правительстве Республики Башкортостан,Казенное предприятие Республики Башкортостан

редакция журнала «Тамаша»

Ике айға бер сыға

№ 1 (63), 2010Баш мөхәррир Наил ғәйетбай

Мөхәрририәт:Илдус ИлешевӘлфиә КилмөхәмәтоваНºжиб АсанбаевАйгөл ҡарабулатова

Редакция хеҙмәткәрҙәре:зөбәржәт Яҡупова – баш мөхәррир урынбаҫарыСөләймән Латипов – яуаплы сәркәтипЭмма Ваһапова – мөхәррирАльмира Кәримова – мөхәррирТайфур Сәғитов – мөхәррирАйгөл Солтанова – сығарылыш мөхәрриреӘлфиә Кәримова – корректорРезеда Пулатова – баш бухгалтер

Журнал БР Матбуғат һәм киң информация саралары министрлығында теркәлде.Теркәү номеры 549 (23.11.94). Индексы 73874

Беҙҙең адрес: 450078, БР, өфө ҡалаһы,Революцион урамы, 82.Наш адрес: 450078, РБ, г. Уфа, ул. Революционная, 82.Телефондар: (факс) 2 52 -93 -77 – бухгалтерия, 2 52 -97- 02 – бүлектәр. 2 41 -74-93 – яуаплы сәркәтип.E­ mail: [email protected].Беҙҙең сайт: www.tamasha.pressarb.ru

Редакцияға килгән хаттар, фотолар рецензияланмай һәм кире ҡайтарылмай. Редакция, авторҙың фекерен уртаҡлашмаһа ла, мәҡә ләһен баҫа ала. Мәҡәләләрҙә килтерелгән факттар өсөн авторҙары яуаплы.

Күсереп баҫҡанда «Тамаша»ға һылтаныу мотлаҡ.Баҫырға ҡул ҡуйылды 15.01.10. Ҡағыҙ форматы 60х84 1/8. Шарт­

лы баҫма табаҡ 8. Иҫәп­баҫма табаҡ 11,7. Офсет ҡағыҙы. Офсет ысулы менән баҫылды. Тиражы 4062. заказ № 100022. Һатыуҙа хаҡы ирекле.

Нөсхә ­макеттан «Белая река» республика дәүләт нәшриәте типографияһында баҫылды.

450078, өфө ҡалаһы, Киров урамы, 109.450078, г. Уфа, ул. Кирова, 109. © Тамаша, 2010

Page 2: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 20102

ҡәҙерле уҡыусылар!Тамаша журналы һеҙҙе киләһе һанда ла төрлө

ҡыҙыҡлы мәҡәләләр менән ҡыуандырмаҡсы.Үткән йылда танылған актриса Зинира Атнабаева-

ның М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма те­атрының өлкән быуын артистары хаҡында иҫтәлектәрен биргәйнек инде. Киләһе һандан башлап зинира Атна­баеваның бала сағы, ағаһы, билдәле шағир Әнғәм Ат­набаев тураһындағы иҫтәлектәрен, авторҙың өфөгә килеп «Ҡыҙыл таң» газетаһында эшләгән осорҙары, ни­сек актриса булып китеүҙәре хаҡындағы хәтирәләрен баҫабыҙ.

Бәрәңге беҙҙең иң яратҡан ризығыбыҙҙың береһе. Ә нисек килеп эләккән ул Рәсәйгә, уны сәсеүгә нисек әҙерләргә, бәрәңгелә ниндәй файҙалы матдәләр бар, яҙ көнө шыта башлаһа ни эшләргә? Мөҙәрис Мөсифуллин-дың «Бәрәңге байрамы» сценарийы шул хаšта.

Бер билдәле актрисаның мо­нологы ла һеҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы булыр. Автор үҙ исемен асмаһа ла, уның яҙмышы күптәрҙе уйлан­дырыр. Шулай уҡ «Суд залынан» рубрикаһы аҫтында баҫылған ма­териал да битараф ҡалдырмаҫ.

Нур театрының актрисаһы Финә Вәлиева, танылған йырсы, Башҡортостан те лерадиокомпа­нияһының дикторы Фәрүәз Ур-ман шин менән әңгә мәләр ҙә кү­ңелегеҙгә хуш килер.

Яңғыҙ ҡатын­ҡыҙ һәм ир­ат өсөн ойошторолған «Та­нышыу» клубы күптәргә үҙҙәренең яртыларын табырға ярҙам итер тип ышанабыҙ.

Шулай уҡ фокус күрһәтеү серҙәре, ғәҙәти булма­ған хәлдәр, факттар тураһында ҡыҙыҡлы мәҡәләләр уҡырһығыҙ.

Билдәле режиссер һәм драматург Лек Вәлиевтың «Хуш бул, Һарыгөл» пьесаһы, викторина, йыр, рәссам­дың ижади портреты ла күңелегеҙгә хуш килер.

Наил Ғәйетбай

• әңгәмә Ринат Ишмуллин Сәнғәткә битараф түгелмен.... . . . . . . . . . . . 3

• әңгәмә Рөстәм Хәкимов Режиссер – һәләт тә, һөнәр ҙә! . . . . . . . . . . . 9

• әңгәмә Мөсәлим К‰лбаев Театр – минең йортом . . . . . . . . . . . . . . . . . . 15

• ижади анкета Артистар тормошонан . . . . . . . . . . . . . . . . . . 18

• пьеса Шамил Рәхмәтуллин Уйындан – уймаҡ... . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . 26

• пьеса Сөләймән Латипов, Хәмдиә Латипова Мыяубай этлеге . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . 38

• бөгөнгө сәнғәт Алтын болотто уятыусы . . . . . . . . . . . . . . . . . 45

• сәләмәтлек сәнғәте Мөғжизәләр тулы һәр аҙым . . . . . . . . . . . . . 49

• сценарий Йәгеҙ әле, атайҙар! . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . 53

• фокус сәнғәте Фокус күрһәтеүе анһатмы?. . . . . . . . . . . . . . . 55

• сәнғәт энциклопедияһы Нимә ул импрессионизм?. . . . . . . . . . . . . . . . 57

• асыштар Нимә, ҡасан, кем?. . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . 59

• һөйөнсө Туйґыњ киреhе буламы?. . . . . . . . . . . . . . . . . . 60

• танышыу-табышыу Ҡайҙа һин, берҙән­берем?. . . . . . . . . . . . . . . . 61

• тамашасы мөйөшө «Ҡәҙерле редакция!..». . . . . . . . . . . . . . . . . . . . 62

• викторина Сәнғәтте беләһегеҙме?. . . . . . . . . . . . . . . . . . . 64

Йөкмәткеһе:

Иғтибар, КОНКУРС!Ҡәҙерле дуҫтар! «Тамаша» журналы үҙенең уҡыусы-

лары араһында «Иң яҡшы сценарий» конкурсы иғлан итә. Үҙегеҙ ижад иткән өр-яңы сценарийҙарҙы журнал редакцияһына ебәрә алаһығыҙ. Иң яҡшы тип табылған-дары йыл әйләнәһенә журнал биттәрендә донъя күрәсәк. Ә конкурсҡа йомғаҡ йыл аҙағында яһаласаҡ һәм өс урын билдәләнәсәк, еңеүселәрҙе аҡсалата бүләктәр көтә.

Хөрмәтле журнал уҡыусыларыбыҙ, барығыҙҙы ла конкурста әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ!

Уңыштар теләп, «Тамаша» журналы редакцияһы.

Хөрмәтле дуҫтар!«Тамаша» журналына йыл әйләнәһенә яҙылырға

мөмкин. Индексы: 73874Бер номерға яҙылыу – 32 һум 37 тинЯрты йылға яҙылыу – 97 һум 11 тинСит өлкәлә яҙылырға теләүселәргә редакцияға

мөрәжәғәт итергә мөмкин.

һөйөнсө!

Тышлыҡтың беренсе битендәМостай Кәрим исемендәге республика Милли йәштәр

театры башҡорт труппаһының баш режиссеры, Ш. Бабич исемендәге премия лауреаты

Рөстәм Хәкимов.

Фәрүәз Урманшин

Page 3: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 2010 3

– Ринат Исҡужевич, үҙегеҙ менән ҡыҫҡаса таныштырып үтегеҙ. Ҡайҙа тыуҙығыҙ, ҡайҙа уҡынығыҙ, Йәштәр театрына килер алдынан ҡайҙа эшләнегеҙ?

– 1964 йылда Баймаҡ районы Фәйзулла ауы­лында тыуҙым. 1979­сы йыл һигеҙенсе синыф­ты тамамлап, Сибай педагогия училищеһына уҡырға индем. 1983 йыл Ҡырмыҫҡалы районын­да уҡытыусы булып өс ай эшләгәндән һуң, мине армия хеҙмәтенә алдылар. Унан һуң тыуған яҡҡа ҡайтып, комсомол ойошмаһында төрлө вазифа­ларҙа эшләнем. Артабан Баймаҡтың тыуған яҡты

өйрәнеү музейында директор, Баймаҡ районы хакимиәтендә йәштәр бүлеге етәксеһе, район мәҙәниәт йорто директоры, 1994 йылдың май айынан Сибай филармонияһында директор бу­лып эшләнем. Ниһайәт, 2005 йылдың ғинуар айы­нан Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы ҡарары менән мине Милли йәштәр театрына ди­ректор итеп тәғәйенләнеләр. Бына ғинуар айын­да был театрҙа эшләүемә биш йыл тула.

– Йәштәр театрында тәү осор ниндәй ҡыйын-лыҡтарға, көтөлмәгән хәлдәргә осранығыҙ?

– Үкенескә ҡаршы, директор булып килгәнгә тиклем был театрҙың бер нисә спектаклен генә күргәнем булды. Коллектив миңә бөтөнләй та­ныш түгел ине. Ауырлыҡтарҙың береһе ошо булһа, икенсеһе – театрҙа ике труппа булыуы. Был театрҙың үҙенсәлеге һәм уны гел күҙ уңын­да тоторға кәрәк. өҫтәүенә, театрҙың финанс хәле лә бик мөшкөл ине – байтаҡ бурыстар менән ҡабул ителде. Аллаға шөкөр, бөгөнгө көндә был мәсьәлә тулыһынса хәл ителде.

– Театрға килгәс ниндәйҙер үҙгәрештәр ин-дерҙегеҙме?

– Үҙгәрештәр тип әйтеп булмай. Беренсенән, ошо ауыр финанс хәленән сығыр өсөн команданы үҙгәртергә тура килде. Шунһыҙ был көрсөктән сығып булмаҫ ине. Икенсенән, театрҙың струк­тураһы үҙгәртелде. Элек театрҙың художество етәксеһе бар ине, хәҙер иһә директор һәм ике труппаның баш режиссерҙары билдәләнде.

– Театрҙың һеҙ килгәнгә тиклем булған репер-туары оҡшай инеме? Һеҙ килгәс үҙгәрҙеме?

– Тәүге йылда театрға иртән сәғәт һигеҙгә килеп, киске ун бер­ун ике тулмайынса өйгә ҡай­тып инмәнем. Сөнки һәр көн спектакль ҡараным, коллектив, репертуар менән таныштым. Алты­ете йыл элек ҡуйылған спектаклдәр театрҙа бөгөнгө көндә лә бара. Әлбиттә, был уларҙың сифатлы бу­лыуҙарын билдәләй. Шуға күрә репертуар арыу ғына ине, әммә һуңғы йылдарҙа башҡорт труп­

М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының директорыРинат Искужа улы Ишмуллин менән Эмма Ваһапова әңгәмәләшә

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына – 20 йыләңгәмә

Ринат ИШМУЛЛИН

Ринат Ишмуллин. 2008 йыл

Сәнғәткә битараф түгелмен...

Page 4: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 20104

паһының репертуарын яңыртыу буйынса күп эштәр эшләнде. 2005 йылда башҡорт труппаһын­да ҡуйылған «Беҙҙең өйҙөң йәме» (М. Кәрим) бик уңышлы бара. Артабан Т. Миңнуллиндың «Диләфрүзгә дүрт кейәү» һәм «Йәнкиҫәккәйем» спектаклдәрен өсөнсө­дүртенсе сезон уйнайбыҙ. Яҙ көнө И. зәйниевтың «Люстра» пьесаһы ҡуйыл­ды.

Бөгөнгө көнгә ярашлы драматургияның булма­уы бәкәлгә һуға, тип күп һөйләйбеҙ. Һәм, ниһайәт, ошо «Люстра» әҫәрен таптыҡ. Ул заманға һәм беҙҙең репертуарға ла яуап бирә. Сөнки Йәштәр театры булғас, беҙгә бөгөнгө көн йәштәренең проблемаларын сағылдырған әҫәрҙәр кәрәк. Ә улар, үкенескә ҡаршы, «юҡ» кимәлендә.

Репертуар тураһында һүҙҙе дауам иткәндә, беҙҙең театр бик оригиналь тип әйтер инем. Сөнки беҙҙең репертуарҙа мәктәпкәсә йәштәге һәм баш­ланғыс синыф балалары өсөн дә, үҫмерҙәр һәм студенттар өсөн дә, шул уҡ ваҡытта, өлкәндәрҙе лә ҡыҙыҡһындыра алған спектаклдәр бар. Был

йәһәттән беҙҙең театр башҡа берәүгә лә оҡша­маған.

Беҙҙең төп маҡсатыбыҙ ҙа шул – йәштәрҙе тәрбиәләү, уларҙа театрға ҡарата һөйөү үҫтереү. Һәм олпат театрҙарыбыҙ өсөн тамашасы әҙерләү.

– Репертуар мәсьәләһенә әйләнеп ҡайтып, тағы шуны һорағы килә. Киләсәктә театрҙың сәхнәһендә Салауат Юлаев, Һәҙиә Дәүләтшина, Рәми Ғарипов, Шәйехзада Бабич кеүек образдар сағылдырған пьесаларҙы ҡуйыу буйынса ниндәй эштәр башҡарыла?

– Ауыр һорау. Уны ҡуйыр өсөн әҫәре булырға тейеш, ә кем бирә беҙгә уны? Әле бер кем дә ундай әҫәр тәҡдим иткәне юҡ.

Әйтергә кәрәк, ике йыл элек Таңсулпан Ғари­пова беҙҙең заказ буйынса тарихыбыҙҙы сағыл­дырған «Ғилмияза» пьесаһын ижад итте. Ул спектакль бөгөнгө көндә лә бара. Әгәр ҙә беҙгә Аҡмулла, Шәйехзада Бабич тураһындағы әҫәрҙәр тәҡдим итһәләр, ҡуш ҡуллап аласаҡбыҙ. Ҡабатлап әйтәм, беҙ йыш ҡына драматургияның юҡлығына

Ринат ИШМУЛЛИН

Сибай филармонияһы Баймаҡ районында һабантуйҙа.Уртала баҫып торалар (һулдан уңға): Л. Ишемйәрова, Р. Ишмуллин,

А. Ҡыуатова, Ф. Хөснөтдинов, Г. Аҡназарова, С. Ғәниева; алғы пландабаяндар менән: И. Яхин һәм С. Мәүлитҡолов. 1994 йыл

Page 5: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 2010 5

Ринат ИШМУЛЛИН

барып төртөләбеҙ һәм классикаға мөрәжәғәт итергә мәжбүрбеҙ. Әлбиттә, классик әҫәрҙәр ҡуйылһа, беҙ отабыҙ ғына, әммә бөтә реперту­арҙы классикаға таянып ҡына төҙөп булмай.

– Драматургтар тәрбиәләүҙә театр берәй эш алып барырға тейешме? Әллә ул башҡаларҙың эшеме? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

– Аңлауымса, йәш драматургтарға, әлбиттә, театр ярҙам итергә тейеш. Әгәр ҙә драматург күңелендә тыуып килгән әҫәрҙе режиссерға аңла­тып бирһә, улар икәүләп әҫәр сығара алалар. Ише­теүемсә, Ф. Бүләков «Эх, Бибинур, Бибинур!»ҙы Р. Исрафиловҡа биш бит ҡағыҙҙа алып барған һәм шул спектакль нисәмә йылдар академтеатр сәхнәһенән төшмәне. Был драматург менән ре­жиссерҙың бергәләп эшләгән эшенең һөҙөмтәһе. Сөнки был әҫәрҙә күтәрелгән проблема режис­серға ла яҡын булған. Ниһайәт, тулы ҡанлы сәхнә әҫәренә әүерелгән.

– Талҡаҫта үткәрелгән драматургтар семи-нарына, уның формаһына ҡарашығыҙ нисек? Уны ойоштороу кәрәкме?

– Был семинарҙа үҫтерелгән бер нисә исем ишетелеп ҡала ла... Был эш алып барылырға те­йеш, уны мотлаҡ дауам итергә кәрәк. Әммә икен­се яғы бар – мәжбүри яҙҙырып, драматург итеп буламы икән, тигән һорау тыуа миндә. Ләкин яҙа башлаған кешегә йүнәлеш биреүŸә, әлбиттә, се­минарҙың роле иҫ киткес ҙур, тип әйтер инем.

Шуны әйтергә кәрәк, талантлы кешеләр йөҙ йылға бер тыуа, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Бөгөнгө көндә, үкенескә ҡаршы, беҙҙең яҙыусы­ларыбыҙ өлкәнәйеп китте, драматургтар ҙа юҡ кимәлендә. Йәш драматургтар бөтөнләй юҡ.

– Көн кеүек асыҡ, Башҡортостандағы те-атрҙар милли драматургияны үҫтерергә бурыслы. Һеҙҙеңсә, театрҙың афишаһында милли әҫәрҙәр нисә процент тәшкил итергә тейеш?

– Беҙҙең театрҙың башҡорт труппаһында 60­70% милли авторҙар, ҡалғанын татар драматур­гияһы һәм классик әҫәрҙәргә бирергә тейешбеҙ. Урыҫ труппаһының шулай уҡ 60% урыҫ әҫәрҙәре булһа, ҡалғанын сит ил һәм урыҫ классикаһына бирәбеҙ.

– Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, урыҫ труппаһы Башҡортостанда эшләй икән, ул милли драма-тургтарҙың әҫәрҙәрен дә ҡуйырға бурыслылыр бит?

– Әлбиттә. Бик дөрөҫ һорау бирәһегеҙ. Бөгөн­гө көндә урыҫ труппаһының репертуарында баш­ҡорт драматургияһының булмауы – дөрөҫ түгел.

Мин уны аңлайым. Беҙ был йүнәлештә эш алып барабыҙ. Киләһе сезонда мотлаҡ рәүештә урыҫ труппаһында башҡорт әҫәре буйынса ҡуйылған спектакль тыуасаҡ, тип уйлайым. Был турала труппаның режиссеры менән һөйләшелгән. Әле ул әҫәр һайлау өҫтөндә эшләй.

– Режиссерҙар аңлайышһыҙ, тамаша-сы йөрөмәҫтәй эксперименталь спектаклдәр ҡуйырға әүәҫ. Фестиваль, тәнҡитселәр өсөн ҡуябыҙ, тип аңлата улар. Һеҙ тамашасы-ны театрға йәлеп итеү өсөн яуаплы кеше бу-лараҡ ошо йәһәттән режиссерҙар менән эш алып бараһығыҙмы? Уларға ниндәй талаптар ҡуяһығыҙ?

– Беҙҙең афишала ниндәйҙер спектакль фес­тиваль өсөн ҡуйылған, тип әйтә алмайым. Беҙҙә ундайҙар юҡ. Спектаклдәрҙе тамашасылар өсөн ҡуябыҙ.

Ғөмүмән, режиссерҙар фестиваль өсөн спек­таклдәр ҡуямы икән? Миңә был һорау сетерекле һымаҡ тойолдо. Әгәр ҙә инде фестиваль ниндәйҙер ваҡиғаға, әйтәйек, киләһе йыл Еңеүҙең юбилейы­на арналһа, ул саҡ репертуарыбыҙҙа бындай әҫәр юҡ икән, беҙ уны мотлаҡ ҡуясаҡбыҙ. Ләкин бары­бер тамашасы өсөн ҡуясаҡбыҙ.

– Бөгөн һеҙҙең театрҙа нисә режиссер эшләй?– Бөгөн театрыбыҙҙа ике баш режиисер бар.

Сираттағы ҡуйыусы­режиссер Илнур Муллабаев һәм Ольга Мусина әүҙем эшләйҙәр.

– Әлегә һеҙҙең режиссерҙарығыҙ бар, әлбиттә. Әммә бер ун йылдан режиссерҙарҙың юҡлығына килеп терәлеүегеҙ ҙә ихтимал. Шуны күҙаллап берәй эш алып бараһығыҙмы?

– Милли йәштәр театры был йәһәттән уңған. Сөнки беҙҙә эшләгән режиссерҙар бөтәһе лә йәш. Икенсенән, Айнур Сәфиуллин тигән егетебеҙ Мәскәүҙә уҡып йөрөй. Ул республикабыҙға ҡай­тамы, юҡмы, бәлки Мәскәүҙә ҡалырға уйы булыр, әммә театр менән бәйләнешен өҙмәйәсәк. Икен­се ерҙә эшләгән осраҡта ла уны саҡыртып алып эшләйәсәкбеҙ. Шуға күрә беҙҙең театр режис­серҙарға ҡытлыҡ кисерер, тип әйтә алмайым. Ә дөйөм алғанда, республика кимәлендә, әлбиттә, режиссерҙарға ҡытлыҡ бар, тип әйтер инем.

– Театрҙың уҡырға ебәрергә мөмкинселеге бар-мы? Әллә был эште министрлыҡ ҡына башҡара аламы?

– Был йәһәттән Мәҙәниәт министрлығы эш алып бара бит. Бәлки ул мәсьәләгә күберәк иғти­бар бүлергә кәрәктер. Икенсе яҡтан, минеңсә, етәкселәр Мәҙәниәт министрлығына үҙҙәре

Page 6: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 20106

Ринат ИШМУЛЛИН

мөрәжәғәт итергә тейеш. Сөнки режиссерлыҡҡа урамдан йыйып уҡытыуҙан файҙа юҡ. Һәр театр үҙ киләсәген хәстәрләп, алдан уйлап, министр­лыҡҡа мөрәжәғәт итһә, улар бер ҡасан да ҡаршы төшмәйәсәк. Был йәһәттән эш йүнәлтелгән һәм республика Мәскәү, Санкт­Петербург уҡыу йорт­тары менән күптән тығыҙ бәйләнеш булдырған.

– Һеҙҙең театрҙа кадрҙар мәсьәләһе тулыһын-са хәл ителгәнме?

– Был йәһәттән проблемалар юҡ, тип әйтә ал­майым. Үткән йыл Санкт­Петербург академияһын тамамлап, сәхнәгә ҡуйыу бүлеге мөдире ҡайтты. Әммә әлегә ул армия сафында, ләкин беҙгә ҡай­тыр, тип өмөтләнәбеҙ. Шунан һуң беҙҙең ҡуйыу­сы­рәссам һәм яҡтыртыу буйынса рәссам вазифа­лары буш. Спектаклдәр саҡыртылған рәссамдар менән генә ҡуйыла.

– Тамашасы һәм билеттар һатыу буйынса һеҙҙең пландарығыҙ үтәләме?

– Пландар, Аллаға шөкөр, үтәлеп килә. Әгәр

үткән йылды ҡараһаҡ, беҙ 349 спектакль ҡуйған­быҙ – был 124 процентҡа үтәлгән тигән һүҙ. Та­машасылар буйынса алһаҡ – планыбыҙ 111 про­центҡа, йәғни арттырып үтәлгән. Был йәһәттән проблема юҡ, тип әйтергә була, әммә башҡорт труппаһына тамашасыны йәлеп итеүе ауырыраҡ.

Ғөмүмән, бөгөнгө көндә йәштәрҙе театрға йәлеп итеүе ауыр. Сөнки уларҙың һайлау мөмкин­селектәре күп. Әйтәйек, өфөлә театрҙар һаны ғына алтыға еткән, өҫтәүенә филармония, заман­са йыһазландырылған бер нисә кинотеатр, киске клубтар, һәр кемдең өйөндә DVD, интернет һ.б., һ.б.

Был йәһәттән эш алып барабыҙ. Миңә йыш ҡына «ойошторолған тамашасыларға һеҙ нисек ҡарайһығыҙ», тигән һорау бирәләр. Мәктәптән, балалар баҡсаһынан алып киләләр. Әлбиттә, артистар ҙа, режиссерҙар ҙа быға ҡаршы. Ә мин ойошторорға кәрәк, тип уйлайым. Сөнки ата­әсәләрҙең балаларын театрға алып барырға ваҡыттары юҡ. Улар көн­төн эшләйҙәр, кискеһен ҡайталар ҙа өй мәшәҡәттәренә сумалар.

Әгәр ҙә балалар баҡсаһынан, мәктәптән кил­тереп тамашасы тәрбиәләмәһәк, киләсәктә, ғө­мүмән, тамашасы булмаясаҡ. Сөнки кеше бала саҡтан театр менән ҡыҙыҡһынмаһа, әкиәт, мөғ­жизә ҡарап өйрәнмәһә, киләсәктә ул театрға аяҡ та баҫмаясаҡ. Ә ул баҫмағас, уның балалары бөтөнләй театрҙы белмәйәсәк. Шуға күрә ойош­торолған тамашасы булырға тейеш, беҙ уларҙы килтерергә тейеш. Һәм беҙ был йүнәлештә эш алып барабыҙ.

– Һеҙ ниңәлер башҡорт труппаһының спек-таклдәренә залды тултырыуы ауыр тинегеҙ. Ә урыҫтарҙыҡына һатылып барамы? Ә бәлки был мәсьәлә һеҙҙең башҡорт сәнғәтенә бита-раф булған администраторҙарығыҙға бәйлелер. Әлбиттә, был бик сетерекле мәсьәлә, әммә улар милләттәре буйынса кем?

– Был тарафтан уларҙың ниндәй милләттән булыуҙары мөһим түгелдер, тип уйлайым, сөнки улар процентҡа эшләй. Йәғни һәр бер һатылған зал, билет өсөн аҡса алалар.

– Һеҙ мине ышандырманығыҙ. Сөнки минең ба-лалар театрға яҡын ғына урынлашҡан башҡорт мәктәбендә уҡый. Яйлап атлағанда ун минутта барып етергә була. Бына инде ун дүрт йыл беҙҙең ғаилә шул мәктәпкә бәйле. Ошо ун дүрт йыл эсендә улар синыфтары менән театрҙа бер-ике тапҡыр булдылармы, юҡмы, хәтерләмәйем. Бер кем килеп билеттар тәҡдим итмәй, театрҙың

Р. Ишмуллин (һулда) әсәһе һәм Урал ҡустыһы менән. 1969 йыл

Page 7: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 2010 7

Ринат ИШМУЛЛИН

афишаһын унда күргәнем дә юҡ. Ата-әсәләр бит балаларҙың мәҙәниәтен үҫтереүгә ҡуш ҡуллап риза, әммә уларҙың, һеҙ әйтмешләй, ваҡыттары етмәй.

– Проблема юҡ, тип әйтмәйем. Ул бар. Хәл итергә кәрәк. Хатта һеҙ яҙып ҡуйығыҙ: башҡорт труппаһы, башҡорт сәнғәтенә битараф булмаған кеше килһен, беҙ уның менән килешеү төҙөрбөҙ, яҡшы проценттар менән хеҙмәттәшлек итербеҙ.

– Тамашасыны ойоштороуҙан башҡа, уны йәлеп итер өсөн нимәләр эшләйһегеҙ? Ғөмүмән, тамашасы театрға килһен өсөн нимәләр эшләргә кәрәк?

– Иң тәүҙә, әлбиттә, һәйбәт спектакль сыға­рыр ға кәрәк. Бөгөнгө йәштәрҙең мәнфәғәтенә яуап биргән әҫәр булһа, тамашасы киләсәк. Беҙҙең ундай бер нисә спектакль бар. Уларға би­леттар алдан һатылып бөтә. Миҫал итеп, «Ноче­вала тучка золотая» (А. Приставкин), «Близость» (П. Марбер) спектаклдәрен, ә башҡорт труп­паһының «Йәнкиҫәккәйем» (Т. Миңнуллин), «Студенттар» (Н. Ғәйетбай) спектаклдәрен атап үтергә була.

Икенсенән, бөгөнгө көндә рекламаһыҙ бул­май. Шуға күрә ваҡытлы матбуғат, радио, теле­видение менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ.

– Бер сезон эсендә урыҫ һәм башҡорт труппа-ларында нисәшәр яңы спектакль ҡуйыла?

– Үткән миҙгелдә башҡорт труппаһы «Биш кистә – бер ғүмер» (А. Володин), «Алты ҡыҙға бер кейәү» (Т. Миңнуллин), «Люстра» (И. зәйниев), ә урыҫ труппаһы – «Про Иванушку­дурачка» (М. Бартенев), «Божий дар» (Н. Воронов), «Ночевала тучка золотая» (А. Приставкин) спектаклдәрен ҡуйҙы.

– Бер айҙа башҡорт труппаһы нисә спектакль уйнай ҙа, урыҫ труппаһы нисәне уйнай?

– Әйтергә кәрәк, беҙҙең театр дүшәмбе көнөнән башҡа көн һайын спектаклдәр күрһәтә. Айына утыҙға яҡын тамаша. Шуларҙың ун һигеҙе – урыҫ, ун икеһе башҡорт труппаһыныҡы.

– Ә ни өсөн башҡорттарҙыҡы әҙерәк?– Тамашасының ҡыҙыҡһыныуына ҡарап.

Әммә бына һандар: 2004 йыл – башҡорт труп­паһы менән бер йылда 85 спектакль, ә 2005 йыл­да – 108, 2006 йыл – 114, 2007 йыл – 132 спектакль

Милли йәштәр театрында «Беҙҙең өйҙөң йәме»спектакле премьераһынан һуң. Алғы планда (һулдан уңға): Ҡ. Ғәзизова (әҙәбиәт бүлеге мөдире),

Р. Ишмуллин (директор), М. Кәрим (автор), М. Күлбаев (режиссер). 2005 йыл

Page 8: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 20108

уйналған. Был нимә күрһәткәнен аңлатып тороу кәрәкмәйҙер.

– Театр гастролдәргә йөрөймө? Ундай йөкләмәгеҙ бармы?

– Әлбиттә, йөрөйбөҙ. Сезон башланғанға тик­лем көньяҡ Уралда гастролдәр үткәрҙек. Шуныһы ҡыуаныслы, бик уңышлы булды.

Сезонды асҡас та төп эшебеҙ стационарҙа булһа ла, выездной спектаклдәр менән сығып алабыҙ. Мәҫәлән, яңыраҡ ҡына башҡорт труппаһы «Ике һайыҫҡан» (Н. Ғәйетбай) һәм «Беҙҙең өйҙөң йәме» (М. Кәрим) спектаклдәре менән Ишембай ҡалаһына, Күмертауға барып ҡайтты. Сезон барышында ла беҙ гастролдәргә йөрөйбөҙ.

– Хәҙер ауылдарҙа сығыш яһау барамы? – Юҡ. – Ә урыҫ труппаһы гастролгә сығамы?– Улар ҙа Башҡортостан буйлап йөрөй.– Ниндәй райондарҙа? – Салауат, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалала­

рында, Иглин, Ҡырмыҫҡалы райондарында.– Театрға барыу – кешеләр өсөн байрам. Ниңә

театрығыҙҙа һәйбәт буфет юҡ? Әллә уның те-атрға кәрәге юҡмы?

– Беҙҙә килеп эшләгән буфет бар. Уларға рәхмәтлебеҙ. Хаҡтары ла арзан.

– Балаларҙы театрға алып барһаң, йәки синыф менән барһалар, уларға аҡса биреп ебәрәһең, ни-мәлер алһын, ҡыуанһын, театрға барыу байрамға әүерелһен, тип. Ә һеҙҙең бу-фетығыҙ шул тиклем ярлы. Ул мәсьәләне хәл итергә уй-лайһығыҙмы? Ниңә театр бинаһында әллә ниндәй ҡый-батлы кафе эшләй?

– Улар менән проблема бар, уны хәл итеү өҫтөндә эшләйбеҙ. Ләкин бөтәһе лә беҙҙән генә тормай.

– Бер нисә шәхси һорау. Һеҙ ниңә тормошта сәнғәт юлын һайланығыҙ?

– Сәнғәткә бәләкәстән битараф түгелмен. Бай­маҡта комсомол линияһы буйынса мәҙәниәт йор­

тонда, йәштәр бүлегендә эшләгәндә һәүәҫ­кәр сәнғәт менән тығыҙ бәйләнештә булдым. «Ирәндек» бейеү ансамбле менән сығыштар яһап, район сараларында алып барыусы ла бул­дым.

– Атай-әсәйегеҙ, туғандарығыҙ хаҡында һөйләп үтегеҙ.

– Ауылда тыуғанмын, ғаиләлә һигеҙ бала тәрбиәләндек. Мин өсөнсө бала. Атайым иҫән­һау, Татлыбай ауылында йәшәп ята. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсәйем 65 йәшендә был донъянан китеп барҙы. Күрәһең, яҙмышы шул булғандыр инде. Беҙ аяҡҡа баҫҡас, ҡыуанып ҡына йәшәр сағы ине лә һуң... Шуға күрә тормошоғоҙҙоң үкенесле ваҡиғаһын атағыҙ тиһәләр, әсәйемдең иртә китеп барыуы, тиер инем.

Ә туғандарыма килгәндә, Аллаға шөкөр, бөтәһе лә иҫән­һау. Апайҙарым – уҡытыусы, ике ҡустым – ауыл хужалығында, береһе – Сибайҙа, тағы береһе – Баймаҡта, һеңлем Сибайҙа инсти­тутта эшләй.

Үҙемдең бер улым бар, ун беренсе синыфта уҡый. Ҡатыным Миңлегөл хореография учи­лищеһында уҡыта. Тормошта ул минең ныҡлы терәгем, эргәмдә ғаиләм булғанға иң ауыр эштәр ҙә минең өсөн еңел тойола.

– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.

Ринат ИШМУЛЛИН

Р. Ишмуллин улы Рифат һәм ҡатыны Миңлегөл менән.Торатау фонында. 2007 йыл

Page 9: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 2010 9

– Һөйләшеүҙе түбәндәге һорауҙан башлаһам дөрөҫөрәк булыр. Һеҙҙеңсә, режиссер – һөнәрме, һәләтме?

– Миңә ҡалһа, режиссер һәләтле булыуҙы та­лап иткән һөнәр ул. Нимә генә тиһәң дә, һәләтең булып махсус белем алмаһаң, фәтеүәһе юҡтыр. Бер ҙә юҡҡа ғына кешеләр режиссер һөнәрен үҙләштереү өсөн биш йыл буйы юғары уҡыу йорт­тарында белем алмайҙарҙыр.

– Юғары махсус белемгә эйә булмайынса ла һәләтле режиссер дәрәжәһенә күтәрелгәндәр ҙә бар бит. Уҡыу шулай уҡ мөһимме?

– Төрлө һөнәр араһында ла, әлбиттә, ундай ос­раҡлы хәлдәр килеп сыға. Әммә уҡыу, белем алыу беҙҙең эштә мөһим. Режиссер кеше махсус китап­тарҙан тыш, тағы ла башҡорт, татар, урыҫ, сит ил драматургияһы һәм әҙәбиәте, классик өлгөләр, мәҙәни донъяла барған яңылыҡтар менән та­ныш булырға бурыслы. Юғиһә, тамашасының зауығына тура килерҙәй, өмөттәрен аҡларҙай әҫәрҙәр ҡуйыу мөмкин дә түгелдер.

– Һеҙ үҙегеҙҙе һәләтле режиссермы, әллә про-фессияға өлгәшкән белгес тип иҫәпләйһегеҙме?

– Миңә әле театрҙа баш режиссер булып эшләүемә ҡарамаҫтан, ысын мәғәнәһендә, про­фессияның бөтә нескәлектәренә өлгәшеү өсөн йәнә ун йыл баш күтәрмәй эшләргә лә эшләргә кәрәк, тип иҫәпләйем. Һәләтлеменме, түгелме – ул хаҡта уйланғаным юҡ. Әммә шуныһы ҡы­уаныслы: мин ҡуйған тамашаларға халыҡ йөрөй, ҡарай, ҡабул итә.

– Репертуарға әҫәрҙәр һайлағанда һеҙҙе ниндәйерәк пьеса ҡыҙыҡһындыра? Төп ролде уның жанры уйнаймы, әллә ҡул аҫтында булған ак-терҙарҙың мөмкинселегеме? Бәлки әҫәр үҙенең идеяһы менән йәлеп итәлер?

– Ни генә тимәһендәр, репертуар һайлағанда әҫәрҙең идеяһы иң мөһим урынды биләй. Икенсе­нән, ҡул аҫтында эшләгән актерҙарҙың мөмкин­се ле ге лә мөһим урында. Был йәһәттән Тов­

стоноговтың әйткәндәрен иҫкә төшөрөү ҙә етә, ул: «Спектаклдең 80 процент уңышы – ролдәрҙе дө рөҫ итеп бүлеүгә бәйле», – тип ҡабатларға яратты.

Был, ысынлап та, дөрөҫ билдәләмә. Актер­ҙарҙың күбеһе бик талантлы, йәғни һәр актер үҙенсә ынйы бөртөгө. Шуға күрә режиссерға ошо ынйы бөртөктәренән дөрөҫ һәм матур итеп «мәрйен теҙәһе», йәғни спектакль сығараһы ғына ҡала. Ә актер үҙенә бирелгән образға бик тә етди ҡарашта була.

– Әгәр ҙә актерҙы образға индереп ебәрә ал-маһағыҙ, мәсьәләне нисек хәл итәһегеҙ?

– Спектакль тиҙ генә хасил була торған әйбер түгел бит. Уның үҙенең әҙерлек, йәғни репети­циялар осоро бар. Ҡайһы бер актер образға бик оҙаҡ инә, ә бәғзеһе иһә, шунда уҡ образға инеп

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры башҡорттруппаһының баш режиссеры, Ш. Бабич исемендәге премия лауреатыРөстәм Милләт улы Хәкимов менән Альмира Кәримова әңгәмәләшә

әңгәмә

Рөстәм ХӘКИМОВ

Режиссер – һәләт тә, һөнәр ҙә!

Рөстәм Хәкимов. 2006 йыл

Page 10: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 201010

Рөстәм ХӘКИМОВ

китә лә, һуңынан, тиҙ генә һүнеп ҡала. Эш булғас, төрлө хәлдәр килеп тыуа. Әммә режиссерҙың ак­терҙы образға индереп ебәреү алымдары бихисап. Актер бик тырышып та, бер нисек тә килтереп сығара алмаһа, ҡайһы ваҡыт режиссер үҙе образға инеп уйнап күрһәтә. Спектаклдең уңышы шулай уҡ тамашасыға ла бәйле. Йәғни сәхнәлә тамаша башланыу менән актер һәм халыҡ араһында күҙгә күренмәҫ энергетик бәйләнеш хасил була. Тап шул энергия менән актер тулылана һәм тағы ла йөкмәткелерәк итеп уйнай башлай.

– Репертуар мәсьәләһенә әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Һеҙ бөгөн театрҙа барған әҫәрҙәр менән ҡәнәғәтһегеҙме? Баш режиссер булып киткәс, театрҙа ниндәйерәк үҙгәрештәр булды? Ғөмүмән, үҙ театрығыҙҙа ниндәйерәк спектаклдәрҙең өҫтөнлөклө булыуын теләйһегеҙ?

– Дөйөм алғанда, театрыбыҙҙың репертуар йүнәлеше дөрөҫ һайланған һәм сәхнәлә барған күп кенә спектаклдәр менән тулыһынса булмаһа ла, ҡәнәғәтләнергә тура килә. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, йәш тамашасы өсөн бөгөнгө көн зауығын күҙ уңында тотоп, милли әҫәрҙәр һайлау үтә лә ауыр, сөнки ундай пьесалар юҡ кимәлендә.

Был бик ҙур һәм ҡатмарлы мәсьәлә. Ә тәржемәүи әҫәрҙәргә тотонаһы килмәй, сөнки йәштәребеҙ өсөн үҙебеҙҙең милләтебеҙгә генә хас, шул уҡ ваҡытта рухи ҡиммәттәргә өҫтөнлөк бирелгән пьесаларҙы сәхнәгә ҡуяһы килә. Төп тамашасы­быҙ – йәштәр. Уларҙы йәлеп итерлек, ҡыҙыҡһын­дырырлыҡ әҫәрҙәрҙе сәхнәгә сығарыу мөһим. Бөгөн бит компьютерҙар, юғары технологиялар алға киткән заман. Йыш ҡына йәш кешене нимә ҡыҙыҡһындыра һуң, ниндәй тематикаға өҫтөнлөк бирә тигән һорауҙар ҡалҡып сыға. Ә театр тәрбиә биреү урыны. Шулай булғас, репертуар һайлағанда үҙеңдең тамашасыңды йәлеп итерлек һәм һаҡлап ҡалырлыҡ әҫәрҙәр күҙ уңында булырға тейеш.

Беҙҙең театрға йәштәр генә түгел, урта быуын һәм оло йәштәге тамашасылар ҙа йөрөй. Уларҙың мәнфәғәтен дә иғтибарҙан ситкә ҡуйырға яра­май. Шуға күрә репертуар һайлағанда бик­бик һаҡ булыу зарур. Әйтәйек, ололар өсөн спек­такль ҡуйһаҡ, йәштәребеҙ ситләшә башлай. Ә бит театрҙың төп тәғәйенләнеше йәш тамашасы. Гел генә алтын урталыҡты тотоп эш итергә тура килә.

Әйткәндәй, театр ситтән саҡырылған режис­серҙар менән дә спектаклдәр сығара. Тик килгән режиссерҙың бөтә асылын, уй­ниәттәрен белеп бөтөү мөмкин дә түгел. Ҡайһы берҙә маҡсатҡа ярашһыҙ тамашалар ҙа сығып ҡуя сәхнәгә.

– Һеҙ саҡырылған режиссерға пьесаны үҙегеҙ тәҡдим итмәйһегеҙме ни?

– Ҡағиҙә булараҡ ундай режиссерҙар бер нисә пьеса алып килеп тәҡдим итә һәм беҙ әҫәрҙәрҙе уҡып, үҙебеҙҙең театрға ярашлыһын һайлап алабыҙ.

– Әйткәндәй, һеҙҙең театрҙа репертуар нисек һайлана һәм уны кем хәл итә?

– Беренсенән, беҙҙә баш режиссер булараҡ, пьесаларҙы мин уҡып сығам һәм һайлап алам.

– Ә пьесаны кем тәҡдим итә?– Үҙем эҙләйем, уҡыйым. Әгәр ҙә пьесала

ниндәйҙер фекер ята икән, уны бер кемгә лә бир­мәйенсә, тиҙерәк сәхнәгә сығарырға тырышам.

– Шулай ҙа репертуар сәйәсәтен, моғайын да, бер – баш режиссер ғына хәл итмәйҙер бит. Һеҙҙә худсовет йә иһә актерҙар ҡоро үҙ һүҙен әйтәлер?

– Әлбиттә, театрҙа худсовет бар. Әммә иң тәүҙә режиссер үҙе һайлап ала һәм тәҡдим итә. Әҫәрҙең артабанғы яҙмышын актерҙар менән бергәләп хәл итәбеҙ.

Ысынлап та, беҙҙең театр үҙе репертуарлы театр. Нисек кенә булмаһын, залдарыбыҙҙа та­

Рөстәм Хәкимов республика үҙешмәкәр сәнғәтконкурсында. 1985 йыл

Page 11: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 2010 11

Рөстәм ХӘКИМОВ

машасы тулы булырлыҡ спектаклдәр ҡуйырға бурыслыбыҙ.

Бына шундай хәлдәр. Ҡайһы берҙә саҡырыл­ған режиссер килеп актерҙар менән спектакль әҙерләй башлай, әммә әҫәрҙе сәхнәгә сығарыр­лыҡ көс тапмай. Сөнки ул әҫәр беҙҙең театр та­машасыһының өмөттәрен аҡларлыҡ түгел. Йәнә ҡабатлайым, репертуарҙа күпселек йәштәр ҡа­рарлыҡ спектаклдәр булырға тейеш. Әгәр ҙә ре­пертуар тотороҡло икән, беҙгә ундағы тамашалар араһынан фестиваль өсөн спектаклдәр һайлауы ла еңел була.

Әйткәндәй, беҙҙә бит фестивалгә һайланған спектаклдәр ҙә бар.

– Һеҙ фестиваль өсөн махсус рәүештә спек-таклдәр ҡуймайһығыҙмы ни?

– Юҡ. Бер ҡасан да махсус әҙерләгәнебеҙ юҡ. Әле әйтеп үткәнемсә, әҙер репертуарҙан иң яҡшыһын йә иһә маҡсатҡа ярашлыһын һайлап алабыҙ. Һәм артабан ул әҫәр үҙенән­үҙе фести­валь спектакленә әүерелеп китә.

Театрыбыҙ замандан артта ҡалғаны юҡ. Беҙҙә эксперименталь спектаклдәр ҙә әҙерләнә. Әлеге көндә Гөлсирә Ғизәтуллинаның «Һаумы, әсәй» әҫәре буйынса Вәкилә Ҡалмантаева ҡуйған моно­спектакль театрҙың камерный сәхнәһендә уңыш­лы ғына бара.

– Ул камерный, йәғни бәләкәй сәхнә нисә урын-лыҡ?

– Ул һикһән кешелек зал. Әммә сәхнәлә тәржемә булмауы ғына бер аҙ кәйефте ҡыра. Сөнки башҡорт телендәге тамашаларҙы урыҫ тел­ле халыҡ ҡарай алмай.

Йәнә бер уңышлы спектакль – «Ҡорон». Ул спектакль менән Ҡаҙағстанға фестивалгә барып ҡайттыҡ.

– Миңә ҡалһа, режиссер үтә теремек, үҙ һүҙен бирмәҫ, үткер кеше. Ҡайһы саҡта режиссерҙы тиран менән тиңләйҙәр. Һеҙ ниндәй режиссер? Ғөмүмән, режиссер эше ҡаты холоҡло булыуҙы талап итәме?

– Эйе, ундай режиссерҙар ҙа бар. Наполеон: «Легче справиться с целой армией, ежели с груп­пой актеров», – тип әйткән, имеш, тиҙәр. Ул хаҡлы булғандыр.

Ә миңә килгәндә, үҙемде һис тә тиран тип әйтә алмайым. Шулай ҙа, ҡайһы саҡта үҙеңдең фекереңде яҡлау өсөн «тешләшергә» лә тура килә. Сөнки режиссер дөйөм спектаклде күҙ уңында тотоп фекер йөрөтһә, актер иһә үҙе уйнаған образды алға сығарырға ынтыла. Һәр

актер – йондоҙ һәм үҙ идеяһын ғына мөһим тип иҫәпләй. Ҡайһы саҡта эшләүе лә ауыр бу­лып китә. Әммә мин зарланырға яратмайым һәм компромислы кешемен. Эш барышында бөтәһенең дә фекерҙәрен тыңлайым, әгәр ҙә улар минекенә ауаздаш икән... Улай ғына әйтеү бик үк дөрөҫ түгел. Спектакль сығарыу ул коллектив эш, ә мин актерҙарҙан башҡа нимә эшләй алам? Бында тиран булыуҙан фәтеүә юҡ. Һәр эште бергәләп, килешеп, уртаҡ фекергә килеп башҡарыу – маҡсатҡа ярашлыраҡ. Мин генә түгел, актер ҙа ижадсы. Әгәр ҙә уның мин ҡуйған бурыстарға ярашлы ниндәйҙер эҙләнеү­табыштары бар икән, бик тә яҡшы.

– Режиссер, ғәҙәттә, драматург яҙғандан тай-пылмай, уны боҙмай, төрлө уйҙырмалар өҫтәмәй спектакль сығарырға тейеш. Әммә һуңғы осор күп кенә режиссерҙар пьесаға бөтөнләй йәбешмәгән әйберҙәр өҫтәй, фәҡәт тәнҡитсене аптыра-тырға ынтыла. Һеҙ үҙегеҙҙе ниндәй режиссер тип иҫәпләйһегеҙ?

– Беҙҙе уҡытыусыларыбыҙ фәҡәт драма­тург яҙғандарҙан тайпылмай ғына спектакль сығарыр ға кәрәк, тип өйрәттеләр. Һәм үҙем үткән мәктәпкә ярашлы рәүештә ижад итергә тырышам. Беҙҙә тәнҡитсене аптыратырға тыры­шыусы режиссерҙар юҡтыр ҙа. Шулай ҙа спек­такль сығарған саҡта йыш ҡына рәссамға: «Йә, нимә менән аптыратабыҙ?» – тигән һорау менән мөрәжәғәт итәм. Бында мин иң беренсе сиратта тамашасыны күҙ уңында тотам.

Нисек кенә булмаһын, режиссер автор феке­ренән ситкә тайпылырға тейеш түгел. Әлбиттә, спектаклде әҙерләй башлағанда һәр актер үҙенә

Рөстәм Хәкимов кескәй сағында атаһыМилләт Ташбулат улы, әсәһе Миңзифа

Ғүмәр ҡыҙы менән. 1972 йыл

Page 12: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 201012

Рөстәм ХӘКИМОВ

бирелгән ролгә инеп, төрлөсә уйнап ҡарай, этюд­тар яһай. Йәғни образды ҡойорға әҙерләнә. Әгәр ҙә этюдтар бары тик уйын өсөн генә эшләнә икән һәм әҫәрҙең фекеренә асыҡлыҡ индермәй икән, тимәк ул спектаклгә йәбешмәй, беҙ уны ҡабул итмәйбеҙ. Беҙҙең профессияның төп маҡсаты – фекерҙе эҙләп, табып тамашасыға алып барып ет­кереүҙән тора.

Сәхнәлә төрлө хәл­ваҡиға килеп тыуыуы их­тимал. Тамашасыға әүрәп үҙенән импровизация өҫтәп тә ебәрә. Мәҫәлән, гастролдәр ваҡытын­да, спектакль барғанда йә ут һүнә, йә ултырғыс емерелә, йә актер яҙа баҫып, ҡолап китә. Бындай хәлдән сығыу өсөн, актер образдың һәм спектакл­дең эстәлегенән тайпылмай ғына бер нисә фраза өҫтәүе мөмкин.

Артист роль өҫтөндә эшләгәндә лә, сәхнәлә уйнағанда ла, драматург һәм режиссер һымаҡ ижад итә. Спектакль барышында транс хәленә ингән актер һөйләмдең йөкмәткеһенә хилафлыҡ килтермәй үҙенән һүҙҙәр өҫтәүе лә итимал.

Әммә сәхнәлә эшләгәндә ул режиссер ҡуйған талаптарҙан ситкә тайпылмаҫҡа тейеш. Әгәр ҙә актер шашып импровизация эшләп, үҙенән теләһә ниндәй, тексҡа йәбешмәгән һүҙҙәр һөйләп ебәрә икән, режиссер уны мотлаҡ иҫкәртергә һәм тыйырға тейеш.

– Һеҙ, актер ижадсы, тинегеҙ. Ә эш ба-рышында уның уй-теләктәрен, кәңәштәрен иҫәпкә алаһығыҙмы? Әллә спектаклде үҙегеҙ

нисек күрәһегеҙ, шул ҡыҫалар эсендә генә хәл итәһегеҙме?

– Авторҙың үҙенең (минең түгел) рамкалары бар. Әҫәрҙә фекер һәм ваҡиғалар теҙмәһе (собы­тийный ряд) һалынған. Ваҡиғалар теҙмәһе – пер­сонаждарҙы бер йүнәлештән бөтөнләй икенсеһе­нә бороп алып китә торған әйбер. Ошо ваҡиғалар теҙмәһе спектаклдәге барлыҡ персонаждарға ла йә туранан­тура, йә иһә ситләтеп кенә булһа ла ҡағылырға тейеш.

Мин, режиссер булараҡ, драма авторы ҡуйған сиктәрҙән ситкә тайпылмайым. Ә актер иһә тап шул сиктәр эсендә теләһә нимә эшләй ала. Беҙҙең уҡытыусыбыҙ: «А нөктәһенән Б нөктәһенә барып етеү өсөн иң тура юл – кәкере һыҙыҡ (кривая)», – ти торғайны. Йәғни актер әллә ниндәй борма­борма юлдарҙың, тау­үркәстәрҙең А нөктәһенән бары тик Б нөктәһе арауығында ғына үтә ала.

– Һеҙ үҙегеҙгә алмаш режиссер әҙерләйһегеҙ-ме? Йәғни ошо мәсьәләне күҙ уңында тота-һығыҙмы? (Һеҙгә хаҡлы ялға китергә әле бик иртә, шулай ҙа Мәскәү йәки шундай ҙур ҡаланан отошло тәҡдим эшләнһә, күсеп китеүегеҙ их-тимал, ә театр режиссерһыҙ ҡаласаҡ. Фәҡәт ошоларҙы ғына күҙ уңында тотоп бирәм әлеге һорауҙарҙы.)

– Эйе, алмашҡа режиссерҙар әҙерләнә. Беҙҙең театрҙан Айнур Сәфиуллин исемле егет Мәскәүҙә режиссерлыҡҡа уҡып йөрөй. Әлегә уның дип­лом эшен әҙерләп, ғөмүмән, театрға ҡайтҡанын

көтәбеҙ. Һис шикһеҙ, театрға яңы һулышлы йәш кешеләр ки­леүе – шатлыҡлы ваҡиға. Бөгөн мин йәштәр, актерҙар араһынан режиссер булырҙай егеттәрҙе күҙәтеп йөрөйөм. Әммә шуныһы бер аҙ кәйефте ҡыра: ак терҙарҙы режиссерлыҡҡа уҡы тырға ебә­реү – уны актер булараҡ юғал­тыу тигәнде аңлата. Айрат Абу­шахманов менән миңә һуңғы осор йыш ҡына: «Егеттәр, ниңә режиссерлыҡҡа киттегеҙ инде, һеҙ бит бынамын тигән талант­лы актерҙар инегеҙ», – тип үкенес менән әйтеп ҡуялар.

Миңә ҡалһа, актер, эшендәге нескәлектәргә төшөнөп, үҙен баш ҡаса бейеклектә һынап ҡа­рарға теләһә – ҡаршы килергә ярамай.

М. Ғафури исемендәге БДАД театрында ҡуйылған Шекспирҙың «Ун икенсе төн» спектакленән күренеш. Һулдан уңға: Айрат Абушахманов,

Рөстәм Хәкимов, Айсыуаҡ Йомағолов, Алмас Әмиров. 1996 йыл

Page 13: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 2010 13

Рөстәм ХӘКИМОВ

Дөрөҫөн әйткәндә, үҙемде режиссер әҙерләрлек кимәлгә еткәнмен тип иҫәпләмәйем. Шу­ға күрә, шәхсән бер кемде лә әҙерләгәнем юҡ. Сөнки әле үҙемә режиссер эшенең нескәлектәрен өйрәнәһе лә өйрәнәһе. Ә инде өл гөрөп еткәс, әлбиттә, күҙ күрер.

– Заман драматургияһы ха-ҡында ла һөйләшеп алайыҡ әле. Күп режиссерҙар: «Драматур-гтар юҡ, ҡуйырлыҡ әҫәрҙәр ижад ителмәй», – тип зарлана. Ә өмөтлө йәш драма яҙыусылар менән бергәләп ижад итергә һәм драматургияны үҫтерергә һис кенә лә ынтылмай. Был юҫыҡта нимә эшләргә мөмкин? Һеҙҙең йәш яҙыусыларға ярҙам иткәне-геҙ булдымы?

– Минең режиссерлыҡ ижа­дым драматург Айһылыу Йәғә фәрованың «Ҡып­саҡ ҡыҙы» пьесаһын сәхнәләш тереүҙән башлан­ды. Әҫәр камил драматургия түгел ине, әлбиттә. Әммә ундағы фекер тәрәнлеге күңелемә хуш килде һәм Айһылыу Йәғәфәрова менән бергәләп мин әйткән иҫкәрмәләрҙе, күрһәтмәләрҙе иҫәпкә алып, яҙып, пьеса эшләп, сәхнәгә сығарҙыҡ.

Икенсеһе Сыңғыҙ Айтматовтың «Ал яулыҡлы тирәккәйем» повесы буйынса Александр Оснос яҙған инсценировка ла камил әҫәр түгел ине. Бын­да мин автор менән берлектә булмаһа ла, үҙем бик күп төҙәтмәләр индереп, инсценировканың яңы вариантын эшләп, спектакль ҡуйҙым.

Сәрүәр Сурина үҙенең «Сыйырсыҡ тиҫбәһе» әкиәтен дә минең кәңәштәргә таянып эшләп алып килде һәм сәхнәгә сығарҙыҡ. Шулай уҡ Гөлшат Әхмәтҡужина, Таңсулпан Ғарипова үҙҙәре ижад иткән әҫәрҙәрҙе миңә күрһәтеп, кәңәшләшеп, кәрәкле йүнәлеш алып китәләр.

Үҙем шәхсән, драма әҫәрҙәренә ҡытлыҡ икәнен яҡшы аңлағанға күрә, аҙыраҡ һәләттәре бар яҙыу­сылар менән бергәләп ижад итеүҙән һис тә баш тартмайым. Хәлемдән килгәнсә ярҙам итергә ты­рышам.

Шуныһы ҡыҙғаныс, күп осраҡта драматургтар пьесаларын мин әйткән юҫыҡта, идеяға ҡолаҡ һалып, тейешле кимәлдә эшләп алып килмәйҙәр. Һөҙөмтәлә, бөтә тырышлыҡ ҡул һелтәү менән генә тамамлана.

Эйе, заман драматургияһы көрсөктә. Әммә шуныһы шатландыра: Мәҙәниәт министрлығы, бигерәк тә Яҙыусылар союзының драматургия секцияһы етәксеһе, күренекле драматург Наил Ғәйетбаев Талҡаҫ буйында ойошторған йәш дра­матургтар семинары беҙҙең республика театрҙары өсөн ярайһы уҡ ярҙам. Сөнки ни генә тимәһендәр, семинарҙа ҡатнашҡан йәштәрҙең драмаларына өҫтөнлөк бирелә.

Ошондай семинарға ярашлы Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында драматургия, режиссура буйынса дәрестәр йә курс тар ойошторғанда эш ырамлыраҡ булыр ине. Мин хатта үҙем дә ундай дәрестәр алып бара алам.

Талҡаҫ буйындағы драматургтар семинарын ике­өс йылға бер түгел, ә йыл һайын үткәреүҙе бөгөн бик мөһим тип иҫәпләйем.

Бөгөн минең драма яҙыусыларға балалар һәм үҫмерҙәр өсөн заманса рухтағы пьесалар яҙһалар ине тигән теләгем бар. Яҙылған әҫәрҙәрегеҙҙе миңә килтереп күрһәтегеҙ, хәлемдән килгәнсә ярҙам итергә тырышасаҡмын.

– Рөстәм, һеҙ ниндәй уҡыу йорттарында белем алдығыҙ? Уҡытыусыларығыҙ кемдәр булды?

– Мәктәпте тамамлағас, өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға индем. Унда мин Ҡурсаҡ те­атры курсына эләктем һәм беҙҙе Павел Романо­вич Мильниченко, Булат Батыр улы Хәйруллин, Айрат Әкрәм улы Әхмәтшин, Наил Ғабдулла улы

М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының баш бухгалтеры Рәфис Мөхәмәтйәнов, директоры Ринат Ишмуллин,

баш режиссеры Рөстәм Хәкимов. 2009 йыл

Page 14: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 201014

Байбурин уҡытты. Ләкин театрға эшкә килгәс Рифҡәт Вәкил улы Исрафиловтан күп фәһемле дәрестәр алдым, мәктәп үттем һәм уны үҙемдең уҡытыусым тип иҫәпләйем.

Мәскәүҙә ГИТИС­та режиссерлыҡҡа уҡырға ингәс художество етәксебеҙ Холмский Павел Осипович, ә режиссура буйынса Долгачев Вя­чеслав Васильевич белем бирҙе. Ул үҙе бөгөн Мәскәүҙә яңы драма театрында художество етәксеһе булып эшләй.

өфөнән бер төркөм егеттәр: Айрат Абушах­манов, Илнур Муллабаев, Илдар Вәлиев, Нәркәс Искәндәрова менән бергә уҡыныҡ. Йәштәрҙе, атап әйткәндә, беҙҙе, Мәскәүгә уҡырға ебәрер өсөн ул саҡта Мәҙәниәт министры урынбаҫары булып эшләгән Наил Әсғәт улы Ғәйетбаев күп көс һалды. Һәм, шөкөр, бына барыбыҙ ҙа үҙебеҙҙең республика театрҙарына ҡайтып, хәлебеҙҙән килгәнсә уңышлы ғына итеп эшләп йөрөйбөҙ.

– Һеҙ ҡайһы яҡта, ниндәй ғаиләлә тыуып үҫте-геҙ?

– Атайым Хәкимов Милләт Ташбулат улы Әбйәлил районы Һәйетҡол ауылы егете. Ул тәүҙә Әбйәлилдә, артабан Баймаҡта беренсе секретарь булып эшләне. өфөгә күсеп килгәс, идеология бүлеген етәкләне. Атай ғүмере буйы дәүләткә хеҙмәт итһә лә, сәнғәт донъяһын мө киббән ки­

теп яратты. Әсәйем Миңзифа Ғүмәр ҡыҙы Баймаҡ районы Тубин ауылын­да тыуып үҫкән. Ул мәктәптә эшләне һәм минең беренсе уҡытыусым да әсә­йем. Әйткәндәй, әсәйем дә сәнғәткә ғашиҡ кеше ине. Улар йәш саҡтарында районда уҙған һәр төрлө сараларҙың иң актив үҙешмәкәр артистары булып торҙолар. Икеһе лә оҫта бейеүсе ине.

Миңә сәнғәткә һөйөү атай­әсәй­емдән ҡаныма һалынған дыр, күрәһең. Бала саҡтан музыка һәм художество мәктә бендә уҡыным. Шуға күрә театр донъяһына эшкә килеүем осраҡлы ғына хәл түгел.

Ғаиләлә беҙ 1974 йылғы Эльвира һеңлем, 1984 йылғы Миҙ хәт исемле ҡустым менән үҫтек. Миҙхәт сәнғәт юлын һайламаны. Үҙемдең иһә Айзилә

исемле ҡыҙым үҫеп килә. Ул дүртенсе синыфта тик «бишле» билдәләренә генә уҡып йөрөй. Бейеү дәрестәрен бик ярата, әле художество мәктәбендә шөғөлләнә.

– Һеҙҙе бик уңған режиссер ғына түгел, ә яҡшы ашнаҡсы ла тип һөйләйҙәр. «Тамаша» журналы уҡыусыларын да үҙегеҙҙең яратҡан ризығығыҙҙың рецебы менән таныштырып үтһәгеҙ ине.

– Мин яратҡан ризыҡтар күп ул. Әммә айы­рыуса үҙ һутында быҡтырылған тауыҡты яратып әҙерләйем.

4 тауыҡ бото, 5 уртаса ҙурлыҡтағы бәрәңге, 2 кишер, 5 бәрәңге ҙурлығында киҫелгән кәбеҫтә, 2 «Маги» тауыҡ һурпаһы кубиктары, 1 лимон, 1 әфлисун, 1 алма, 1 баш һарымһаҡ алына.

Кәстрүл төбөнә көнбағыш майы һалабыҙ, өҫтөнә тауыҡтың тиреһен итенән айырып, кәс­трүл төбөнә йәйеп һалабыҙ. Киҫелгән итте тоҙлап, борослап тире өҫтөнә һалабыҙ. Кәбеҫтә, кишер һәм бәрәңгенең өҫтөнә «Маги» кубигын ыуабыҙ. Башта ит өҫтөнә кәбеҫтә, һуңынан әфли­сун, лимон һәм алманы өлөшләп киҫеп бәрәңге һәм кишер менән аралаштырып, кәбеҫтә өҫтөнә һалабыҙ. Бер бөтөн һарымһаҡты уртаға ҡуябыҙ. «Матурлыҡ өсөн» әфлисундың ҡабығын ҡырғыс аша үткәреп, өҫтөнә һибергә була. Һәм 40­45 ми­нут әкрен утта быҡтырабыҙ.

Рөстәм Хәкимов ҡатыны Рәсимә, ҡыҙы Айзилә менән. 2009 йыл

Рөстәм ХӘКИМОВ

Page 15: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 2010 15

М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры рус труппаһының баш режиссеры, Ш. Бабич исемендәге премия лауреаты Мөсәлим Георгиевич Күлбаев менән әœгәмә

Мөсәлим Георгиевич Күлбаев 1969 йылдың 8 авгусында Ҡабарҙа-Балҡар республикаһында донъяға килә. Милләте буйынса – балҡар. Ш. Бабич исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты.

Ҡабарҙа-Балҡар дәүләт университетын һәм Б.В. Щукин исе-мендәге Юғары театраль училищены тамамлағас М. Горький исемендәге Нальчик дәүләт драма театрында тауыш режиссе-ры булып эш башлай. Бер аҙҙан Стәрлетамаҡ рус драма теат-рына художество етәксеһе итеп эшкә саҡырыла. Һуңғы ун йыл-да – баш ҡаланың Йәштәр театрында рус труппаһы ның баш режиссеры.

Мөсәлим Күлбаев ҡуйған М. Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» спектакле «Театр яҙы – 2005» фестивалендә ҡатнашып дүрт номинацияла еңә. Ә 2006 йылда үткән «Туғанлыҡ» Халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивалендә был спектакль ике дипломға лайыҡ була.

Баш ҡалабыҙҙа үткән «Театр яҙы – 2009» фестивалендә А.Приставкиндың повесы буйынса ҡуйылған «Ночевала тучка золотая» спектакле биш номинацияла еңеүсе булып тамашасы

һөйөүен яулай.

әœгәмә

Театр – тыуған йортом

– Мөсәлим Георгиевич, Йәштәр театры тор-мошоғоҙҙа ниндәй урынды биләй?

– Ғөмүмән, театр ул күп төрлө хәл­ваҡиғаларға бай күренеш тип атар инем. Театр тураһында бай­таҡ ҡына дөйөм төшөнсәләр йәшәп килә: «Театр ул – ғибәҙәтхана», «Театр ул – кафедра»… Миңә, шәхсән, «Театр ул – йорт» төшөнсәһе яҡыны­раҡ, сөнки Йәштәр театры – минең йортом. Ул үҫеп килеүсе быуындың төп терәге лә, сөнки театр улар менән туранан­тура аралашыу юлы. Аҡты­ҡаранан, яҡшыны­ямандан айыра белеү ҙә йәштәр өсөн мөһим. Тормошта һороһо ла, йәше­ле лә, ҡыҙылы ла барлығын аңлағас ҡына йәш тамашасыларыбыҙ, өлкәнәйеп, башҡа театрҙарға тарала. 10­20 йылдан мөһим ҡарар ҡабул итәсәк бөгөнгө йәштәрҙең әхләҡи сафлығына ла яуап­лылыҡ тоя Йәштәр театры.

– Мөсәлим Георгиевич, һәр режиссерҙың спек-таклдәрендә кәүҙәләндергән ижади темалары, идеялары бар. Һеҙҙең ижади темағыҙ ниндәй?

– Темалар пьесаға бәйле, ә пьесалар – төрлө. Һәр дәүерҙең үҙ тауышы. Һуңғы ваҡытта кешелек сифаттары тураһында һөйләү урынлы.

Байлыҡты тейәп «теге донъя»ға алып ки­теп булмай. Рухи байлыҡ мөһимерәк. Мал­мөлкәт тормош маҡсаты булырға тейеш түгел, ә уны маҡсатҡа ирешеү сараһы тип ҡабул итергә кәрәк. Спектаклдәрем – (әлеге ваҡыт­та ҡуйырға әҙерләгән «Безумный день или женитьба Фигаро» (П. Бомарше) һәр кеше үҙ яҙмышына үҙе хужа икәнлеге, үҙихтирам ту­раһында. Әгәр һин бай һәм дәрәжәле икән, бы­лар бер нәмә лә гарантияламай. М. Рощиндың «Валентин һәм Валентина», А. Приставкин­

Мөсәлим Күлбаев. 2008 йыл

Мөсәлим КҮЛБАЕВ

Page 16: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 201016

М¿сәлим КҮЛБАЕВ

дың «Ночевала тучка золотая» спектаклдәре ошо хаҡта.

– Һеҙ йыш ҡына спектаклдәрҙе проза буйын-са ҡуяһығыҙ. М. Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Ауыл адвокаттары», А. Приставкиндың «Но-чевала тучка золотая», Р. Киплингтың «Джун-глиҙар китабы» буйынса «Мы с тобой единой кро-ви». Прозаға булған ҡыҙыҡһыныу нимәгә бәйле: драматургияның етешмәүеме, әллә башҡа та-лаптармы?

– Ижади талаптарыңды тормошҡа ашы­рыуҙа проза һәр ваҡыт киң мөмкинлектәр бирә. Унда иркенлек күп. Парадокс шунда: пьеса ни тиклем яҡшы яҙылһа, шул тиклем киңлек аҙ. Драматургик материал ныҡлы булған һайын ун­да нимәнелер индереүе ҡыйын. Ф. Бүләковтың, М. Рощиндың, А. Арбузовтың акварель пьеса­лары сибек төҙөлөшлө һәм унда «тимер­бе­тон» кеүек эшләнелмәгән, улар режиссура өсөн күберәк иркенлек бирә.

Әлеге ваҡытта донъя театрының дөйөм тен­денцияһы шундай: бик күп режиссерҙар пье­саға ҡарағанда проза менән эшләүҙе хуп күрә. Шуның өсөн прозаның нескәлеге икенсе төрлө, һайлау мөмкинселектәре киң, эске һи ҙемләү бу йынса, теге йәки был йүнәлештә уны ныҡлы

үҫтерергә һәм көтөлмәгәнсә хәрәкәт иттерергә була.

– Хәҙерге заман драматургияһы тураһында һөйләгәндә, аҙ ғына үҙебеҙҙең милли драматур-гияға ла туҡталып китке килә.

– Беҙҙең драматургия театраль процесстан бик артта ҡала. Театр һәр ваҡыт үҙгәреп тора. Ул ваҡытҡа эйәрә. Драматургтар бик һуңлап яҙа­лар, йә көн үҙәгенә эләгергә ашығалар. Ҡағиҙә булараҡ, был художестволы килеп сыҡмай, гәзит публикацияһы кеүек өҫтән­мөҫтән яҙы­ла һәм бик ҡыҙыҡлы булмай. Драматургия – әҙәбиәттең бик­бик ҡатмарлы жанры. Ул бер ҡарауға еңел генә күренә. Драматургтарҙы тәр­биәләп үҫтерергә кәрәк. Баймаҡ районында үткән драматургтар семинарына күптәр тәнҡит күҙлегенән ҡарай. Минең уйымса, бындай сара­ларҙан тиҙ һөҙөмтәләр өмөт итеү дөрөҫ түгел. Ярты ай эсендә утыҙ гениаль драматург тыумая­саҡ, әлбиттә. Тик сабырлыҡ һәм тырыш хеҙмәт аша ғына, йылдар буйы эшләгәндән һуң ғына берәй йондоҙсоҡ ҡабынасағына өмөт итергә була. Мине ҡайһы бер драматургтар ҙың яҙыу мотивацияһы ғәжәпләндерә. Шекспир, Моль­ер, Чехов, Мостай Кәримдәр пьеса яҙған, сөнки яҙмай булдыра алмаған, улар кешеләргә тарих­

ты һөйләргә ашыҡҡан. Беҙҙең драматургтар ни өсөн яҙа? Сөнки үҙҙә ре­нең әҫәр ҙәрен сәхнәлә күреү теләге ныҡ көслө.

Бер ваҡыт Немирович­Данченкоға йәш драма­тург килә. «Йәш быуын ту­раһында пьеса яҙы ғыҙ. Егет сит илгә китә, ҡайтыуы­на һөйгән ҡыҙы кейәүгә сыға», – ти ул егеткә.

Йәш кеше Немирович­Данченкоға яуап бирә: «Был бит мәғәнәһеҙлек! Егет ҡыҙ ҙы ярата, ә ҡыҙ – икенсене. Яҙмаҫ мын, мо­ғайын». «Эйе, ә Грибоедов яҙа ал ған», – тип яуап бир­гән Немирович­Данченко.

Бында ваҡыт та, талант та, хеҙмәт тә талап ителә. Аудитория ме нән арала­шыу өсөн аныҡ тема та­

А. Приставкин, «Ночевала тучка золотая». М. Кәрим исемендәгеМилли йәштәр театры спектакле. (Реж. – М. Күлбаев).

Һулдан уңға: Хәрби – С. Нурисламов, Илья – Л. Әхмәтвәлиев. 2009 йыл

Page 17: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 2010 17

М¿сәлим КҮЛБАЕВ

былмай то роп, бер нимә лә ки леп сыҡмаясаҡ. Те­атрҙың ниндәйҙер һиҙемләүе булырға тейеш. залда дүрт йөҙләп кеше йы йыла. Беренсенән – уларға ниҙер әйтер өсөн әхләҡи хоҡуҡ кәрәк. Һүҙ әйтер өсөн дә сәбәп булырға тейеш. Һуңынан һорау тыуа «Нимә тураһында?» «Ни өсөн?» Былар барыһы ла тап килһә, спектакль уңышлы килеп сыға.

– Ни өсөн рус труппаһы репертуарында башҡорт драматургтарының әҫәрҙәре юҡ?

– Беренсенән, театрыбыҙҙың башҡорт труп­паһы репертуарында башҡорт драматургтары­ның әҫәрҙәре бихисап. Икенсенән, был турала ла уйлайбыҙ, алдағы көнгә ошо йәһәттән бик күп пландарыбыҙ бар. өсөнсөнән, рус труппаһы репертуарында М. Кәримдең көндәлектәренән, шиғырҙарынан, прозаларынан төҙөлгән «Ғүмер йылғаһы» тип аталған әҙәби­нәфис композиция бар. Был композиция башҡорт халҡының бөйөк шағирына ҡарата хөрмәт, уның ижадын яҡын кү­реү һәм һөйөү йөҙөнән төҙөлгән.

– Шулай ҙа, инсценировкалар йыш ҡына си-бек килеп сыға. Улар күберәк фестивалдәр өсөн

эшләнә, икенсе төрлө әйткәндә, критиктар өсөн ҡуйыла. Сюжеттар, интригалар характерҙың үҫеше бик көсһөҙ бирелә. Күренештәр аҙ, ә бер ниндәй мәғәнәһеҙ хәбәр һатыуҙар күп. Былар ба-рыһы ла тамашасының спектаклгә, ә һуңынан театрға булған ҡыҙыҡһыныуын юҡҡа сығара. Бындай спектаклдәрҙән һуң халыҡ башҡаса те-атрға килмәйәсәк. Ошондай яуаплылыҡ тоя-һығыҙмы?

– Бер һүҙһеҙ! Әлбиттә оло яуаплылыҡ тоям. Төрлө проза әҫәрҙәре буйынса инсцениров­калар эшләгәндә, һәр ваҡыт әҫәрҙең идеяһын, авторҙың әйтергә теләгән фекерен еткерергә тырышам. Мәҫәлән, М. Кәримдең «өс таған», «Беҙҙең өйҙөң йәме» повестарында авторҙың балалыҡ, матурлыҡ донъяһын асып һалырға ты­рыштым.

– Мөсәлим Георгиевич, әңгәмәгеҙ өсөн Һеҙ гә ҙур рәхмәт, эшегеҙҙә яңы ижади үрҙәр те ләйбеҙ.

З. Яҡупова, А. Сәғитоваәҙерләне

Көләмәс

Ике актер Яңы йылда Ҡыш бабай булып аҡса эшләйҙәр икән. Береһе – икенсеһенә:– Дуҫ кеше, һин минең фатирға инеп, ғаиләмде ҡотлап сыҡ әле! – ти икән. – Ә ниңә үҙең ҡотламайһың? – Мин бик ҡыйбат алам бит.

***Бер режиссер икенсеһенән һорай:– Ә һинең яңы спектаклең нисә сәғәт бара? – Төрлөсә.– Нисек аңларға быны? – Ҡайһы саҡта ике сәғәт, ҡайһы саҡта сәғәт ярым. Артистар һуңғы тамашасы ҡалғансы уйнай.

Page 18: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 201018

Зифа Дәүләтбаева, Башҡортостан Республи-каһының атҡаҙанған артисткаһы:

1. Бәләкәй саҡтан сәхнәнән төшмәнем, йыр­моң араһында үҫкәнгәме (әсәйем матур йырлай, атайым ҡурайҙа, мандолинала, баянда уйнай ине), сәнғәткә ғашиҡ булдым. Бигерәк тә балет, бейеү сәнғәте үҙенә тартты. Актер һөнәре бик кәрәк. Врачтар кешенең тәнен дауалаһа, актерҙар иһә йәнен дауалай. Спектакль, концерттар ха­лыҡҡа дәрт өҫтәй, илһам бирә, ҡанат ҡуя, ру­хын нығыта, кәйефен күтәрә, йәки фәһем бирә, уйланырға мәжбүр итә. Беҙ үҙебеҙҙең ижад аша

әйтергә теләгән һүҙебеҙҙе еткерә алабыҙ, кешене тетрәндерәбеҙ, уйландырабыҙ, шатландырабыҙ. Бигерәк тә кескәй балалар үҙҙәренең ихласлығы менән беҙҙе ҡыуандыра. Ошо шатлыҡ түгелме ни! Шулай булғас, нисек был һөнәрҙе һайламайһың инде?! Төрлө образдарға кереп, һәр кешенең пси­хологияһын өйрәнеп, киреме ул, ыңғай образмы, үҙебеҙ ҙә күп нәмәгә өйрәнәбеҙ, фәһем алабыҙ.

2. Иң яратҡан, студент саҡта уйнаған М. Кәримдең «Ай тотолған төндә» спектакленән Тәңкәбикә роле. Ә театрҙа уйнаған ролдәрҙән «Ғилмияза»ла (Т. Ғарипова) Хазина образы. Көслө ҡатын­ҡыҙҙар – донъя тотҡаһы улар. Икеһенә лә көслө характер хас, шул уҡ ваҡытта кешелекле яҡтары ла, йомшаҡ булған саҡтары ла күрһәтелә. Һәр береһе һайлау алдында тора. Ошо күренештәрҙе, икеләнеүҙәрҙе күрһәтеү мауыҡтырғыс. Булдыраһың икән, кү ңелеңә ҡәнәғәтлек тойғоһо килә.

Драматург тарафынан һәйбәт итеп эшләнгән, образды төрлө яҡтан төрлө кисерештәр аша күрһәтергә мөмкинселек булған һәм актерлыҡ һәләтеңде асырлыҡ ролдәр яҡын була, тип уй­лайым.

3. Ролдәр бөтәһе лә яҡын. Яратҡан, ярат­мағандары булмайҙыр, тип уйлайым. Сөнки һәр актер роленә бөтә йәнен, булмышын бирә, төрлө уйланыуҙар менән йөрәк йыртып килеп сыға бит ул образдар. Ыңғай, кире образ булһа ла, бөтәһе лә ҡәҙерле, яҡын.

4. Минеңсә, беҙҙең Йәштәр театры өсөн, йәш­тәр темаһын, уларҙың проблемаһын күтәргән спектаклдәр етешмәй, сөнки, дөрөҫөн әйткән дә, юғары кимәлдә яҙылған һәм йәштәрҙең йәшәйе­шен, көнкүрешен күтәргән пьесалар юҡ.

Зифа Дәүләтбаева

ижади анкета

Артистар тормошонан

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙарына ижадҡа ҡағылышлы һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

1. Ни өсөн актер һөнәрен һайларға булдығыҙ?2. Ниндәй ролде яратып башҡарҙығыҙ һәм ни өсөн?3. Күңелегеҙгә ятмаған ролдәрегеҙ булдымы? Ни өсөн уны оҡшатманығыҙ?4. Һеҙҙеңсә, театрығыҙ афишаһында ниндәй спектаклдәр етешмәй?5. Репетиция йәки спектакль ваҡытында һеҙҙең менән булған ҡыҙыҡлы хәл.6. Театрҙың директоры йәки баш режиссеры булһағыҙ, иң алда ниндәй эштәр атҡарыр инегеҙ?

Page 19: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 2010 19

ижади анкета

Илсур Хәбиров, Башҡортостан Республи-каһының атҡаҙанған артисы:

1. Бала саҡтан телевизорҙан ҡараған спек­таклдәргә, йыр­моңға ғашиҡ инем. өфө сәнғәт училищеһында уҡый башлағас, С. Орджоникид­зе исемендәге мәҙәниәт һарайының Башҡорт ха­лыҡ театрында шөғөлләнә башланым һәм ул сих­ри донъя бөтөнләйгә мине йотто. Бына егерменсе йыл Милли йәштәр театрында хеҙмәт итәм.

2. Ошо егерме йыл эсендә 80­дән ашыу роль уйналды. Шуларҙың араһында Т. Миңнуллиндың «Ауыл эте Аҡбай» спектакленән – бүре балаһы, М. Булгаковтың «Ярты аҡыл Журден»да – Пан­кросс, М. Кәримдең «Ҡыҙ урлау» комедияһында Дәүләтбай ролдәре күңелгә ныҡ яҡын булды. Уларҙың эскерһеҙлеге, тормошҡа ҡараштары башҡаларҙыҡынан айырылып торғаны өсөн, ата­әсәләренең, һөйгәндәренең ҡәҙерен белгәндәре өсөн уларҙы яраттым.

3. Ҡайһы бер ризыҡты яратмаған кеүек, күңелгә ятмаған ролдәр ҙә бар. «Бәләкәй ролдәр булмай, бәләкәй актерҙар була» ти­һәләр ҙә, әгәр ҡаҙынып­соҡоноп эҙләнерлек образ булмаһа, актер үҙен сәхнәлә яланғас кеүек хис итә. Шундай ролдәрҙән Р. Сәйәпов­тың «Көслөләрҙән көслө» спектакленән Таш­баш образын атарға була.

4. Йәштәрҙе ылыҡтырырлыҡ, студенттар өсөн, наркоманияға, эскелеккә ҡаршы көрәшкән спектаклдәр юҡ. «Студенттар», «Ауылға ҡыҙҙар килде» әҫәрҙәре кеүек спектаклдәр күрге килә.

5. Ҡыҙыҡлы хәлдәр бик күп булды. Иң иҫтә ҡалғаны: 1989 йылда Нуриман районында «Ирекле инша» тигән пьеса менән йөрөйбөҙ. Ярты спектакль уйнап бөткәйнек, ут һүнде лә ҡуйҙы. Биш минут үтте, ун минут... Баҡтиһәң, дауыл сығып, бөтә электр сымдарын өҙгән, бағаналарын ауҙарған. Ауыл кешеләре яҡын­дағы өйҙәрҙән кәрәсин лапмалары, шәмдәр алып килеп, сәхнәгә теҙеп элеп ҡуйҙы. Һәм бик үҙенсәлекле спектакль барлыҡҡа килде. Уңыш­лы сығыш яһаныҡ. Тамашасылар бик йылы ҡабул итте.

6. Режиссер, йә иһә директор булһам, репер­туар политикаһын булдырыр инем, драматург­тарға пьесаларға заказ бирер инем, ситтән ре­жиссерҙар саҡырыр инем. Актерҙарҙың социаль хәл­тормошона иғтибар күберәк бирер инем.

Зилә Сәйетова:1. Актриса булыу бәләкәй саҡтағы хыялым

һәм ул тормошҡа ашты. 2. Айҙар буйы сығарғас, бар ролдәр ҙә

яҡын, шуға яратам, яратмайым тип әйтә ал­майым. Мәҫәлән, әле беҙҙең театр сәхнәһендә

Зилә Сәйетова

Илсур Хәбиров

Page 20: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 201020

ижади анкета

барған Т. Миңнуллиндың «Йәнкиҫәккәйем» спектаклендә Рәсимә ролен бик яратып уйна­ным. Ауыл ҡыҙы булмышы менән бик яҡын.

3. С. Латиповтың «Амазонкалар» спектакле төрмә тураһында ине. Оҡшатманым тип әйтә алмайым, шулай ҙа уйнағандан һуң тыныслана алмай торғайным. Ҡурҡыныс...

4. Классик әҫәрҙәр етешмәй тип уйлайым. 5. Татарстандың Аҡтаныш районында гаст­

ролдә йөрөйбөҙ. Н. Ғәйетбайҙың «Ауылға ҡыҙҙар килде» спектакле бара. Мин Нурания ролен башҡарам һәм иң аҙаҡта бер үҙем егетһеҙ ҡалам. Шул саҡ залдан бер ир кеше: «Миңә бул, Нура­ния, беҙҙең ауылда ҡал», – тип ҡысҡырҙы. Шунан ҡайтҡас, хат та яҙып ебәргәйне.

6. Мин актриса – директор ҙа, баш режиссер ҙа түгел, шуға күрә нимә эшләр инем, әйтә ал­майым. Булғас әйтермен...

Эльмира Саматова:1. Мәктәптә уҡыған саҡта һис кенә лә артист

булырмын тип уйламаным. Әммә үҙ­үҙемде белә­белгәндән матурлыҡҡа һоҡландым. Мин тәрбиәсе һөнәрен һайлармын тип хыял иттем. Беҙҙең ғаиләлә актерҙар юҡ. Атайым нефть буйынса белгес, әсәйем хәрби заводта эшләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, миңә 15 йәш тулған йылды атайым ҡапыл ғына мәрхүм булып китте. Бик ныҡ

ҡайғырҙыҡ. Әммә туғыҙынсы синыфты тамам­лағас, өфө сәнғәт училищеһында Олег Ханов Йәштәр театры өсөн махсус актерҙар курсы йыя тип ишетеп, мин дә ҡапыл ғына шунда барып, үҙемде һынап ҡарарға уйланым. Һәм бәхет йыл­майҙы. 1991 йылда, мин – 15 йәшлек ҡыҙыҡай – уҡырға инеп киттем. Дүрт йыл уҡып 1995 йылда диплом яҡланым. Тәүге ролем М. Фәйзиҙең «Аҡ эшләпә» спектаклендәге Гөләндәм образы.

2. Үҙем башҡарған ролдәремдең барыһын да яратам. Яратмаған роль булмайҙыр, тип уйлайым. Ә иң­иң ҡәҙерлеләре була. Мәҫәлән, М. Кәрим­дең «Йәйәүле Мәхмүт» спектаклендә зәмзәгөл, рус труппаһында Иван Вырыпаевтың «Вален­тинов день» спектаклендә 60 йәшлек әбей ролен башҡарам. Режиссер миңә ошо төп ролде тәҡдим иткәс, ҡаршы килмәһәм дә, нисегерәк итеп 60 йәшлек ҡатынды сәхнәлә сағылдырырға тигән һымаҡ уйҙар борсоно. Сәхнә лә шундай һүҙҙәр менән башлана: «Бөгөн миңә 60 йәш тулды...» Был һүҙҙәрҙе әйтеү менән тамаша залынан: «О, ҡарсыҡ! Бик йәш күренәһең!» – тигән репликалар ишетелә. Әммә мин хәҙер күндем. Үҙемде тиҙ генә ҡулға алам һәм ролемде яратып уйнайым. Тамаша­сылар бер­береһенән ишетеп спектаклде ҡарарға киләләр һәм ҡәнәғәт булып ҡайтып китәләр.

3. Күңелгә ятмаған ролдәр булғаны юҡ. Ҡайһы саҡ «Ниңә режиссер миңә тап ошо ролде бирә икән?» – тип уйлап ҡуяһың һәм һуңынан эш барышында режиссерға рәхмәт әйтәһең. Сөнки ул актерҙың нимәгә һәләтле икәнен күрә, белә. Актер бит ул ҡамыр һымаҡ. Режис­сер уның мөмкинлектәренән сығып эш итә. Мин үҙем Сөләймән Латиповтың «Амазонка­лар» спектаклендәге ролемде уйнарға ҡурҡтым. Әммә һуңынан рәхәтләнеп, йөҙөп йөрөп ижад иттем. Унда актерҙарға матур грим һалынмай, биҙәнеп­төҙәнеп роль уйнап булмай, шуға күрә лә күп актрисалар ролдәренән баш тартты.

4. Бөгөн беҙҙең афишаларҙа күпселек ауыл темаһы урын алған. Йәштәр театры булғас, улар тормошона бәйле, йәштәр тормошо менән һуғарылған әҫәрҙәр күберәк булһа ине. Шоу формаһындағы тамашалар ҙа кәрәк.

Һүҙ ҙә юҡ, репертуарыбыҙ бай. Әммә башҡорт труппаһының спектаклдәре аҙ сыға. Мәҫәлән, ноябрь айында беҙҙең труппа ни бары биш кенә спектакль уйнаны. Бер мәл театрға Әхтәм Абу­шахманов «Яҙғы хистәр» тигән бик матур тама­ша ҡуйған ине. Шуға оҡшаш фәһемле програм­малар кәрәк йәштәргә.

Эльмира Саматова

Page 21: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 2010 21

ижади анкета

6. Театр етәксеһе булыуҙан Алла һаҡлаһын. Етәксе кеше театрҙы, бинаны, спектаклдәрҙе генә түгел, һәр актерҙың, һәр хеҙмәткәрҙең тормошо, нисек йәшәүе менән дә ҡыҙыҡһынырға тейеш. Ғөмүмән, етәксе яҡшы психолог, киң эрудицияға эйә булырға тейеш.

Гөлбинә Сафуанова:1. Ҡыҙ балаға матурлыҡҡа ынтылыу хас. Мин

дә бала саҡтан һүрәт төшөрөргә, шиғырҙар һөйләргә яраттым. Әсәй­атайға концерт күр­һәтә инек, шунан көҙгөгә ҡарап, ҡыланып ин­тервью бирә инем. Мәктәптән һуң училище тамамлап, бер нимәгә ҡарамаҫтан, өфө сәнғәт институтына юл тоттом. Әсәйем уҡыта ал­майым тиеүенә ла ҡарап торманым. Шул тик­лем актриса булырға теләк ҙур ине.

2. Мостай Кәримдең «Йәйәүле Мәхмүт» әҫә­ рендә – Мәҙинә, Т. Миңнуллиндың «Йәнкиҫәк­ кәйем»ендә – Шүрәлинә. Үҙем сығарған һәр бер ролемде лә яратам һәм һәр образ минең өсөн бик ҡәҙерле, сөнки уны эшләп сығарыу анһат ҡына эш түгел. Һин бит шул кешенең тормо­шо менән йәшәй башлайһың, уның һымаҡ уй­лайһың, һәр бер ҡыланышын, һүҙен үҙең аша үткәрәһең, аңларға тырышаһың. Шуға күрә ролдәремдең бәләкәйҙәрен дә, ҙурҙарын да яратам.

3. Ундай ролдәрем юҡ. Сөнки ул ниндәй генә булмаһын, уйнағандан һуң йөрәгеңдең, күңелеңдең бер өлөшө өҙөлөп ҡала.

4. Классика етешмәй тип уйлайым. Һуңғы ваҡытта театрҙар тамашасыға эйәреп китте. Мин аңлайым – тормош ауыр, кризис, кеше ко­медия ҡарарға теләй. Әммә ләкин беҙ йәштәрҙе тәрбиәләргә, нимәгәлер өйрәтергә тейешбеҙ. Ҙур классик спектаклдәр, классик образдар сығарғы килә. Ул саҡ тамашасы ғына түгел, беҙ ҙә актер булараҡ үҫер инек.

5. Репертуарыбыҙҙа йәштәр бик яратҡан Н. Ғәйетбайҙың «Студенттар» исемле спектакле бар. Беҙ үҙебеҙ ҙә уны бик яратып уйнайбыҙ. Ул спектакль ун йыл сәхнәбеҙҙән төшмәй, инде 500 тапҡыр күрһәткәнбеҙҙер. Шунда төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәр булғылай.

...Спектаклдәге ваҡиғалар студенттар ятағы­ның бер бүлмәһендә үтә. Бөтә конфликт декан­дың (уны Венер Камалов уйнай) бүлмәнән сыға алмауына ҡоролған. Ике акт буйы ишек бикле булырға тейеш һәм уны бер кем аса алмай, сөнки асҡысты йәшереп ҡуйғандар.

Тәүге мәлдә ишек ағас ҡына ине, ә беҙ уны тимер тип һөйләйбеҙ. Шул арҡала төрлө ҡыҙыҡ хәлгә осрап торҙоҡ. Ниһайәт, тимерҙән эшләп бирҙеләр.

Ишекте «бикләгәндән» һуң, теге яҡтан уны асылмаҫлыҡ итеп элеп ҡуйырға тейештәр. Хәҙер декан сығайым тиһә, мин: «Ишек бикле, асҡыс юғалды!» – тим. «Нисек бикле?» – тип Венер бар­ҙы ла ишекте ныҡ итеп тартҡайны... ишек асылды ла ҡуйҙы! Күрәһең, һәйбәтләп эленмәгән булған. Хәҙер ни эшләргә?! Декан сығып китһә, спек­такль бөттө, тигән һүҙ.

...Беҙ Венерға ҡарайбыҙ, нимә эшләр икән был, тип. Ә ул... иплә­ә­әп кенә ишекте япты ла: «Ысынлап та бикле икән!» – тине... һәм уйнауын дауам итте. Тамашасы аңламай ҙа ҡалды, ши­келле, аҙаҡ ул ишектең бикһеҙ булыуы бөтөнләй онотолдо. Әммә беҙҙең өсөн был шок булды.

6. Директор булһам, артистарға фатир бирер инем, эш хаҡын үҫтерер инем һәм театрға ҙур реклама эшләр инем. Ә режиссер булһам, иғти­барымды классик әҫәрҙәргә йүнәлтер инем.

Салауат Нурисламов:1. Хоҙай ҡушыуы буйынсалыр, сөнки бала

саҡтан уҡ артист булырға хыялландым. 2. Улар күп түгел, әммә булғандары минең

өсөн ҡәҙерле.

Гөлбинә Сафуанова

Page 22: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 201022

ижади анкета

3. Яратмаған ролдәр тураһында ҡысҡырып һөйләмәйҙәр, әммә улар бар. Яратмауымдың берҙән­бер сәбәбе – образдарҙың һай булыуы.

4. Минең уйлауымса, донъя һәм урыҫ класси­каһы етешмәй.

5. Бер спектакль мәлендә иптәштәрем «ваҡы­тың етте», тип, сәхнәгә этәреп тигәндәй сығар­ҙы. Тамашасы алдына килеп баҫһам – бөтөнләй минең сәхнә түгел. Шунан анекдоттағы һымаҡ «ул саҡта инде, балаҡай, уйнарға кәрәк» – төрлө һүҙҙәр менән образды яҡлап, уйнап сығырға тура килде. Миңә көлкө булмаһа ла, сәхнә артындағы хеҙмәттәштәрем ҡыуаныслы минуттар кисерҙе.

6. Һәр артистҡа бойондороҡһоҙлоҡ бирер инем.

Гүзәл Әйүпова:1. Әсәйем ҡушҡанға! (Шаяртам.) Мин бала

саҡтан уҡ клоун­скоморох булып йөрөнөм. Бөтә­һе лә «был йә клоун, йә актриса буласаҡ», тип әй тә торғайнылар. Ҡурсаҡтар менән, әсәйем­дең кейемдәрен кейеп спектаклдәр күрһәттем, өҫтәлгә менеп концерттар ҡуйҙым. Ғүмерем буйы скакалканы микрофон итеп йөрөттөм.

2. Бөгөнгө көндә иң яратҡан ролем «Ди­ләфрүзгә дүрт кейәү» (Т. Миңнуллин) спектак­лендә Сажидә образы. Уны мин рәхәтләнеп, йөҙөп уйнаным. Был минең булмышыма тап

килгән образ. өҫтәүенә, музыкаль комедиялағы роль. Ә мин был жанрға өҫтөнлөк бирәм.

3. Актерлыҡ һәләтеңде асмаған, һинән нин­дәйҙер эҙләнеүҙәр, кисерештәр талап итмәгән ролдең оҡшауы мөмкин түгел. Бөгөн, Аллаға шөкөр, ундай ролем юҡ. Әммә тәүге мәлдәрҙә бар ине, әйтәйек, Гөрләүек роле. Уны уйнауҙың ни ҡыҙығы бар инде?! Һәр актриса Шекспирҙы, Чеховты уйнарға хыяллана, ә бында ниндәйҙер Гөрләүек.

4. Әлбиттә, классик әҫәрҙәр етешмәй. 5. Театрҙа «ввод» тигән төшөнсә бар, йәғни

әҙер спектаклгә инеп китеү. Ғәҙәттә, уның өсөн бер­ике генә репетиция бирелә. Һин әҙер мизансценаны үҙләштерергә тейешһең. Әммә тәжрибәң булмауы арҡаһында тулҡынланаһың, тейешле һүҙҙәреңде онотаһың. Аҙаҡ нисек уйнап сыҡҡаныңды бөтөнләй хәтерләмәйһең.

Театрға яңы ғына килгән сағым. Ен балаһы роленә индерҙеләр. Әлбиттә, ен балаһы булғас, уның һымаҡ ҡотороп­ҡотороп сәхнәләге булған геройҙарҙы типкесләп сығып китә. Минең тип­кесләүҙән төрлөһө­төрлө яҡҡа тәгәрәп ки­тергә тейеш.

Сәхнәгә сыҡтым да, һүҙҙәремде әйтеп бөткәс, нимә эшләргә белмәй аптырап ҡалдым. Ә Ирек Булатов менән Венер Камалов тәкмәс атып тәгәрәр өсөн ҡулдарын әҙерләп ҡуйғандар. Хәҙер

Салауат Нурисламов

Гүзәл Әйүпова

Page 23: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 2010 23

ижади анкета

былар миңә бышылдап ҡына: «Тип, тип!» – тиҙәр. Мин ул тибеү тураһында бөтөнләй онотҡанмын. Ҡайҙа тибергә?! Кемгә тибергә?! Бөтөнләй иҫкә төшөрә алмайым. Тирә­яғыма әйләнеп ҡараһам, алдараҡ Альбина Кашанова тора. Ул саҡ ҡына алға эйелгән дә үҙ хәбәрен һөйләй. Спектакль да­уам итә. Ә мин, был минең өсөн әҙерләнгәндер, – тип уйланым. Ләкин хәҙер ипләп кенә, сәхнә хәрәкәте ҡағиҙәһе буйынса типһәм, ул һиҙмәй ҡалыр. Шунан тейешле баһа (оценка) бирә алмаҫ та, еренә еткереп уйнамаҫ. Ул бит мине күрмәй!»

Ошоноң һымағыраҡ уйҙар менән аяғымды күтәрҙем дә, бөтә көсөмдө һалып тибеп ебәрҙем. Альбина алға уҡ осоп китте. Бер нимә аңламай, көтөлмәгән был хәлдән ауыҙын ҙур итеп асып аҡырып ебәрҙе. Венер менән Иректең һындары ҡатып көлдөләр. Мин нисек итеп сәхнәнән сығып киткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Әйтергә кәрәк, Альбинаның «оценка»һы иҫ киткес шәп бул­ды. Нәҡ мин теләгәнсә. Аҙаҡ улар мине үсекләп йөрөнөләр, саҡ ҡына берәй нәмә онотһам: «Тип, тип!» – тиҙәр.

6. Бөтә булмышын ижадҡа бағышлар өсөн артист көндәлек ығы­зығынан өҫтөн булырға тейеш. Ижад кешеләре социаль яҡлауға мохтаж. Етәксе булһам, артистарҙы мөмкин тиклем ҡур­салар инем.

Аида Күлбаева:1. Минең ата­әсәйем икеһе лә артистар. Үҙем­

де был һөнәрҙән башҡа күҙ алдына ла килтермәй инем. Мәктәпте тамамлағас, ҡайҙа барырға ти­гән һорау торманы. Әлбиттә, сәнғәт институты­на, артистлыҡҡа.

2. Иң яратҡан ролем «Беҙҙең өйҙөң йәме» (М. Кәрим) спектаклендә Гөлнур образы. Әҫәрҙе уҡығанда уҡ был ҡыҙыҡай миңә һаҡау булы­уы, үҙенең тиктормаҫлығы менән ныҡ оҡшаны. Ошо ролде бирмәҫтәрме икән, тип хыялланып йөрөнөм һәм уны миңә ышанып тапшырғас, үҙемдең бәхетемә оҙаҡ ышанмай йөрөнөм.

Гөлнурҙы башҡарғанда мин тура һүҙле, тик­тормаҫ булып китәм, ә тормошта бөтөнләй икен­семен. Бәлки шуға ла был ролде яратҡанмын­дыр. Тағы ла төрөк авторы Т. Джюдженоглуның «Лавина» пьесаһында йәш ҡатын ролен яра­тып башҡарам. Ул образ күҙ йәштәре, йоҡоһоҙ төндәр аша, ҙур ҡыйынлыҡтар менән бирелде. Шуға күрә ул миңә бик ҡәҙерле.

3. Оҡшамаған ролем – «Йәләлетдин атай»ҙағы (М. Кәрим) ҡыҙыҡай образы. Сөнки унда

сәхнәгә сығып бер төркөм балалар менән өс ми­нут һүҙһеҙ торам.

4. Афишаға хәҙерге заман пьесалары, сит ил классик әҫәрҙәр һәм әкиәттәр етешмәй. Уй­лауымса, беҙҙең афишала күберәк әкиәттәр бу­лырға тейеш. Ай эсендә утыҙ көн икән, утыҙ төрлө әкиәт күрһәтәйек. Сөнки балалар беҙгә әкиәт ҡарарға килә. Театрыбыҙҙың маҡсаты – йәш тама­шасы тәрбиәләү. Ә йылдар буйы бер үк әкиәтте күрһәтеүҙән балалар ҙа, үҙебеҙ ҙә ялҡабыҙ. Шул арҡала тамашасы һирәгәйә тип уйлайым.

5. Ҡыҙыҡ түгел, ҡыҙғаныс хәл һөйләйем.Ғәҙәттә, спектаклдәр сәғәт етелә башлана, ә

быныһы откупной, йәғни махсус башҡарылған та­маша ине. Шуға күрә алтыла башланырға те йеш булған. Мин әле декрет ялында, бала менән ул­тырам, әммә был спектаклгә килеп уйнап ҡайта инем. Ашыҡмай ғына әҙерләнеп йөрөйөм. Егерме минуттан алты тигәндә театрҙан шылтыраталар:

– Һин театрҙалыр ул? Сәс үргәнеңде күрмәй ҡалдыҡ.

– Ниңә?– Сәғәт алтыла спектакль башлана бит! Сәсем үрә торҙо! Баламды алдым да, бөтөнләй

белмәгән күршеләргә индереп, биш минут эсендә театрға барып етеп, сәхнәлә әҙер тороуымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Шул ваҡиға иҫемә төшһә, әле лә күҙҙәремә йәш тула.

Аида Күлбаева

Page 24: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 201024

ижади анкета

...Театрҙа эшләүемдең тәүге йылдарының бе­реһендә В. Гауф әҫәре буйынса «Хәлиф­аист» спектакле ҡуйҙыҡ. Костюмдар премьера көндө генә әҙер булды. Мин Йылан ролен башҡарам. Аяғымда оҙон ойоҡтар. Мөхәббәт сәхнәһен баҫып уйнаған саҡта ойоҡтарымдың икеһе лә ки­леп төштө бит. Ғәрлегемдән үлә яҙып ойоҡтарым­ды күтәрҙем дә, ҡул менән тотҡан килеш сәхнәне уйнап бөтөрөп, грим бүлмәһендә туйғансы ила­ным. Шунан спектаклдең аҙағына тиклем ҡыҙыл танау менән йөрөнөм. Нишләйһең инде, уйынды тамамларға кәрәк бит.

...«Чума на оба ваши дома» (Г. Горин) спектак­лендә – һүҙһеҙ генә Джульетта роле. Ул пласти­каға ҡоролған. Ромео образын башҡарыусы ар­тист театрҙан китте. Труппаға яңы ғына килгән егетте (ул артист та түгел ине) ввод рәүешендә ролгә индерҙеләр. Репетициялар ваҡытында ул гел күҙлек менән йөрөнө. Спектакль башлан­ды. Беҙҙең тәүге сәхнә – һүҙһеҙ генә мөхәббәтте аңлашыу сәхнәһе. Ул күҙлекһеҙ сыҡты. Ә уның күҙҙәре... салыш! Ныҡ салыш!!! Был минең өсөн шок булды! Роль буйынса тейешле тойғолар юҡҡа сыҡты. Сәхнәне нисек уйнап бөтөргәнемде лә хәтерләмәйем. Шаршау артына атылып сыҡтым, ә был бит әле спектаклдең башы ғына! Ни тиклем сәхнәгә сығырға теләмәүемде белһәгеҙ ине! Саҡ уйнап бөттөм ул көндө!

6. Белмәйем. Шуға ла бит мин режиссер ҙа, директор ҙа түгелмен.

Илнур Лоҡманов:1. Беренсенән, минең ҡанда атай яғынан да,

әсәй яғынан да артислыҡ бар. Шуға күрә, алма ағасынан йыраҡ төшмәй. Икенсенән, Аллаһы Тәғәлә маңлайға нимә яҙған, шуны күрәһең.

2. Һәр бер ролемде, Аллаға шөкөр, яратып башҡарам. Ни өсөн? Сөнки ул минең ашаған икмәгем, йәшәү көнкүрешем.

3. Булды. Әммә ләкин нимә эшләйһең инде. Һин актер, алға, алға һәм алға!

4. Ғөмүмән алғанда, беҙҙең театрыбыҙға афи­шалар етешмәй...

5. Ввод ваҡытында нимә эшләргә белмәй, баш күнәктәй булып, күҙ тоноп, бөтә белгән һүҙҙәреңде онотоп, тирләп­бешеп йөрөүҙәре үҙе бер спектакль.

6. Актерҙарға эш хаҡын арттырыр инем. Сөнки театр актерҙар ҡулында йәшәй. Актерҙар, актрисалар, режиссер булмаһа, театр – юҡ. Тор­лаҡ мәсьәләһе менән ярҙам итеп, премиялар

күберәк бирҙертер инем. Ғөмүмән, 80 процент иғтибарымды артистарға йүнәлтер инем.

Лилиә Исҡужина:1. Бала саҡтағы хыялым. Сәхнәлә төрлө об­

раздарҙы тойғолар аша, күп ғүмерҙәр кисереп, тормошто тулыһынса татыу теләге алып килде мине театрға. Һәм иң мөһиме – мин сәнғәткә ғашиҡ кешемен.

2. Мостай Кәримдең «Оҙон­оҙаҡ бала саҡ» повесы буйынса ҡуйылған «Донъяның ярҙары икәү» (реж. – Т. Бабичева) спектаклендә Әсҡәт роле. Ихлас күңелдән башҡарам, ул мине тор­мошто яратырға, нисек кенә ҡыйын булмаһын, «еңел» булырға, донъяға йылмайыу аша ҡарарға, йәшәйешкә бала күңеле менән бағырға һәм һәр осраҡта ла үҙең булып ҡалырға өйрәтте.

3. Әлегә тәжрибәм бик үк ҙур түгел. Шулай ҙа ныҡлы ышаныс менән әйтә алам – яратмаған ролдәр булыуы мөмкин түгел. Һәр хәлдә лә ми­нең өсөн.

4. Етди, классик әҫәрҙәр. Тамашасыны «күтә­рерлек», ә уға эйәреп түгел.

5. Матур ғына реквизит һандыҡҡа ҡыҙыҡ өсөн инеп ятҡан инем, мине бикләгәндәр ҙә ҡуйған­дар. Ҡысҡырып, ишеттереп, үҙемдең сәхнәмә саҡ сығып өлгөрҙөм. Ҡот осто инде тығыҙ һан­дыҡта.

Илнур Лоҡманов

Page 25: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 2010 25

ижади анкета

6. Иң яҡшыһы, әлбиттә, актриса булыу (ша­яртам). Директор йәки баш режиссер булһам, иҫем китеп халҡым, театрым өсөн эшләр инем. Ҡыҙыл байраҡ тотоп, алдан ныҡлы аҙым­дар яһап, артымдан театрға хеҙмәт иткән ке­шеләрҙе эйәртеп, уларҙа илһам усағын әленән­әле ҡабыҙып торор инем. Ғөмүмән, дәртләнеп эшләр инем. Милли йәштәр театры директо­ры ла, режиссеры ла, актерҙары ла минең өсөн үрнәк алырлыҡ кешеләр.

Лилиә Кинйәбаева:1. Ғөмүмән әйткәндә, сәнғәткә ғашиҡ ғаилә лә

үҫтем. Әсәйем оҙон көйҙәр йырларға ярата. Йыр­лай башлаһа, ниңәлер барыһының да күҙҙәрендә йәш бөрсөктәре күренә. Йырҙың шундай көскә эйә булыуына аптырай ҙа, һоҡлана ла инем. Һәм тора­бара йыр аша булмаһа ла, күңелдәрҙе тетрәндергес образдар тыуҙырыу теләге уянды. Шулай уҡ, мәктәп йылдарынан уҡ төрлө тама­шаларҙа ҡатнашып йөрөүем дә был һөнәрҙе үҙ итеүемә булышлыҡ иткәндер тип уйлайым.

2. Айырып ҡына береһен дә әйтә алмайым. Бар ролдәр ҙә үҙенсәлекле һәм йөрәккә яҡын. Сөнки

юҡ проблемаларҙы бар итеп, юҡ ҡайғыларҙы ҡайғы итеп бүтән берәүҙең тормош юлын ту­лыһынса үҙеңдең күңелең аша үткәреү ул – сәхнә аша тамашасыларға нимәлер еткереү генә түгел, ә беренсе осраҡта үҙең өсөн тормош тәжрибәһе лә. Шуға күрә бар ролдәремде лә яратып башҡарам.

3. Юҡ, ундайҙар булманы һәм булырға ла те йеш түгелдер... Сөнки ниндәй генә образ өҫтөндә эшләһәң дә, ыңғаймы ул, кире образмы, ул күңелдән ярылып сыҡҡан тере йән кеүек һәм уларға бик һаҡсыл ҡарайһың.

4. Уйлауымса, театрҙың «йөҙөк ҡашы» бу­лырҙай һәр заманға ярашлы классик әҫәрҙәр.

5. Студент йылдарында ҡыҙыҡ хәлдәр йыш булды, ә театрҙа береһенең дә шаяртҡаны булма­ны. Шулай ҙа, беренсе эш көнөндә театр буйлап аҙашып йөрөгәнем мәҙәк һымаҡ.

6. Әлеге мәлдә мин йәш белгес булараҡ үҙемде был вазифалар ролендә күҙ алдына килтермәйем.

Э. Ваһапова, А. Кәримова, М. Әхмәтшин, С. Шәрипов

әҙерләнеләр

Лилиә Исҡужина

Лилиә Кинйәбаева

Page 26: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 201026

Уйындан – уймаҡ...

пьеса

Шамил Рәхмәтуллин

Ваҡиға беҙҙең көндәрҙә бара.

Беренсе бүлек

Еңел музыка яңғырай. Яҡтылыҡ шаршау алдына төшә. Музыка көсәйә. Тамашасылар араһынан һуңғы мода

буйынса кейенгән, сәсе аңлашылмаған төҫкә буялған Әнисә Байрамовна сәхнәгә күтәрелә. Үҙе бик тәэшлекле күренә, тамашасылар залынан кемделер

эҙләгән һымаҡ. Ул сәхнә уртаһына урынлаштырылған микрофонды ҡулына ала.

Әнисә. Минуточку... (Тамашасылар башта бер ни ҙә аңламайынса ҡул саба башлайҙар. Әнисә уларҙы туҡтатырға тырышып, ҡулын күтәрә.) Кәрәкмәй, мин артистка түгел. Икенсенән, ми­нең театр менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығым юҡ. Хәйер, үҙегеҙ ҙә аңларһығыҙ... Эш былай, телеви­зор аша минут һайын бирелеп торған реклама­ларҙы күргәнегеҙ бар бит инде, йәғни «рекламная пауза!» Театрҙа ла спектакль алдынан пауза хасил була, йәғни етелә башланаһы урынға ун минутҡа һуңға ҡалып башлана. (Сәғәтенә ҡарап.) Бөтә те­

атрҙарҙа ла шул уҡ хәл. Бына беҙ шундай пауза­ларҙан файҙаланырға булдыҡ. Бөгөндән башлап беҙҙең ассоциация ла реклама тапшырырға бул­ды. Беҙҙең өсөн ҡайһы театрға тамашасы күберәк йөрөй – шунда выгодно! өсөнсөнән, ҡалабыҙҙа театрҙар һаны кәмеп бара тип уйлайһығыҙмы? Яңылышаһығыҙ, ой, яңылышаһығыҙ, әфәнделәр! Бына шулай, застой йылдарында ҡалабыҙҙа ни бары өс театр булһа, хәҙер – биш! Ул йылдарҙа театрға инеү үҙе бер проблема булһа, хәҙер инде рәхим ит, йәнең теләгәненә бар ҙа ин! Миңә лә те­атр администрацияһы «за пропаганду театра» тип ике урынға бер контрамарка бирҙе. Һе, «за пропа­ганду!..» Һуғышта ғына ул «за отвагу» бирәләр, ә театрҙа... (Залдан кемделер эҙләп.) Иптәшемде әйтәм, что­то күренмәй... Йә, ярай, уныһы не важ­но... Бына шул, йәнең теләгән спектаклгә бар ҙа ин! Киләсәктә театрҙар һаны унға етәсәк тигән дә хәбәрҙәр йөрөй әле. Ул сағында бөтөнләй шәп, йәғни, үҙебеҙ әйтмешләй, здорово буласаҡ! Билет йыртып тороуҙың да кәрәге ҡалмаясаҡ – ишек төбөндә компостер, билетыңды һалаһың да

Комедия

Ике шаршауҙа

ҡатнашалар:

Әнисә Байрамовна – страховка ассоциацияһы фирмаһының өлкән агенты, 40 йәштәДания – уның ҡыҙы, студенткаЯппар – уның ире, ҡайҙа эшләйҙер, билдәһеҙТайфа – өйҙә генә ултыра, 40 йәштәФиат – уның улы, студент

Шамил Рахман улы Рәхмәтуллин (1930-2001). Өфөлә театр училищеһын,Мәскәүҙә ГИТИС-ты тамамлай. Оҙаҡ йылдар М.Ғафури исемендәге БДАД театрында эшләй.

Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы, драматург, режиссер.

Page 27: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 2010 27

– раз! Үтеп тә китәһең... Күҙ алдығыҙға килтере­геҙ әле, автобуста туристар... Экскурсовод иғлан тапшыра: «Внимание, внимание! Тиҫтәләгән те­атры менән тирә­яҡҡа даны таралған ҡалабыҙға етеп киләбеҙ. Бөгөн кил – театрҙарҙа «Мең дә бер кисә», иртәгә – «Мең дә ике кисә», ә унан һуң – «Мең дә өс...» өйләнмәгән егеттәр, тол ҡалған ирҙәр иғтибарына... Бөгөн театрға рәхим итегеҙ. Бына беҙҙең фирма страховка ассоциацияһы тип атала ла инде. Һәр шәхестең үҙ байлығы, йәғни «недвижимый фонды» була... Уға йорт ҡаралты­лары, дача, машиналарҙың любой маркаһы – аме­риканский «Форд», японский «Тойота» – беҙҙең өсөн барыбер! Ваучерҙарығыҙҙы ла индерергә мөмкин. Бына шулар тик ятмаһындар, хаҡтарын үҫтереп торһондар өсөн беҙҙең ассоциация аша страховать итегеҙ! Время – деньги! Бизнес! Ә иң мөһиме... Әҙәм балаһының ғүмере бер көнлөк! Бер аҡыллы баш әйткән бит – иртән дүрт аяҡлап, көндөҙ – ике аяҡлап, кисен – өс аяҡлап йөрөй, кем була? Әҙәм ғүмере була! Башта имгәкләп йөрөй, шәп сағында үҙ аяғы менән йөрөй, кәре киткәс таяҡҡа таяна! Шулай булғас, ғүмерегеҙҙе страхо­вать итегеҙ! Үҙегеҙгә ҡушып бөтә байлығығыҙҙы страховать итегеҙ! Килмәй ҡалған туғандарығыҙ, яҡындарығыҙ өйҙәрендә торһондар. өйҙәрегеҙҙә көтөп ятығыҙ. Минең шартлы сигнал – ике ҡыҫҡа, бер оҙон сигнал. Ишетеү менән ишектәрегеҙҙе ас... ас... со... циация!

Сәхнә асыла. Унда Тайфа ғәҙәттәге репетиция ваҡытында. Әнисә үҙенән­үҙе сәхнә эсендә тороп

ҡала. Ул аптырауҙа.

Тайфа. Ниңә мин былай яңғыҙ? Бер йылдан һуң әйләнеп ҡайтырмын тигән ине, ун йыл үтте... Юҡ, тормош түгел был... Мин яңғыҙмын... Әйтерһең дә мин ниндәйҙер күләгә. Юҡ, бөгөндән башлап ҡара яулығымды һалып ташлайым һәм кем ми­нең беренсе булып ҡулымды һорай, шуға кейәүгә сығам! О, Хоҙайым!! Ишетәһеңме мине?!

Әнисә сәхнәгә Тайфа янына сыға.

Әнисә (һаҡлыҡ менән генә). Һаумыһығыҙ?.. Ғәфү итегеҙ, һаумыһығыҙ!

Тайфа. Һаумыһығыҙ. (Ҡарамай ғына.) Үтенәм һинән, Хоҙайым...

Әнисә. Таныш булмаған кешегә һорап та тор­майынса ишек асыуығыҙ өсөн рәхмәт. Тик илай­илай бейеп йөрөйһөгөҙ, ни булды?

Тайфа. Тәүге иремде иҫкә төшөрҙөм. Әнисә. Авторучка! (Сумкаһынан ручка, блок-

нот сығара.) Яҙам! Ваҡытында теркәп барырға кәрәк!

Тайфа. Мин уны күптән теркәгәнмен инде. (Күкрәген күрһәтеп.) Бына бында.

Әнисә. Тимәк, тәүге ирегеҙҙе теркәп ҡуйғанһығыҙ. Отлично! Шулай тип яҙып ҡуяйыҡ. Һөйләгеҙ, ҡайҙа, нисек таныштығыҙ?

Тайфа. Беҙ уның менән ауылда таныштыҡ. От­пускыға ҡайтҡайны. Тольятти ҡалаһынан....

Әнисә. Кем булып эшләй ине?Тайфа. Инженер. ВАз­да. Әнисә. Аңламаным, нисек ул базда? Тайфа. Базда түгел, ВАз­да, автозаводта.Әнисә. Шунан?Тайфа. өсөнсө йыл ул эшләгән цехта авария

булды. Шунда һәләк булды. Әнисә. Бына хәҙер аңланым, ни өсөн

илағанығыҙҙы ла, йырлағанығыҙҙы ла. Бер генә һорауым ҡалды. Мөмкинме?

Тайфа. Һорағыҙ. Әнисә. Ғүмере страховать ителгән инеме? Тайфа. Юҡ. Әнисә. Йәл, бик тә йәл... Ә мөлкәте? Тайфа. Аңламаным. Әнисә. Һеҙгә бер ни ҙә ҡалдырманымы? Бай­

лыҡты әйтәм...Тайфа. Ҡалдырҙы...Әнисә. Атап әйткәндә?Тайфа. Беҙҙең байлығыбыҙ уртаҡ булды. Иң

ҙур байлыҡ уртаҡ була. Әнисә. Страховать иттегеҙме? Тайфа. Уртаҡ байлыҡ страховать ителмәй.Әнисә. Ителә! Беҙ бөтәһен дә страховать

итәбеҙ, хатта донъяны!Тайфа. Төҫө итеп ҡалдырған Фиатымды бер

ҡасан да страховать итмәйем һәм итмәйәсәк­ мен дә.

Әнисә. Фи­ат? Тимәк, тәүге ирегеҙ һеҙгә Фиат ҡалдырҙы?

Тайфа. Ниндәй ир булһын ти инде ул? 20 йәшкә өлкән кеше ир була тиме ни? Формально ир!

Әнисә. загста түгел инегеҙме ни?Тайфа. Улым риза булманы. Үҙ итмәне. Ул ке­

шенең йортҡа инеүе булды, улымдың сығып ки­теүе булды. Кире әйләнеп ҡайтманы.

Әнисә. Ҡайғырмағыҙ, һеҙ әле йәш... Кем белә, бәлки...

Тайфа. Ҡуй әле бушты.

Шамил РӘХМӘТУЛЛИН

Page 28: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 201028

Шамил РӘХМӘТУЛЛИН

Әнисә. Хаталанаһығыҙ, ой, хаталанаһығыҙ... Һеҙҙең буй­һынығыҙ, төҫөгөҙ менән...

Тайфа. Һеҙ инде яусы ҡарсыҡтар кеүек, теләһә кемде ризалатырһығыҙ... Һеҙгә театрҙа эшләргә кәрәк ине, һеҙҙән бына тигән артистка сығыр ине.

Әнисә. Һәр кем үҙ эшендә артистка булырға тейеш. Теләйһегеҙме, хәҙер мин залдағы бөтә ир­егеттәрҙе лә һеҙгә ҡаратам.

Тайфа. Ой, бөтәһен дә кәрәкмәй...Әнисә. Аңлашылды. Иң матурын, иң сибәрен.Тайфа. Киреһенсә, иң насарын, иң ялҡауын...Әнисә. Ана, ҡара әле, берәү йоҡлап ултыра. Тайфа. Кем ул? Әнисә. Ғашиҡтарҙың береһе. Әгәр ҙә ҡаршы

килмәһәң, мин уны һиңә ҡараттырам, оҡшаймы?Тайфа. Оҡшаймы тип, йоҡлап ултыра бит әле. Әнисә. Йоҡлай шул, уятмаһаң, тамашасылар

ҡайтып киткәнсе йоҡлаясаҡ. Тайфа. Уятығыҙ, ул бит театрҙа!Әнисә. Булды. Беҙ хәҙер уны уятабыҙ һәм һиңә

ғашиҡ булыуын әйттерәбеҙ.

Тайфа менән Әнисә нисек итеп ул тамашасыны аҡылға ултыртырға план ҡоралар. Тайфа сәхнә арты­

на сыға. Әнисә үҙенең ирен уятырға сәхнәнән тамашасылар залына төшә. Яппарҙы уята.

Әнисә. Ҡарағыҙ әле, мин уға «за пропаганду теат­ра» тигән билет та­бып бирҙем, ә ул рәхәтләнеп йоҡлап ултыра. (Тамашасы-лар залына төшөп, Яппар эргәһенә ки-лә, уның бөйөрөнә төртөп уята. Яппар ҡурҡып уяна.)

Яппар. Әү?!Әнисә. Тор, нимә

эшләп ултыраһың, йүнһеҙ?

Яппар. Ниңә, йоҡ­лап ултырам...

Әнисә. Ә театр?Яппар. Театрҙа

ултырам бит инде. Әнисә. Күрһәтер­

мен әле мин һиңә те­атрҙы! (Елкәһенән һөйрәп шаршау алдына баҫты-рып ҡуя.)

Яппар (сәхнәгә менеп еткәнсе ауыҙ эсенән мығырҙап бара). Ниндәй матур төш күрә инем. Бүлдерҙең...

Әнисә (сәхнәгә менеп еткәс бик тәккәбер ҡиәфәт алып). Беҙ һинең менән нисә йыл йәшәйбеҙ?

Яппар. Туғыҙынсы йыл китте...Әнисә. Ә зАГС – юҡ! Яппар. Һин үҙең бит...Әнисә. Эште шунан башлайбыҙ ҙа. Һин хәҙер

Тайфа исемле тол ҡатын менән танышаһың. Бөтә данныйҙарын да алдым. Ирен күптән түгел генә тю­тю.

Яппар. Нисек инде ул тю­тю?Әнисә. Ҡыуып сығарған. Яппар. Быныһы яҡшы түгел. Әнисә. зато беҙҙең өсөн яҡшы. Тәүге иренән

машинаһы тороп ҡалған. «Фиат!» Күңелемә оҡшаған ир табылһа, машинаны уның исеменә яҙҙырам, тине.

Яппар. Миңә яҙҙыра?Әнисә. Һиңә!

Ш. Рәхмәтуллин, «Уйындан – уймаҡ». Республика йәш тамашасылар театры спектакле.

Һулдан уңға: Яппар – Р. Бассариев, Тайфа – С. Буранбаева. 1994 йыл

Page 29: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 2010 29

Шамил РӘХМӘТУЛЛИН

Яппар. Осһоҙға төшә түгелме?Әнисә. Бушҡа! Бөтөнләй бесплатный, хатта да­

ром!Яппар. Һе, беҙ бәләкәй саҡта бер йыр була

торғайны. Даром, даром, гел даром,Сәскә атты гөлдәрем, – тип йырлай торғайныҡ.Әнисә. Аттырырмын әле мин һиңә, алйот!

Һин әллә саҡ ҡына булһа ла соображать итмәйһеңме?

Яппар. Итәм, ниңә итмәй, ти?! Мин хәҙер уның өйөнә барам да йоҡлайым. Ә ул ҡыуып сығарһа? Һин улай тишерҙәй булып ҡарап торма әле. Мин белергә тейеш тә инде: тәүге ире вафат булғас, икенсеһен ҡыуып сығарғас, ул ҡатынға нисә йәш була һуң?

Әнисә. Ой, үлтерәһең! Шунан килә ятам да. Минән дә йәш күренә.

Яппар. Йә, хәҙер мин ни эшләргә тейеш?Әнисә. Һин хәҙер уны күрергә тейеш. Яппар (бармағын бөкләп). Күрергә тейеш – бер...Әнисә. Һин хәҙер уның менән һөйләшергә те­

йеш!Яппар. Һөйләшергә тейеш – ике...Әнисә. Һин хәҙер уның менән...Яппар (бүлдереп). Ә нимә тураһында

һөйләшергә?Әнисә. Алйот булма, мине күргәс нимә ту­

раһында һөйләштек, уның менән дә...Яппар. Ә­ә­ә... Унда бит һин үҙең: «Ваҡыт

күпме?» – тип һораның. Ә ул һорамаһа...Әнисә. Һорар! Һорамаһа, үҙең һора ла,

ҡалғанын үҙең ҡара!Яппар. Барып етте, буғай. (Китергә итә. Ҡулын

күтәреп борола.) Бер һорауым ҡалған, мөмкинме?Әнисә (был яҡҡа табан килә ятҡан Тайфаны

күреп). Килә!Яппар. Кем?Әнисә. Ана, үҙе килә. Мин хәҙер уны туҡта­

там, ә һин үтеп барған кеше булып ваҡытты һора. Иҫеңдән сығарма, мин һине, һин мине белмәйһең, барып еттеме?

Яппар. Әһә... Ҡасып ҡына торам да, үтеп барған кеше булып ваҡытты һорайым. Ә унан нимә эшләйем?

Әнисә. Ысҡын!Яппар. Ысҡындым!

Яппар сыға. Ҡаршы яҡтан йүгерә­атлайТайфа килеп инә.

Әнисә. Йә, Хоҙай!Тайфа. Әлдә һеҙҙе күреп ҡалдым әле. Ә ул

ҡайҙа?Әнисә. Мин уның менән һөйләштем. Хәҙер

килә. Тайфа. Һеҙ бит миндә сумкағыҙҙы онотоп ҡал­

дырғанһығыҙ. Мә, алығыҙ.Әнисә. Ә?!Тайфа. Асып ҡарағайным да, ҡурҡып киттем:

эсе тулы аҡса, ваучер, страховка ҡағыҙҙары...Әнисә. Ой, мин бит... әгәр ҙә һеҙ булмаһағыҙ,

мине бер ун йылға тығып ҡуйырҙар ине бит. Мин һеҙгә ғүмерем буйына бурыслы.

Тайфа. Эйе, хәҙер бер­береһенә ул тиклем ышанып та бармайҙар.

Әнисә. Бына шул шул...

Шул ваҡыт үтеп китеп барған кеше булыпЯппар килеп сыға.

Яппар (Тайфаға). Ғәфү итегеҙ, сибәр ханым, ваҡыт күпме ул?

Тайфа (ҡурҡышынан Әнисәгә һыйына). Ә?!Әнисә (Тайфаны яҡлаған булып). Юлығыҙҙа бу­

лығыҙ!Яппар (ныҡышмалы). Ваҡыт күпме тип һо ра­

йым, ишетмәйһеңме әллә?!Тайфа. Ҡарауыл!Әнисә. Кемгә әйтәләр: а ну топай!Яппар. Яҡшы, тик әле генә үҙең...Әнисә (Яппарға күҙ ҡыҫып). А ну топай!

Яппар ни эшләргә белмәй әле Әнисәгә, әле Тайфаға ҡарап тора ла, китеп бара.

Ҡото осҡан Тайфа көскә хәл ала.

Тайфа. Ф­у­у­у... Ҡотомдо алды бит әй...Әнисә. Мин дә ҡурҡып ҡалдым әле. Тайфа. Ә һеҙ ҡыйыу икәнһегеҙ. Хатта, «а ну то­

пай», тип әйттегеҙ. Мин ул һүҙҙе бер ҡасан да әйтә алмаҫ инем.

Әнисә (сер бирмәҫкә тырышып). Башыңа төшһә әйтәһең икән ул.

Тайфа. Ҡапыл килеп сығалар ҙа ҡотом ботома төшә лә ҡуя.

Әнисә. Естественно. Тик был йүнле кеше бу­лырға оҡшай. Ул бит хатта һүҙен: «Ғәфү итегеҙ, сибәр ханым», тип башланы.

Тайфа. Ышан һин уларға! Күптән түгел генә беҙҙең йортта берәү әхирәте менән хушла­шып, подъезға инәм генә тигәндә, ҡаршыһына әзмәүерҙәй өс ир килеп баҫа ла, береһе: «Ғәфү ите­геҙ, сибәр ханым, ваҡыт күпме?» – ти икән. Был бер

Page 30: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 201030

Шамил РӘХМӘТУЛЛИН

ҡатлы, ҡулын һоноп сәғәтен күрһәткәндә, алтын сәғәтен йолҡоп та алғандар. Икенсеһе – норка бүре­ген, өсөнсөһө – сумкаһын. Бәхете, үҙе иҫән ҡалған. Был да бит һүҙен: «Ғәфү итегеҙ, сибәр ханым», – тип башланы. Шулар шайкаһынан түгелме икән?

Әнисә. Юҡ, был улар шайкаһынан түгел. «А ну топай», тигәс, ғәфү үтенеп, китеп тә барҙы. Тик үҙебеҙ артыҡ тупаҫ булдыҡ түгелме икән?

Тайфа (иҫенә төшөрөп). Әй, «топай» тигәндән, мин бит ашығып, ишегемде бикләмәй киткәнмен. Йүгерҙем!

Әнисә. Оҙатып ҡуяйыммы?Тайфа. Юҡ, юҡ! Кәрәкмәй! Мин йүгерҙем!Әнисә. Осрашҡанға тиклем!

Улар хушлашалар. Тайфа китергә йыйынғанда ғына уның ҡаршыһына Яппар килеп сыға.

Яппар (йылмайып). Ғәфү итегеҙ, сибәр ханым, ваҡыт күпме икән?

Тайфа (ҡото осоп). А­а­а! Ҡарауыл! Кешеләр, ярҙам итегеҙсе! (Ул сәхнәнең бер башынан икенсе башына йүгерә. Уны тынысландырырға тырышып, артынан Яппар йүгерә. Ләкин был күренеш Тайфаны ҡыуып барған кеүек тойола.) Мә, ал!.. Ал! (Сисенеп, кейемдәрен Яппарға ырғыта башлай.) Бына, ал! Бы­ныһын да ал! Бөтәһен дә ал! Тик үҙемә генә теймә, иҫән ҡалдыр! (Ахырҙа ул иҫен юғалтып йығыла).

Яппар ни эшләргә белмәй уның янында сәбәләнә.

Яппар. Йә, Хоҙай, нимә эшләтәйем икән быны?! Ташлап китер инем – ярамай, эҙләп таба­саҡтар. Мине түгел, тапап киткән машиналарҙы ла табалар әле. Был бит кеше, етмәһә, ҡатын­ҡыҙ затынан. (Ҡолағын ҡуйып, йөрәген тыңлай.) Әллә үлгән инде?!

Тайфа (һушына килеп). Мин ҡайҙа?Яппар. Ҡайҙа тип кенә әйтәйем икән?Тайфа. Әллә реанимацияламы? Һеҙ доктормы?Яппар. Тынысланығыҙ, һеҙ ышаныслы ҡул­

дарҙа. Тайфа. Һеҙ баяғы кешеме? Яппар. Эйе, эйе, мин баяғы кеше... тик...Тайфа. Ә?!Яппар. Юҡ, баяғы кеше түгел, мин баяғы кеше

ҡулынан ҡотҡарыусы кеше. Тайфа. Рәхмәт. (Өҫ-башына иғтибар итеп.) Ә

минең кейемдәр? Яппар. Хәҙер. (Тайфаны баҫтырып ҡуя.) Ошон-

да ғына баҫып тороғоҙ. Мин хәҙер. (Яппар төрлөһө-төрлө ерҙә ятҡан кейемдәрҙе йыя башлай, үҙе

һөйләнә.) Ниндәй көнгә төшөрҙө мине был бисә! Юҡ, быныһы түгел, мине ҡотортҡанын әйтәм. (Кейемдәрен Тайфаға бирә.) Был һеҙҙекеме? Бына быныһы кофта...

Тайфа (алып биргән кейемде кейә). Рәхмәт!Яппар. Бына... (Оҙаҡ ҡына ҡарап тора). Тайфа. Рәхмәт! Тик һеҙ...Яппар. Бөттө, бөттө, ҡарамайым...Тайфа. Рәхмәт. Яппар. Үҙе сибәр күренә, суҡынмыш. Кейенһә

лә сибәр, кейенмәһә лә... Быныһы әллә косынка, әллә шарф, буғай... Быныһы туфли, буғай...

Тайфа. Икәү ине, шикелле...Яппар. Икенсеһе күренмәй бит әле...Тайфа. Быныһы булһа ла ярай...Яппар. Ул һеҙҙе ҡайҙа тиклем ҡыуа килде?Тайфа. Бер ни хәтерләмәйем... Миңә улар күмәк

һымаҡ тойолдо. Ә һеҙ ҡайҙан килеп сыҡтығыҙ? Һөйләгеҙ әле.

Яппар. Бөтәһе лә көтөлмәгәндә булды. Һеҙ башта икәү инегеҙ.

Тайфа. Хәтерләйем... Тик мин уның исемен дә белмәйем.

Яппар. Һеҙ уның менән хушлашҡас, ҡайтыр юлға сыҡтығыҙ.

Тайфа. Яңғыҙыммы? Ә ул?Яппар. Ул китеп барҙы. Шул саҡ ҡаршығыҙға

берәү килеп сыҡты ла «ғәфү итегеҙ, сибәр ханым, ваҡыт күпме?» тип һораны.

Тайфа. Һеҙ ҙә унда инегеҙме?Яппар. Юҡ, мин унда түгел инем... Ундалыҡҡа

унда инем дә, әммә ситтәрәк. Ул һеҙгә бәйләнә башланы.

Тайфа. Тап шулай...Яппар. Ир кеше булараҡ мин тыныс ҡына ҡарап

тора алмайым бит инде, тиҙерәк ярҙамға! Шул саҡ уның һыҙғырыуы булды, тиҫтәләгән бандиттар уратып та алды. Мин уртала тороп ҡалдым. Ҡул­дарында автомат! Теге нисек әле, Калашников ав­томаты.

Тайфа. Быларын инде хәтерләмәйем. Яппар. Ә директорҙарында граната ла бар ине. Тайфа. Директорҙарында?!Яппар. Эйе, улар бит үҙе бер ойошма. Мафия!

Уның директоры ла, бухгалтеры ла, уборщицаһы ла бар... зарплата алып яталар...

Тайфа. Шунан?Яппар. Шунан ни... Ни булһа ла булыр тип,

өҫтәренә һикерергә торғанда, береһе автоматтан тр­р­р­р! Мин йығылған кеше булып яттым да, ди­ректорҙарының аяғынан раз – эләктереп тә алдым.

Page 31: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 2010 31

Шамил РӘХМӘТУЛЛИН

Теге минең өҫкә. Икенсеһен дә – раз! өсөнсөһөн, дүртенсеһен... Бөтәһен дә бер өйөмгә иштем дә һалдым. Директорҙарының биленән гранатаһын тартып алдым да: «Стоять! Жизнь или смерть?»

Тайфа (һоҡланып). Һеҙ ни һөйләйһегеҙ?Яппар. Билләһи! Ахыр сиктә улар юҡ булды.

Һеҙҙән һалдырып алған кейемдәрегеҙҙе лә берәм­берәм ташлап ҡастылар.

Тайфа. Ә минең хәтерем буйынса уларҙы үҙем сисеп биргән кеүек инем... Үҙ ҡулдарым менән...

Яппар. Хәтер алдай ул. Мин бит үҙ күҙҙәрем менән күрҙем.

Тайфа. Һеҙ минең өсөн ғүмерегеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуйғанһығыҙ. Рәхмәт һеҙгә.

Яппар. Һеҙҙең өсөн жизнь не жалко! Тайфа. Һорағыҙ, ни һораһағыҙ ҙа бирәм.Яппар. Кәрәкмәй. (Ситкә.) Әллә арттырып

ебәрҙем инде?Тайфа (үҙенсә аңлап). Һис кенә лә арттырма­

нығыҙ. Мин дә хәтерләйем, улар тиҫтәнән артыҡ ине.

Яппар. Ә гранатаһы минең кеҫәлә.

Тайфа (ситкә һикермәксе була). А­а­а­а!Яппар (уны тотоп ҡала). Ҡурҡмағыҙ, мин уның

запалын ғына тартып алдым. Тайфа. Нимәгә кәрәк ул, ташлағыҙ!Яппар (кеҫәһенән авторучка сығара). О, ручка...

Яҙмай... Әллә запал булды инде?Тайфа. Ә ул шартламаймы? Яппар. Миңә жизнь не жалко!Тайфа. Һеҙ минең өсөн ғүмерегеҙҙе бер тапҡыр

ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙығыҙ инде, етте! Ниндәйҙер запал арҡаһында «пал» булыуығыҙҙы теләмәйем... Теләмәйем!

запалды ҡулынан алып ситкә ырғыта. Шул саҡта күк күкрәй, көслө шартлау яңғырай, икеһе лә ергә ята.

Тайфа. Әллә һуғыш башланды инде?! Яппар. Һуғыш? Тирә­яҡта туптар шартлай. Донъ­

яның аҫты­өҫкә килә. Әйтерһең дә, оборонала ята­быҙ. Бөгөн барбыҙ, ә иртәгә... Кем белә, ҡайһыбыҙ бар ҙа, ҡайһыбыҙ юҡ... (Күңеле тулып.) Хуш!

Тайфа. Хуш! Кем тип әйтәйем үҙеңде? Исе­меңде лә белмәйем...

Шул уҡ спектаклдән күренеш. Һулдан уңға: Әнисә Байрамовна – А. Хафизова, Тайфа – С. Буранбаева. 1994 йыл

Page 32: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 201032

Шамил РӘХМӘТУЛЛИН

Яппар. Хуш тип һиңә түгел, миңә әйтергә яҙһын. Хуш... Кем тип әйтәйем үҙеңде?

Тайфа. Тай...Яппар. Нимә?Тайфа. Тай...Яппар. Ярай инде, таяйым... (Тора башлай.)Тайфа. Туҡта, мин бит мулла ҡушҡан исемемде

әйтергә маташам. Тай­фа!Яппар. Ә... (Эргәһенә ятып.) Хуш, Тайфа!Тайфа. Юҡ, мин һине аяныслы үлем

ҡосағына ебәрмәйем. Әйт инде, кем тип әйтәйем үҙеңде?

Яппар. Яп...Тайфа. Нимәне ябырға?Яппар. Ябырға түгел, асырға... Йөрәктәребеҙҙе

асып һалайыҡ. (Ҡәҙерләп кенә ҡулдарынан тотоп баҫтыра.) Йөрәктәребеҙҙе асып һалайыҡ.

Тайфа (күҙҙәренә ҡарап). Асып һалайыҡ?Яппар. Эйе. Минең бер ҡасан да бындай хәлгә

ҡалғаным юҡ ине әле. Ни ғиллә был?Тайфа. Минең дә. Яппар. Тилерәм инде. Ҡатынды әйтәм,

тәүгеһен. Тыныс ҡына йоҡлап ятҡан еремдән, елкәмдән эләктереп, нимә эшләтте ул мине?! Әллә сихырланы инде?! Ярата башланым шул!

Тайфа. Ә минең һинең ҡосағыңа һыйынаһым килә.

Яппар (ҡулдарын йәйеп). Тайфа...Тайфа. Килешерме?Яппар. Килешер. Тайфа. Ә минең һиңә үпкәм бар. Яппар. Ниндәй?Тайфа. Исемеңде һаман әйтмәнең. Яппар. Әйттем бит. Тайфа. Яртыһын, ә ҡалған яртыһы?Яппар. ­пар.Тайфа. ­пар. Яп­пар!Яппар. Тай­фа!

Бергә атлайҙар, һыңар туфлиҙанТайфаға атлауы уңайһыҙ.

Тайфа (күҙҙәренә ҡарап). Бергә атлайыҡ. Яппар. Ә ҡайҙа атлайбыҙ?Тайфа. Миңә. Яппар. Киттек!Тайфа. Миңә уңайһыҙ...Яппар. Мин күтәреп алып барам. өйөгөҙ йы­

раҡмы? (Һаҡлыҡ менән генә күтәрә).Тайфа. Юҡ, бына бында ғына.

Музыка. Яппар Тайфаны күтәреп сәхнәнән сыға.

Сәхнәгә кире ингәндә улар Тайфаның фатирында булып сығалар. Тайфа Яппарҙың ҡосағынан сыҡҡанда уның күлдәк иҙеүе эсенән үҙенең туфлийын табып ала.

Тайфа. Бәй, минең туфли бит был. Ҡайҙан ки­леп төштө икән?

Яппар. Форточканан. Һыңар туфлиҙың табы­лыуы хәйерлегә.

Тайфа. Табылыуы хәйерлегә... (Иҫенә төшөрөп.) Мин бит ишекте бикләмәй киткәнмен. Бурҙар төшмәнеме икән? Нимә эшләйем икән?

Яппар. Барлап сығырға кәрәк. Алтын­көмөштәрең урынындамы?

Яппар икенсе бүлмәгә сығып китә. Шул ваҡытта ошо ваҡиғаларҙың бөтәһен дә күҙәтеп

торған Әнисә сәхнәгә Тайфа янына күтәрелә.

Әнисә. Йә, нисек?Тайфа. Артабан ни эшләргә? Әнисә. Хәлдәрегеҙ көнләшерлек түгел...Тайфа. Бөтәһе лә һинең арҡала... Спектакль

буйынса минең улым ҡайтырға тейеш хәҙер. Йә, Хоҙайым, күпме ролдәр уйнап, бындай хәлдә то­роп ҡалғаным юҡ ине әле.

Әнисә. Улым ҡайта тиһеңме? Һин был турала нисек белергә тейешһең?

Тайфа. Сапҡын хәбәр килтерергә тейеш.Әнисә. Был заманса түгел. Миндә телеграмма

бланкыһы бар. Хәҙер улың булып: «Приезжаю. Фиат», тип яҙабыҙ. Телеграмма килтергәндәр тигән булып ҡылан һәм бөтәһе лә бына тигән бу­лыр! Аңланыңмы?

Тайфа. Аңланым.

Шул ваҡыт күрше бүлмәнән Яппар сыға. Тайфа ҡулындағы ҡағыҙҙы күрһәтә.

Тайфа. Бәй, әллә ингәндәр инде? Ингәндәр шул... Яҙыу ҡалдырып киткәндәр. (Яҙыуҙы уҡый.) «Почтаға инеп ҡултамғағыҙҙы ҡалдырып кит­һә геҙ, телеграмма һеҙҙеке булыр. Фәлән ибне Фәлән».

Яппар (көлөп). Театрҙағы һымаҡ, «Фәлән ибне Фәлән...»

Тайфа (борсолоп). Яппар, ниндәй телеграмма булыр икән? Хоҙайым, әллә улым менән...

Яппар. Борсолмағыҙ, шатлыҡлы телеграм­ма булырға оҡшай. Ул­был булһа, «Фәлән ибне Фәлән» тип яҙмаҫ ине.

Тайфа. Күңелемде өйкәп торғансы, тиҙ генә алып киләйем. Почта юл аша ғына.

Page 33: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 2010 33

Шамил РӘХМӘТУЛЛИН

Яппар. Мин дә барам. Тайфа. Юҡ, юҡ, һин өйҙә ҡал.

Тайфа Яппарҙы креслоға ултырта.

Яппар. Һин мине ҡалдырып китәһеңме?Тайфа. Әйләнеп ҡайтҡансы ғына... Минһеҙ

генә уйланып ултыр. Мин хәҙер!

Тайфа сыға. Яппар хисләнеп шиғыр уҡый башлай. Шул ваҡыт уны Әнисә туҡтата.

Яппар. Ни ғиллә был? зиһенем таралды. Ниңә килдем әле мин бында? Эйе, иҫемә төштө...

Даром, даром, гел даром,Сәскә ата гөлдәрем.Атып өлгөрҙөләр инде шул... Туҡта әле... Ти­

мерҙе ҡыҙыуында һуҡмаһаң, һуңынан эш уҙа. Әнисә Байрамовна!

Әнисә. Һин әллә бөтөнләй аҡылдан шаш­тыңмы?

Яппар. Эйе, был юлы бөтөнләйгә. Бына нимә, Әнисә Байрамовна... Һиңә лә алйот ир менән йәшәүе еңел булмаҫ, миңә лә тигәндәй...

Әнисә. Һин нимә һөйләгәнеңде аңлайһыңмы, юҡмы?!

Яппар. Обратного хода нет!Әнисә. Нахал!Яппар. Пока! заяға үткән ғүмеремә әйләнеп

ҡарарға үҙең мәжбүр иттең!Театр дәресе халыҡҡа ғибрәттер,Күңелдә йоҡлаған дәртте уятты. Уянды шул... Дәртем уянды! Ә уны нисек

баҫырға?!Әжәлгә дарыу бар, тиҙәр,Мөхәббәткә бармы икән?!Оһо! (Ҙур мәғәнә һалып.) Ша­ғир! Мин бит

шағир! Күкрәгемдә ғишыҡ уты дөрләп яна икән, ниңә уны һүндерергә? Әйҙә, тирә­яҡ һелкенеп торһон, йырҙағы һымаҡ.

Музыка. Яппар үҙе лә һиҙмәҫтән бейеп китә.Үҙе йырлай.

Ҡымыҙ эскән ҡоҙағыйҙыңКүңелдәре елкенә. Тыпырҙатып баҫҡан саҡта,Урал тауы һелкенә. Ҡоҙағыйҙың ҡашмауындаТалир тәңкә бармы әллә?Ниңә иркен бейемәйһең,Урал тауы тармы әллә?

Ул бейеп бөтөүгә почтанан Тайфа ҡайтып инә.

Тайфа. Һөйөнсө! Улымдан телеграмма! Тыңла: «Приезжаю. Фиат». Ике генә һүҙ. өйләнергә, ми­нең фатихамды алырға ҡайта!

Яппар. Тимәк, Фиат һинең улың? Алда – туй! Ҡотлайым, Тайфа!

Тайфа. Рәхмәт!Яппар. Балалар фатиха алырға тейештәр.Тайфа. Шул тиклем шатлыҡ, хатта йырлағы

килә. Яппар. Йырла, Тайфа, мин дә һиңә ҡушылам.

Бер һорау мөмкинме?Тайфа. Һора. Яппар. Ә һинең улың мине балкондан ташла­

маҫмы? Тайфа. Ырғытыр, барыбер иҫән ҡалырһың. Бе­

ренсе ҡат бит!Яппар. Ә ҡасан ҡайта ул?Тайфа. Яҙмаған, бөгөн ҡайтмаһа, иртәгә ҡай­

тыр. Яппар. Ярай, тик балкон ишеген асыҡ ҡалдыр.

Ул­был булһа – һикерәм.Тайфа. Бергә һикерербеҙ. Минең яҙмышым

һинең ҡулда. Яппар. Минеке – һинең ҡулда. Әйҙә, йыр­

лайыҡ. Тайфа. Әйҙә.

Музыка, йыр, бейеү.

Икенсе бүлек

Музыка. Сәхнә түрендәге һикәлтәнән Фиат төшөп килә. Ул оҙаҡ ваҡыт алыҫ илдәрҙә йөрөгән, ләкин

һөйгәнен тапмаған.

Фиат (монолог).Музыка. Фиат сәхнәнән сыға. Әнисә күҙәтеп тора.

Әнисә (Данияға). Кил әле, кил әле бында. Кил, тиҙәр бит һиңә. Әллә йәбештеңме?

Дания (теләмәй генә сәхнәгә күтәрелә). Нимә?Әнисә. Нимә, нимә? Ишетмәнеңме әллә?Дания. Ниңә, донъя гастролдәрендә булдым,

тине.Әнисә. Был тиклем дә атайыңа оҡшарһың

икән, валлаһи! Һинең һымаҡ йәш кенә, сибәр генә ҡыҙ эҙләйем, тине бит! Мен сәхнәгә!

Дания. Әсәй, ярамай бит!Әнисә. Ярай, мин булған ерҙә бөтәһе лә ярай.

Бында хәҙер мин хужа!

Page 34: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 201034

Шамил РӘХМӘТУЛЛИН

Дания. Әсәй...Әнисә (Фиат сығып киткән яҡҡа күрһәтеп).

Ишеттеңме, һөйгән йәрен саҡыра. Дания. Һөйгән йәрен шул, тик мине түгел. Әнисә. Мен сәхнәгә!Дания (өҙөп). Әсәй, мин бер ваҡытта ла һине

аңлай алманым. Әле лә. Әйт, атайым ни өсөн унда?

Әнисә. Һинең һымаҡ йоҡлап йөрөгәне өсөн. Дания. Атайым... Минең яратҡан атайым... Ул

беҙҙең ярҙамыбыҙға мохтаждыр бит.Әнисә. Әлбиттә. Ҡотҡарһаң, һин генә ҡотҡара

алаһың тилергән атайыңды. Дания. Нисек?Әнисә. Тыңла: әлеге егет, паркты ғына урап

сыға ла, бында килә...Дания (бөтәһен дә аңлап). Бына быныһы инде

булмай! (Китергә итә).Әнисә. Ярай, улайһа. Һин бында яратҡан

атайың менән ҡал, ә мин бер ҡасан да кире килмәйәсәкмен! (Әнисә китә башлай).

Дания (уны туҡтатып). Туҡта! Атайым өсөн мин риза.

Әнисә. Ә­ә­ә?Дания. Нимә эшләргә миңә?Әнисә. Һин уның менән танышаһың, һөй­

ләшәһең һәм үҙеңә ғашиҡ иттерәһең!Дания. Ә һуңынан?Әнисә. Һуң, шул тиклем дә атайыңа оҡшарһың

икән! Миңә атайыңды кире ҡайтарырға кәрәк, ә һин ул егет менән ҡалаһың. Бар, бар, ул бында килә. Аңланыңмы?

Дания. Барыһы ла аңлашылды.

Шул ваҡыт ҡайҙандыр өс егет килеп сыға. Улар ваҡыт һораған булып Данияға бәйләнә башлайҙар. Ошо

ваҡыт Фиат килеп сыға һәм Данияға бәйләнеүселәрҙең барыһын да ҡыуып ебәрә.

Ят тауыш. Ғәфү итегеҙ, сибәр ханым, ваҡыт күпме?

Дания. Китегеҙ бынан?Фиат. Һаҡланығыҙ! Тағы берәүһе ҡайҙа бул­

ды? (Хулигандарҙың береһен эҙләп йөрөгәндә Да-нияға мөрәжәғәт итә.) Һеҙ күрмәнегеҙме?

Дания. Юҡ. Һеҙ минең өсөн ғүмерегеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙығыҙ. Оҫта һуғыштығыҙ... Һеҙ спортсменмы?

Фиат. Юҡ, мин – артист. Ә артист халҡына бө­ тәһен дә белергә кәрәк. Хатта һуғыша белергә лә!

Дания. Кәрәкмәй!

Фиат. Юҡ, кәрәк! Бына, мәҫәлән, мин – Дания принцы – Гамлет. Һәм мин дошмандарымды шпа­га менән юҡ итергә тейешмен!

Дания. Һеҙ Дания принцы? Ә мин Дания. Фиат. Һеҙ Дания?Дания. Эйе. Мин Дания. Әллә... һеҙ минең

принцым булаһығыҙмы?Фиат (иғтибар менән ҡарап). Ә ниңә булмаҫҡа

ти? Булам! Ҡайҙалыр күргән дә кеүекмен. Һеҙ әле генә бында булманығыҙмы?

Дания. Булдым. Фиат. Башҡа бер ерҙә лә булманығыҙмы?Дания. Исемем Дания булһа ла, Башҡортостан­

дан башҡа бер ерҙә лә булғаным юҡ. Фиат. Тимәк, мин һеҙҙе таптым, Дания!Дания. Әллә эҙләнегеҙме?Фиат. Эйе, һеҙҙе эҙләнем... Ғүмерем буйы

эҙләнем! Минең һөйгән йәрем булығыҙ!Дания. Шулай бик тиҙме?Фиат. Яңғыҙ ҡайтмам тигән нәҙерем бар ине...Дания (һынаулы). Ә мин риза булмаһам?Әнисә (ултырған еренән). Ул риза!Фиат. Кем ул?Дания. Бына мин риза түгел, ти. Ул сағында һеҙ

нимә эшләр инегеҙ?Фиат. Минме?Дания. Эйе, һеҙ.

Фиат шпагаһын алып үҙен­үҙе үлтереү өсөн хәрәкәттәр эшләргә уйлай.

Юҡ, юҡ. Кәрәкмәй. зинһар өсөн улай итмәгеҙ!Фиат. Улайһа, киттек. Дания. Ҡайҙа?Фиат. Әсәйемә...Дания. Әсәйеңә? Буш ҡул менәнме? Ә

сәскәләр?Фиат. Аңлашылды. Хәҙер. (Ул ҡуйынынан

сәскәләр килтереп сығара.) Бына сәскәләр. Дания. Рәхмәт. Фиат. Тыуған төйәгемә рәхим ит. Теләйһеңме,

күтәреп алып инәм. Дания. Башта үҙең ин. Бөтәһен дә бәйнә­бәйнә

аңлат. Мин ошонда ғына көтөп торам. Фиат. Аңлашылды. (Өйгә инеп китә.)

Шаршау асылғанда Яппар менән Тайфа ишек туҡылда­тыуға асырғамы, юҡмы икән тип, икеләнеп торалар.

Тайфа. Яппар, туҡылдаталар. Яппар. Туҡылдаталар?Тайфа. Эйе, асайыҡмы?

Page 35: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 2010 35

Шамил РӘХМӘТУЛЛИН

Яппар. Юҡ, кәрәкмәй. Тайфа. Әле генә парк эргәһендә һуғыштылар.

Шулар түгелме икән?Яппар. Ҡурҡытма әле. (Тайфа аптырап Яп-

парға ҡарай.) Ә, юҡ... Мин ни... Улар була ҡалһа тим... Үҙҙәренә үпкәләһендәр. Үҙемә үҙем отчет бирмәйем! Үлтерәм!

Тайфа (тыңлап). Улар күмәк шикелле. Яппар (ҡурҡып). Күмәктәр? Булмаһа мин ҡай­

тайым...Тайфа. Ташлап китәһеңме?Яппар. Улың була ҡалһа... нисектер уңайһыҙ.Тайфа. Юҡ, Яппар, ни күрһәк тә бергә күрер­

беҙ. Яппар. Әллә ысынлап та күмәктәр инде?..Тайфа. Хоҙайым, нимә генә эшләйем икән?

Яппар, беләһеңме, беҙ хәҙер ни эшләйбеҙ? (Яп-парҙы сәхнә уртаһына баҫтырып ҡуя.) Баҫ ошон­да! Мә, кей.

Яппар. Был нимә? Ҙур бит!Тайфа. Күп һөйләнмә, кей!Яппар. Ә был кемдеке?Тайфа. Яппар, һин хәҙер – Дон­Жуан!

Яппар. Кем ул?Тайфа. Бар инде шунда... һиңә оҡшаған. Туҡта!

Мыйыҡ йәбештерергә кәрәк!Яппар. Мыйыҡ кәрәкмәй.Тайфа. Бәхәсләшмә! (Мыйыҡ йәбештерә.) Мә,

шпага!Яппар. Нимә эшләтәм мин уны? Тайфа. Ишектән ингән береһен ҡаҙап то­

раһың. Мин хәҙер ишекте асам да, костюмдар артына ҡасам. Күмәктәр тип уйлаһындар өсөн костюмдарҙы һелкетеп торормон. Шпагаңды күтәр! (Тайфа костюмдар артына йәшенә. Яппар позаға баҫа.)

Яппар. Инегеҙ!

Ишектән атылып Ромео кейемендә Фиат килеп инә. Яппар ҡулындағы шпагаһын төшөрөп ебәрә.

Фиат. Шпагаңды ал, синьор Дон­Жуан! Ҡоралһыҙҙар менән һуғышмайым, ирлек на­мыҫымды мыҫҡыллай.

Яппар. Эһе... аңланым... (Шпагаһын ерҙән ала алмай тора, ныҡ итеп тартҡанда үҙе лә ҡолап китә.) Ғәфү, ғәфү...

Шул уҡ спектаклдән күренеш. Уртала: Яппар – Р. Бассариев. 1994 йыл

Page 36: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 201036

Шамил РӘХМӘТУЛЛИН

Фиат. Тыңла, синьор Дон­Жуан! Парк эргә­һендә минең синьоринама бәйләнгәнегеҙ өсөн мин икәүҙе теге донъяға оҙаттым инде. Ә бына һин ҡасып ҡотолдоң. Шуны бел, синьор Дон­Жуан, минең ҡулдан әле берәүҙең дә ҡасып ҡотолғаны юҡ. Минең замокка инеп ҡасҡанһың икән, бәхетең. Юғиһә, үләкһәңде урам эттәренә ырғытырҙар ине.

Яппар. Ғәфү... Ҙур булмаған төҙәтмә. Мин парк эргәһендә булманым. Юҡ, булыуын булдым, тик ул күптән булды. Бер йыл элек.

Фиат. Һин әле әҙәм аҡтығы, алдаша ла беләһең икән! Ошо мыйығың булмаһа, ышанған да булыр инем.

Яппар. Ә мин уны һеҙҙең рөхсәтегеҙ менән... (Мыйығын алып ташларға итә. Ләкин ала алмай ыҙалай.)

Фиат. Шпагаңды ҡулыңдан төшөрмә! Тәүге һөжүм һинеке, башла!

Яппар. Мөмкинме, кем... әфәнде...Фиат. Ҡаршыңда мөхәббәт утында яныусы,

ғашиҡтар өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер тороусы синьор баҫып торғанын онотма. Башла!

Яппар. Мин... бер йылды телевизорҙан «Ромео һәм Джульетта» исемле балет ҡарағайным. Ғәфү... һеҙ шунда уйнаманығыҙмы?

Фиат. Юҡ. Тик мин драмала уйнаным. Яппар. Эй, килештереп уйнанығыҙ. Фиат. Драмала уйнаным, тим бит! Әллә

ишетмәйһеңме?Яппар. Барыбер түгелме ни?!Фиат. Түгел! Башла!Яппар. Хәҙер башлайым. Һалдаттарым менән

генә хушлашып сығайым да...Фиат. Дон­Жуандың һалдаттары булмаған да

инде...Яппар (Тайфаны саҡыра). Тайфа, Тайфа!Фиат. Түҙемлегем бөттө! Ауыҙ эсендә бутҡа бе­

шермә, башла!Яппар. Бәй, ғибәҙәт ҡылырға кәрәк тә инде...

Бәлки, яңылыш үлеп ҡуйырмын...

Ғибәҙәт ҡылырға ултыралар. «Амин» тип ҡысҡырған ваҡытта Яппар Тайфаны саҡырып ҡысҡыра. Быны

һиҙеп ҡалған Фиат сығырынан­сыға.

Фиат. Яңылыш?! Күтәр шпагаңды, башла!

Фиат тәүәккәл рәүештә Яппарға һөжүм башлай. Ошо ваҡыт Әнисә сәхнәгә йүгереп менә.

Яппар. Әнисә!Әнисә. Туҡтатығыҙ һуғышты!

Әнисә сәхнәгә атылып менә. Ерҙә аунап ятҡан шпага­ны алып Фиатҡа һөжүмгә ташлана һәм уны мөйөшкә

алып барып ҡыҫырыҡлай. Һуғыш туҡтай. Яппар иҙәндә ята. Ҡасып торған еренән Тайфа, тыштан Дания инә.

Дания. Әсәй! Тайфа. Һаумы, улым!Фиат. Әсәй, бына был синьорина һинең киле­

нең Дания. Ә был кем? (Яппарға күрһәтә.) Әллә тағы кейәүгә сыҡтыңмы?

Әнисә. Дон­Жуан!Дания. Атай, мин һине танымай ҙа торам. Әллә

артист булдыңмы? Яппар. Тура килде инде... Әйткәндәй, балкон

ишеге асыҡмы? Фиат. Ишек унда түгел бит!Яппар. Рәхмәт, мин балкон аша ғына. Һау бу­

лығыҙ! (Китә башлай).Фиат (ҡаршы төшөп). Ир кешегә ҡалтырап

төшөү килешмәй, етмәһә, Дон­Жуан костюмында. Сисеп ташла театр костюмын.

Яппар. Сисәм, сисмәҫ тиһеңме әллә?! Салбар сискән бар... (Костюмын сисә.) Хуш, ҡыҙым... Ху­шығыҙ, туғандар... Хәҙер инде һикерергә лә була. Мин киттем...

Әнисә. Юҡ инде! Еңел генә ҡотолмаҡсы бул­дыңмы?

Дания. Әсәй!Яппар. Исмаһам, хәлемде һорашыр инең. Һинең

арҡала ошо көнгә төштөм бит! Күрмәйһеңме әллә? Һеҙ бөтәгеҙ ҙә – һин дә, һин дә – Тайфа, һин дә – барығыҙ ҙа ғәйеплеһегеҙ!

Фиат. Әсәй, минең үҙ һүҙле малай икәнемде беләһең, әйт, был кеше кем?

Тайфа. Был кеше бөгөн мине үлемдән ҡотҡарҙы.

Яппар. Кәрәкмәй, Тайфа. Хәҙер һуң инде. Тайфа. Юҡ, һөйләйем. Эйе, үлемдән ҡотҡарҙы.

Был кеше булмаһа, бәлки, мин һеҙҙе күрмәгән дә булыр инем.

Фиат. Ышанырғамы, әсәй? Мин... мин уңайһыҙ хәлдә ҡалдым бит әле. Ғәфү итегеҙ мине, синьор Дон­Жуан.

Яппар. Рәхмәт! Йәшәгеләрем килеп китте...Дания. Атай!Яппар. Режиссерҙар әйтмешләй, асыҡланмаған

мәсьәлә ҡалманы, шикелле.Әнисә. Юҡ, ҡалды!Дания. Әсәй!Яппар. Кәрәкмәй, Әнисә. Әнисә. Юҡ. Ул бер кемде лә ҡотҡарманы. Был

тик үҙе уйлап сығарған уйҙырма ғына.

Page 37: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 2010 37

Шамил РӘХМӘТУЛЛИН

Фиат. Был дөрөҫмө?Яппар. Дөрөҫ. Фиат. Тимәк, һеҙ бөтөнләй көтмәгәндә спек­

такль уйнанығыҙ?Яппар. Шулай килеп сыға инде. Әнисә. Юҡ­барҙы һөйләп торма әле, әйҙә,

ҡайттыҡ!Яппар. Ҡайтырға?Әнисә. Эйе. Тайфа. Тағы ла осрашыу өсөн. Ҡыҙығыҙ Дания

миндә ҡала. Улымдың бәхете өсөн... Хушығыҙ!Дания. Ғәфү ит мине, атай.Яппар. Ҡайтырға... өйгә... Минең менән ҡурсаҡ

уйыны уйнанығыҙ ҙа, инде килеп ҡыуаһығыҙмы? Әллә минең өҫтән ғилми тәжрибә үткәреп ҡарар­ға булдығыҙмы? Кем хоҡуҡ бирҙе? Кем? Ишете­геҙ, үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр ғашиҡ булған Яппар Саттаров бер ҡайҙа ла китмәй! Китергә лә теләмәй! Теләмәй!

Әнисә. Был мөрәүәтһеҙҙең бөтөнләй аҡылын сығарып бөтөрҙөк, шикелле...

Тайфа. Киреһенсә, үҙең башлаған уйындан уй­маҡ ҡына сығарҙыҡ.

Әнисә. Отлично! Был тамашаны үҙем башла­ным, үҙем бөтөрөп ҡуям. Был донъла бөтә нәмәне лә страховать итергә мөмкин, хатта театрҙы ла!

Тайфа. Ни өсөн?Әнисә. Сөнки...

Кешеләргә һин теләйһең,Шатлыҡтар өләшергә.Әбейҙәргә, бабайҙарға,Иҫәнлектәр теләргә.

Егеттәргә, йәш ҡыҙҙарға,Мөхәббәт таратырға.Икеләнеп тормайынсаКилегеҙ театрға!

Музыка, бейеү.

Шаршау.

Көләмәс

Театр бинаһына инер алдынан ир кеше ҡатынына өндәшә:– Һин юҡҡа миңә яңы костюм кейергә ҡуштың әле. – Ә ниңә, был костюмың һиңә килешеп тора. – Шулайын шулайҙыр ҙа, тик билеттар иҫке костюмда ине бит.

***– Алло! Был фотомоделдәр агентлығымы?– Эйе.– Һеҙ моделдәргә күпме түләйһегеҙ?– Яҡшы түләйбеҙ. Ләкин уларҙың параметрҙары 90-60-90 тура килһә генә.– Уныһы өсөн миңә ҡайғыраһы юҡ. Минең барыһы ла тура килә: буйым да, йәшем дә, ауырлығым да.

Page 38: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 201038

Мыяубай этлеге

пьеса

ХәмдиәЛатипова

Балалар өсөн комедия, ике өлөштә

Ваҡиға ауылда һәм урманда бара.

Беренсе өлөшө

Беренсе күренеш

Сәхнәлә бесәй йоҡлап ята. Шул мәл, артта, донъя

емерелгән тауыштар: нимәлер ярыла, гөрһөлдәп

ауа, тыпырлап сабышҡан тауыштар ишетелә.

Сәхнәгә борҡотоп Сысҡан килеп сыға.

Сысҡан (көскә тын ала). У­уф, саҡ ҡасып ҡотолдом Мыяубикәнән!.. Гел баҫтырып ыҙала­та. Һәйбәт бесәй булһа, ана, Мыяубай ише йоҡо һимертер ине. Мыяубай, исмаһам, шәп бесәй – төнөн дә йоҡлай, көндөҙ ҙә (бесәй икенсе яғына әйләнә). Сысҡандар менән булышмай. Шуға апты­райым: гел туҡ йөрөй, ҡасан ашай ул? Әллә аша­май торған бесәйме? (бесәйҙең ҡойроғон ҡалҡытып ҡарай). Батареяһы бармы, тием...

Арттан «мыяу!» тигән тауыш ишетелә. Сысҡан алан­

йолан ҡарана ла, шул яҡҡа йоҙроҡ күрһәтә.

Мыяубикә мине эҙләй. Ни эшләп Әбей менән Бабайҙың ҡаймағын урланың, сосискаға тейҙең, тип бәйләнә. Мин ул ризыҡтарҙы күргәнем дә юҡ – Әбей уларҙы келәткә бикләй. Ә Мыяубикә минән сосиска таптыра (залға өндәшә). Балалар, һеҙ сосиска яратаһығыҙмы? Һеҙ алманығыҙмы?.. Улай булғас, кем алған да, кем ашаған?..

Шатыр­шотор Мыяубикә инә.

Мыяубикә. Мин һине тегендә эҙләй инем, һин бындамы ни?!. Хәҙер «ам!» итәм!..

Улар баҫтырыша башлайҙар. Мыяубай уяна.

Мыяубикә. Мыяубай, тот бурҙы!Мыяубай. Үҙең тот! Минең йоҡом туймаған

(кире ята).

ҡатнашалар:Бабай Мыяубикә ТөлкөӘбей Сысҡан БүреМыяубай ҡуян Айыу

Сөләймән Латипов 1954 йылда Бөрйән районында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Төрлө гәзит-журналдарҙа, әлеге ваҡытта «Тамаша» журналында эшләй.

БР һәм РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Хәмдиә (Фәтихова) Латипова Мәсетле районы, Борғатья ауылында тыуған. Ике китап авторы һәм 24 пьесаһы буйынса спектаклдәр ҡуйылған.

Әлеге мәлдә Эске эштәр министрлығында эшләй.

СөләймәнЛатипов

Page 39: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 2010 39

Сөләймән ЛАТИПОВ

Сысҡан уны тапап үтеп китә.

Сысҡан, тәртипһеҙ, тәрбиәһеҙ!..

Сысҡан уға тел күрһәтә. Улар Мыяубикә менән

баҫтырышып, сығып китәләр.

Мыяубай һуҡрана­һуҡрана урынынан ҡалҡа.

Мыяубай. Бындай ат кеүек сабышҡан ерҙә йоҡлап буламы инде! Төн убырҙары!.. Йоҡо осо­роп йөрөй... ике алйот (кирелеп ала). Шуларҙы кем аҡыллы тиһен, инде? Береһе ҡаса, икенсеһе баҫтыра. Быныһы баҫтыра, тегенеһе­ҡаса... Уф, асыҡҡанмын. Төнө буйы бер нәмә лә ашамаған­мын!

Икенсе бүлмәнең ишеген асып ҡарай.

Әбей менән Бабай рәхәтләнеп йоҡо һимертә. Ярай, һәр кемдең үҙ эше: әбей менән Бабай йоҡлай, Мыяубикә Сысҡан баҫтыра, ә мин... Миңә төнгө һунарға ваҡыт етте.

Ул келәт ишегенә инеп юғала һәм бер аҙҙан сосиска,

банкы ҡаймаҡ менән сыға. Ашай.

Их, тәмле! (Залға өндәшә). Ҡыҙҙар, ма­лайҙар, һеҙ сосиска яратаһығыҙмы? Айырыуса, урлап ашаһаң тәмле, шулаймы?.. Һеҙ урлаш­майһығыҙмы? Һорап алаһығыҙмы? Ә мин урлап ашайым... У­уф, туйҙым. Ҡорһаҡ кәпәйҙе. Ә теге алйот, Мыяубикәне әйтәм, сосисканы ашаған тип, Сысҡанды баҫтыра. Туҡта, ҡыҙыҡ итәйем әле – бынауы сосисканы ул йоҡлаған урынға һалайым...

Ул шулай итә лә, йоҡларға ята.

Бер аҙҙан арыған

Мыяубикә инә. Икенсе яҡтан Сысҡан килеп сыға һәм

быны үсекләргә тотона.

Мыяубикә (уға йоҙроҡ күрһәтә). Барыбер то­там мин һине!

Сысҡан. Бе­бе­бе! Ҡойороғомдо тот!Мыяубикә. Һайт!Сысҡан. Тайт! (сығып ҡаса).

Мыяубикә йоҡларға ята.

Ҡояш ҡалҡа, әтәстәр ҡысҡырыша.

Әбей менән Бабай уяна.

Бабай. Әйҙә, ҡарсыҡ тор.Әбей. Тороп киләм бит... Алла! – билем... Бабай. Хәҙер сосисканы ҡаймаҡҡа манып

ашайым да баҙарға китәм.Әбей. Хәҙер, бабай, хәҙер...

Әбей келәткә инеп китә лә, борсоулы килеп сыға.

Әбей. Бабай, тағы ҡаймаҡты урлағандар. Со­сисканы ашағандар. Кем эше?

Бабай (елкә тырнай). Сысҡан тиер инең, ул шул ҡәҙәр күп ашай алмай. Унан, ике бесәй тотабыҙ. Тимәк... бесәйҙәрҙең береһе урлаша.

Әбей. Ә ҡайныһы?Бабай. Белмәйем. Бурҙы тотҡас ҡына бур икәне

беленә.Әбей. Ә ҡалайтып ул бурҙы тоторға?Бабай. Мыяубикә гел темеҫкенеп йөрөй. Ә

Мыяубай йоҡлай ҙа йоҡлай. Ҡайныһы – бур, белмәйем.

Әбей. Һуң, үҙең әйттең бит: ҡайныһы урлаша – шуныһы бур тинең.

Бабай. Ә ҡайныһы урлаша?Әбей. Шуны ла аңламайһың: бур бесәй урлаша

инде.Бабай. Мин ҡайһы бесәй урлаша, тием?!Әбей. Хәҙер әйтәм... икеһенең береһе ­бур: йә

Миубай, йә Мыяубикә!

Бабай Мыяубикә ятҡан түшәктән сосиска ала.

Бабай. Ашаған­ашаған да, ҡалғанын ҡал­дырған.

Әбей. Бур тотолдо. Мыяубикә – бур! Аҫтыр­тын! Минең һөт­ҡаймаҡтың башына етеүсе! Ә һин уны, уңған бесәй, сысҡан тота тип, яҡлайһың!

Бабай. Шулай. Мыяубикә һәр ваҡыт сысҡан аулай. Ә Мыяубай йоҡлай ҙа, йоҡлай.

Әбей. Эйе, аулай!.. Ул юрый беҙҙе алдатыр өсөн, күҙ буятып йөрөгән... Хәҙер үк был йортта уның эҙе булмаһын!

Бабай. Туҡта әле, әбей, әҙерәк йәллә. Ни­сек шундай һәйбәт бесәй ҡараҡ булһын? Ул бит яратҡан бесәйем. Бәлки... яңылыш урлашҡан­дыр.

Хәмдиә ЛАТИПОВА

Page 40: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 201040

Хәмдиә ЛАТИПОВА

Әбей. Ә ни өсөн Мыяубай яңылышмай? Ул

да бит шундай бесәй. Ләкин Мыяубикә кеүек

урлашып йөрөмәй. Хәҙер үк урманға олаҡтыр

үҙен!

Бабай. Туҡта әле, әбей, улай ҡаты бәғерле

булма.

Әбей. Мин әйттем, минең һүҙ – закон! Мыяу­

бикә ҡараҡ. Ә ҡараҡ язаһын алырға тейеш! Бына

тоҡ – урманға барып аҙаштыр үҙен.

Бабай. Һиңә ҡаршы килеп булмаҫ инде.

Хәйерлегә булһын...

Бабай шулай ти ҙә, Мыяубикәне тоҡҡа һалып,

урманға сығып китә.

Икенсе күренеш.

Бабай урманға килеп инә лә, тоҡто ағасҡа элгәс,күҙ

йәшен һөртә.

Бабай. Их, Мыяубикә, Мыяубикә! Мин һине

яраттым, шуның ҡәҙерен белмәнең. Ҡараҡты

бына шулай – бер кем дә яратмай. Һин дә тейеш­

ле язаңды ал инде. Хуш, бәхил бул, Мыяубикә...

(илаған бабай сығып китә).

Бер аҙҙан йырлай­йырлай Ҡуян килеп сыға. Уның

кәйефе шәп: һикерә, ырғый. Тоҡ эсендәге бесәй быны

Сысҡан тип уйлап, ҡысҡырып ебәрә.

Мыяубикә. Хәҙер «ам!» итәм. Мыяу!

Ҡуян туҡтап тирә­яғына ҡарана.

ҡуян. Ҡурҡҡанға ҡуш күренә тигәндәй, әллә

ниндәй тауыштар ишеттем түгелме?.. (ҡарана).

Улай тиһәң, береһе лә юҡ. Унан, урман хужаһы

Айыу әмер сығарҙы: бөтә хайуан­йәнлектәргә дуҫ,

татыу йәшәргә. Шулай булғас, хәҙер бер нәмәнән

дә ҡурҡмайым!.. Уй, тәмле еләк япрағы! (эйелеп

ҡыштырлай башлай).

Мыяубикә (тоҡ эсенән). Ә­ә, Сысҡан, эләк­

теңме! Мыяу!..

Ҡуян ултыра төшә.

Мыяу! Хәҙер эләктерәм, сапсыйым! Мыяу!..

Күрә – тоҡ, етмәһә ҡыбырлай.

«Ам!» итәм!..

Ҡуян йән­фарман сығып ҡаса.

Өсөнсө күренеш

Биҙәнә­биҙәнә Төлкө сыға. Етмәһә, көйләй.

Төлкө. Мин матурмын, мин аҡыллымын. Хәйләм менән мин көслөмөн.

Мин...

Йән­фарман сапҡан Ҡуян килеп сыға. Төлкө уны

эләктереп өлгөрә.

Төлкө. Ҡуян, ҡайҙа шулай саптың? Хәлемде лә белешмәйһең?

ҡуян. А­аа! Пи­пи...Төлкө. Ыстағафирулла – телдән яҙғанһың

дәбаһа?!ҡуян. У­уу! Мим­мим...Төлкө. Әллә минән ҡурҡтыңмы?ҡуян. Унда ҡурҡыныс – ми­яу!Төлкө. Ҡурҡыныс мыяу? Белгең килһә, иң

ҡурҡынысы мин! Хәйлә менән барыһын да төп башына ултыртам. Минән ҡурҡыныс береһе лә юҡ!

ҡуян. Бар!Төлкө. Юҡ!ҡуян. Унда ҙур ағас. Ағаста – ботаҡ. Ботаҡта –

тоҡ. Тоҡта – мыяу!Төлкө. Кем?ҡуян. Мыяу!Төлкө. Әйҙә, күрһәт «мыяу»ыңды. Хәҙер төп

башына ултыртам!ҡуян. Ю­юҡ, ҡурҡам. Ул сапсыйым, әйтә.Төлкө. Һин күрһәт кенә. Хәҙер кәрәген бирәм

уның...ҡуян. Ул мине «ам!» итә.Төлкө. Ҡуянҡайым, Төлкө апайыңдың һүҙен

йыҡма инде. Күп итеп кишер, кәбеҫтә үҫкән баҡса күрһәтермен.

ҡуян. Ҡурҡам...Төлкө. Әйҙә инде...

Төлкө Ҡуянды етәкләп тигәндәй, алып сығып китә.

Сөләймән ЛАТИПОВ

Page 41: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 2010 41

Дүртенсе күренеш

Йырлап Бүре килеп инә. Ул кимоно кейеп алған.

Бына ул ҡатып ҡала – көс йыя. Унан «ия!» тип ҡысҡыра

ла, шөғөлләнә башлай. Ошо мәл уға

Төлкө килеп бәрелә. Икеһе­ике яҡҡа тәкмәсләй.

Бүре ырғып килеп тора. Тик уға Ҡуян бәрелә. Тағы

тәгәрәшәләр. Бүе алмаш­тилмәш тегеләргә ҡарай.

Бүре (тегеләрҙең дерелдәүен күреп). Ә­һә!.. Ҡурҡаҡтар! Хәҙер һеҙгә «Ака­сүкәй!» күрһәтәм! Ни эшләп икәүләп миңә һөжүм иттегеҙ?!

Төлкө. Бүре ағайым икән. Кем миңә шулай һуҡты, тип торам. Хи­хи­хи!..

ҡуян. Ми­ми, пи­пи...Төлкө. Каратист тигәс тә, шул ҡәҙәр ҡаты...

Ана, Ҡуян телһеҙ ҡалған. Хәҙер уға ҡот ҡойорға кәрәк...

Бүре. Төлкө, тел сарлама, йәме! Әйт, ниңә миңә һөжүм иттегеҙ? Күрмәнегеҙме ни ҡояштан көс йыйғанды, ә?!.

Төлкө. Шулаймы ни! Беҙ, аңыштар, күрмәнек. Шулаймы, Ҡуян?

ҡуян. Ми­мим, пи­пип...Төлкө. Бүре ағай, беҙ баҫтырышып уйнай инек.

«Кәләк» уйыны. Шунан яңылыш һиңә төкөнөк. Мин ҡойроғом менән генә... (ул ҡойроғон һуға). Ни эшләп яратҡан Бүре ағайыма бәрелдең? Бына һиңә! Бына!..

ҡуян. Бү­бү­бүре ағай, мыяу!..Бүре. «Мыяу!» түгел, «ия!» (каратэ алымы

яһай). Ә һин ниңә бәрелдең! Күҙең тонғанмы?ҡуян. Ми­мим­ии...Төлкө. Ысынлап та! Ҡуян, күрмәнеңме ни уның

ниндәй көслө, батыр икәнен? Бүре ағай, Ҡуян берәй ереңде ауырттырмағанмы?

Бүре (ҡурҡып теге-был ерҙәрен тотҡолап ҡарай). Уф... Юҡ! Ауырттырмаған. Мин бит ка­ратэ менән шөғөлләнәм. Ыуаҡ­төйәккә бирешеп бармайым, тьфу­тьфу!

ҡуян. Бү­бү...ми­ми...Төлкө (Ҡуяндың ауыҙын ҡаплай). Һин ҡояштан

да көс алаһыңдыр әле?Бүре (ҡупырая). Ҡояштанмы? Алам. Ҡояштан,

Ерҙән, Һауанан...Төлкө. Китсе, һауанан да көс алып буламы?

Бүре. Эйе, унда сафлыҡ, таҙалыҡ...Төлкө. Хи­хи­хи! Булыр. Шуға, ана, ниндәй

бәһлеүәнһең!ҡуян. Бүре ағай, ми­ми­мыяу... Төлкө (Төлкө уның тәпәйенә баҫа). Ҡуян,

Бүре ағайым менән һөйләшкәндә, бүлдермә. Тәртипһеҙлек була ул!.. Бүре ағай, бөтә ерҙән көс йыйғас, урманда иң батыры һиндер әле ул?

Бүре (беләген бөгөп күрһәтә). Әллә, ышан­майһыңмы? Хәҙер «Ака­сүкәй!» күрһәтәм! Ҡуян, баҫ ошонда!..

Дерелдәгән Ҡуянды ҡуя ла, үҙе йүгереп һөжүм итә.

Ләкин Ҡуян урынына үҙе икенсе яҡҡа тәгәрәй

Төлкө. Хи­хи­хи! Бүре ағай, ыҙаланма. Беҙ ышанабыҙ һинең көслө батыр икәнеңә. Тик бына... Әйтәйемме икән...

Бүре. Нимә ҡойроҡ болғайһың? Ауыҙыңды асҡан икәнһең, әйт!

Төлкө. Бер йәнлек бар. Шул Бүренән ҡур­майым! – тип беҙҙең арттан ҡысҡырып ҡалды.

Бүре (һыртын ҡабартып). Кем ул?!Төлкө. Беҙ уны белмәйбеҙ. Ул «Мыяу!» тип

ҡысҡыра. Моғайын, ул да каратистыр?ҡуян. «Мыяу! Тештәрем, осло тырнағым...»Төлкө. Эйе! Көслө тырнағым менән Бүрене

сапсыйым ти, хатта!Бүре (ярһып). Һин Төлкө!.. Мин һине!.. Кем

миңә шулай тип әйтергә баҙнат итте! Әллә алда­шаһыңмы?

Төлкө. Аллаһи­биллаһи! Минең намыҫым тәүге ҡар кеүек саф. Ышанмаһаң, Ҡуяндан һора. Ҡуян, Бүре ағайҙы туҡмайым тигән йәнлек «Мыяу!» тип ҡысҡырҙымы?

ҡуян. Ул «Мыяу!» тине. Унан...Төлкө. Күрҙеңме! Ул бейек ағас ботағында

һине көтөп ҡалды. «Бүре батыр булһа, килеп һуғышып ҡараһын!» – тип ҡысҡырҙы, хатта!

Бүре (ярһыуынан йөрөй). Алдашһаң, ҡойро­ғоңдан аҫам. Әйҙә, күрһәт уны! Хәҙер тетмәһен тетәм. Ҡуян, һин шаһит! Төлкө, ул, ысынлап та, «Бүренән ҡурҡмайым» тинеме?

Төлкө. Әйтте, әйтте! «Бүрене туҡмарға тәпә­йем ҡысый» ти, хатта. Тик... Мин бара алмайым. Аяғым аҫҡанлай. Ана, Ҡуян юл күрһәтһен.

ҡуян. Мин ҡурҡам. Ул мине «ам!» итәм әйтте.

Сөләймән ЛАТИПОВХәмдиә ЛАТИПОВА

Page 42: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 201042

Бүре. Әйҙә, Төлкө, алдан төш. Ҡуян ҡалма. Күрһәтегеҙ! Хәҙер мин ул «мыяу!»ҙы!.. (йоҙроҡ уй-натып, тегеләр артынан сығып китә).

Бишенсе күренеш

Бына улар бейек ағас эргәһенә килә.

Бүре. Ҡайҙа ул ҡурҡыныс йәнлек? Күрһәт!Төлкө (бышылдай). Ана, ағас ботағында. Бүре

ағай, ул көтмәгәндә генә «ия!» ит.Бүре. өйрәтмә! Үҙем беләм!..Төлкө. Тоҡта уның ояһы. Шунда боҫҡан.Бүре. Хәҙер иманын уҡытам. Ул минән

ҡурҡмайым, тинеме?Төлкө. Эйе, эйе!Бүре. Ҡуян, Төлкө дөрөҫтө һөйләйме? ҡуян. Ми­мин, пи­пи...Төлкө. Ана, ҡыбырлай. Моғайын, һине көтә...Бүре. Ә­әһә!.. Былай булғас, үҙенә үпкәләһен.

Хәҙер мин уны... Ось! Ака­сүкәй!..

Бүре шулай ти ҙә, ағасҡа яҡынлай. Шул саҡ тоҡ

эсендәге бесәй уҫал итеп ҡысҡырып ебәрә.

Мыяубикә. Мыяу! Хәҙер «Ам!» итәм! Мыяу!..

Бүре ят тауышты ишетеп, сүгәләп төшә. Күрә:

Ҡуян менән Төлкө артынан саң ғына борҡой.

Бүре («кес» итә башлай). У­уй! Ҡотҡарығыҙ! Ярҙам итегеҙ!..

Мыяубикә. Мыяу! Хәҙер осло тештәрем менән эләктерәм! Мыяу!..

Бүре күҙенә аҡ­ҡара күренмәй сығып ҡаса.

Алтынсы күренеш

Урман хужаһы Айыу йырлай­йырлай бәшмәк йыя.

Шул мәл күҙҙәренә Ҡуян, Төлкө, Бүре сабып килеп инә.

Айыуҙы күреү менән, яҡлаусы тапҡандай,

ошаҡлашырға тотоналар.

Төлкө. Айыу бабай, унда ағаста бик ҡурҡыныс йәнлек бар!

ҡуян. Ул... пи­пи!..Бүре. Ул мине «ам!»ти!

Айыу. Ашыҡмай ғына һөйләгеҙ.Төлкө. Ул минән дә хәйләкәр!ҡуян. Ул «Мыяу! Мыяу!..»Бүре. Ул минең ҡоро ыштанымды әрәм ит­

терҙе!Айыу. Туҡтағыҙ! Иҫегеҙгә төшөрәм: бында

минән дә ҡурҡыныс, минән дә уҫал йәнлек юҡ.Бүре. Бар!Төлкө. Ул уҫал! ҡуян. Мыяу, мыяу!..

Айыу яман үкереп урынынан тора.

Бар йәнлектәр ҡурҡып ситкә өркә.

Антракт! Антракт!! Антракт!!!

Икенсе өлөшө

Етенсе күренеш

Кәйефһеҙ Сысҡан килеп сыға. Бошонҡо күңел менән

яңағына таяна.

Сысҡан (һуҙып һөйләй). Мыяубикә булмағас, күңелһеҙ. Ул бар саҡта уйнай, шаяра торғай­ныҡ. Ул баҫтыра, мин ҡасам. Ул әрләй, мин үсекләйем... Ҡайҙа булды икән ул? Бәлки, аҙашып сығып киткәндер? Юҡ, ул тәртипһеҙ бесәй түгел. Ул ауырттырғансы тешләгәне юҡ. «Ам!» итәм, тип ҡурҡыта ғына.

Мыяубикә! һин ҡайҙа? Әбей менән Бабай ҙа бая уны иҫенә төшөрөп, ҡайғырышып ултыра ине. Улар был яҡҡа килә түгелме? Йәшенәйем әле...

Әбей менән Бабай килеп инә.

Бабай. Мыяубикәнән башҡа бесәйебеҙ бар бит! Мыяубай бесәй түгелме ни?

Әбей. Улай булғас, ниңә өйгә Сысҡан эйәләшкән. Тегендә кимергән, бында.

Мыяубикә булғанда Сысҡандарҙың эҙе лә юҡ ине.

Бабай. Һуң, Мыяубикәне урманға аҙаштыр тип, үҙең ҡуштың дәбаһа!

Әбей. Мин бит белмәнем. Мыяубикә лә юҡ, ләкин кемдер сосисканы ашай, ҡаймаҡты урлай... Бәлки, элек тә Сысҡан урлашҡандыр?

Хәмдиә ЛАТИПОВА Сөләймән ЛАТИПОВ

Page 43: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 2010 43

Бабай. Ундай бейек урындан үрелеп алырға Сысҡандың буйы етәме?

Әбей. Ни эшләп етмәһен! Уның ҡойроғо оҙон дәбаһа!

Бабай. Һы... Улай булғас... Тимәк, Мыяубикәне бер ҙә юҡтан урманға аҙаштырғанбыҙ түгелме? Мин былай итәм: келәткә ҡапҡан ҡуям (ул ҡапҡан ҡуя). Кит! Үҙеңде ҡаптырам бит!

Әбей. Уй, уй! Ҡалай ҡурҡыныс ҡапҡан. Бабай. Бур ҡасан да булһа эләгергә тейешме?Әбей. Тейеш, Бабай, тейеш. Һәм язаһын да ала­

саҡ! Ә хәҙер, әйҙә, йоҡларға...

Әбей менән Бабай китә. Сысҡан килеп сыға.

Сысҡан. Бына һиңә, мә!.. Тимәк, мин бур? Ләкин, мин уларҙың семтем ризығына ла тейгәнем юҡ. Тағы, Мыяубикәне бурлыҡта ғәйепләп урманға аҙаштырғандар. Был ни эш?.. Мин бур түгел. Мыяубикә бур түгел. Бабай менән Әбей...

Шул мәл Мыяубайҙың мырылдағаны ишетелә.

Мыяубай?.. Һуң, көнө­төнө йоҡлай тигәс тә, батарейка менән генә йәшәй алмай ҙәбаһа! Туҡта, аңдыйым әле. Ни эшләр икән?

Сысҡан йәшенә. Кирелеп­һуҙылып Мыяубай инә.

Мыяубай. Төнгө һунар ваҡыты етте. Көнө буйы ашамағас, асыҡтырылған. Кисә Әбей тәмле­тәмле сосискалар алып ҡайтҡайны. Яңы борған ҡай­маҡтан да ауыҙ итергә кәрәк...

Мыяубай келәткә инеп китә. Сысҡан килеп сыға.

Сысҡан. Йә, Хоҙай! Тимәк, Мыяубай урлаша! Уның арҡаһында Мыяубикәне урманға аҙаш­тырғандар. Бур ҡырын эш өсөн яуап бирергә тейеш. Әбей менән Бабайҙы уятырға кәрәк. Ни булһа ла булыр, аяҡтарын ҡытыҡлайым әле...

Сысҡан бүлмәгә инеп китә.

Бер аҙҙан Әбейҙең:

«Бабай, хи­хи! Аяҡты ҡытыҡлама!»,

Бабайҙың: «Хи­хи­хи! Һин үҙең ҡытыҡлайһың бит!»

тигән тауыш ишетелә.

Һәм кинәт Әбейҙең: «Сысҡан!» тип

ҡысҡырыуы ҡолаҡты яра яҙа.

Йүгереп Сысҡан сыға.

Уны баҫтырған Әбей менән Бабай

келәткә инеп китә.

Кинәт, бесәйҙең: «әләү!..» тигән тауышы ишетелә

һәм муйынына сосиска аҫҡан Мыяубай

килеп сыға. Уның бер тәпәйе ҡапҡанға ҡыҫылған.

Аңын­тоңон айырмаған

Әбей бесәйҙе туҡмай.

Бабай. Бур тотолдо!Әбей. Ана, Мыяубикә ҡайтҡан да, урлашып

йөрөй. Бына шуның өсөн!..Бабай. Туҡта әле...Әбей. Юҡ, мин ҡыҙғанмын! Бына һиңә, мә!..Бабай. Был бит... Мыяубай. Ул урлашҡан.Әбей. Булмаҫ!.. Нисек Мыяубай?Бабай. Эйе, ҡара әле. һинең яратҡан бесәйең.Әбей. Йә, Хоҙай!.. Ни эшләнек беҙ...Бабай. Ни эшләнек, ни эшләнек? Һинең арҡала

бер гөнаһыҙ Мыяубикәне урманға аҙаштырған­мын!

Әбей. Мин бит белмәнем.Бабай. Белмәнең... Һине тыңлаған мин алйот...

(Мыяубайҙы тоҡҡа һала.)Әбей. Бар, Бабай, Мыяубикәне алып ҡайт

инде... Эй, Алла...

Бабай сығып китә.

һигеҙенсе күренеш

Бүре, Төлкө, Ҡуян яҡлаусы тапҡандай,

Айыуға һырынып ултыра.

Айыу. Ҡурҡмағыҙ, дуҫтарым! Мин уҫал булһам да, ғәҙеллекте, изгелекте яратам. Шуны онотмағыҙ – күмәк һәм бергә булғанда, айырыу­са дуҫ сағыбыҙҙа – беҙҙе береһе лә еңә алмаҫ.

Бүре. Эйе.Төлкө. Аңланыҡ, Айыу бабай.ҡуян. Беҙ хәҙер бер нәмәнән дә ҡурҡмайбыҙ.Айыу. Әйҙәгеҙ, күрһәтегеҙ миңә ул ҡурҡыныс

йәнлекте (үҙе алдан төшә).

Сығып китәләр. Сәхнә ҡараңғылана.

Яҡтыра. Бер аҙҙан теҙелешеп килеп сығалар.

Айыу. Ҡайҙа ул ҡурҡыныс «Мыяу!»ығыҙ?

Сөләймән ЛАТИПОВХәмдиә ЛАТИПОВА

Page 44: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 201044

Ҡалғандар ҡурҡа­ҡурҡа ағасҡа күрһәтә. Айыу тоҡто

ергә һелтәй. Тоҡтан ыҫылдау тауышы ишетелә.

Айыу. Етмәһә, ыҫылдайһыңмы әле! (Бер-ике бәргесләп ала.)

Тауыш (тоҡ эсенән). Бабай һуҡма! Мин бүтән урлашмаясаҡмын...

Айыу (тондора). Һин ҡурҡытыу ғына түгел, ур­лашаһыңдамы әле?!

Тауыш (тоҡ эсенән). Мин береһен дә ҡурҡыт­маным.

Бүре. Күҙгә ҡарап алдаша! Кем минең ҡоро ыштанымды әрәм иттерҙе?!.(«Ия!» тип һуҡҡылап ала.)

Тауыш (тоҡ эсенән). Мин алдашмайым.Төлкө. Ух, хәйләкәрҙе! Минән дә оҫта алдаша!

(Ул да һуҡҡылай.)ҡуян. Ул мине «ам!» итәм әйтте! (Тәпәйе менән

бәргесләп ала.)Айыу. Ярай, дуҫтарым, етәр. Унда, тоҡ эсендә,

эш боҙһа ла йән эйәһе ята.

Ғәйебен танығанды, ғәфү итә лә белергә кәрәк.

Айыу тоҡ эсенән бесәйҙе сығара.

Айыу. Бәй­бәй! Һин кем тағы?Мыяубай. Мин бесәй. Мыяубай булам.Бүре. Бесәй?.. Хи­хи­хи! Тимәк, беҙ барыбыҙ ҙа

бесәйҙән ҡурҡҡанбыҙмы?

Бөтәһе лә – көлә, ә Мыяубай илай башлай.

Мыяубай. Мин бүтән бер ҡасан да эш боҙмая­саҡмын...

Айыу. Улай тәртипкә ултырғас, насар бесәй түгелһең. Бар, ҡайт. өйөң ҡайҙа?

Мыяубай. Ауылда... Мин аҙашҡанмын.

Айыу. Ҡуян, арала иң етеҙе һин, бар ­ юл күрһәт. Ҡайтһын өйөнә.

Мыяубай. Рәхмәт һеҙгә!.. Мин башҡаса бер ҙә урлашмаясаҡмын!..

Мыяубай Ҡуян артынан сығып китә.

Башҡалар хушлашып ҡул болғап ҡала.

Туғыҙынсы күренеш

Сәхнәлә ел­дауыл ҡуба. Шатлығынан йөҙө балҡыған

Сысҡан килеп сыға.

Сысҡан. У­уф, ике бесәй менән баҫтырышып уйнауы бигерәк күңелле!

Мыяубикә килеп инә. Икенсе яҡтан – Мыяубай.

Сысҡанды ҡамарға маташалар.

Сысҡан. Мыяубикә, ҡойроғомдо күрәһеңме?Мыяубикә. Эйе. Сысҡан. Ә һин, Мыяубай?Мыяубай. Мин дә күрәм. Сысҡан. Улай булғас, тотоғоҙ ҡойроғомдо!

Улар баҫтырышып сығып китәләр.

Бер аҙҙан Сысҡан тағы килеп сыға.

Сысҡан (залға). Дуҫтар! Малайҙар, ҡыҙҙар! Спектакль бит бөттө.

Хушығыҙ!..

Ул шулай ти ҙә, йүгереп сығып китә. Уның артынан

бесәйҙәр саба. Күңелле көй яңғырау менән бөтә

артистар сәхнәгә сыға.

Шаршау.

Хәмдиә ЛАТИПОВА Сөләймән ЛАТИПОВ

Page 45: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 2010 45

Болоттарҙы тыңлатыуы ауыр. Болоттарҙы ҡуҙғатыу өсөн бары тик ел генә кәрәк. Дауыл уларҙы юҡҡа сығара. Теткеләй. Һалҡын менән эҫе лә артыҡ. Юғиһә болот­тан ҡар йәки ямғыр ғына ҡаласаҡ. Бары тик еңел генә, әкрен генә иҫкән таң еле кәрәк…

өфөләге М. Кәрим исе­мендәге Йәштәр театрының бәләкәй сәхнәһендә ҡуйылған «Ночевала тучка золотая…» спектакле минең өсөн тап ошо таң еле кеүек тәьҫир итте. зиһендә ҡатып ҡалған фекер бо­лоттарын ҡуҙғатып ебәреүсе ел кеүек булды ул.

Тәүҙә мин был тамашаның ни өсөн ҙур сәхнәлә ҡуйылмауына

ғәжәпләндем. Аҙаҡ тап бәләкәй сәхнәлә булыуына һөйөндөм. Ҙур сәхнәлә был ел дауылға әүерелер ҙә болоттан бер ни ҙә ҡалмаҫ ине. Ә бәләкәй сәхнәлә тамашасы геройҙың тын алышы­на тиклем ишетә, күҙҙәрендәге йәш бөртөктәренә тиклем күрә ала. Хас та кинофильм ҡараған кеүек. Бында тамашалар яныңда ғына бара һәм һин үҙең дә шул геройҙың береһенә әйләнәһең кеүек… шуныһы ғына йәл – та­машасылар өсөн урын бик аҙ.

Бала күңеленә үтеп инеү өсөн эскерһеҙлек һәм ысын хис, ки­серештәрҙең төҫөн, тәмен бөтә күҙәнәгең менән тоя белеү кәрәк, минеңсә. Сөнки бала күңеле әйтелгән һүҙҙәрҙең күбеһе ал­даҡ булғанын тоя. Шуға ла һүҙ­ҙәргә ышанырға теләмәй. Ә хистәрҙе алдап булмай. Кисе­рештәрҙе лә. Улар йә бар, йә юҡ. Бына ошоно яҡшы белгән ав­тор Анатолий Приставкиндың әҫәре шиғри күңелле режиссер Мөсәлим Күлбаевҡа юлыҡҡан. Автор үҙ режиссерын тапҡан. Һәләтле һәм тәжрибәле режис­сер Мөсәлим Георгиевич ҡуйған башҡа тамашаларҙы ҡарағас та шул күҙгә ташлана: уның өсөн семәрле декорациялар, оҙон­оҙаҡ һөйләнгән ярһыу монолог­

тар мөһим түгел. Ул сәхнәләге геройҙарҙың эске кисерештәрен, уй­теләктәрен сағыу итеп күр­һәтергә теләй. Шуға ла тирә­яҡта тамашасының иғтибарын ялмарлыҡ кәртинкәләр булыуы артыҡ. Хатта бер төҫлөрәк ке­йемдәр аша ла ул геройҙарҙың күңелдәре, уй­кисерештәренең бер төрлөрәк булыуын аңла­тырға тырыша.

«Ночевала тучка золотая…» ны ҡарағас, һуғыштың әсе дө­рөҫлөгөн, рәхимһеҙлеген бала күҙҙәре аша күрһәткән «Иди и смотри» кинофильмы хәтергә төштө. Унда ла осһоҙ­ҡырыйһыҙ емереклек һәм иң мөһиме, бала күңеленә ҡарата ҡот осҡос би­тарафлыҡ. Ысынлап та, үлем яныңда ғына йөрөгәндә үҙеңдең йәнеңде ҡурсыйһыңмы, әллә һаман да ниндәйҙер мөғжизәгә өмөт иткән, әкиәттәге тылсым­сыға ҡараған кеүек, һинән ярҙам йәки йылы һүҙ көткән, хәленең ҡыл өҫтөндә икәнен бөтөнләй аңларға теләмәгән балаға иғти­бар итәһеңме?

Был тамашаны Бөйөк Ва­тан һуғышы тураһында ла, уның тураһында түгел дә тип әйтергә була. Әлбиттә, пьесала барған хәл­ваҡиғалар ағышы­на һуғыш фажиғәһе үтәнән­үтә

Лилиә Һаҡмар

Театр, музыка, һынлы сәнғәт

Театр

Алтын болотто уятыусы

Лилиә һаҡмар, шағирә

«Ночевала тучка золотая…» спектаклен ҡарағас тыуған уйҙар.

бөгөнгө сәнғәт

Page 46: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 201046

тәьҫир итә. Дөрөҫөрәге, ки­серештәрҙе тағы ла сағыула­та һәм тәрәнәйтә. Һуғыш – ул индикатор, һынау. Уйлауымса, режиссер үҙенең төп маҡсаты итеп ҡырҡыу хәл­ваҡиғалар ки­леп тыуғанда бала күңеле менән өлкәндәрҙең ҡылыҡтары нисек үҙгәреүен күрһәтергә теләгән был тамашала. Иғтибар иткәне­геҙ барҙыр, бер үк авторҙың әҫәре – кинофильм булһынмы ул, спектакл мы – төрлө режис­серҙар ҡуйһа, төрлөсә яңғырай. Мөсәлим Күлбаев иһә күберәк геройҙарҙың кешелек фиғелен асырға тырыша.

Кавказ төбәге элек­элек­тән иң проблемалы урындар­ҙың береһе һаналған. Унда төйәкләнгән халыҡтарҙың хол­ҡона ғына ҡай тып ҡалмай был ҡытыршылыҡтар. Рәсәй менән генә түгел, хатта үҙ­ара ла бын­дағы халыҡтар йыш сыуалы­шып торған. Сәбәптәре күптер. Унда йәшәгән халыҡтарҙың төрлөлөгө лә, йәшәү өсөн уңай­лы йылға үҙәндәре йәки таҡыр тау тигеҙлектәре аҙ булыуы ла, өҫтәүенә, ашлыҡ үҫтереү өсөн тәбиғәттең ҡырыҫлығы ла, тау­ҙар аша бәйләнеш булмауы һәм ҡылынған енәйәттәрҙең күбеһе язаһыҙ ҡалыуы ла – барыһы ла быуаттар буйына әкренләп ха­лыҡ хәтерендә тәрән һыҙаттар һала барған. «Алтын болот» спектаклендә лә ваҡиғалар Кав­казда бара. Минеңсә, хатта ошо ҡатмарлы төбәктең йәшәйешен һүрәтләгән тамашаны әҙерләү – үҙе бер батырлыҡ һымаҡ. Ни­сегерәк күрһәтһәң дә, кемгәлер ҡаршы фекер тыуыр һымаҡ. Сөнки һәр яҡтың дөрөҫлөгө үҙе менән. Бына шундай үҙ ҡанун­дары, үҙ тормошо менән йәшәп ятҡан Кавказ тарафтарына һу­ғыш еле ҡағыла. Ир­аттарҙың күбеһе фронтҡа китә. Былай

ҙа ауыр тормош ҡатын­ҡыҙҙар, бала­сағалар көнөнә ҡала. Ас­лыҡ башлана. Халыҡтар, тере ҡалыр өсөн, тауҙарға тарала. Бейектә бер аҙ йәшеллек бар, тимәк, йәшәү бар. Бына шул кешеләрҙең күбеһе ул заман­да күп осраҡта ғәҙелһеҙ ҡул­ланылған «халыҡ дошманы», йәки «Гитлерға һатылғандар»ға әүерелә. Ә уларҙың яҙмышы нисек булғанын һөйләп тороу кәрәкмәй. Һәм… юғарыла ул­тырған кемеһенеңдер башына «гениаль» уй килә: Кавказдағы буш ауылдар, буш ерҙәргә Рәсәй төбәктәренән кешеләр ебәрергә кәрәк. Әйҙә, йәшәһендәр, ерҙе үҙләштерһендәр. Барыбер Рәсәй ерҙәре бит. Тик кемде ебәрергә? Халыҡтың иң эшкә яраҡлы өлөшө – фронтта, ҡалғандары – тылда хеҙмәт итә. Тәүҙә кем те­ләй, шуларҙы йыйырға булалар. Әлбиттә, иң тәүҙә был төбәккә ҡылған ҡырын эштәре әлегә фаш ителмәгән енәйәтселәр, бурҙар, хөкөмдән ҡасыусылар ашыға. Тауҙар аша сит илгә сы­ғыу мөмкинлеген эҙләгәндәр ҙә була. «Алтын болот»тағы Илья бик оҫта һүрәтләй уларҙың те­ләктәрен. Илья – 15 йәшенән алып төрмәнән башы сыҡмаған бур була. Төп геройҙар — Нико­лай менән Сашаны уғрылыҡҡа, эскелеккә, алдаҡҡа өйрәтеүсе лә ул. Илья бер енәйәтен дә үҙе ҡылмай, ә тамаҡ­ялына, араҡыға әүрәтеп, был эшкә үҫмерҙәрҙе «яллай».

Ана шундай енәйәтселәр менән бер рәттән ул йыл­дарҙа төрлө сәбәптән атай­әсәйһеҙ ҡалған, йә иһә, сабый саҡтан уҡ балалар йортонда үҫкән етемдәрҙе, колонияларға эләккән үҫмерҙәрҙе лә Кавказға ебәрергә булалар. Мәскәү яны балалар йорто һәм колонияла­рынан тотош бер состав поезд

үҫмерҙәр бары тик Лермон­тов шиғырынан ғына белгән Кавказға юл тота. Уларҙы буш ҡалған мәктәп, йорттарға урын­лаштыралар. Шулай итеп, улар бөтөнләй таныш булмаған ерҙә йәшәй башлайҙар. Үҙҙәренең ни өсөн бы лай «ҡыуылған»дарын да аңламайҙар. Төп геройҙар, игеҙәктәр Нико лай менән Саша Кузьминдар, Мәскәү янындағы приютта, аслыҡҡа сы ҙа май баш­лағас, ятаҡтан «ик мәк ҡырҡыу» (хлеборезка) йортона тиклем ер аҫтынан тоннель ҡа ҙығанда­ры асыҡланғас, язанан ҡасып, үҙҙәре теләп риза була лар бын­да килергә. Шуға ла бик тыры­шалар был шарттарға күнергә. Дөрөҫөрәге, йәшәү өсөн бер ниндәй ҙә шарттар булмауына. Балалар менән бергә балалар йорто директоры Мешков та, өл­кән тәрбиәсе Ольга Миллер ҙа килә.

Николай менән Саша поез­да килгәндә тәрбиәсе Регина Петровна менән танышалар. Үҫмерҙәр, әсә наҙын тоймай үҫ­кәнгәлер, Регина апайҙарының йомшаҡ һүҙҙәренә тиҙ өйрәнеп, ылығып китәләр. Регина, лет­чик ире вафат булғас, ике улын алып, эшләргә, йәшәргә тип килгән була был тарафтарға. Ре­гина ла үҙ итә игеҙәк Кузьмин­дарҙы. Бәлки аслыҡтан яфалан­маҫбыҙ, тип, Регина Петровна балалар йортоноң ярҙамсыл ху­жалығында эшләргә риза була. Бер үҙемә эшләүе ауыр булыр, тип, хужаларҙан ярҙамға Кузь­миндарҙы һорап ала.

Бына! Бәхет йылмая кеүек. Регина Петровна игеҙәктәрҙе хужалыҡҡа саҡыра. Унда көн күреүсе инвалид, аҡһаҡ Демьян Иванович хужалыҡты тапшыра. Бергәләп, Коля менән Сашаның тыуған көнөн байрам итәләр. Үҙ ғүмерендә тәү тапҡыр был ба­

бөгөнгө сәнғәт

Page 47: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 2010 47

бөгөнгө сәнғәт

лалар бүләккә – өр­яңы күлдәк, салбар, ботинкаға ҡыуаналар. Регина Петровнаны үҙ әсәһеләй күреп яраталар. Ниһайәт, улар ябай ғына кеше бәхетенең ысын тәмен татынылар. Балалар йор­тондағы кеүек аслыҡ­яланғас­лыҡ, көн генә түгел, сәғәт, минут һайын йәшәү өсөн көрәш инде тамамланасаҡ. Шулай тип уйлай улар бала аҡылы менән. Хат­та яратҡан Регина Петровнаны яғымлы һөйләшкән аҡһаҡ Демь­ян Ивановичтан көнләп бер була­лар. Ә Демьянға артыҡ мәшәҡәт кәрәкмәй. Уға кәләш кәрәк.

Иртәгәһен Демьян бала­ларҙы кире Берозовское ауы­лындағы детприемникка оҙата китә. Ә унда … ҡот осмалы буш­лыҡ ҡаршы ала. Ситтән килгән халыҡты кире үҙ төбәктәренә ҡайтарыу маҡсатынан урын­дағы халыҡ һәм енәйәтселәрҙән төҙөлгән бандалар был уйһыу­лыҡҡа килеп еткәндәр икән. Шуға төндә бар балаларҙы ла хәүефһеҙ урынға күсергәндәр. Ә Кузьминдар тураһында «онот­ҡандар». өлкәндәрҙең был ҡы лығын һис кенә лә башта­ры на һыйҙырырға теләмәгән үҫ мерҙәр ни уйларға белмәй шаңҡып ҡала. Ә һуғыш һинең аңыңа килгәнеңде көтөп тормай. Демьян эштең ниҙә икәнен тиҙ төшөнә. Бындай хәлдәр уның өсөн ят түгел, күрәһең. Нисек тә үҙ ғүмерен һаҡлап ҡалыр өсөн ул, атыу тауыштары ише­телә башлағас, балаларға баҫыу араһынан төрлө йүнәлештә ҡа­сырға тәҡдим итә.

Хәлдән тайып йығылған Ни­колайҙы милиция хеҙмәткәрҙәре эҙләп таба, тик Сашаны ҡотҡарып өлгөрмәйҙәр. Язалап үлтерелгән туғаны кәүҙәһенән айырыла алмай оҙаҡ һөйләшә Коля. Ер йөҙөндә иң яҡын кешеңде юғал­тыуы еңел түгел шул. Күҙ ышанһа

ла күңел ышанмай. Саша тере саҡта улар поезд аҫтындағы ти­мер йәшниктә йәшенеп, кире тыуған яҡҡа ҡайтырға ла уйлап ҡуйған булалар. Шуны хәтерләп, Коля туғанының үле кәүҙәһен по­ездың йәшнигенә һалып, тыуған яҡҡа оҙатып ебәрә. Башҡа нимә эшләй алһын инде ул? Мәйетте ерләргә кәрәк икәнен әйтергә өлкәндәрҙән бер кем юҡ бит янында. Был солғаныш, атыш­тарҙың хәйерлегә түгеллеген яҡшы аңлаған элекке енәйәтсе Илья ла ошо поезд менән ҡай­тып китә. Николайҙы ла саҡыра. Тик… әлеге лә шул бала күңеле­нең сафлығы, яҡындарҙы ауыр мәлдә ташлап китмәү теләге еңә. Николай бары тик яҡын ке­шеһе – Регина Петровна бер үҙе ни эшләр, тип тороп ҡала. Йәнә лә уны тыуған яғында бер кем дә көтмәй ҙә баһа?

«Юҡтан бар булғайнылар, юҡ булыр ергә киттеләр» («Из ничего вышли, в ничего ушли») тип юҡҡа әйтмәй спектаклдәге власть вәкиле, «нквдешник» үлемгә дусар ителер ергә ебә­релгән был балалар тураһында. Әйтергә кәрәк, был ике кире персонаж – НКВД вәкиле һәм уның ҡушҡандарын тоғро үтәүсе урындағы хакимиәт вәкиле (ин­теллигент кейемендәге күҙлекле ирҙе мин шулай тип аңланым) ҡыланыштары, ыңғай герой һымаҡ күренгән Регина Петров­на, Демьян Иванович, балалар йорто директоры «Портфель­чик»тарҙың бала күңеленә һал­ған йәрәхәттәренән аңлайыш­лыраҡ һымаҡ. Тегеләр юғарынан ҡушылған күрһәтмәләрҙе тоғро үтәй. Ә былары иһә кешелек ҡанундары ҡушҡанды «үтәмәй». Йәки, был бала бит әле, тип, белмәгәнгә һалыша. Юғиһә, үлем янаған мәлдә, бер нимә лә аңламаған балаларҙы Демь­

ян Иванович кукуруз баҫыуына яңғыҙы үҙҙәрен ҡыуып ебәрмәҫ ине. Балалар йорто директоры, юғарынан күрһәтмә булып та, Кузьминдарҙың бер аҙна поезда барасағын белә тороп та, уларҙы тәғәм ризыҡһыҙ оҙатмаҫ ине. Ә Регина Петровна, Демьян менән бергә поезда ҡасып китеү уры­нына, Кузьминдарҙы эҙләп та­бып, хәлде аңлатыр ине.

…Саша үлде. Балалар ҙа, тәрбиәселәр ҙә юҡ. Моғайын, ярҙамсы хужалыҡта яратҡан апайҙары Регина Петровна бер үҙе ҡурҡып, уларҙы көтөп, улты­ра торғандыр. Ниндәй генә хәлдә лә ярҙам итергә, ташламаҫҡа һүҙ биргәйнеләр улар туғаны менән. Шундай изге уйҙар уй­лап ашыҡҡан егетте буш, еме­рек йорт ҡаршы ала. Берҙән­бер өмөтө, ҡараңғылыҡтағы кескәй генә шәм яҡтыһы ла һүнде. Бына нисек икән ул күңел әрнеүҙәре… Николай тәрбиәсе апайҙары урынында булһа, моғайын, аҙ ғына йөрәклерәк булыр ине. Ни­сек йән атып йәшәне улар шул Регина Петровна, тип, игеҙәк туғаны менән?!

Алхузор – тау бөркөтө исе­мен алған кавказ малайы ос­раҡлы ғына был йортҡа килеп инмәгәндә Коля үлемгә дусар ителгәйне. Малай Коляға ашарға бирә. Уның ата­әсәһен «халыҡ дошманы» тип үлтергәндәр. Малай ҡасып ҡотолған. Саша туғанын юҡһынған Николай яңы тиҫтерен, тәүҙә ятһынһа ла, аҙаҡ үҙ итә. «Саша» тип йөрөтөргә була. Совет һалдат­тары килгәндә Коля яңы дуҫын яҡлап алып ҡала. Алхузор ҙа бер иш яҙмышлы дуҫ табыуына ҡыуана. Улар икәүләп тауға ме­нергә булалар. Тик тауҙарҙа ла тыныс түгел икән. Унда ла ата­лар. Алхузор шундай бер мәлдә Коляны үлемдән ҡотҡара.

Page 48: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 201048

«Нишләп үлтерәләр икән? Улар бит ҙурҙар. Аҡыллы­раҡтар? Һин беләһеңме?»—тип һорай Алхузор ғәжәпләнеп. «Бер кем дә белмәй»­ тип яуа­плай Коля. «Бөтә кешеләр ҙә туғандар, ә туған туғанды бер ҡасан да үлтермәй»—тигән һығымта яһап ҡуя аҙаҡ был ике үҫмер. Улар кире детприем­никка киләләр. Николай Алху­зорҙы үҙенең игеҙәк туғаны тип таныштыра. НКВДешниктар урыҫ балалары араһында кавказ йөҙлө берәүҙең килеп юлығыуын белеп алалар һәм тикшереү башлана… Дөрөҫөрәге… та­мамлана. Властар уйлауынса, «сит элементтар» совет балала­рының аңына кире тәьҫир итә. Властарға, үҙенең ҡара эштәрен атҡарыр өсөн «дошман» обра­зын һынландырыуға ҡамасау­лай, йәнәһе. Әммә Николай, үҙе кисергәндәрҙән һығымта яһаны инде, ул бер ҡасан да Алху­зорҙы һатмаясаҡ. Туғаны кеүек күреп яҡлаясаҡ. өлкәндәрҙең иң кәрәкле мәлдә һиңә хыянат итеүҙәрен яҡшы белә ул хәҙер. Элекке тәрбиәсе Регина Петров­наны ла саҡырып һорау алалар. Ҡатын нисек кенә тырышһа ла, Николай уны танырға теләмәй. Аҙаҡтан хат алышырға теләүен дә кире ҡаға. Дөрөҫ, бер тапҡыр хыянат иткәндәрҙән күпте өмөт итеп булмай шул. Уларҙы хәтерҙән юйырға ғына ҡала. Ре­гина Петровнаның, теге юлы

үҙен генә уйлап, ҡасып киткәне өсөн әсенеп ғәфү үтенеүе лә хәлде үҙгәртә алмай хәҙер. Ни­колай белә ­ үлем янағанда һине ысын яратыусы кешеләр генә эскерһеҙ һәм ышаныслы була. Милләт һәм йөҙҙөң ҡуңырлығы әһәмиәтле түгел.

Бына шундай һығымталарға килтереүсе тамаша ул «Ноче­вала тучка золотая…» спектак­ле. Фекерҙәремде боҙмаҫ өсөн махсус рәүештә был мәҡәләне яҙыр алдынан режиссер менән кәңәшләшмәнем. Әммә шуны аңлап етмәнем: был спектакль нисә йәшлек тамашасыға тәғәйен? Әгәр сәйәси тәрбиә йәһәтен алып ташлағанда, тағы ла бер нимәгә иғтибар иттем. Ошо тамашанан һуң хатта мин дә икмәктең, ни тиклем ҡәҙерле, ә көн һайын туҡ тамағыбыҙҙың ниндәй оло бәхет икәнен нығыраҡ төшөндөм. Бөгөнгө туҡ тормошобоҙҙоң ҡәҙерен аңлаһындар өсөн балаларға бик кәрәкле тамаша, минеңсә.

Бәлки был спектаклде ике вариантта: балалар өсөн һәм өлкәндәр өсөн, тип эшләргә кә­рәк булғандыр. Минеңсә, мәктәп йәшендәге балалар өсөн аңлауы ҡатмарлыраҡ. Ә үҫмерҙәр өсөн – күңелһеҙерәк тойола. өлкәндәр өсөн яҡшы ла, тик балалар менән эшләүселәргә, уларҙың психоло­гияһын өйрәнергә теләүселәргә уҡыу әсбабы һымағыраҡ. Йәнә лә, ваҡиғалар шул тиклем күп

һәм ваҡыт арауығы тар, тама­шаны бер тапҡыр ғына ҡарап тулыһынса аңлауы ауыры­раҡ. Мин бик тырышып, төрлө мәлдәрен иҫемә төшөрөп тә, төп геройҙарҙың яҡынса нисә йәштә булыуҙарын төҫмөрләй алма­ным. Үҫмер, тиһәң, ҡыланыш­тары 12­13 йәшлектәрҙеке кеүек. Уҡыусы бала ғына тиһәң, ҡайһы мәлдә үҫмерҙәр һымаҡ ҡыла­нып китәләр. Һәр хәлдә шәхсән үҙем Николайҙы ла Сашаны ла үҫмерҙәр, үҙ ҡылыҡтары өсөн яуап бирергә әҙер шәхестәр итеп күрергә теләр инем. Бер генә диалогта ла уларҙың кем һәм ниндәй кеше булырға хыял­ланыуҙарын, киләсәккә ҡорған пландарын ишетмәнем. Бәхет­ле киләсәк, тиҙәр ҙә ул, ә улар үҙҙәре нисек күҙ алдына кил­терә ошо киләсәкте? Ни өсөн үҙаллы булырға тырышмайҙар? Режиссер ҡатмарлы бурысты атҡарған: һәр кемдең күңеленә ярарлыҡ тамаша әҙерләгән.

Нимә генә тиһәң дә, спек­такль бар. Кем генә ҡараһа ла, моғайын, бер хәҡиҡәтте аңлар – бала күңеленә битараф булырға ярамай. Уларҙың күңеле хатта ҡайһы бер өлкәндәрҙең күңеле­нә ҡарағанда күпкә сафыраҡ һәм хыянатһыҙ. Алдаҡты бер ҡасан да ғәфү итмәйҙәр. зиһендәге ошо фекерҙе яңынан уятыусы алтын болот тетелмәһен! Һәр режиссер ошондай фекерле та­маша әҙерләһен ине.

бөгөнгө сәнғәт

Page 49: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 2010 49

Мәскәү дәүләт университе­тында булған ғибрәтле хәл ба­рыһын да таң ҡалдыра. Элиталы ғаиләлә үҫкән биология факуль­теты аспиранткаһының ҡара тәнле улы тыуа. Әлбиттә, был уҡыу йортонда бик күп негрҙар белем ала, әммә шуныһы ҡыҙыҡ, ҡатындың ире үҙе кеүек аҡ тәнле. Әсә кеше иренә хыянат итмәүе

хаҡында ант итә. Әммә тора­ба­ра шуныһы асыҡлана: ҡатын аҡ тәнле иренә тиклем негр курс­ташы менән дуҫ була.

Ысынлап та, әгәр ҡатын­ҡыҙ үҙе йөрөгән тәүге егет менән физик яҡынлыҡ ҡылһа, егет ҡыҙҙың генетик кодына үҙенең тулҡынлы автографын ҡалды­ра. Шулай уҡ, киреһенсә, ҡатын­

ҡыҙ ҙа егетенә үҙ билдәһен һала икән. Һәм был «биҙәкте» бер нимә менән дә юйып таш­лау мөмкин түгел. Сөнки ул тулҡындар ки мәлендә барлыҡ­ҡа килгән. Ә ошо тулҡын про­граммаһы, ки ләсәктә эмбрион­ды формалаштырмаһа ла, уның йәненә йәки тәненә һис шикһеҙ йоғонто яһаясаҡ.

Мөғжизәләр тулы һәр аҙым

сәләмәтлек сәнғәте

Туҡһанынсы йылдар башында, совет системаһы тарҡалғас, беҙҙең донъя ныҡ үҙгәрҙе, бығаса белмәгән-күрмәгән факттар алдыбыҙға килеп баҫты. Был медицинаға ла ҡағылмай ҡалманы. Традицион йүнәлештән башҡаса тармаҡтар барлығы, әҙәм ышанмаҫлыҡ юҫыҡта көн күреүе асыҡланды.

Ошо һандан башлап йәшәйештең ғәҙәти булмаған осраҡтары, ауырыуҙың матди, рухи сәбәптәре, һауығыуҙың яңыса юлдары тураһында һөйләмәксебеҙ. Яңы рубрикабыҙҙы «Сәләмәтлек сәнғәте» тип атарға булдыҡ.

Телегония

ҡатын-ҡыҙ менән булған хәл

Ир-егет менән булған хәл

Әгәр ҙә кемдер телегония сафлығын боҙған өсөн ҡатын­ҡыҙ ғына яуап бирә тип уйлаһа, яңылыша. Эйе, Мәскәү универ­ситеты ваҡиғаһы әсәнең яҙмы­шын селпәрәмә килтергәйне. Ә хәҙер һүҙ телегонияның егетте нисек бүләкләгәне хаҡында.

Был хәл Лазаревтар ғаилә­һендә була. Эсмәгән, тырышып эшләгән, әҙәпле­яҡшы ғаилә. Бала­сағалары ла үҙҙәре һымаҡ. Әммә өлкән улдары Александр менән шундай ваҡиға була.

Александр университетты та­мамлау менән бер йылға армия

хеҙмәтенә алына. Ул Ҡаҙағстан­да, сикһеҙ дала киңлегендә ятҡан ракета нөктәһендә хеҙмәтен үтәй. Йыл буйы бер ҡайҙа ла сығырға рөхсәт ителмәй. Ә инде хеҙмәтен тултырып ҡайтырға юл алғас, иреккә сығыу бәхе­тенән иҫергәнсе эсә һәм вокзал тирәһендәге фәхишә менән төн үткәрә. Айнығас, иртән үҙенең ни тиклем дә йүләрлек эшләгәнен аңлай, сир йоҡтормаһам ярар ине тип хафаға ҡала. Сир йоҡмай, бәхетһеҙлек уны икенсе яҡтан – телегония йәһәтенән һағалаған булып сыға.

Егет хеҙмәттән ҡайтҡас та, үҙен йыл буйы көткән курсташ ҡыҙға өйләнә. Ләкин тәүге улы тыуып бар яҡындарын һәм ауыл­даштарын аптырашта ҡалды­ра. Малай атаһына ла, әсәһенә лә оҡшамаған, ә егеттең теге тәүге енси партнеры булған вок­зал эргәһендәге фәхишәне хә­терләтә.

Ата­әсәһе асыҡ һары, буйҙары ла уртасанан ҡалҡыу, күҙҙәре лә зәңгәр, ә малай ҡарағусҡыл тәнле, бәләкәй буйлы, азиат­тарҙы хәтерләткән ҡуңыр күҙле булып донъяға килә. Ир кеше

Page 50: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 201050

Балаңдың яҙмышын боҙма

сәләмәтлек

ҡатыны уға хыянат иткән тип шикләнә. Ләкин әйләнә­тирәлә бер генә азиат та күрәнмәй. Хат­та ҡатындың да, ирҙең дә нәҫел­нәсәбендә ундайҙар бул ға ны юҡ. Бына шулай.

Йәш атайҙың телегония ка­налдары аша йәшлек гонаһтары

өсөн яза алыуын берәү ҙә башы­на ла индермәй.

Белгес уйланыуҙары. Был факттар бер ҡараһаң

әкиәт кеүек. Әм мә Башҡор-тостандың данлыҡлы хи рургы Венер Сәхәүетдинов «Башҡор-

тостан ҡыҙы» журналына һәм «Башҡортостан» гәзитенә бир-гән интервьюларында төрлө дә лилдәр менән ошондай күре-нештең ысынбарлыҡта булыуы хаҡында яҙҙы. Уйланырға урын бар. Тимәк, тормошта кешенең бер эше лә эҙһеҙ ҡалмай.

Ҡәҙерле редакция! Журна­лығыҙҙан «Мөхәррир һүҙе»н уҡы ғас һеҙгә хат яҙырға бул­дым. «Ҡөрьән» мине тормошта йүнәлеш табырға өйрәтте.

Хәҙер мин барлыҡ тере һәм дә тере булмаған нәмәләрҙең был донъяларҙағы конкрет тәҡдирен үтәү өсөн булдырылғанлығын да беләм. Әгәр ҙә Юғарынан һиңә тәғәйенләгәнгән урыныңды та­баһың икән – бәхетлеһең. Әгәр ҙә таба алмаһаң, аҡсаңдың күп булыуына ла, власты үҙ ҡулыңда тотоуыңа ла ҡарамаҫтан – бәхе­тең юҡ.

Ниңә һуң беҙ белемебеҙ һәм дә биләгән юғары урыныбыҙҙан айырмалы рәүештә ошо мөһим мәсьәләләр хаҡында, хатта башыбыҙға ла индермәйбеҙ. Барыбыҙға ла мәғлүм бит – юғары һөҙөмтәләргә, бары тик һәләттәрен һәм мөмкин­лектәрен асҡандар ғына ирешә. Үҙебеҙҙең нәҫелебеҙ араһында бәхетһеҙ һәм тормоштары яйға һалынмағандар ни өсөн күп һуң, тип йыш ҡына борсолоп уйға ҡала инем. Әле яңыраҡ ҡына ниңә шулай булғанын аңла­ным. Бер туған ағайым аҡыллы һәм хөрмәтле кеше, пенсияға сыҡҡансы юғары вазифа биләне. Үҙе әйткәнсә, эшендә уңыш­

тарға өлгәшеү, бизнесын да тей­ешле кимәлдә алып барыу өсөн йоҡо һимертеп ятмаған. Бөгөн ул ярайһы уҡ бай кеше. Әммә быларҙың барыһына ла ҡара­маҫтан, сикһеҙ бәхетһеҙ. Шулай уҡ уның эргәһендә булғандар ҙа, бәхеткә ялсымаған кешеләр. Ағайым ошоларҙың барыһын да яҡшы аңлаһа ла, инҡар итергә (танырға) теләмәй. Юҡ, ауыр­лыҡтан тип уйлай күрмәгеҙ. Ба­рыһы ла тәҡдир тигән әйберҙең барлығын танып­белмәүҙән ки­лә. Шуға күрә лә, ағайым күп кешеләрҙең, шул иҫәптән минең дә тормошомдо боҙҙо. Берен­сенән, ул ғаиләбеҙҙә атай уры­нына ҡалып, иң өлкән ағайым булараҡ, мине бер ваҡытта ла иҫәп­хисап эшен һәм мате­матиканы яратмауыма ҡара­маҫтан, финанс техникумына уҡырға инергә күндерҙе. Мин хаҡлы ялға киткәнсе, күңелем ятмаған эште башҡарып, яфа сиктем. Икенсенән, тап ағайым арҡаһында, кейәүгә сыҡмай ҡалдым. Сөнки мин дуҫлашып йөрөгән курсташ егет уның күңеленә хуш килмәне. Мин үҙемә тиң кешене һайларға тейеш тип никахтан баш тар­ттырҙы. өҫтә әйтеп үткәнемсә, тыштан бәхетле күренеүенә

ҡарамаҫтан, үҙе лә тормошта уңманы. Юғары вазифа биләгән сағында, тәүге ҡатынын айы­рып, үҙенән ике мәртәбә йәшерәк ҡыҙыҡайға өйләнде. Уларҙың Тимур исемле улдары тыуҙы. Ҡатынын техник юғары уҡыу йортона инергә мәжбүр итте. Ә ҡатын бары тик ире­нең тырышлығы арҡаһында ғына дипломлы булды. Тәүҙә ағайымдың әле сабый ғына бала үҫтергән йәш кәләште ниңә ыҙалатып уҡытҡанын һис кенә лә аңламаным. Һуңынан ғына барыһы ла асыҡланды. Ул мәлдә бик йәш һәм дәртле ҡатындың, әлбиттә, күп нәмә­не күреп, татып ҡарағыһы килгәндер. Ә ағайым барыһын да һиҙеп, кәләшенең башҡа нә­мәләр уйларға ваҡыты ҡал­маһын өсөн етерлек кимәлдә уҡыу менән йөкмәтергә булған. Үҙе бит ул ярайһы уҡ оло йәшкә еткән кеше. Ә ҡатыны хаҡын­да: «Тырышһын, юҡ­бар менән башын ҡатырмаҫ», – тип әйтеп һалды. Ҡыҫҡаһы, шул инсти­тутта уҡытам тип нервыһын өҙлөктөрҙө. Мин барыһы ха­ҡында ла һеҙҙең «Мөхәррир һүҙе»н уҡығас ҡына яҡшы­лап төшөндөм. Эйе, ағайым­дың күңелендә бары тик яҡшы

Page 51: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 2010 51

сәләмәтлек

ниәттәр генә ятҡан. Ләкин ин­жилдә (евангелие) бит тамуҡ юлы изге ниәттәр менән ҡап­лаулы тип әйтелгән. Шулай итеп, ағайым мине лә, үҙенең икенсе ҡатынын да тамуҡҡа ин­дерҙе. Йәш сағында уның икен­се хәлә ле бик матур сиккән, конкурстарҙа ҡатнашҡан тип һөйләйҙәр. Ул иҫ киткес та­лантлы, художестволы һәләткә эйә. Әгәр ҙә ул өҫтән ебәрелгән һәләте буйынса шөғөлләнһә, һис шикһеҙ, бик уңған кеше булыр ине. Уның көслө ихтыя­рынан яфа сигеүсе өсөнсө кеше – энем, йәғни уның улы Ти­мур. Атаһының көслө баҫымы арҡаһында Тимур ҙа, әсәһе ыҙа сигеп уҡыған институтҡа инергә мәжбүр булды.

Әммә үҙе яратмаған ин­ститутты тамамлағас, ағайым уны Мәскәүгә алып барып, ниндәйҙер уҡыу йортона урын­лаштырҙы. Тимур унда өҫтәмә телдәр өйрәнде. Билдәле, һәр кемдең күңелендә: «Нисек атай кеше улының күңелен яулай алды?» – тигән һорау тыуған­дыр. Бында ла бөтәһен дә әле­ге лә хикмәтле аҡса хәл итте. Ағайым Тимурҙы аҡсаға күмде, йыл һайын иномаркаларын яңынан яңыһына алмаштырып торҙо, әленән­әле ҡиммәтле­ҡиммәтле «мобильниктар» бүләк итте. Шулай итеп, улын һатып алды. Уҡыуын тамам­лау менән Тимурға сит илдә эш тәҡдим иттеләр. Ул хатта ғүме­рендә тәүге тапҡыр ҡанатла­нып уҡ киткәйне. Ләкин «аҡыл­лы» атай Тимурҙы бармаҫҡа күндерҙе. Улай ғына түгел, улын шул бурыстарҙан ҡотҡарыр өсөн бөтә булған танышлыҡтарын да

файҙаланды. Эйе, атай кеше Ти­мур юлға сығыу менән үк уның ҡатыны икенсегә китәсәген аңланы. Ә бит ул үҙ нәүбәтендә йәштәргә Мәскәүҙән фатир һатып алып өлгөргәйне шул. Атай шунда уҡ улына: «Нимә минең фатирҙы шул кәнтәйгә бүләк итергә уйлайһыңмы?» – тип ыҫылданы.

Бына шулай, Тимурыбыҙ беҙҙең бөгөн эш сәғәттәрен һа­най­һанай Мәскәүҙә эшләй. Егеткә әле ни бары 30 йәш, ә ул йәшәү мәғәнәһен юғалтҡан, күҙҙәрендә нур ҡалмаған. Ә бит барыһына ла ағайымдың: «Мин оҙаҡ ғүмер иткән аҡһаҡал. Нимә эшләргә кәрәклек­те яҡшы беләм. Ә һинең әле йәшел генә сағың. Атайыңды тыңла, һуңынан, рәхмәттәр уҡырһың миңә», – тигән прин­циптар менән йәшәүе ғәйепле. Улай ғына ла түгел, улының күңелендә үҙ көсөнә ышаныс уятыу урынына, киреһенсә, һәр саҡ: «Һин эшкинмәгән, бул­дыҡһыҙ, минән башҡа нимәгә хәлеңдән килә. Бел, һин минән башҡа – кеше түгел», – тип улына һеңдерә килә. Улына ла, үҙенең эргәһендәгеләргә кеүек уңышһыҙлыҡ програм­маһы һала. Эйе, Тимурҙан көс­лө һәм ижади шәхес сығыр ине, тип көтөп булмай, сөнки уға бәхетһеҙлек программаһы һалынған. Йәғни беҙҙең ағайы­быҙ нәҫелебеҙҙе юҡҡа сығарыу программаһын булдырған. Ти­мурҙың эше генә түгел, ҡаты­ны ла Мәскәүҙәге бай таныш­тарынан атаһы тарафынан һайланған. Бында ла барыһын да әлеге аҡса хәл итте. Килен­дең ата­әсәһе һатыу эше менән

шөғөлләнәләр һәм кешеләргә ҡарата мөнәсәбәттәре лә, үл­сәмдәре лә аҡса төшөнсәһенә бәйле.

Ә бит Тимур өфөлә инсти­тутҡа уҡырға ингәс тә, тәүге йылында уҡ үҙе менән бер кур­ста уҡыған ҡыҙға ғашиҡ булғай­ны. Был хаҡтағы серҙәрен миңә лә һөйләгәйне. Эйе, энем ҡыҙҙы тәү күреүҙә үк үҙенең икенсе яр­тыһы икәнен аңлай. Ләкин атаһы үҙенең ҡул аҫтында эшләгән кеше аша ҡыҙ һәм уның ғаиләһе хаҡында тулы мәғлүмәт туп­лап өлгөрә. Ағайыма уларҙың ағас өйҙә йәшәүҙәре һәм ябай хеҙмәтсәндәр булыуы оҡшамай. Улын ҡыҙ менән айырыр өсөн бар көсөн һала.

Ә Тимурҙың әлеге ҡаты­нының провинциал ҡаланан килгән иренә лә, ғаилә тормо­шона ҡарата ла ҡыҙыҡһыныуы һүрелде. Ул бит Мәскәү ҡыҙы, үҙен һыуҙағы балыҡтай тоя, төрлө сәбәптәр табып йә курс­таштары менән осрашыуға, йә улар менән байрам итергә китеү яғын ғына ҡарай. Ә Тимур улар араһында бөтөнләй сит­ят, хатта ҡатыны дуҫтары менән ниндәй телдә аралашҡанын да аңлай алмай яфалана. Энем атаһына ул ҡатын менән йәшәргә телә­мәүен әйткәс, ул: «Эх, улым, һин ул Мәскәүҙәге фатир өсөн күпме аҡса түләгәнем­де беләһеңме, йөрәгем шарт­лағанын теләйһеңме?» – тип яу­аплай Сәриә.

Белгес уйланыуҙары.Кеше үҙе үткән ғүмер юлына

әйләнеп ҡараһа һәм шул ғүмер юлының күп өлөшөн бушҡа тир түгеп үткәрһә, башҡаса ул

Page 52: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 201052

юлды үтергә теләмәйәсәк, тип әйтәләр. Был хат юлдарында ла атай кеше барыһы ла яҡшы булһын өсөн тырышҡан, әммә кире нәтижә алған. Ә бит атай кешене улын төрлө насар-лыҡтарҙан ҡурсалағаны өсөн шелтәләп булмай. Быға яуап рәүешендә түбәндәге миҫалды килтерергә була.

...Пельман исемле немец ғалимы 1740 йылда тыуған Ада Юрке тигән берәҙәк, бур һәм эскесе нәҫеленең тарихын баҫып сығарған. Ғалим был нәҫелдең 700 быуынына күҙәтеү яһаған. Уларҙың 142 – хәйерсе, 181– фәхишә, 76 – енәйәтсе булған. Башҡа нәҫел-нәсәбе лә, йомшаҡ итеп әйткәндә, милләтенә дан килтермәгән. Барыһы бергә иленә ҡот осҡос ҙур матди һәм мораль зыян ғына яһаған. Бер шағир әйтмешләй: «Ерҙең сүле лә бар, сүбе лә бар...»

Әйткәндәй, алкоголиктар-ҙың ғаиләһе ныҡлы һәм ваҡыты менән ишле була. Бына икен-се дәлил. 19 быуаттың 20-се йылдарында Америкала сиктән тыш аҙғын йәш ҡатын йәшәй. Бик йәшләй уны аҫып ҡуйырға хөкөм итәләр, әммә ул язанан ҡаса, кейәүгә сыға һәм бик күп бала таба. 60 йыл үткәс, уның туранан-тура нәҫеле 80-гә етә. Шуларҙың 20-һе енәйәт ҡылғандары өсөн закон тара-фынан язалана. Ә ҡалған 60-ын эскеселәр, хәйерселәр, аҡылдан шашҡандар, иҫәрҙәр тәшкил итә.

Боронғо Рим император ҙа ры нәҫеле, Испания һәм Франция королдәре нәҫеле тарихына күҙ һалһаң, барыһына ла билдәле булған матур рухи һәм аҡыллы тоҡом ҡалдырғандары асыҡла-на.

Ҡағиҙә булараҡ, балалар үҙ-ҙәренең биологик ата-әсәһенә оҡшайҙар. Бында ниндәйҙер фан тастик уйҙырмалар яһарға урын да юҡ. Заманында насар атай-әсәйҙең балаларын яҡшы ғаилә тәрбиәгә алыу күренеше була торғайны. Әммә өмөттәр аҡланманы, сөнки кешенең со-циаль ҡылығы уның биологик үҙенсәлегенә бәйле.

Эйе, көслө, аҡыллы, хатта ҡөҙрәтле атай-әсәй, хатта батшалар ҙа, президенттар һәм министрҙар ҙа үҙ балала-рын яҡшы урынлаштырам тип, киреһенсә, зарар ғына килте-реүҙәре әллә ҡасандан билдәле.

Бер Өфөлә генә, ата-әсә һе-нең баҫымына түҙмәй, һөҙөм-тәлә уларҙы ҡайғыға дусар итеп, донъянан ваз кисеүсе ба-лалар ҙа иҫәпһеҙ-һанһыҙ.

Заманында атҡаҙанған хи-рургтың улын оҙайлы ваҡытҡа төрмәгә ултырталар, ә унан сыҡ ҡас, наркотикты самаһыҙ ҡулланыу һөҙөмтәһенән үлеп ҡала. Тағы бер Рәсәй минист-ры булып киткән, күренекле ке-шенең улы наркотиктарҙан ағыуланып үлә. Күренекле йө-рәк хирургының улы үҙ-үҙенә ата... Балалар туҡтауһыҙ хәс-тәрлектән арыйҙар һәм бер мәл

ата-әсәһе бүләкләгән бәхет тән биҙә башлайҙар. Ә мин кем? Их-тыярһыҙ йән эйәһеме ни? – тип баҫым аҫтында йәшәргә теләмәй бала.

Йыш ҡына көслө атай-әсәйҙең балаһы Тимур һымаҡ билдәһеҙлеккә дусар була. Күп осраҡта ундай талантлы бала-ларға, үҙҙәре теләгән профессия-ны һайлау, һәләттәре буйынса үҫеү мөмкинлеге бирелмәй. Шуға күрә лә ирекһеҙҙән ул балалар үҙҙәренә ҡул һала: аҫылына, аты-ла, наркотиктар менән ағыулана. Әлбиттә, балаларын аҡсалы эш урынына, парҙарын рух яҡынлығы менән түгел, аҡсаһы күп булған-дар менән ҡауыштырырға ты-рышыусы ата-әсәйҙәр йәл. Ә банк иҫәбенә бик ҙур мөлкәт һалынған булһа ла балалар тормоштан биҙгән...

Эйе, ғүмер-ғүмергә кешеләр үҙҙәренә бары тик юғарынан та-ланты һәм һәләтенә һалынған эш менән генә шөғөлләнергә хыял итә. Шул саҡта ғына һәр кем йөҙ кешегә торошло хеҙмәт итер ине.

Һәр кемгә мәғлүм – көсөргәне-шле һәм оҙайлы эш һаулыҡты ҡаҡшата, әммә Европа ғалим-дары асыҡлауҙарынса, яратҡан эштә эшләһәң – һау-сәләмәт булырһың, сөнки күңелгә яҡын хеҙмәт менән шөғөлләнеүселәргә инфаркт та, инсульт та ҡур-ҡыныс түгел.

Ғәйшә Ғәҙеловаәҙерләне

сәләмәтлек

Page 53: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 2010 53

Йәгеҙ әле, атайҙар!

сценарий

1-се алып барыусы. Хәйерле кис, хөрмәтле ип­тәштәр!

2-се алып барыусы: Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле ауылдаштар!

1-се. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән ял итергә...2-се. Күңел асырға йыйылдыҡ.1-се. Бөгөнгө кисәнең үҙәгендә – «Йәгеҙ әле,

атайҙар!» тип аталған конкурс. 2-се. Хәҙер һеҙҙе унда ҡатнашыусылар менән

таныштырып үтергә рөхсәт итегеҙ. Улар һеҙгә та­ныш: (исем­фамилиялары).

1-се. Ҡәҙерле конкурста ҡатнашыусылар! Һеҙ ҙе конкурстың йөкмәткеһе менән таныштырып үтәм:

1. Ҡыҙыҡлы һорауҙар конкурсы;2. Әкиәт йомғағы;3. Йыр бәйгеһе;4. Бейеү конкурсы;5. Ҡатыҡ эсеп ярышыу;6. Септә йәки сыбыртҡы үреү;7. Гер күтәреү һ.б.2-се. Ярыштарға баһа биреү өсөн жюри һайла­

ныҡ. (Исем-фамилияларын әйтә.) 1-се. Конкурсты башлар алдынан отҡорлоҡта...2-се. Тапҡырлыҡҡа мәсьәләләр сисеп, «раз­

минка» яһап алабыҙ. Бында еңеүсегә 1 балл ҡуйы­ла. Һәр ярышыусыға берәр мәсьәлә бирелә, уны һәр кем үҙ алдына сисергә тейеш. Ә хәҙер иғтибар менән тыңлағыҙ, бына ул һорауҙар.

1-се. Алты картуф 30 минутта бешә, ә бер кар­туф нисә минутта бешә? (Шул уҡ ваҡытта.)

2-се. Ситлектәге 4 ҡуянды 4 малай һатып ала. Ә бер ҡуян ситлектә ҡала. Быны нисек аңларға? (Бер малай ситлеге менән һатып ала.)

1-се. Ике атай һәм ике улға 3 алманы киҫмәйенсә тигеҙ итеп бүлергә кәрәк. Һәр кешегә нисә алма тейә? (Олатай, атай, улға берәр алма.)

2-се. Бер килограмм мамыҡмы, әллә 1 кило­грамм тимер ауырыраҡмы? (Икеһе лә тигеҙ.)

1-се. Лифтта 2 кеше бер секундта күтәрелә, ә 10 кеше нисә минутта күтәрелә? (Бер үк ваҡытта.)

2-се. Конкурстың беренсе бүлеге – әкиәт йом­ғағы. Хәҙер һәр бер өйҙә тиерлек телевизор бар. Балалар көн дә унан әкиәт ҡарарға ғәҙәтләнеп бөттөләр. Бер көн килеп телевизор ватылды, ти. Балалар атайҙарынан әкиәт һөйләүҙе һорай. Ниндәй әкиәт һөйләр инегеҙ?

Ярышта ҡатнашыусылар сиратлап әкиәт һөйләй.

1-се. Беҙҙең атайҙар йәш саҡта аулаҡ өйҙәрҙә, киске уйындарҙа таҡмаҡ әйтешеп бейегән, йыр­лаған. Хәтерегеҙҙә ҡалғандарын беҙгә лә ишет­термәҫһегеҙме икән?

Берәр куплет йыр башҡарыла.

2-се. Таҡмаҡтарҙы ишеттек, атайҙарҙың бейеүен дә күрәйек инде. Гармунсы иптәш, рәхим итегеҙ бейеү көйҙәрен.

«Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар, егеттәр!» традицион ял итеү кисәләре менән бер рәттән һуңғы ваҡытта

«Йәгеҙ әле, килендәр!», «Йәгеҙ әле, өләсәйҙәр!», «Йәгеҙ әле, атай-әсәйҙәр!» тип аталған яңы клуб

саралары ла ойошторола башланы. Һеҙҙең иғтибарға Дәүләкән районының «Алға» ауыл клубында

үткәрелгән «Йәгеҙ әле, атайҙар!» кисәһенең сценарий-планын тәҡдим итәбеҙ. Уны үҙ мөмкинсе-

лектәрегеҙҙән сығып, ижади ҡулланырға, төрлөләндерергә м¿мкин. Кисәне төрлө һөнәр кешеләре

менән үткәрергә була. Был осраҡта кисә ошо һөнәрҙе пропагандаларға, уның абруйын күтәрергә

булышлыҡ итәсәк. Конкурста ҡатнашыусылар үҙ эштәрен тағы ла илһамланыбыраҡ башҡарыр.

Күңел асып алыу уларҙа хеҙмәткә дәрт уятасаҡ.

Page 54: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 201054

сценарий

Конкурста ҡатнашыусылар ниндәй ҙә булһа берәй бейеү башҡара.

1-се. Алда торған ауыр ярыштар алдынан көс туплап, хәл йыйып алһындар өсөн атайҙарға берәр стакан ҡатыҡ тәҡдим итәбеҙ.

Ҡатыҡ эсеү ярышы.

2-се. Беҙҙең атайҙарҙың хәтерҙәре яҡшымы икән, тикшереп ҡарайыҡ әле. Хәҙер улар беҙгә септә (йәки сыбыртҡы) үреп күрһәтһендәр.

Септә үреү буйынса ярыш.

1-се. Билдәле булыуынса, элек­электән ир­егет тәр ғаиләнең таянысы ла, яҡлаусыһы ла. Борон­борондан һабан туйҙарында көрәшеп, иң

көслөләрҙе билдәләгәндәр. Бөгөн көрәшмәйбеҙ, ә гер кү тә рәбеҙ.

Гер күтәрәү.

2-се. Ҡәҙерле атайҙар! Һеҙ барығыҙ ҙа аҙаҡҡа тиклем алыштығыҙ, һәр төрлө ярышта әүҙем ҡат­наштығыҙ. Рәхмәт. Хәҙер һүҙҙе хөрмәтле жюриға бирәйек.

Жюри ағзаларынан берәү еңеүселәрҙе билдәләй, иҫтәлекле бүләктәр тапшыра.

1-се. Хөрмәтле тамашасылар! Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Ә конкурста ҡатнашыусы атайҙарға батыр, ҡыйыу булғандары өсөн икеләтә рәхмәт. Уларға ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, ҙур уңыштар теләйек. Киләһе осрашҡанға тиклем хушығыҙ, дуҫтар!

– Кисә һеҙҙең пьесағыҙҙың премьераһына барҙым һәм төнө буйы йоҡлай алманым.

– Пьеса шул тиклем тулҡынландырҙымы ни? – Юҡ, театрҙа йоҡом туйғайны.

***Минең ҡатыным зыялы кеше: скрипкала уйнай, китап уҡый,

концерттарға йөрөргә ярата...– Аңлашылды. Минеке лә ул ҡәҙәр артыҡ матур түгел.

Көләмәс

Конкурста урындағы мөмкинселектәрҙән сы ғып, башҡа төрлө ярыш, уйын, викториналар өҫ тәргә мөмкин. Мәҫәлән, «Балыҡ тотоу» уйыны. Шешә ауыҙына һыйырлыҡ итеп ҡармаҡ ебенә ҡулса бәйләнә. Һәр «балыҡсы» алдына шешәләр ҡуйыла. Ярышыусылар баҫҡан килеш ҡулсаны шешә ауыҙына индерергә тейеш. Еңеүсегә ҡармаҡ йәки башҡа балыҡ тотоу ҡорамалы бүләк ителә.

Кем күберәк мәҡәл белә? Алып барыусы мә ҡәлде әйтә башлай, ярышыусы уны әйтеп бөтөрә.

Ф. Ноғоманова.

Page 55: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 2010 55

Фокус күрһәтеү сәнғәте бик борондан, беҙҙең эраға тиклем 1700 йылдарҙан килә. Ул замандарҙа

иллюзионистар фантазияға бигерәк бай булған. Аҡ менән ҡара күгәрсендең баштарын «киҫеп

алып», уларҙы береһенекен икенсеһенә алмаштырып ҡуйып, кире осороп ебәрә алғандар. Бына

ошондай серле трюктар менән халыҡты аптырашта ҡалдырған фокусниктар.

Ҡәҙерле дуҫтар! Ошо һандан башлап беҙ ҙә һеҙҙе фокус күрһәтеү серҙәренә төшөндөрөргә бул-

дыҡ. Күгәрсен баштары кеүек бик ҡатмарлы булмаһа ла улар ябай ғына, бер ниндәй әҙерлек талап

ителмәй.

фокус сәнғәте

Фокус күрһәтеүе анһатмы?

Беренсе фокус

Күрһәтеү: 24 тин аҡсаны (төймә, фишка, шашка һ.б. файҙаланырға мөмкин). Һүрәттә күрһәтелгәнсә һалаһығыҙ. (1­се һүрәт.)

Бер тамашасыға 10­дан 20­гә тиклем бе­рәй һан уйларға ҡушығыҙ. Һәм, һеҙгә күр­һәтмәйенсә, уйлаған һанды бер тапҡыр 1­се төймәнән башлап 9 һанының тышҡы яғынан һанап үтергә бойороғоҙ. Икенсе тапҡыр туҡ­

таған төймәнән башлап шул үҡ уйланған һан­ды кире яҡҡа иҫәпләп 9 һанының түңәрәге яғына үтеүен ҡушығыҙ. Һәм ниндәй төймәлә туҡтаған, шуны иҫендә тотоуын иҫкәртегеҙ. Һеҙ күрмәһәгеҙ ҙә килеп уның ниндәй төймәлә туҡтауын күрһәтәһегеҙ.

Аңлатыу: Эш шунда, ниндәй генә һан уйланһа ла, ул 17­се төймәлә туҡтала.

1-се һүрәт

Page 56: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 201056

Наил Ғәйетбай әҙерләне

фокус сәнғәте

Өсөнсө фокус

Күрһәтеү: Тамашасыларға яртылаш асылған шыр пы ҡабын күрһәтәһегеҙ. Ул – буш. Һауытты ябаһығыҙ ҙа, киренән асаһығыҙ. Уның эсендә тин­лек аҡса ята!

Аңлатыу: Шырпы ҡабын яртылаш асаһығыҙ ҙа, ҡап менән һауыт араһына тинлек аҡса ҡыҫты­раһығыҙ (2­се һүрәт.) Ҡапты япҡан саҡта, аҡса һауыт эсенә төшә.

Икенсе фокус

Күрһәтеү: Буш стаканға бәләкәй тәрилкә ябығыҙ. Тинлек аҡсаны йоҙроҡ эсенә алып, тәрилкә өҫтөнә төртөгөҙ. Бер секундта аҡса тәрилкә аша стакан эсенә барып төшә.

Аңлатыу: Тәрилкәне стакан өҫтөнә япҡанда аҡсаны тәрилкә менән стакан араһына (3­сө һүрәт) ҡыҫтыраһығыҙ.

Шундай уҡ тинлек аҡсаның уң ҡул эсендә ятыуын тамашасыға күрһәтеп, һиҙҙермәй генә һул йоҙроҡ эсенә алаһың да уң йоҙроҡ менән (йәнәһе, аҡса уның эсендә) тәрилкә өҫтөнә төртәһең, шул уҡ ваҡытта тәрилкәгә ҡыҫтырылған тинлек аҡсаны стакан эсенә төшөрлөк итеп кәрәкле яҡҡа күсерәһең. Ҡыҫтырылған тинлек аҡса стакан эсенә төшә.

2-се һүрәт

3-сө һүрәт

Page 57: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 2010 57

cәнғәт энциклопедияһы

Impression (француз һүҙе), беҙҙең телгә – тәьҫир, тип тәржемә ителә.

Француз рәссамдары араһында 19 быуат аҙағын­да яңы төр һүрәт төшөрөү һәм шул йүнәлештә ижад итеүселәрҙе импрессионистар (тәьҫоратта­рын төшөрөүселәр), тип йөрөтә башлайҙар.

Ә бөтә был тарих былай башлана.1874 йылда Париждың фотоателье күргәҙ мә­

һендә – унда рәссамдар, скульпторҙар, гравер һәм литограф менән шөғөлләнеүселәр үҙ ижад емештәрен ҡуйғандар – Клод Моне тигән рәссам «Тәьҫорат. Ҡояш ҡалҡыуы» картинаһын ҡуя. Ул диңгеҙ ҡултығында томандар араһынан ҡояш ҡалҡыуын төшөргән.

«Шаривари» гәзите тәнҡитселәре күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙы «күңелендә тыуған тәьҫорат һүрәтләүселәр» тип яҙғандан һуң (Impression), бындай йүнәлештә ижад итеүсе рәссамдарҙы «импрессионистар» тип йөрөтә башлайҙар. Бына улар: Клод Оскар Моне (1840­1926), Камиль Пис­сарро (1830­1903), Пьер Огюст Ренуар (1841­1919), Альфред Сислей (1839­1899), Эдгар Дега (1834­1917). Импрессионистарҙың был күргәҙмәһе сәнғәттең рәсми академик йүнәлешенә, тәнҡиткә, консерва­тизмға ҡаршы сығыуы була.

Ғәҙәттә, рәссамдар үҙҙәренең мастерскойын­да һүрәт эшләй, төшөрә. Ә импрессионистарҙың һүрәт эшләү алымы башҡа: әйтәйек, тышҡа сыҡһалар, улар икенсе донъяға эләгә – икен­се яҡтылыҡ, һауа, төҫ һ.б. Ә иң мөһиме, был күренеш даими үҙгәреп тора. Ошо күренештән алған тәьҫоратын төшөрөргә ынтыла был яңы йүнәлештә эшләгән ижад кешеләре.

Импрессионистарҙың 1874 йылғы беренсе күргәҙмәһендә Клод Моне «Һоҡланыу. Таң аты­уы.» картинаһынан тыш «Капуцинок бульва­ры» (1873 й.) исемле һүрәтен дә ҡуя. Был эшендә

рәссамдың юғарынан аҫҡа ҡарағанда күренгән тәьҫире сағыла. Шаулашҡан халыҡ, уларға төш­кән йорттоң күләгәһе ысынбарлыҡтағы кеүек. Ҡояш нурҙарынан сағыу яҡтылыҡ, йылылыҡ бөркөлгәнен тойғандай булаһың.

Рәссам­импрессионист Эгюст Ренуар «Ложа» (1874 й.) тигән эшен дә ҡуя ошо күргәҙмәгә. Был һүрәттә күркәм генә ханым төшөнкө кәйеф менән тамашасыларға төбәлгән, ә уның артында фрак кейгән ир биноколь аша кемделер күҙәтә.

Был йүнәлештә ижад итеүсе рәссамдарҙың икенсе күргәҙмәһендә (1876 й.) Моне, Ренуар һәм Альфред Сислей үҙ әҫәрҙәрен ҡуя.

1877 йыл, сираттағы күргәҙмәгә әҙерләнгәндә, был төркөм үҙҙәрен «импрессионистар» тип атап йөрөтөргә, үҙ эштәрен күргәҙмәгә ҡуймаҫҡа һәм «Импрессионизм» тип аталған журнал сығарырға тигән ҡарарға киләләр.

Ошо быуаттың 70­се йылдар аҙағында им­прессионистар араһында бәхәс ҡуба: кемдер һү­рәттәрҙе йәмғиәт теләген иҫәпкә алып элеккесә күргәҙмәгә ҡуйырға, кемдер һүрәттә ҡара буяу ҡулланмаҫҡа, кемдер ошо йүнәлешкә ҡағылыш­лы башҡа темалар буйынса һүҙ ҡуҙғата.

Һөҙөмтәлә, үҙ һүҙҙәрен һүҙ итә алмаған Рену­ар һәм Сислей импрессионистарҙың 1879 йылдағы күргәҙмәһендә ҡатнашмай. Алдан шуны әйтәйек, ғауғалы бәхәстән һуң, айырыуса ике рәссам­дың оло сарала ҡатнашмауы һөҙөмтәһендә, был йүнәлештә ижад итеүсе төркөмдөң исеме лә үҙ­гәреүгә дусар була. Улар элекке «иреклеләр» тигән исем менән йөрөй башлай.

Телгә алған күргәҙмәлә Моне – «1878 йыл­дың 30 июнь байрамы. Монтогрей урамы» (1878 й.) тигән, Писсарро – «Ағастар араһындағы юл» (1877 й.), Дега – «Мисс Ла­Ла Фернандо циркын­да» (1879 й.) картиналарын ҡуя.

Нимә ул импрессионизм?

«Тамаша» Башҡортостан рәссамдары хаҡында даими мәҡәләләр баҫты. Был һандан башлап рәссамдар донъяһында төрлө йүнәлештә ижад итеүселәр тураһында һүҙ алып бармаҡсыбыҙ.

Page 58: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 201058

cәнғәт энциклопедияһы

Пьер Огюст Ренуар тураһында айырым әйтеп үтке килә. Ул беренсе тапҡыр «Мадам Шарпан­тьеның балалары менән портреты» (1878 й.) тигән ижад емеше менән таныла. Һәләтле рәссам, башҡа ижадсылар менән сағыштырғанда балалар порт­ретын уңышлы төшөрә. Матур ҡора белгән ком­позиция, яҡтылыҡты «уйната» белеүе, шәхесте тулыландырыусы башҡа деталдәрҙе шаштырмай ҡулланыу – былар барыһы ла париж халҡының күңелен яулай.

Сатнағас барыбер ярыла тигәндәй, импрес­сионизм йүнәлешендә ижад итеүсе рәссамдар­ҙың уртаҡ тел таба алмауы, тора­бара уларҙың тарҡалыуына килтерә. 1880 һәм 1881 йылдарҙа үткән күргәҙмәләрҙә, мәҫәлән, Моне, Ренуар һәм Сислейҙың эштәре ҡуйылмай.

Ә етенсе күргәҙмә, ул 1882 йылда ойошторо­ла, импрессионистарҙың бергә үткәргән һуңғы сараһы тип иҫәпләнә. Күргәҙмә Сент­Оноре ура­мындағы иркен һәм яҡты бинаның ҙур залында ойошторола. Бәлки шуғамы, әллә рәссамдарҙың үҙ­ара өйрәнеп ижад итеүҙәреме – бында ҡуйыл­ған бөтә картиналар береһенән­береһе матуры­раҡ була. Мәҫәлән, Ренуарҙың «Елпеүес тотҡан ҡыҙ» (1881 й.) һүрәте күргәҙмәгә килеүселәрҙе үҙенең ябайлығы һәм алсаҡлығы менән арбай. Ә Писсарро тәбиғәт күренештәренә бағыш­ланған иң һәйбәт ижад өлгөләрен ҡуя. Ҡыҫҡаһы, был – шаулап үткән күргәҙмә импрессиони­старҙың иң һәйбәт һәм һуңғы күргәҙмәһе булып тарихта ҡала.

Икенсе йыл Моне, Писсарро, Ренуар һәм Сис­лей Парижда үҙҙәренең шәхси күргәҙмәләрен ойоштора. Был сара ла тәнҡитселәрҙең ыңғай баһаһына лайыҡ була. Һөҙөмтәлә, һатып алырға

теләүселәрҙе ылыҡтыра һәм шунан башлап, был йүнәлештә төшөргән рәссамдарға «ғауғасылар» тип ҡарауҙан туҡтайҙар.

Һигеҙенсе күргәҙмәне (1886 й.) Эдгар Дега ойоштора. Моне, Ренуар һәм Сислей унда ҡатна­шыуҙан баш тарта. Дега сарала «Яланғас ҡа тын­ҡыҙҙар ҙың йыуыныуы, һөртөнөүе, сәс тарауы» тигән картиналар серияһын тәҡдим итә. Улар кино кадрҙары кеүек бер­бер артлы эшләнгән. Дега ойошторған күргәҙмә шуныһы менән иҫтә­лекле: унда тәү тапҡыр үҙҙәрен неоимпрессио­нистар тип йөрөткән Жорж Сера һәм Пол Синь­яктың мозаикаға оҡшатып төшөрөлгән эштәре ҡуйыла.

Был – һуңғы нөктә­күргәҙмә. Тап ошонда им­прессионистар талабына тап килмәгән бик күп һәләтле рәссамдар барлығы асыҡлана.

Шулай итеп, яңы йүнәлештә төшөргән һүрәт төшөрөүселәрҙең эшмәкәрлеге ошонда туҡтай. Импрессионизм тарихҡа күсә.

Әммә уның эшен яңы йүнәлештә ижад итеүсе рәссамдар – неоимпрессионистар, аҙаҡ постим­прессионистар дауам итә.

Неоимпрессионистар (грек һүҙе – «неос» – «яңы») тип импрессионистар йүнәлешендә һүрәт төшөрөүселәрҙең яҡтылыҡ һәм фон сараларына өҫтөнлөк биреп, уны тағы ла камиллаштырып төшөрөүселәргә әйткәндәр.

Постимпрессионистар (латин һүҙе «post» – «аҙаҡ») төшөргән һүрәт объекттың тышын түгел, ә эсен (эске донъяһының төҙөлөшөн), асы­лын төшөрөргә ынтылыусыларҙы шулай тип йөрөткәндәр.

Сөләймән Латипов әҙерләне

Көләмәс

***Ике үҫмер музейҙа абстракт картина ҡарап тора. Шунда береһе – икенсеһенә:– Һыпыртайыҡ бынан яҡшы саҡта, беҙ бысратҡан тип ғәйеп таға күрмәһендәр!

Page 59: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 2010 59

Саңғы һәм һабан, тәгәрмәс һәм биҙәнеү әйберҙәре, сәйнәгес резинка (һағыҙ) һәм реактив самолет...

Ҡасан цирк барлыҡҡа килгән? Кем ролик конькиҙарҙы уйлап сығарған? Тәүге Олимпия уйын-дары кемгә бағышланған булған? Ҡасан һәм кем револьверҙы уйлап тапҡан? Беренсе бильярд кем өсөн эшләнгән булған? Телевидение ҡасан барлыҡҡа килгән? Кеҫә телефонын ҡасан уйлап сығарғандар?

Беҙ журналдың ошо һанынан башлап бөйөк асыштар һәм табыштар хаҡында һөйләйәсәкбеҙ. Сөнки асыш һәм табыш яһау – үҙе бер сәнғәт ул.

Сәйәхәткә бөгөнгө көндәрҙән ваҡыт төпкөлөнә табан китергә булдыҡ.

Нимә, ҡасан, кем?

асыштар

1995 йылда – интернетты Аме­рика хәрбиҙәре уйлап сы ғара.

– компакт­дисктар үҙ эсенә энциклопедияның 28 томын һый ҙыра. Ә ауырлығы – барлы­ғы 15 грамм ғына.

1993 йыл – видеотелефон ке­шегә әңгәмәсеһен күрергә мөм­кинселек бирә.

– компьютер ярҙамында һү­рәттәрҙе хәрәкәт иттерә баш­лайҙар.

1990 йыл – индуктив плитә һыуыҡ көйө ҡалып кострюлде йылыта ала.

– ролик конькиҙарҙы уйлап сығаралар.

– юлдаш антенналары бөтә донъяның телевизион каналда­рын ҡарарға мөмкинселек бирә.

– кеҫә телефоны уйлап та была. 1988 йыл – төҫлө копироваль

машина лазер нуры ярҙамында

оригиналды тикшерә лә дүрт төҫ ярҙамында – ҡара, ҡыҙыл, һары, зәңгәр – теләһә ниндәй төҫтөң копияһын эшләй.

1986 йыл – «Наутилиус» 4000 м тәрәнлегендә ятҡан «Ти­таник»ты тапты.

1984 йыл – видеокамера уй­лап сығарыла.

– факс барлыҡҡа килә. Ул телефон ярҙамында текстарҙы һәм һүрәттәрҙе Ер шарының теләһә ниндәй мөйөшөнә ет­керә ала.

1981 йыл – юғары тиҙлекле поезд сәғәтенә 380 километр тиҙлектә хәрәкәт итә.

– радиотелефон өй эсендә йәки баҡсала сымһыҙ трубка аша бәйләнешкә сығырға мөмкинсе­лек бирә.

– телевизор пульты уйлап сығарыла.

1979 йыл – портатив плеерҙы Акио Морита уйлап таба.

1978 йыл – тәүге баланы про­биркала табалар. Уның исеме Луиза Браун.

– микрокомпьютер. 1972 йыл – тәүге дельтоплан

барлыҡҡа килә. Әммә уның тәүге һыҙмаларын Леонардо да Винчи эшләгән булып сыға.

1969 йыл – өс Америка кос­монавты Айға оса – Нейл Арм­стронг, Эдвин Олдрин, Майкл Коллинз.

1965 йыл – совет космонав­ты Алексей Леонов тәү тапҡыр асыҡ Йыһанға сыға.

1963 йыл – портатив магнито­фон уйлап сығарыла.

М. Әхмәтшин әҙерләне

(дауамы бар)

Page 60: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 201060

Мин бер сºнѓºт белгесе менºн танышмын. Мºрйº. Исеме Ирина. Кўптºн тўгел Иринаны икенсе ире менºн урамда осраттым. Яндарын­да ирле­šатынлы таѓы ике пар бар ине. Таныш­тырґылар. Баšhањ, беренсе пар – Иринаныњ тºўге ире hºм уныњ яњы šатыны икºн. Икенсе пар – Иринаныњ икенсе иренењ тºўге šатыны hºм уныњ яњы ире булып сыšты. Был їс пар дуѕтар­са hїйлºшеп, кїлїшº­кїлїшº урам буйлап атлап килº. Мин быѓа бик ѓºжºплºндем. Сїнки кўпме кўреп йїрїйїм, һºр саš ишетºм – айырылышšан ир менºн šатын šан дошманѓа ºўерелº, осраша šалhалар, ирешеўґºн туšтай алмайґар, хатта hуѓышып китºлºр, балалар їсїн талашалар. Є Ирина менºн икенсе ире элекке ѓаилºлºре менºн матур мїнºсºбºт šорѓандар... Был, кўрºhењ, донъяныњ ўґгºреўе, йºштºрґењ аšылланыуы менºн бºйлелер, шуѓа ла айырылышšандан hуњ дуѕ булып šала алаларґыр.

Хºйер, дуѕ булып šалыу инде ѓºжºп тўгел. Бына хºґер сит илдºрґº айырылышыр булѓан ир менºн šатын ўґґºренењ айырылышыуґарын туй кимºлендºге байрам итеп ўткºрº башлаѓандар. Психологтар раѕлауынса, бындай сара стрес­старґан šотолорѓа ярґам итº икºн. Айырылы­шыуґы туй рºўешендºге байрам итеп ўткºреў Европанан Рºсºйгº, хатта Башšортостанѓа ки­леп еткºн. Бїгїн ундай байрамды ойоштороусы белгестºр, фирмалар бар.

Айырылышыуґы тантана рºўешендº ўткºреў 2006 йылда Америкала барлыššа килгºн. Айы­рылышырѓа булѓан ир менºн šатын туѓанда­рын, дуҫтарын šунаššа саšыра һºм никахтарын їґїўґе кўњелле итеп ўткºрº. Ињ мїһиме, айыры­

лышыуґы трагедия итеп тўгел, º тормоштоњ яњы бер этабы кеўек šабул итºлºр. Тºўге мºлдº аšыл­лы парґар был сараны тантаналы итеп ўткºреўґе ўґґºре ойошторѓан. Әммº тиґґºн идеяны тїрлї фирмалар кўтºреп ала һºм эште кињ йºйелдереп ебºрº. Улар сценарий яґырѓа ярґам итºлºр йºки «Туйґыњ киреһен» байрам рºўешендº ўткºрергº тºšдим итºлºр. Унда элекке ир менºн šатын бер­береһенењ бармаšтарынан балдаšтарын һалды­рып ала, шаярып сикºлºренº hуѓыша h.б.

Айырылышыу, ºлбиттº, бик ўк šыуаныслы ваšиѓа тўгел. Әммº Рºсºйґº 1100 туйѓа 700 айы­рылышыу тап килº икºн hºм hºйбºт ѓаилº šороп йºшºп китº алмаѓас, мїмкин тиклем аšыллы һºм тыныс, хатта кўњелле итеп айырылышырѓа кºрºк, ти психологтар. Ғалимдар раҫлауынса, айырылышыуґан hуњ килеп тыуѓан стресс кеше тормошонда ињ ауырґарґыњ береhе. Кўптºр айы­рылышыуын юридик рºўештº еренº еткерһº лº, кўњеле менºн ул фактты šабул итº алмай, яњѓыґ šалыуґары менºн риза тўгел. Є айырылышыуґы кўњелле hºм шаян бер сара итеп, оло байрам рºўешендº ойоштороу кешенењ иреккº сыѓыуы­на тїшїнїргº ярґам итº, ти психологтар.

Айырылыу байрамын, йºѓни туйґыњ кире­һен ўткºреўґењ тїрлї ўґенсºлектºре бар. Унда туйґа ойошторолѓан тїрлї ваšиѓаларґыњ киреһе эшлºнелº. Мºҫºлºн, šатын šулындаѓы сºскºлºр­ґе ситкº ырѓыта, стенаѓа айырылышыу хаšында тїрлї шаян фразалар яґылып эленº h.б.

«Тамаша» журналы килºhе hанында «Айы­рылышыу туйы» сараhыныњ сценарийын баҫып сыѓарасаš.

Наил ғєйетбай.

Туйґыњ киреhе буламы?

һөйөнсө

Page 61: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 2010 61

танышыу-табышыу

ҡатын-ҡыҙ001:Миңә 36 йәш. Йондоҙнамә буйынса – Саян.

Буйым 166 см., 63 кг. Кәүҙәм – уртаса. Матур тор­мош ҡороп ебәреү өсөн 35­40 йәштәрҙәге насар ғәҙәттәре булмаған эшһөйәр ир эҙләйем.

002:Яңыраҡ 32 йәшем тулды. Йондоҙнамә бил­

дәһе – Ҡуҙы. 170 см., 58 кг. Эсмәйем, тарт­майым. Бар теләгем үҙ яртымды табып, ғаилә ҡыуаныстары кисереү. 30­40 йәштәрҙәге оҙон буйлы ир­егет менән танышырға теләйем. өйләнгәндәргә, шулай уҡ башҡа елғыуарҙарға яуап бирмәйәсәкмен.

003:Йондоҙнамәм – Балыҡ. Әлеге мәлдә ғаилә

ҡороп матур балалар үҫтерергә теләгән 27­35 йәштәрҙәге ир затын көтәм. Миңә 31 йәш, 158 см., 65 кг. Эсергә яратҡандар был иғланды уҡымаһалар ҙа була.

Ир-ат004:29 йәштә. 184 см., 80 кг. Юғары белемле, ин­

женер булып эшләйем. Башҡорт. Йомшаҡ күңел­лемен, эсмәйем, тартмайым. өфөлә ятаҡта йәшәйем. Сибайҙа бүлмәм бар. Айырылғанмын, 6

йәшлек ҡыҙыма алимент түләйем. 25 йәшкә тик­лемге йомшаҡ холоҡло, әҙәпле ҡыҙ менән осра­шырға, оҡшаһа яҙмышымды бәйләргә теләйем.

005:51 йәшлек ир. 168 см, 65 кг. Айырылғанмын.

Балаларым үҫкән, ауылда өйөм бар. Татар. Оҫта ҡуллы, төп эш урыным юҡ. Ялланып төрлө төҙөлөш эштәре башҡарам. Бер аҙ эсәм, тар­там. Тыныс холоҡло, түҙемле мосолман ҡатын­ҡыҙына өйләнергә теләйем.

006: 45 йәш. 175 см., 80 кг. Татар. Фатирым бар.

Тартмайым. Байрамдарҙа ғына эсәм. Тыныс хо­лоҡломон. Шундай уҡ холоҡло 35­40 йәшлек ҡатын менән танышырға теләгем бар. Бәләкәй генә балаһы ҡамасау булмаҫ.

007:42 йәштәмен. 180 см., 75 кг. Башҡорт. Эшҡыуар.

өфө ситендәге коттеджда йәшәйем. Айырылған­мын, бер балаға алимент түләйем. Йәшермәйенсә шуны ла әйтергә ризамын: бер­ике ай эсмәй йөрөйөм дә, аҙна­ун көн эсеп алам. Тартам. Шаян­мын. Юмор менән һөйләргә яратам. 25­35 йәшлек һомғол буйлы, тыныс холоҡло, түҙемле ҡатынға өйләнергә уйым бар. Ҡатынымдың үҙ машинаһы буласаҡ, әммә уның хужабикә генә булыуын теләр инем.

Һөйгән йәрҙәр төрлөсә таныша: урамда, транспортта, театрҙа йә башҡа урында. Әммә, таныша алмағандар ҙа күп, йә ҡыйыулыҡтары етмәй, йә башҡа сәбәп (статистика буйынса Башҡортостанда 20-50 йәшкә тиклем ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙҙың 35 проценты яңғыҙ). Һөҙөмтәлә, үҙҙәренә иш таба алмаған ҡыҙҙар һәм егеттәр күбәйә. Һандарға ҡараһаҡ, республикабыҙ ҡалала-рында 20-50 йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар ошо тиңдәш ир-аттарҙан 75 меңгә күберәк.

«Тамаша» журналы «Ҡайҙа һин, берҙән-берем?» рубрикаһы асып, яңғыҙлыҡта ҡаңғырған ир-атҡа һәм ҡатын-ҡыҙға ярҙам ҡулы һуҙа.

Әгәр, уҡыусыларыбыҙ араһында берҙән-берен таба алмағандар булһа, рәхим итеп «Тамаша» журналына үҙегеҙ тураһында мәғлүмәттәр ебәрә алаһығыҙ. Мәғлүмәттәрегеҙ мөмкин тиклем тулы (күберәк) булһын. Шулай уҡ, бәйләнешкә инер өсөн адресығыҙ, телефонығыҙ ҙа кәрәк. Улар һеҙҙең рөхсәттән башҡа бер кемгә лә бирелмәйәсәк.

Иғландар бушлай баҫыла.

ҡайҙа һин,берҙән-берем?

Page 62: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 201062

тамашасы мөйөшө

ҺаумыһыƒыŸ, šәŸерле редакция!Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай

Кәримдең 90 йыллығына арналған республика те­атр фестивале булып үтте, унда 12 профессиональ театр ҡатнашты.

Шуныһы ҡыҙыҡ: фестиваль репертуарын­дағы спектаклдәрҙең өсәүһе «Ай тотолған төндә», икәүһе «Оҙон­оҙаҡ бала саҡ» повесы буйынса тамаша, икәүһе «Ташлама утты, Про­метей!» спектакле ине. Әйтерһең дә, Мостай ағайҙың башҡа драма әҫәре юҡ! Ә ни эшләп әле бер театр ҙа уның бынамын тигән комедия­ларын сәхнәгә сығармай? Рәхәт, «Ай тотолған төндә»не тегеләй ҙә, былай ҙа әйләндереп тра­гедия яһап ҡуялар.

Салауат дәүләт башҡорт театры ҡуйған спек­таклде ҡарағанда, үҙемде Шекспир заманы те­атрында ултырам икән, тип уйланым. Һүҙ юҡ, Мостай Кәримдең пьесалары бөйөк инглиз дра­матургының әҫәрҙәре менән ауаздаш. Ә шулай ҙа актер оҫталығы йәһәтенән беҙ ул дәүерҙән күпкә алға киткәнбеҙ бит. Ҡулдарҙы һелтәп, ҙур пафос менән монологты залға һөйләү хәҙер сәхнә «мода»һы икән, Щепкин һәм Станислав­ский иптәштәрҙең ғүмер буйы актер уйынын­да ябайлыҡты эҙләүҙәре бушҡамы ни?! Бөйөк режиссерҙың: «Ышанмайым!» – тигән билдәле әйтемен был спектаклдәргә ҡарата ла ҡулла­нырға мөмкин ине.

Ярай әле беҙ, ололар, әҫәрҙе уҡып, эстәле­ген белеп, мәғәнәһен ярайһы аңлап, сәхнәлә күрһәткәндәрҙе башҡа һыйҙыра алабыҙ. Ә әгәр ҙә төп аудитория балалар булһа?

Мостай Кәримдең был пьесаһы бик ҡыҙыҡ, мауыҡтырғыс бит?! Ул һәр кемдең йәш сағының яҡты хәтирәһелер. Беҙ уны уҡып, дуҫлыҡ, мө­хәббәт, тоғролоҡ кеүек ҡиммәттәр тураһында уйланһаҡ, хәҙер иһә уларға ҡушып киңерәк тема­лар, ниндәйҙер фәлсәфә табабыҙ. Ошоно ла күҙ уңында тотһа ине пьесаны сәхнә теленә һалыусы иптәш. Һеҙ күргән тамаша етмәһә, аныҡ, тура линиялы, унда дидактика ярылып ята.

Мостай ағайҙың әҫәр теленә лә иғтибар итһәк ине. Уның һәр һөйләме, һәр һүҙе үҙе бер тотош

хазина, байлыҡ. Ә беҙҙең сәхнәлә нимә? Проза әҫәре аяуһыҙ рәүештә ҡырҡҡысланып, өҙгөләнеп рус телендәге өҙөктәр менән ямап ҡуйыла. Әҙип исемен йөрөтөүсе Йәштәр театры күрһәткән бөтә спектаклдә лә ошо проблема тора.

Тағы ла Мостафа Сафич бит драматург ҡына түгел, ә тәү сиратта – шағир. Уның шиғырҙарын спектакль туҡымаһына сәскә итеп сигеп ебәргәндә бик шәп килеп сығыр ине. Үрҙә әйтеп үтелгән театрҙың «Оҙон­оҙаҡ бала саҡ» пове­сы буйынса ҡуйылған «Донъяның ярҙары икәү» спектаклендәге һымаҡ. Бына исмаһам, был та­машала Мостай Кәрим ижады төрлө яҡтан тиер­лек сағыла. Ә шул театрҙың «Йәләлетдин атай» спектаклендә бигерәк мәғәнәһеҙ йыр­шиғыр яңғырай:

Бер урмандың ситендә Йәшәгән ике апай... (аҙағын иҫләмәйем).Был «шедевр» спектаклдә бер нисә тапҡыр

ҡабатлана, тимәк, ул унда ниндәйҙер мөһим роль уйнайҙыр бит? Ә ниндәй? Аңлашылмай. Мостай ағайҙың үҙенең балалар өсөн берәй йүнлерәк ши­ғыры юҡмы икән ни?

Хикәйәне сәхнә әҫәренә әйләндереү ҙә хөр­төрәк килеп сыҡҡан был спектаклдә. Әлбиттә, был еңел эш түгел, ләкин тотонғанһың икән, еренә еткереп эшлә.

Сәнғәтте үлеп яратыуыма, театр тормошона битараф булмағаныма күрә был фестивалдең көндәлеген байҡап барырға тырыштым. Әммә унан позитив эмоцияларҙан бигерәк борсолоу тойғоларын алып ҡайттым. Бөйөк әҙип, ысын мәғәнәһендә халыҡ шағиры Мостай Кәримдең әҫәрҙәрен төплө итеп сәхнәгә ҡуйыу беҙҙең те­атрҙар өсөн буй етмәҫлек үрме ни? Ә был фес­тиваль тик тамға өсөнмө икән? Араларында арыу ғына булғандарын иҫәпкә алһаҡ, тимәк, маҡсатҡа етеп була, тигән фекерҙәбеҙ. Тырыш­лыҡ кәрәк. Ихтирам кәрәк. Мостафа Сафич бындай «ихтирам»ды күрһә ни эшләр ине икән? Әлдә күрмәй әле.

Хазина Мостафина,Өфө ҡалаһы

«ҡәŸерле редакция!..»

Page 63: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 2010 63

тамашасы мөйөшө

* * *

Хөрмәтле редакция!

Ерҙе аҡ ҡар менән байыта­байыта Яңы йыл килә. Ҡарҙар түгел, гүйә, ап­аҡ сәскәләр яуа. Ап­аҡ сәскәләр түгел, әйтерһең, ап­аҡ бәхеттәр яуа. Күктәге бәләкәй генә аҡ ҡар бөртөгө ергә ҙур бәхет булып төшһөн. Шундай ҙур тамаша ҡылып йөрөһөн улар. «Тамаша» журналында эшләүселәргә яңы, мәғәнәле, шәфҡәтле ҡыҙыҡ­мәҙәктәр бүләк итһен. Аңлайым: һеҙҙең хеҙмәт шаҡтай ауыр, мәшәҡәтле, сетерекле. Аң­аҡыл һәм хис­тойғо тамашаһы был ауырлыҡтарҙы еңеләйтһен, күркәмләндерһен, эсте­тик зауыҡлы итһен. «Тамаша» журналын халыҡ бик яратып уҡый. Мин – шундайҙарҙың береһе. Һеҙ – сәнғәт кешеләре. Беҙ һеҙҙе сәнғәтте яратҡан кеүек яратабыҙ. Яңы йылда яңы бәхеттәр ишелеп килһен! Әйткәндәрем фәрештәнең: «Амин» тигән сағына тура килһен!!!

Тамаша

Яна йөрәк, шаша күңел ваҡыт­ваҡыт,Ниңә шулай? Һис булмай сәбәбен табып. Нейронда тамаша ҡыла аҡ, ҡара уй,Уларға был, гүйә, ҡыҙыҡ бер һабантуй.

Яман дауыл ҡуптара ҡара тамаша,Аҡ тамаша изге ул – күңелде аса.Шулай булды ғәзиз аҡ журнал «Тамаша»,Донъяны танып­беләбеҙ уның аша.

Унда иман, унда илаһ, унда сәнғәт,Хис­тойғоға аҡыл биреүсе шәфәғәт.Ул өйрәтә белергә аҡ һәм ҡараны,Төҙәтергә йөрәктәге күп яраны.

Донъяға килдең һин балҡып, аҡ «Тамаша»,Әллә күпме ауыр, ҡара юлдар аша. Инде сәхифәңдә булһын күркәм сәнғәт,Нур таратһын сәнғәттәге аҫыл шәфҡәт.

Суфиян Поварисов, 2009 йыл

* * *

Ҡәҙерле «Тамаша» журналы хеҙмәткәрҙәре!

Һеҙгә үҙ фекеремде яҙып үтмәксемен. Журнал бик кәрәкле, файҙалы, материалдарға бай. Әммә ауыл мәҙәниәт йорттары, китапханалар өсөн рубрикалар аҙ. Мин – китапханасы, беҙгә сценарийҙар, скетчтар, бәләкәй күләмле пьесалар бик кәрәк. Төрлө байрамдар, саралар үткәрер алдынан материал таба алмайым. Үҙем дә шиғырҙар, әкиәттәр, ҡыҫҡа хикәйәләр яҙам. Шуларҙы һеҙгә тәҡдим итәм. Жур­налда ауыл мәҙәниәт тормошон да сағылдырһағыҙ ине тигән теләк бар.

һеҙгә ижади уңыштар теләп,Гөлсирә Шафиҡова

Page 64: "Тамаша" журналы. №1, 2010 йыл

«ТАМАША» №1 – 201064

Сәнғәтте беләһегеҙме?

викторина

Иғтибар, викторина!

Хөрмәтле дуҫтар! Йыл буйы барған «Сәнғәтте беләһегеҙме?» тигән викторинабыҙ тамам. Һеҙҙән бик күп яуап хаттары алдыҡ – әүҙем ҡатнашҡан өсөн барығыҙға ла рәхмәт!

1. Башҡорт театрына нигеҙ һалыусы, уны ике тиҫтә йылға яҡын етәкләүсе – Вәлиулла Морта­зин­Иманский. Ул киң йәмәғәтселек һөйөүенә ирешкән мәшһүр кешеләрҙең береһе.

2. Лек Вәлиев театрҙа 1971­1981 йылдарҙа етәк­селек итә. Уның ҡуйған бер нисә әҫәре – Н. Асан­баев «Ҡыҙыл паша», Ә. Мирзаһитов «Утлы өйөрмә», Н. Хикмәт «Онотолған әҙәм», И. Йо­мағолов «Нәр кәс» һ. б.

3. Сабит Яҡшыбаев беренсе башҡорт театры рәссамы була. Ул Ф. Туйкиндың «Ил батырҙары», М. Фәйзиҙең «Ғәлиәбаныу», М. Буранғоловтың «Ашҡаҙар» кеүек һәм тағы ла байтаҡ ҡына спек­таклдәрҙе биҙәй.

4. Актер Хәким Мортазиндың тәүге роле Лопе де Веганың «Әкәмәтле һөйөү» спектаклендә Ка­мило образы.

5. Драматург Н. Асанбаевтың «Ҡыҙыл паша» спектаклен 1986 йылда Сирияға ғәрәп илдәренең

Халыҡ­ара фестиваленә алып баралар. 6. Был «Аҡ ҡанатлы хыялым» спектакленән

алынған «Айыма» йыры. Уның һүҙҙәренең ав­торы Илһөйәр Иҡсанова, композиторы – Ришат Сәғитов.

7. М. Кәрим, «Ауыл адвокаттары». Режиссеры – Мөсәлим Күлбаев.

8. Башҡортостандың халыҡ артисы заһир Вәлитов 1970 йылда академтеатрға эшкә килә. Тәүге роле Р. Сафиндың «Йәнбикә» спектаклендә Тимерғәле образы.

9. БДАД театры артистары: Шамил Рәхмәтул­лин, Таңсулпан Бабичева, Азат Нәҙерғолов.

10. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хөсәйен Ҡудашев һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәмит Шәмсетдинов.

Айгөл Солтановаәҙерләне

Шулай итеп, икенсе ярты йыллыҡ һөҙөмтәләрен ҡушып, йыллыҡ еңеүселәрҙең исемлеген бирәбеҙ:1. Аҡҡолова Ф., Ишембай ҡалаһы, I урын (139,5 мәрәй) – электр үтеге менән бүләкләнә.2. Әмирова В., Күгәрсен районы, Хоҙайбирҙин ауылы, II урын (138 мәрәй) – электр сәйнүге менән

бүләкләнә. 3. ғәлләмова Ф., Йылайыр районы, Матрай ауылы, III урын (129,5 мәрәй) – сәй сервизы менән

бүләкләнә. Журналдың Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә:Юнысбаева Д., Баймаҡ районы, Ярат ауылы (128,5 мәрәй). Иҫәнова Р., Баймаҡ районы, Йомаш ауылы (125 мәрәй).Фәхретдинов ғ., Баймаҡ районы, Йылым ауылы (101 мәрәй). Еңеүселәрҙе ысын к‰ңелдән ҡотлайбыҙ! Викторинала ҡатнашыусы уҡыусыларыбыҙға рәхмәтебеҙҙе

белдерәбеҙ. һеҙгә именлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Гел шулай бергә булайыҡ!(Бүләктәрҙе үҙегеҙ йәки туғандарығыҙ аша өс ай эсендә редакцияға килеп алыуығыҙ һорала.)

VI тур һорауҙарына яуаптар: