Transcript

«ТАМАША» №2 – 2010 1

Яңыраҡ Рәсәй телевидениеһы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән мәктәп уҡыусыла-рының осрашыуын күрһәтте. Өлкән бер яугир балаларҙан: «Һуғышта дан алған етәкселәрҙән кемдәрҙе беләһегеҙ?» – тип һорағас, 30-40-лап уҡыусы араһынан тик берәү: «Жуков», – тип яуап бирҙе.

Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы тураһында фекер йөрөткәндә беҙҙең быуын Ватан һуғышы тари-хын китап-дәреслектәрҙән уҡып белде, Еңеүҙе яулаған кешеләр менән аралашып, уларҙың та-рих-хәтирәләрен тыңлап үҫте. Бынан тыш, ки-нофильмдар, драматургтарҙың әҫәрҙәре беҙҙең аң-даирәне киңәйтте, кемдең «илбаҫар», кемдең «азат итеүсе» икәнен белеп һәм күреп торҙоҡ.

Хәҙерге заман балаларына, минеңсә, ошолар етешмәйҙер. Заман башҡа, заң башҡа, тигәндәй, уларҙы бүтән нәмәләр ҡыҙыҡһындыра. Был тәбиғи. Әммә йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү, илен һөйһөн, маңҡорт булмаһын өсөн ваҡыт һынауын үткән, үҙенең тәрбиәүи емешен биргән алымдарҙы, төрлө хәрби-пат-риотик сараларҙы кире ҡайтарырға кәрәк! Был һәр уҡытыусының, йәмәғәт эшмәкәренең, һәр яугир-ветерандың, һәр беребеҙҙең мөҡәддәс бурысы!

Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығын байрам итеүгә һанаулы көндәр ҡалды. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса республикала 10 меңдән ашыу һуғыш ветераны иҫән, 400 меңгә яҡын тыл хеҙмәткәре йәшәй.

Республика етәкселегенең талабы бер: ве-терандарға байрам ҡаршылағанда ғына түгел, даими иғтибар булырға тейеш! Айырыуса торлаҡ менән тәьмин итеү, йорт-ҡураларын түләүһеҙ ремонтлау, дарыуҙарға ҡытлыҡ ки-сертмәү, медицина хеҙмәте күрһәтеү кеүек са-ралар хаҡында беренсе сиратта хәстәрләргә кәрәк. Башҡорт остан хөкүмәте, быға тиклем сиратта тороусы барлыҡ ветерандарҙы ла тор-лаҡ менән тәьмин итте, 2005 йылдың мартынан һуң сиратҡа ҡуйылыусылар барыһы ла 1 милли-он 800 мең һумлыҡ аҡсалата ярҙам аласаҡ. Был маҡсатҡа бөтәһе 2,1 млрд. һум аҡса бүленәсәк.

Дәүләтебеҙ, хөкүмәтебеҙ ил тарихын данлы иткән яугирҙәргә ошондай ихтирам күрһәтә, уларҙы хәстәрләй. Үҫеп килеүсе йәш быуын өсөн был үҙе бер оло миҫал, әсбап. Быуындар бәйләнеше өҙөлмәҫкә тейеш! Өҫтәп тағы шуны әйтке килә: ветерандарға ошондай уҡ эскерһеҙ ярҙам, даими иғтибар һәр беребеҙҙең ҡулынан килә торған эш. Ошоно онотмайыҡ!

Фәнил Ҡоҙаҡаев.

Быуындар бәйләнеше өҙөлмәһен

Мөхәррир һүҙе

Нәфис- публицистик журналХудожественно- публицистический журнал

1995 йылдың ғинуарынан башлап башҡорт телендә сығаИздается на башкирском языке

с января 1995 года

Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса

идаралыҡ, Башҡортостан Республикаһының ҡаҙна предприятиеһы «Тамаша» журналы редакцияһы

Учредители:Управление по делам печати, издательства и полиграфии

при Правительстве Республики Башкортостан,Казенное предприятие Республики Башкортостан

редакция журнала «Тамаша»

Ике айға бер сыға

№ 2 (64), 2010

Баш мөхәррир Фәнил Ҡоҙаҡаев

Мөхәрририәт:Илдус ИлешевАйгөл ҠарабулатоваНеля ҒәйнетдиноваРәйес ИсмәғилевНәфисә ТулыбаеваДанир ҒәйнуллинАртур ВасиловАйрат Ҡобағошов

Редакция хеҙмәткәрҙәре:Зөбәржәт Яҡупова – баш мөхәррир урынбаҫарыСөләймән Латипов – яуаплы сәркәтипЛилиә Кәйепова – мөхәррирАльмира Кәримова – мөхәррирИлдар Шәрипов – мөхәррирАйгөл Солтанова – сығарылыш мөхәрриреӘлфиә Кәримова – корректорРезеда Пулатова – бухгалтер

Журнал БР Матбуғат һәм киң информация саралары министрлығында теркәлде.Теркәү номеры 549 (23.11.94). Индексы 73874

Беҙҙең адрес: 450078, БР, Өфө ҡалаһы,Революцион урамы, 82.Наш адрес: 450078, РБ, г. Уфа, ул. Революционная, 82.Телефондар: (факс) 2 52 -93 -77 – бухгалтерия, 2 52 -97- 02 – бүлектәр. 2 41 -74-93 – бүлектәр.E- mail: [email protected]Беҙҙең сайт: www.tamasha.pressarb.ru

Редакцияға килгән хаттар, фотолар рецензияланмай һәм кире ҡайтарылмай. Редакция, авторҙың фекерен уртаҡлашмаһа ла, мәҡә ләһен баҫа ала. Мәҡәләләрҙә килтерелгән факттар өсөн авторҙары яуаплы.

Күсереп баҫҡанда «Тамаша»ға һылтаныу мотлаҡ.Баҫырға ҡул ҡуйылды 13.04.10. ҡағыҙ форматы 60х84 1/8. Шарт-

лы баҫма табаҡ 8. Иҫәп-баҫма табаҡ 11,7. Офсет ҡағыҙы. Офсет ысулы менән баҫылды. Тиражы 2871. Заказ № 100359. Һатыуҙа хаҡы ирекле.

Нөсхә -макеттан «Белая река» республика дәүләт нәшриәте типографияһында баҫылды.

450078, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 109.450078, г. Уфа, ул. Кирова, 109. © Тамаша, 2010

Бөйөк Еңеүгә 65 йыл!

«ТАМАША» №2 – 20102

• Бөйөк Еңеүгә 65 йыл! «Күгегеҙ аяҙ булһын!..». . . . . . . . . . . . . . . . . . . 3

•Ҡоролтайҙы ҡаршылап Халыҡ беҙгә ышана... . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . 7

• халыš иҫәбе Һиңә лә, миңә лә ҡағыла… . . . . . . . . . . . . . . 8

• ижади портрет Фәрүәз Урманшин Хыялдарым ашты тормошҡа. . . . . . . . . . . . . 9

• театр Илһам һуты, йөрәк уты. . . . . . . . . . . . . . . . . . 15

• сценарий Салют, Бөйөк Еңеү! . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . 19

• Остаз. Шәхес. Данлыҡлы режиссер . . . . . . 22

• пьеса Лек Вºлиев Хуш, һары юрға!. . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . 23

• хºтирº Зинира Атнабаева Уҙƒан ƒүмер – иҫтәлек. . . . . . . . . . . . . . . . . . . 36

• ижади портрет Финә Вºлиева Минең булмышым – ғаиләм . . . . . . . . . . . . 46

• эксресс-интервью Йºш таланттар, ћеҙ кем? . . . . . . . . . . . . . . . . 54

• мº´ºк хºлдºр Юнир Салауатов Бура килтерºм. . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . 55

• Мº´ºниºт к¿ндºлеге. . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . 57

• йырлайыҡ, дуҫтар! Р. Әфләтүнова, Ю. Yҙәнбаев Бейеү. . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . 58

• танышыу-табышыу ҡайҙа һин минең берҙән-берем?. . . . . . . . . . 61

• викторина Сәнғәтте беләһегеҙме?. . . . . . . . . . . . . . . . . . . 62

• һынлы сәнғәт Халšыныœ тоғро улы. . . . . . . . . . . . . . . . . . . . 63

Йөкмәткеһе:

Сценарий конкурсы дауам итә!

Йыл башында иғлан ителгән сценарийҙар конкурсын ойоштороуҙа Республика Халыҡ ижады үҙәге лә ҡатнашасаҡ. Был – авторҙар өсөн берҙән – ҡыуаныс, икенсенән – сцена-рийҙарға ҡарата талап артасаҡ.

Конкурс шартын тағы бер тапҡыр иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ҡатнашырға теләүселәрҙең йәше лә, профессиональ яҙыусы булыу-булмауы ла, мәҙәниәт өлкәһендә эшләүе лә мөһим түгел. Иң төп шарт: эшегеҙ сценарий ҡалы-бына тап килһен һәм тематикаһы буйынса сәхнәнән, йә байрам майҙанынан тамашасыға күрһәтерлек булһын. Быйыл Рәсәйҙә иғлан ителгән Уҡытыусы йылы, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу, Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы, Башҡортостанда барған Республика йылы, һәм Башҡорт ҡоролтайына, йәнә дөйөм ха-лыҡ байрамдары (Һабантуй, Яңы йыл, 8 март һ.б.), фольклор йолалары тураһындағы сцена-рийҙарға өҫтөнлөк биреләсәк!

ҡулъяҙмалар 2010 йылдың 10 октябренә тиклем ҡабул ителә. Башҡорт һәм урыҫ те-лендәге яҙмаларығыҙҙы «Тамаша» журналы редакцияһына, «Конкурсҡа» тигән билдә ҡуйып, почта аша, автор тураһында тулы мәғлүмәт менән (фамилия, исем, өй адресы, почта индексы, өй телефоны, кеҫә телефо-ны, электрон почта) сценарийҙың СD-дискта электрон һәм ҡағыҙға баҫылған вариантын да ебәрергә кәрәк. (ҡулдан яҙылған эштәр ҡабул ителмәй.) Ижадығыҙҙа ҡулланылған әҙәби әҫәрҙәрҙән өҙөк, шиғырҙарҙың ав-торҙарын күрһәтеү мотлаҡ.

Иң яҡшы сценарийҙар «Тамаша» журналы биттәрендә донъя күрәсәк! Өҫтәүенә, Рес-публика Халыҡ ижады үҙәге нәшер иткән «Байрам», «Клуб*ок» альманахтарында ла баҫыласаҡ. Шулай уҡ башҡа бүләктәр ҙә көтә еңеүселәрҙе. Һеҙҙән эстәлекле, ауыл, ҡала клубтары сәхнәләре өсөн ҡулай, сифатлы сценарийҙар көтәбеҙ!

Конкурсты ойоштороу комитеты.

һөйөнсө!

Тышлыҡтың беренсе битендә танылған йырсыФәрүәз Урманшин

«Күгегеҙ аяҙ булһын!..»

«ТАМАША» №2 – 2010 3

«Тик һуғыш ҡына була күрмәһен инде», – тип ҡабатлай торғайны мин бәләкәй саҡта Хәтифә өләсәйем. Контузия алып ҡайткан Фәтхелислам олатайым да: «Күгебеҙ аяҙ ғына булһын», – тип уға ҡушыла ине.

9 май – Бөйөк еңеү байрамы. Минең өсөн айырыуса тантаналы, айырыуса

ҡыуаныслы көн ине: аҡ блузка, ҡара юбка, «юла-евсы» галстугын тағып, ауылдың обелискы янына йүгерәм. Һуғышта һәләк булған һалдаттар иҫтәле-генә сәскәләр һалғас, ауыл клубында тантаналы концерт ойошторабыҙ. Олатайым күкрәгендәге ор-ден-миҙалдарға ҡарап, ғорурланып йырлай торғай-ным. Беҙ еңгәнбеҙ! Беҙҙең ил халҡының Еңеү байра-мын билдәләйбеҙ!

Тик олатайым менән өләсәйем был көндә ниңәлер моңһоу булып китәләр. Балалар сәх нәлә ҡыуанышып йырлап-бейеп йөрөгәндә… уларҙың күҙҙәренән бөрсөк-бөрсөк йәштәр тама торғай-ны...

Һандар теле шуны «һөйләй»: Бөйөк Ватан һуғышына Башҡортостандан 700 меңдән ашыу һалдат китһә, шуларҙың 300 меңдән ашыуы кире әйләнеп ҡайтмаған.

Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ-мәткәре, ун һигеҙ йыл буйы Рус дәүләт драма те-атры директоры вазифаһын уңышлы башҡарған Леопольд Владимирович Левитин һәм Башҡор-тостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры режиссеры (1958-1966), Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын һуғыштан һуң терелтеүгә ҙур көс һалған етәксе (1966-1978), һәләтле актер, режиссер, драматург Кәшфелғилем Фәйрүш улы Ғәҙелшин – үҙҙәре-нең хәтирәләре менән бүлешә.

Леопольд Владимирович ЛЕВИТИН:— Һуғыш күп кешеләрҙе физик йәһәттән үлте-

реп кенә ҡалмай, иҫән ҡалғандарында ла кешелек сифаттарын бөтөрә – мораль яҡтан үлтерә. Беҙҙең дә психикаға һуғыштың тәьҫире көслө булды...

Һуғыш башланыры беҙҙең өсөн көтөлмәгән яңылыҡ булманы. Сит илдәр менән бәйләнеш тәңгәлендәге ҡаршылыҡтар, аңлашылмаусан-лыҡтар һиҙелә ине. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, һуғышка тиклем уға бик көслө әҙерлек барҙы. «Һуңғы төн» («Последняя ночь»), «Әхирәттәр» («Подруги») тигән фильм-өндәүҙәр экранға сыҡты. Улар беҙҙең рухты күтәрҙе, илһөйәрлек

Бөйөк Еңеүгә 65 йыл!

Левитин Леопольд Владимирович фронтта

«ТАМАША» №2 – 20104

хисен арттырҙы. Шуға ла рухи яҡтан беҙ һуғышҡа әҙер инек. Мәктәпте 1941 йылдың 20 июнендә тамамланыҡ, 22-һе радионан Молотовтың ҡур-ҡыныс белдереүен ишеттек. Артабан беҙ юғары

уҡыу йорттарына барыр урынға, уҡсылар баталь-

онына яҙылдыҡ. Ай ярымдан һуң ҡыҙыл Армия

һалдаттары инек. Тылда оҙаҡ торманыҡ, йәһәтләп

фронтҡа ебәрҙеләр. Мин Белоруссияла инем. Ә

унда һуғыш тиҙерәк килеп етте.

Шарттар ныҡ ҡыйын ине – һөйләп аңлатыр-

лыҡ түгел. Бөтәһе кеүек үк һуғыштыҡ. Ауыр

булды. Пехотала хеҙмәт иткәс, күп йөрөргә тура

килде. Рәхәт түгел. Хәҙер йәйәү йөрөүҙе күрә ал-

майым хатта.

Һуғыш, ысынында, кинолағы һымаҡ түгел. Яу

яланында геройҙар юҡ. Барыһы ла ҡаты, аяуһыҙ.

Унда бөтәһе лә – үлтереүсе.

Һуғыш кешеләрҙе һөйгәндәренºн айыра. Күп-

ме әсә – улдарын, ҡатын-ҡыҙ – ирҙәрен көтөп ала

алмайҙар. Шәхсән миңә килгәндә, һөйгән ҡаты-

ным менән фронтта таныштым.

1944 йылдың яҙы. Корсунь-Шевченко

опе рацияһы уңышлы тамамланды. Фронт

көнбайышҡа табан китте. Бәләкәй генә стан-

цияла төрлө йүнәлештәге эшелондар йыйылғай-

ны. Бына минең иптәшем лейтенант Митя Сав-

чук яныма килеп, тыңла әле, күрше эшелонда

ҡыҙҙар бар, ти. Беҙгә – егерме икешәр йәш. Тиҙ

генә гармун табып, уйын ойошторорға булдыҡ.

Ханаға шунда уҡ күҙем төштө. Матур, сибәр

ҡыҙҙың кем икәнлеген һорашам. «О, ул артист-

ка, ғорур, эргәһенә яҡын барып булмай», – тине

берәү. Икенсеһе: «Ул – өлкән телефонистка,

ефрейтор Варшавская, һәйбәт ҡыҙыҡай», – ти.

Янына барҙым, бейеүен бейемәнек, әммә оҙаҡ

итеп һөйләшеп ултырҙыҡ. Иртәгәһен, эшелон-

дар китмәһә, осрашырға килештек.

Осраштыҡ. Мин ялан почтаһы номерын һора-

ным, ғорур ҡыҙ әйтмәне. Ләкин минең иптәш шул станциялағы икенсе бер ҡыҙ менән хат алышырға һөйләшкән икән. ҡыуандым. Ханаға хат яҙып ебәрҙем. Һуғыш бөткәнсе хатлашып торҙоҡ. Аҙаҡ, 1946 йылдың 8 мартында, туй яһаныҡ. ҡатыным менән 60 йыл бергә татыу ғүмер иттек...

Кәшфелғилем Фәйрүш улы ҒӘҘЕЛШИН:

— Бөйөк Ватан һуғышына тиклем фин һуғышы

булды. Мин ул саҡта авиация училищеһында уҡый инем. Көн һайын стройға теҙелгәндә, кем яуға ки-тергә тейеш, шуларҙың исемлеген уҡып ишеттерә инеләр. Исемемде әйтмәһәләр ине, тип тораһың. Был бер ҙә ҡурҡаҡлык түгел. Һөйләгәндәрҙән ишетеп беләбеҙ: һалдаттар ҡулһыҙ-аяҡһыҙ ҡайта-лар... Ә улар беҙҙең тиҫтерҙәребеҙ – 19–20 йәшлек егеттәр. Ниндәйҙер ауыр, ҡот осҡос хис солғай ине беҙҙе...

Шуға күрә лә физик йәһәттән дә, рухи сы-нығыуҙар аша ла Германия иле менән алышҡа беҙ аҙмы-күпме әҙер инек. Беренсе көндән алып аҙаҡҡыһына тиклем, илемде яҡлап, яу яланында

булдым. Миңә бомбардировщик беркеттеләр. Лет-

чиктар бомба ташларға өйрәнәләр. Һауаға билдәле

бер арауыҡҡа менәһең һәм ерҙә билдәләнгән

нөктәгә бомба ырғытаһың. Сәпкә тура эләгергә

тейешһең. Бер ай күнегеү үткәс дәүләт самолетын

йөрөтөргә рөхсәт танытмаһы алдым.

Бөйөк Еңеүгә 65 йыл!

Кәшфелғилем Фәйрүш улы Ғәҙелшин, 21 май 1946 йыл

«ТАМАША» №2 – 2010 5

Бөйөк Еңеүгә 65 йыл!

Һалдаттар бер бында, бер тегендә. Шуға ла

бар милкебеҙ бер моҡсайҙа ине. Заданиеға киткән саҡта шул моҡсайҙы дуҫтарға ҡалдыраһың. «Әгәр ҡайтмаһам…», – тип. Минең Миша исемле дуҫым шулай бер мәл әйберҙәре һалынған моҡсайын миңә бирҙе лә үҙе заданиенан әйләнеп ҡайтма-ны. Аҙаҡ уның самолеты шартлағанын белдек. Мишаның әйберҙәре араһында ипләп, ҡәҙерләп кенә ҡағыҙға төрөлгән һөйгән ҡыҙының фо-тоһүрәте бар ине... Бәхеткә күрә, Миша иҫән ҡалған. Украина сиктәрендә уны табып алып, тейешле ярҙам күрһәткәндәр. Аҙаҡ партизан-дар отрядында хеҙмәт иткән. Беҙ уның менән 1973 йылда Кишиневта осраштыҡ. Һуғышта дуҫлыҡ, иптәшлек тигән төшөнсәләр айырыуса изгегә әйләнә. Үҙең тураһында түгел, эргәләге иптәшеңә нисек тә ярҙам итергә тырышаһың. Мәҫәлән, бер ваҡиғаны иҫләйем. Бер тапҡыр ба-лет солисы Нарыҡов – йәш һалдат (фронтта тәүге көнө ине уның), мәскәүле Смирнов һәм мин бер самолетты йүнәтеп ятабыҙ. Дошмандар беҙҙе ата-

калай башламаһынмы? Бер-бер артлы бомбалар яуа ғына. Балерун бер шартлауҙан һуң ете метр тирәһенә осоп китте. Мине бомба ике метрға ырғытты. Янбашым яраланды. ҡарайым, теге мәскәүле хәрәкәтһеҙ ята. Шыуышып эргәһенә барам. ҡәһәрле тимер ярсығы тап йөрәгенә тейгән бит тегенең! Үҙемдең күлдәкте тиҙ генә йыртып егеттең яраһын бәйләйем. Балерундың күҙе ҙур булып асылған, минең күлдәгем ҡып-ҡыҙыл ҡан – ярам ныҡ ҡына булған, күрәһең... ҡыҙыулыҡтан һиҙмәгәнмен.

Һуғышта тура мәғәнәһендә утты ла, һыуҙы ла күп кисергә тура килде. 1943 йыл ҡышы ныҡ һалҡын килде. Хатта 57 градусҡа тиклем һыуыҡтар булды. Халыҡ әйтмешләй, төкөрөк ергә етмәй туңған һалҡынлыҡ. Шул саҡта авиа-ция бензины һөртөп, ҡулды йылытып, ремонт эштәре менән булыша инек. ҡулдың тиреһе яна, ә тәнгә йылы кермәй, бармаҡтар тыңлашмай. Тире көрән дә түгел, ниндәйҙер ҡара-көрән төҫкә инде. Әле генә яйлап үҙ төҫөнә инеп бара...

Фронт ћыҙығында сығыш яћаусы концерт бригадаһы артистары (З. Бәхтийәрова, Р. Һәүбәнова, Л. Әхтәмова, М. Хәбибуллин һ.б.).

«ТАМАША» №2 – 20106

Бөйөк Еңеүгә 65 йыл!

Шул ҡышҡы селләлә сәғәтенә өс тапҡыр ал-машынып торабыҙ. Егерме минуттан артыҡ тороп булмай – туңаһың. Йылы аш ашайбыҙ. Аш тигәнең – буханка икмәкте тейешле 200 грамға бүлгән саҡта ыуалып ҡалған валсыҡтарҙы ҡайнар һыуға һалып бутайҙар. Аҙыраҡ он өҫтәйҙәр. Шыйыҡ ҡына һурпа килеп сыға. Шуны ашай инек.

Тыуған ил алдында яуаплылыš, илһөйәрлек хистәре көс-ҡеүәт өҫтәгәндер – оло самолетты бер төн эсендә рәткә килтерә инек. Ғәҙәттән тыш ваҡиғалар солғанышында яраларың, ауыртыу-һыҙланыуҙарың тураһында ла онотаһың. Землян-кала үрсеп киткән сысҡандар таратҡан ауырыуҙан да ҡурҡмайһың. Самолеттың 600 килограмға яҡын моторын да өсәүләп һөйрәп килтерергә көс табаһың...

…Бер күренеште, күҙҙәремде йомһам да, оно-та алмайым. Ниместәр үҙҙәренең аҙыҡ складын ҡалдырып киткән. Ас кешеләр, шыуышып, шул складҡа юллана. Ә унда нимә генә юҡ: күпме ит, консерва. Һалдаттар суска түшкәһен, һарыҡ бот-тарын елкәләренә һалып, ҡайтыр юлға, ҡыуаны-стан, шыуышып түгел, хатта атлап та түгел, һике-решеп сығалар. Тап шул саҡта дошман мылтығы уларҙы аяҡтан йыға ла инде…

Ошондай мәхшәрҙе күреп, кешегә мылтыҡ тоҫҡаған әҙәм ишаратына үзең дә үлем көбәген төбәйһең. Бына бит, ниндәй ҡурҡыныс нәмә ул һуғыш. Һеҙгә быларҙы күрергә яҙмаһын. Күгегеҙ аяҙ булһын, балалар!..

Эльвира Исҡужина,Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре

союзы белгесе.

Беренсе рәттә (һулдан уңға) алтынсы – Кәшфелғилем Фәйруш улы Ғәҙелшин

«ТАМАША» №2 – 2010 7

2009 йылдың 19 ноябрендә Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов III Бөтә донъя башҡортатары Ҡоролтайын үткәреү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

Ҡоролтайҙы ҡаршылап

Халыҡ беҙгә ышана...

Хәбәрсебеҙ Бөтә донъя баш-ҡорттары Ҡоролтайы башҡар-ма Комитеты рәйесе А.З. Ғәлин менән ошо хаҡта әңгәмә ҡорҙо.

— Азамат Зәки улы, һеҙ Ко-митет рәйесе вазифаһын яңыраҡ етәкләүгә ҡарамаҫтан, байтаҡ эш-тәр башҡарғанһығыҙ, шикелле?

— Эйе, эш етерлек. ҡоролтай-ҙы тейешле кимәлдә әҙерләү, үт-кәреү мәсьәләһе тора алда. Әле, мәҫәлән, Башҡарма Комитетты киңәйттек, йәштәрҙе йәлеп иттек, ҡайһы бер бүлектәрҙе үҙ гәрттек, матбуғат хеҙмәте ойошторҙоҡ.

Ғөмүмән, оҙон-оҙаҡ һуҙы-лырға ваҡыт юҡ, урындарҙа ҡоролтайҙар үткәреүҙе тамам-ларға тейешбеҙ, 770 делегат һай-ланасаҡ. Әле уларҙы ҡаршы алыу, урынлаштырыу, туҡландырыу мәсьәләләрен хәл итәбеҙ.

10 июндә – делегациялар килеп бөткәс, вәкилдәр кә ңәшмәһен үткәреү ҡаралған, унда ҡорол-тайҙың төп документтары, эш органдары раҫланасаҡ. 11 июн-дә пленар ултырыш, һуңынан ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади йүнәлештәр буйын-са секциялар эшләйәсәк, 12-һе йомғаҡлау пленар ултырышы, Башҡарма Комитеттың ағзала-рын һайлау ҡаралған. Šунаҡ-тарҙы Ишембай районындағы «Ырыуҙар ташы» мемориаль комплексын асыуға алып ба-рырға ниәтләйбеҙ. Шулай уҡ йәштәр форумы үтәсәк.

— Был башҡорттарҙың хәҙер-ге осорҙағы 3-сө Ҡоролтайы була-саҡ, тәүге икеһендә ҡабул ителгән ҡарарҙар, ниәттәрҙең күбеһе тор-мошҡа ашты. Форумда ниндәй төп мәсьәләләр ҡараласаҡ?

— Рәсәй тәрән кризис ки-серә. Үҫештең төп йүнәлешен билдәләргә кәрәк тиҙәр, мил-ли идея эҙләйҙәр... Тарихҡа күҙ һалһаҡ, милли республикалар әлеге осорҙа «беҙ яңы цивилиза-цион үҫешкә лайыҡ» тип әйтергә хаҡлы һәм Рәсәй үҫешенә яңы этәргес бирә ала. Милли идея-ны мин ошолай тип аңлатыр инем: «Беҙ төрлөбөҙ, әммә бер бөтөнбөҙ».

Рәсәй мәҙәниәте бөйөк, әм-мә милли шәхестәрҙән башҡа ул ярлы. Рәсәй халҡы Пушкин, Достоевский, Чехов һ.б. менән ғорурланған кеүек Р. Фәхрет-дин, Аҡмулла, Ғ. Туҡай, М. Өмөт-баев менән дә ғорурланырға тейеш. Мәҙәни һәм рухи ҡим-мәттәр уртаҡ булырға, бер-бе-реһен тулыландырырға һәм байытырға тейеш, ҡоролтайҙа ошо хаҡта һөйләшеү буласаҡ. Киләсәк быуынды тәрбиәләү юлдары, демография, мәғариф

мәсьәләләре тураһында фекер алышыу зарур.

Ил етәкселегенә беҙҙең фе-керҙе, позицияны еткерергә кәрәк. Февраль айында Чебоксары ҡала-һында Волга-Урал халыҡтары-ның форумы үтте. Унда тарихҡа, мәҙәниәткә, телгә ҡағылған мәсь-әләләр тикшерелде. Ошондай һөйләшеүгә нигеҙ бар, нимәлер етешмәй был йәһәттән...

Федерализм, Рәсәйҙә йәшә гән милләттәрҙең хоҡуғы мә сьәләләре хаҡында етди фекер алышыу кәрәк. Әммә беҙ Рәсәй соста-вынан сығыу тураһында һүҙ алып бармайбыҙ, бер кемдең дә Рәсәйҙән сыҡҡыһы килмәй. Был хаҡта 90-сы йылдарҙа ла һүҙ булманы.

Әммә үҙебеҙҙең тарихты, тел-де, мәҙәниәтте үҫтереү, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшергә тейешбеҙ, беҙгә үҙебеҙҙең милли буржуазия ҡатламын булдырырға кәрәк. Фермерҙар, бизнесмендар үҫеп сығырға тейеш.

— Республикала төрлө кимәл-дәге ижтимағи-мәҙәни саралар, форумдар, фестивалдәр уңыш-лы үтә. Бөтә донъя башҡорт-тары Ҡоролтайы ла эшлекле шарттарҙа үтер, киләсәкте күҙаллаған ҡарарҙар ҡабул итер тигән ышаныс бар, тимәк?

— Эйе. Халыҡты борсоған, хәүефкә һалған проблемалар етерлек. Тимәк, ултырып һөй-ләшергә, кәңәшләшергә, уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләргә кәрәк. Кешеләр беҙҙең ойош-маға ышана, өмөттәр бағлай. Бар көстө һалып уларҙың ышанысын аҡларға тырышасаҡбыҙ.

Азамат Зәки улы Ғәлин

«ТАМАША» №2 – 20108

Тарихҡа ҡараш ташлаған-да, халыҡты иҫәпләү борон-дан килә. Маҡсат – дәүләт ха-кимдәренә хәрби эшмәкәрлекте, административ-территориаль ҡоролошто күҙ уңында тотоу, һалым түләүҙе көйләү, халыҡтың социаль үҫешен, тормош бары-шын белеү һәм башҡалар.

Дөйөм алғанда, иҫәп алыу бер нисә йүнәлешкә бүленә. Ә бына халыҡты һанағанда, демо-график, иҡтисади һәм социаль күрһәткестәр мотлаҡ иҫәпкә алынырға тейеш. Һүҙ ыңғайында шуны өҫтәргә кәрәк, был сара-нан тыш беҙҙең илдә ауыл хужа-лығы, сәнәғәт, сауҙа һәм башҡа тармаҡтар буйынса төрлө иҫәп-хисап кампаниялары үткәрелеп тора.

Рим, Боронғо Греция, ҡытай кеүек ҡеүәтле илдәрҙә бындай саралар әленән-әле ойошто-ролған.

Рәсми сығанаҡтарҙан бил-дәле булыуынса, Рәсәй импе-рияһы Беренсе бөтә дөйөм ха-лыҡ иҫәбен алыуҙы 1897 йылда ойоштора. Император Николай II етәкселегендә барған был сара әүҙем һәм ҡәтғи рәүештә үтә. Ул саҡтағы мәғлүмәттәр буйын-са Рәсәйҙә 1312360 башҡорт йәшәй.

23 йылдан һуң йәнә халыҡ иҫәбен алыу ойошторола, әммә илдә Граждандар һуғышы баш-ланыу арҡаһында был сара туҡталып ҡала. Һуңғараҡ, со-вет власы йөмһүриәт даулаған

Башҡортостанды тарҡатыу маҡ сатында Миңзәлә өйәҙен Та-тарстанға ҡуша. Һөҙөмтәлә, 157 мең башҡорт сит өлкәгә күсе-релә. Ул ғына түгел, 40 меңдән ашыу башҡорт йәшәгән Арғаяш кантоны Силәбегә бирелә.

1926 йылда ВКП(б)ның Үҙәк Комитеты Генераль секрета-ры Иосиф Сталин етәкселе-гендә һәм уның күҙәтеүендә Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу башлана. БАССР-ҙа бөтәһе 2665836 кеше йәшәй, шуның 625845 башҡорт була. СССР-ҙа башҡорттар – 713684.

Ошо урында шундай бер фактҡа туҡталып үтке килә: был халыҡ һанын иҫәпләү барышын-да 136 мең кеше – мишәр, 37 меңе керәшен һәм 24 меңе типтәр бу-лып яҙылып тарихҡа инә. Әммә, артабанғы ошондай кампания-ларҙа уларҙың барыһы ла татар булып яҙыла.

Бынан тыш Союз кимәлендә халыҡты һанау, 1937 һәм 1939 (Иосиф Сталин), 1959 (Ни-кита Хрущев), 1970 (Никита Хрущев), 1979 (Леонид Бреж-нев), 1989 (Михаил Горбачев) йылдарҙа үткәрелә. Тәүге ике йылда милләттәштәребеҙ 671 мең һәм 737 мең тирәһе булһа, артабанғы ике йылда улар бер ни тиклем ара – яҡынса 892 мең һәм 935 мең. Ә 1989 йыл-да башҡорттар 1 миллион 449 меңгә етә.

СССР тарҡалғандан һуң 13 йыл иҫәп алыу уҙғарылмай.

Һуңғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу ил Президенты Вла-димир Путин булғанда үткәрелә. Был сара беҙгә ҡыуаныслы һан-дар килтерә – 1 миллион 800 мең башҡорт булыуы билдәләнә. Был һан: үҙ илебеҙҙә, ниһайәт, милләт һаны буйынса икен-се урынға күтәрелдек, тигәнде аңлата.

***

ҡағиҙә булараҡ (быны ғалим-дар ҙа раҫлай), халыҡ иҫәбен алыу уртаса ун йылға бер ойош-торола. Быйылғы 14-25 октябрҙә үткәреләсәк халыҡты иҫәпкә алыу сараһы «Рәсәй өсөн һәр кем мөһим», тигән девиз аҫтын-да үтәсәк.

Илебеҙ тормошона, уның киләсәгенә ҡағылған дәүләт масштабындағы кампанияға әҙерлек былтыр – Рәсәй Прези-денты Дмитрий Медведев ҡарар ҡабул иткәс тә башланды.

Һүҙҙе йомғаҡлап шуны әйтке килә. Үҙ балаларын хәстәрләгән әсә кеүек, дәүләт үҙ илендә күпме кеше йәшәгәнлеген, уларҙың тор-мошон, тын алышын белергә тей-еш. Сөнки, алға үҫешәм тигән ил тап шул күрһәткестәргә таянып киләсәккә үҙ планын билдәләй, иҡтисади стратегия ҡора. Шуға ла халыҡ һанын иҫәпкә алыу – дәүләт эше генә түгел, ул һер кемгә, уның киләсәгенә ҡағылышлы мөһим сара.

Сөләймән Латипов.

2010 йылдың 14-25 октябрендә Рәсәй´º халыҡ иҫәбен алыу үткәрелә.

халыš иҫәбе

һиңә лә, миңә лә ҡағыла…

«ТАМАША» №2 – 2010 9

Альмира Кәримова. Әңгәмәне нисек артист булып киттегеҙ тигән һорауҙан башлаһаң, киле-шерме?

Фәрүәз Урманшин. Әлбиттә. Мин бәләкәй саҡтан йырлай башлағанмын. Атайымдың Хәли-ҙә исемле һеңлеһе төрлө таҡмаҡтар өйрәткән, шуларҙы тиҙ генә отоп йырлап йөрөгәнмен. Мәктәпкә уҡырға барғас, тәүге уҡытыусым Рима апай Юлыҡова яңы йырҙар өйрәтте. Мәктәп, ауыл клубында уҙғарылған төрлө сараларҙа, кисәләрҙә әүҙем ҡатнаша инем. Һигеҙенсе класҡа еткәс уҡытыусыларым: «Һиңә йырсы булыу өсөн уҡырға кәрәк», – тиһәләр, әсәйем педучилищеға барырға өндәне. Әммә сәнғәтте һөйөүем көслөрәк булып сыҡты, һигеҙҙән һуң Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға килдем. Ләкин «буйы бәләкәй, тауышы ул-тырып бөтмәгән әле» тип, йыр бүлегенә алманы-лар. Әлфиә Кәримова исемле уҡытыусы:

— Буйға үҫә, тауышы ла ултырасаҡ, матур йыр-лай, алайыҡ, – тип комиссия ағзаларын өгөтләй башланы. Ришат Рәхимовты саҡырып, мине ҡурай класына уҡырға инергә тәҡдим иттеләр.

ҡурайҙа уйнай белмәһәм дә, ул донъя минең өсөн мөғжизә кеүек тойола ине. Имтихандарҙы «биш»кә тапшырып, ауылға ҡайтып киттем. Бе-ренсе сентябргә, уҡыуҙар башланғансы, һыҙғыр-та торғас, ҡурайҙа «Әпипә» һәм тағы бер нисә көй уйнарға өйрәндем. Өсөнсө курста буйға үҫеп киттем, тауышым да ултырҙы һәм миңә йыр бүле-генә күсергә тәҡдим иттеләр. Тик өсөнсө курсҡа еткәс, йәнә бөтәһен дә яңынан башлағы килмәне. Училищены тамамлап, армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, йыр бүлегенә инермен тип ҡарар иттем. Уҡып бөткәс, Белорет районы Сермән ауылына йүнәлтмә бирҙеләр. Минең иһә үҙебеҙҙең районға ҡайтҡым килде. Район үҙәгенә барып, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Барый ҡыҙы Ғимаҙие-ваға индем. Үҙемдең хәлдәрҙе, теләктәрҙе аңлат-тым, ул ярҙам итергә вәғәҙә итте. Шулай итеп,

үҙебеҙҙең район үҙәгендә эш башланым. Ике ай са-маһы ваҡыт үткәс, гәзит биттәрендә Өфө сәнғәт институты халыҡ йырҙарын башҡарыусылар бүлеге асҡан, уҡыусылар ҡабул итә тип яҙылған иғлан күреп ҡалдым. Шул көндә үк бөтә доку-менттарымды йыйҙым да, бер кемгә лә әйтмәй, Өфөгә юлландым.

Институтта мине иң тәүҙә йырлатып ҡараны-лар, һуңынан конкурс үткәрҙеләр. Уҡырға инергә теләүселәр күп ине. Хатта сәнғәт училищеһының йыр бүлеген тамамлап килеүселәр ҙә бар. Ни бары өс кеше ҡабул итеүҙәре асыҡланды. Кәйефем төштө. Конкурстан үтмәҫмен инде, тип борсолдом. Комис-

Республика конкурстары лауреаты, телерадиокомпания дикторы, популяр йырсы Фәрүәз Урманшин менән Альмира Кәримова әңгәмәләшә

ижади портрет

Фәрүәз УРМАНШИН

Хыялдарым ашты тормошҡа

Фәрүәз Урманшин. 2008 йыл

«ТАМАША» №2 – 201010

Фәрүәз УРМАНШИН

сия ағзалары йырсыларҙы тыңлап бөткәс, кемдәр уҡырға алына, шуларҙы саҡырабыҙ, тип, кори-дорҙа көтөргә ҡуштылар. Бер аҙҙан иң тәүгеләрҙән булып Баймаҡтан Рәил Хәсәнов исемле егетте саҡырҙылар. Уның менән әңгәмә үткәрҙеләр. Икен-се булып Фирүзә инде. Был юлы мин бөтөнләй өмөтөмдө өҙөп, башымды түбән эйеп, сығыр яҡҡа атланым. Шул саҡ «Урманшин!» тип ҡысҡырған тауыш ишеткәндәй булдым. Яңылышҡанмындыр тип, юлымды дауам иттем. Йәнә фамилиямды ише-теп, артыма әйләнеп ҡараһам, ысынлап та мине саҡырғандарын аңлап, йүгерә-атлай комиссия ағзалары эргәһенә барып индем.

Әңгәмә ваҡытында тиҙ арала районға ҡайтып, эш урынынан документ алып килергә ҡуштылар. Ә мин юлламаға ярашлы өс йыл эшләргә тейешмен. Нисек итеп Әлфиә Барый ҡыҙына инеп аңлатырға тип борсола башланым. Әммә эш эшләнгән, до-кументтар кәрәк. Уңайһыҙланып ҡына мәҙәниәт бүлеге начальнигына инеп:

— Әлфиә Барыевна, мин институтҡа, халыҡ йырҙары бүлегенә уҡырға инеп ҡайттым, – тигәс, ул аптырап китте. Бер аҙҙан:

— Уҡырға теләгең, маҡсатың булғас, әлбиттә, бер ҡаршылығыбыҙ ҙа юҡ. Уҡы! – тип сейфынан хеҙмәт кенәгәһен биреп, уңыштар теләп, оҙатып ҡалды.

Шулай итеп, көҙ көнө хеҙмәткә алынам тип йөрөгән ерҙән, институтҡа уҡырға инеп киттем. Беҙҙең төркөмдә, әйтеп үткәнемсә, өс кенә кеше белем алды, әммә Фирүзә Солтанбаева менән икебеҙ генә тамамланыҡ. Беҙ халыҡ йырҙарын башҡарыусылар бүлегенең тәүге ҡарлуғастары.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, профес-сор Мәжит Алкин уҡытыусыбыҙ, яратҡан йырсы-быҙ Сөләймән Абдуллин консультантыбыҙ, Тама-ра Шәһитовна Хоҙайбирҙина ритмика буйынса, Кириченко Полина Владимировна концертмей-стерыбыҙ булды. Халыҡ йырҙарын башҡарыусы-лар бүлеге асылыуға Сөләймән ағай бик шатла-нып йөрөнө, беҙҙең янға ла ҡанатланып килә ине. Үҙе менән гастролдәргә лә йөрөттө.

— Сибай яҡтарына нисек барып сыҡтығыҙ?— Уҡыуҙы тамамлағас, тәүге йыл Өфөлә «Ва-

тан» корпорацияһы асҡан «Ватан» фольклор-эст-рада төркөмөндә эшләнем. Бер йыл үткәс Сибай филармонияһына эшкә саҡырҙылар. Ул асылған ғына ине. Коллективта барыһы ла йәштәр һәм таныштар булыуына шатландым. Филармония ул заманда әлеге һымаҡ мөһабәт бинала ултырмай, ә «Строитель» клубының ике-өс кенә бүлмәһенә урынлашҡайны. Хакимиәт башлығы мәҙәниәтте, сәнғәтте яратҡан һәм аңлаған етәксе Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтов ине. Ул арти-старҙы фатирҙар менән тәьмин итте, бигерәк тә йәш башҡарыусыларҙы төрлө яҡлап ҡурсаланы, уларға ижади мөмкинселектәр асты. Мин фи-лармонияла эшләй башлағас та, тәүге йылда уҡ өйләндем. ҡатыным Алһыу менән бер уҡыу йор-тонда уҡығайныҡ. Улыбыҙ тыуғас, Сибай театры-ның директоры Дамир Мәжит улы Ғәлимов:

— Әйҙә, театрға күс. Беҙгә йырлаған артистар кәрәк. ҡатының менән бергә эшләрһегеҙ, уңай-лыраҡ та булыр, – тип театрға эшкә саҡырҙы.

Сәнғәт институтында актер оҫталығы дәрестәре уҡытылһа ла, миңә ул донъя әлегәсә билдәһеҙ бер сер ине. Шул серлелек үҙенә ылыҡтырғандыр, күрәһең, эшләй башланым. «ҡоҙаса» музыкаль комедияһы театр сәхнәһендә бер йыл бара ине һәм Басир ролен уйнаған актер Альберт Салауатов китеү сәбәпле, миңә уны ал-маштырырға тәҡдим иттеләр. Спектаклде залдан ҡарап ултырыуы ғына еңел икән! Беҙ бит сабый

Фәрүәздең атаһы Фәрғәт Килмөхәммәт улы һәм әсәһе Рәшиҙә Ғиниәт ҡыҙы Урманшиндар.

1970 йыл

«ТАМАША» №2 – 2010 11

Фәрүәз УРМАНШИН

саҡтан Сибай театры ҡуйған тамашаларға мөкиббән булып үҫтек. Әммә был юлы ваҡыт ҡыҫынҡы булыу сәбәпле, ҙур күләмле тексты ятлауы һәм об-раз өҫтөндә эшләүе ауыр булды. Йырҙары ла академик планда ижад ителгәйне. Халыҡ йырҙары бүлегендә уҡығас, спектаклдәге диапазонлы йыр ҙарҙы кинәнеп башҡарҙым. Әммә образға инеп китеүе генә ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы. Репетиция мәлендә тырышып-тырышып та, об-разға инеү бер нисек тә һөҙөмтә бирмәһә, ҡайһы саҡ: «Булмай минән», – тип ҡул һелтәп сығып киткән саҡтарым да булды. Әммә Рәмилә Сәлимгәрәева, Риф Сәйфуллин һымаҡ тәжрибәле артистар мине ты-нысландырып, ярҙам итеп, ҡур-салап торҙо. Ролгә инеп киткәс, беҙҙең төркөмдө Белорет районына гастролгә ебәрҙеләр. Был спектаклде ҡарарға күренекле композиторыбыҙ Заһир ағай Исмәғилев та махсус саҡырылғайны. Тамашанан һуң бөйөк шәхес беҙҙең менән осра-шып, ҡәнәғәтлеген белдерҙе. «Опера әҫәрен дра-ма сәхнәһенә оҫта итеп яраҡлаштырғанһығыҙ, бигерәк тә йәш егеттең моңло итеп йырлауы һоҡландырҙы», – тип миңә ишаралап маҡтау һүҙе әйтеүе күңелемә дәрт, иңдәремә ҡанат өҫтәгәндәй итте.

Тәүҙә сәхнәгә сығып уйнауы ауыр ине, тора-бара, үҙем дә образды тулыландырыу өсөн төрлө буяуҙар, характерлы һыҙаттар таба башланым, маҡсатымды һәм ролемде аңлап алдым. Колле-галарым да кәңәштәре, илһамлы һүҙҙәре менән дәрт өҫтәне. Режиссерға: «Нисек һеҙ шундай ҙур ролде үҙегеҙ белмәгән кешегә ышанып тап-шырҙығыҙ?» – тип шик белдереүселәр ҙә булды. Улар хаҡлы. Сөнки сәнғәт институтында уҡыһам да, актер оҫталығы дәрестәрен өҫтәмә рәүештә генә бирәләр ине бит. Практик тәжрибәм, ысын-лап та, юҡ ине. Шулай ҙа, шөкөр, юғалып ҡалма-ным, режиссерҙың ышанысын аҡланым.

— Актер өсөн яратмаған роль юҡ, тиҙәр. Һинең яратҡан, йә яратмаған ролдәрең булдымы?

— Ролеңде аса алмаһаң, йә образға инә ал-маһаң, ысынлап та, роль яратмаған һымаҡ тойо-

ла башлай. Әгәр ҙә инде аңлап, образға инеп уй-нарлыҡ мөмкинлектәр табылһа – роль яҡын һәм ҡәҙерлегә әүерелә.

Үҙем бөтә ролдәремде лә яратып башҡарҙым. Сөнки күберәк музыкаль комедияларҙа, йыр-лы-моңло ғашиҡ ир-егет ролдәрен уйнарға тура килде. Драматик образдарҙы ла күп кенә уйна-ным. Шөкөр, яңынан-яңы ролдәр биреп торҙолар. Әлбиттә, былар барыһы ла минең ижади актер-лыҡ оҫталығымды байытты ла, үҫтерҙе лә.

Гөлшат Әхмәтҡужинаның «Абыстай» дра-маһында (режиссеры – Сәлихйән Әфләтунов) Ғайса ролен яратып уйнаным. Рәлиф Кинйәба-евтың «Гүргә инер сер ине» драмаһында Фәнил роле лә тетрәндергес һәм ҡатмарлы һынауҙарға дусар булған ир-егет яҙмышы хаҡында ине.

Рифҡәт Исрафилов беҙҙең театрҙа «Дон Жуан» әҫәрен сәхнәгә ҡуйҙы һәм миңә Дон Карлос ро-лен бирҙе, ә Дон Жуанды Олег Ханов һәм Риф Сәйфуллин уйнаны.

— Әйткәндәй, режиссерҙар тик үҙ фекерен генә дөрөҫ, мөһим тип раҫларға күнеккән. Һиңә шундай холҡло режиссерҙар менән эшләргә тура килдеме?

— Спектаклде режиссер ҡора. Шуға күрә лә актер уның фекеренән тайпылмаҫҡа тейеш. Әммә актер үҙ ролен асырлыҡ буяуҙар табып режиссерға әйтә икән, бер насарлыҡ та күрмәйем. Шулай ҙа

Сәнғәт институтының халыҡ йырҙарын башҡарыусылар бүлегенә уҡырға ингәс. Һулдан уңға: Рәил Хәсәнов, Мәжит Алкин,

Сөләймән Абдуллин, Фирүзә Солтанбаева, Фәрүәз Урманшин. 1990 йыл

«ТАМАША» №2 – 201012

Фәрүәз УРМАНШИН

режиссер менән бәхәскә ингән осраҡтар ҙа ки-леп сығыуы ихтимал. Был саҡта инде ниндәйҙер компромисҡа киләһең. Күп осраҡта режиссерҙың хаҡлы булғанлығына инанаһың.

Рифҡәт Исрафилов менән эшләүе күңелдә яҡшы хәтирәләр ҡалдырҙы. Сөнки ул ерле юҡтан тауыш күтәреп, ҡысҡырынып бармай. Матур итеп күрһәтә лә, аңлата ла белә. Үҙең дә һиҙмәҫтән ул һине – актерҙы яйлап-яйлап аса.

Дамир Мәжитович Ғәлимов менән дә эшләүе оҡшай ине. Ул тәүҙә актерға: «Төрлөсә-төрлөсә эшләп ҡарағыҙ», – тип тулы ирек бирә. Һуңынан, инде ролдең килешкән урындарын алып, ки-лешмәгәндәрен ҡалдырып, йыя башлай.

— Йыр донъяһын ташлап, актер булып китеүе үкендермәнеме?

— Юҡ. Йыр сәнғәтенән айырылманым бит. Шөкөр, уйнаған һәр ролем йырлы ине. Ә театрҙы бәләкәйҙән яратҡайным. Сибайҙан да, Өфөнән дә спектаклдәр менән ауылға килә торғайны-лар. Һәр спектаклде йотлоғоп, хыялдарға сумып ҡарай инем. Театр донъяһы яйлап үҙенә тарта ине. Училищела уҡығанда, хатта театр йүнәле-шенә күсәйемме икән тип тә уйлағайным. Шу-лай ҙа йыр миңә яҡыныраҡ. Театрҙа эшләгәндә беҙ даими рәүештә концерттар ҙа ҡуйҙыҡ. Сөнки Юлай Үҙәнбаев, Фәнил Кинйәғолов (ҡурайсы), Алһыу Бәхтиевалар менән бергә спектаклдәрҙән өҙөктәр индереп, бик матур концерт программа-лары менән сығыш яһап, республиканың төрлө райондарына гастролдәргә лә йөрөнөк.

— Әммә, Фәрүәз актер, Фәрүәз йырсы бөгөн бөтөнләй икенсе юҫыҡта, телерадиокомпанияла диктор булып эшләй. Быны нисек аңларға?

— Бәләкәй саҡта миңә артистар әкиәт донъяһында йәшәгән фәрештәләр һымаҡ то- йолһа, телевизор, радио дикторҙарына ҡарап, үҙемде шулар урынында хис итеп, хыялдарға сума торғайным. Гәзит-журналдарҙағы мәҡәләләрҙе дикторҙарға оҡшатып уҡырға тырыша инем. Ал-лаға шөкөр, бөгөн килеп бала саҡтағы хыялдарым тормошҡа ашты, тип шатланам ғына.

Бала саҡтағы бер мәҙәк хәлде һөйләйем әле. Әсәйем оҙаҡ йылдар алдынғы һауынсы булды. Мин мәктәпкә бармағанмын. Бер мәл әсәйем (әллә премия итеп биргәндәр, әллә һатып алған) өйгә ҡайҙандыр «Серенада» исемле радиоалғыс алып ҡайтты. Мине радио эсендә нисек йырлап ул-тырыуҙары ҡыҙыҡһындырҙы. Эсен асып ҡарағым килде. Беҙгә минән дүрт йәшкә өлкән Әхәт исемле

ағайым килгәйне. Уның менән икәүләшеп радионы ҡутара башланыҡ. Ләкин эсендә йырсы күренмәне. Әсәй әрләгәндерме, юҡмы, хәтерләмәйем. Әммә радиоалғысты ҡабат эшләтеп булманы. Сәхнә донъяһынан үҙемде айырылғанмын тип иҫәпләмәйем. Сөнки төрлө концерттарҙа ҡатна-шам, театрҙарға спектаклдәр ҡарарға йөрөйөм. ҡайһы саҡ, «эх, ошо урында мин ошолайыраҡ уй-нар инем», тигән уй килеп инә.

Тәүҙә мин телевидениела диктор булып эшләнем. Бер көндө радиола бер диктор сирләп киткәс, ваҡытлыса уның урынына саҡырҙылар. Студияға ҡурҡа-ҡурҡа ғына инеп ултырҙым. Уҡып сыҡҡас: «Тауышың радиоға бигерәк киле-шеп тора», – тип дәрт өҫтәп, эшкә саҡырҙылар. Радиола тапшырыуҙар алып барыу, радио тыңлау-сылар менән аралашыу, телефон аша бәйләнешкә инеү оҡшай. Күңел биреп эшләйем.

— Әгәр Өфө театрҙары эшкә саҡырһа? — Театр донъяһын яратам, әлбиттә. Әммә

йыр сәнғәте һәм бөгөн эшләгән эшем күңелемә нығыраҡ ҡәҙерле. Шуға театрға бары тик тамаша-сы булараҡ ҡына барырмын, тип уйлайым.

— Фәрүәз, һин дикторлыҡ эшенән тыш концерттар менән дә шөғөлләнәһең. Яңыраҡ ҡына Милли йәштәр театрында шаулатып-гөрләтеп уҙғарған концертың хаҡында һөйлә әле. Ул, моғайын, хыялың-маҡсатыңдың тормошҡа ашыуылыр бит. Ғөмүмән, программаңдың авторы кем? Ниндәй артистар ҡатнашты?

— Ысынлап та, концерт ойошторорға тигән план күңелдә оҙаҡ йәшәне. Әммә теге йәки был мәшәҡәттәр менән ул кисектерелеп килде. Һәм ниһайәт, Хоҙай тарафынан концертымды үткәреү мөмкинлеге бирелде. Йырлы-моңло туғандарым ды йыйып Юлай Үҙәнбаев һәм ул етәкләгән академия театры оркестры ярҙамын-да, программа төҙөп, концерт ҡуйырға ҡарар иттек. Ағайым Рәмис Мәғәфүр улы Урманшин (ул Салауат районы хакимиәте башлығы урын-баҫары) бик матур, моңло йырланы, Фәнил Кинйәғолов (беҙ уның менән яҡын туғандар, сәнғәт училищеһында ла, институтында ла бер-гә уҡыныҡ, филармонияла ла, театрҙа ла бергә эшләнек) ҡурайҙа уйнаны, уның тормош иптәше Зилара матур итеп йырланы. Әйткәндәй, Фәнил Хәбибуллин Ғафури районында мәҙәниәт бүле-ге етәксеһе булһа, Зилара – уҡытыусы. Илшат ҡустым оҫта итеп бейене. Ә Өфөнән йырсы, ба-янсы Иҙел Нурғәлин ҡатнашты.

«ТАМАША» №2 – 2010 13

Фәрүәз УРМАНШИН

Шуныһын да өҫтәп әйтеп үтәйем, әле барлап үткән туғандарым менән иң тәүҙә Ғафури рай-онында сығыш яһағайныҡ. Тамашасы концертты йылы ҡабул итте. Һәм программабыҙҙың сцена-рийын тағы ла күркәмерәк, байыраҡ итеп эшләп, Өфөлә сығыш яһарға булдыҡ.

Баш ҡалабыҙҙың Милли йәштәр театрында уҙасаҡ концертҡа алып барыусы итеп театрҙан Арыҫлан Йәнбәковты саҡырҙым. Юлай Үҙәнбаев, Академия театрының оркестры, Резеда Әминева менән бергәләп матур ғына концерт күрһәттек.

— Тимәк, хыялдарың бойомға аша?— Шулай тип уйлайым. Әммә һуңынан, кон-

церт тамамланғас, дуҫтарым, театрҙан күре-нештәр, монологтар индереп ебәрһәң, тағы ла йәмлерәк булыр ине тигән теләк, тәҡдимдәр әйтте. Киләсәктә бөтәһен дә күҙ уңында тотоп, өр-яңы программа эшләргә тигән ниәт бар.

— Киләсәктә үҙеңдең йыр студияһы асыу теләгең бармы?

— Бар, әлбиттә. Әммә бөгөн генә үҙемдең сту-диямды ойоштороу һәм етәкләү мөмкинлеге сик-ле тиһәм дөрөҫөрәк булыр.

— Журнал уҡыусыларын тыуған яҡтарың, ата-әсәйең, ғаиләң менән дә таныштырып үтһәң һәйбәт булыр ине.

— Мин матур тәбиғәтле Ғафури районының Юлыҡ ауылында тыуғанмын. Ауылыбыҙ эргәһе-нән сылтырап саф, таҙа һыулы Еҙем йылғаһы аға. Алдараҡ әйтеп үткәйнем, әсәйем алдынғы һауын-сы, ә атайым комбайнсы булып эшләне. Бөгөн икеһе лә хаҡлы ялда.

Ғаиләлә биш бала үҫтек. Мин иң өлкәне. Өс һеңлем, ҡустым бар. ҡустыма әле 25 йәш, унан башҡалары барыһы ла ғаиләле.

Ғаиләбеҙҙә сәнғәт юлын һайлаусылар бул-маһа ла, барыһы ла матур, моңло тауышлылар. Атайымдың атаһы Килмөхәммәт ҡартатайым да йырға маһир ине. Йәш сағында йырлаған да, спек-таклдәрҙә лә уйнаған. Шәмсениса өләсәйем йәш ваҡыттарын иҫләп йыш ҡына бер ҡыҙыҡ хәлде һөйләй торғайны, быйыл мәрхүмә булып китте.

ҡартатайым сәхнәлә «Ғәлиәбаныу» спек-таклен уйнаған саҡта Ғәлиәбаныуҙы ҡосаҡлап торған (унда шундай күренеш бар). Өләсәйем сәхнәләге хәлде ысын итеп ҡабул иткән. Бына бит ул сәхнәнең илаһи ышандырыу көсө ниндәй! Асы-уы килеп аяғындағы калушын сисеп сәхнәләге иренә алып бәргән дә, илай-илай өйөнә ҡайтып киткән.

Миңә, моғайын да, сәхнәне яратыу, йырға оҫта-лыҡ ҡартатайымдан күскәндер. Әйткәндәй, әсәйем дә ғәжәйеп моңло тауышлы. Бигерәк тә өләсәйем-дең моңло йырын тыңларға ярата инем бала саҡта. Өйҙә эш эшләгәндә, көмөш балдаҡтарын зыңғыр-лата-зыңғырлата һауыт-һаба йыуа һәм талғын ғына, ауыҙ эсенән йырлай ине. Өләсәйемдең беҙҙе арҡанан йомшаҡ ҡына һыйпап, һалмаҡ көйләп йоҡлатҡандарын әле лә һағынып иҫкә алам.

Мин үҙем бәләкәй саҡта һарайҙың ҡыйығы башына менеп, барыһына ла ишетелһен өсөн, ҡысҡырып йырлай торғайным.

Улым Азамат та матур йырлай. Уға инде 15 йәш. Әле ул Ф. Мостафина исемендәге 20-се гимназияла һигеҙенсе синыфта уҡый. ҡатыным Гөлназ, Өфө ҡыҙы. Медицина өлкәһендә табип булып эшләһә лә, минең эшемде аңлай, хөрмәт итә. Кәрәк икән, кәңәштәрен дә бирә. Шөкөр, ма-тур ғына итеп, бер-беребеҙҙе аңлап, хөрмәт итеп донъя көтәбеҙ.

Рәлиф Кинйәбаевтың «Гүргә инер сер ине» спектакленән күренеш. Фәнил – Фәрүәз Урманшин,

Әсәй – Нурзиә Әбдрәшитова. 2004 йыл

«ТАМАША» №2 – 201014

— Фәрүәз, беҙ әңгәмә а´ағында күренекле шәхестәрҙең яратып әҙерләгән ризыҡ рецебын һорашабыҙ...

— Мин «Йәшелсә менән быҡтырылған ит» ашын яратам. Ул түбәндәгесә әҙерләнә:

1 кәбеҫтә, йоҡа итеп теленгән бер нисә киҫәк майһыҙ ит, 2 кишер, ярты килограмм картуф, 1–2 татлы борос, тоҙ, ҡара борос.

Кәбеҫтә япраҡтары менән бәләкәй ҡаҙандың төбөн һәм ситтәрен ҡаплап сығырға ла, йоҡа

итеп теленгән ит киҫәктәрен һалырға, өҫтөнә тоҙ, ҡара борос һибергә. Артабан әрселгән кар-туфтарҙы 2–3 өлөшкә бүлеп һалып сығырға. Оҙонса итеп туралған кишер өҫтәргә, туҡмаслап ҡырҡылған татлы борос һалғандан һуң өҫтөн кәбеҫтә япраҡтары менән ҡапларға. ҡаҙандың ҡапҡасын ябып һүрән утта 1 сәғәт 30 минут, 1 сәғәт 40 минут тирәһе бешерергә. (Һыу, һурпа ҡушылмай.) Өҫтәлгә бешкән кәбеҫтә япраҡта-рына һалып бирелә.

Фәрүәз УРМАНШИН

Фәрүәз ҡатыны Гөлназ менән. 2009 йыл

«ТАМАША» №2 – 2010 15

(«Сулпан» балалар театрына – 50 йыл)

театр

Илһам һуты, йөрәк уты

Һүҙебеҙҙе «Сулпан» балалар театрының сәнғәт күгендә әле тоҡанып өлгөрмәгән сағынан башлау кәрәктер.

Сибай ҡалаһына нигеҙ ташы 1955 йылда һалынғайны. Бөгөн иһә ул Урал аръяғының иҡтиса-ди һәм мәҙәни үҙәгенә әйләнде. Әлбиттә, бындай үҫешкә баҡыр-көкөрт комбинаты, «Башмедь-строй» төҙөлөш-монтаж тре-сы кеүек предприятиеларҙың

ҡеүәте, мәҙәниәт һәм сәнғәт усаҡтарына йән өргән ижад ке-шеләре арҡаһында өлгәште.

ҡаланың тәүге клубы ҡә-ҙимге бер баракта асылғайны, уны һы ла урыҡ-һурыҡ ҡына эш-ләй торғайны. Йәштәрҙе эш тән һуң күңелле ялға йәлеп итеү са-раһын күрмәй тороп, сәнәғәтте лә алға этәреү мөмкин түгелле-ген етәкселәр тора-бара аңла ны, һөҙөмтәлә был йәһәт тәге эн-

тузиастарға юл асылды: Фәйзи Хафизов менән Фәйзрахман Ырыҫҡужиндар, урындағы ха-лыҡ тың мәҙәни ихтыяжына тая-нып, Баймаҡ, Сибай яҡтарында ең һыҙғанып үҙешмәкәр сәнғәт һәм драма түңәрәктәре ойош-тороу эшенә тотондо. Улар, 1955 йылдың майында Мәскәүҙә үткән Башҡорт сәнғәте һәм әҙәбиәте көндәрендә ҡатна-шып, яңы идеялар менән ҡанат-

Баймаҡ Башҡорт колхоз-совхоз театры коллективы. 1-се рәт: Сатыбалдин (шофер), Р. Салихов (декора-тор); 2-се рәт: Ф. Абдуллина (кассир), Э. Сибәғәтуллин, Б. Мәһәҙиева, Б. Абдуллин (шофер), Дурдиев (шофер),

Ниғмәтуллина (йыйыштырыусы); 3-сө рәт: Р. Зөбәйеров (Сибай халыҡ театрын ойоштороусы), З. Ханов, Г. Абыҙгилдина, М. Минлишев, Я. Абитаева, К. Бакиров, Г. Сарбаев, Н. Хәбибуллин, Б. Ниғмәтуллин (бухгалтер);

4-се рәт: Ә. Кашаева, Х. Хәйретдинов, Ф. Ишморатова, М. Шәрипов, М. Әхмәтғәлиева, Ф. Әхмәтғәлиев, Х. Ҡурсаев, Р. Ҡаһарманова, Ғ. Ирназарова, Г. Ғәлләмов, К. Хәбибуллина. 1957 йыл

«ТАМАША» №2 – 201016

театр

ланып ҡайтҡайны. Ә инде 1957 йылда республикала Бөйөк Октябрҙең 40 йыллығына ҡара-та иғлан ителгән мәҙәни сара-лар конкурсы ижади көстәрҙе тағы ла нығыраҡ дәртләндереп ебәрҙе, мәҙәниәт усаҡтарына йәш таланттар, һәүәҫкәр арти-стар ташҡын булып ағылды. Тап ошо йылда таусылар тәҡдиме менән, Баймаҡ дәүләт драма те-атры Сибай ҡалаһына күсерел де һәм ул Урал аръяғында бер-бер артлы барлыҡҡа килә башлаған үҙешмәкәр театрҙар ҙың дарман сығанағына, профессиональ оҫ-талыҡ үҙәгенә әүерелде.

Үҙешмәкәр сән ғәт түңәрәк-тәренә ылығыусыларҙың да, улар сәхнәләштергән бер акт-

лы пьесаларҙы, концерттарҙы ҡарап рухи ләззәт алырға теләүселәрҙең дә иге-сиге юҡ ине. Драма түңәрәгендә ҡат-нашыусыларҙың һаны утыҙҙан ашты, әммә унда яҙылырға хы-ялланыусылар кәмемәне, ахыр-ҙа һәүәҫкәр таланттар өсөн махсус конкурстар, бөгөнгөсә әйткәндә, кастингтар, уҙғарыла башланы. Түңәрәктән башҡорт драма коллективы үҫеп сыҡты. Әйткәндәй, был коллективтың ойоштороусыһы һәм тәүге ре-жиссеры Сибай драмтеатры-ның танылған артисы Ришат Зөбәйеров булды. Ә ваҡытын йәлләмәй, бушлай эшләгән, ха-лыҡҡа илһам һутын, йө рәк утын биреүсе беренсе үҙешмәкәр ар-

тистар кемдәр ине? Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Мәзүнә Собханғолова, һатыусылар Фәр зәнә Бәҙ ретдинова, Фа тима Йә һүҙина, уҡытыусы Римма Сәхибгәрәева, свар щик Әхәт Йә һүҙин, тирмәнсе Рафаил Бәширов, шәфҡәт туташы Клара ҡужәхмәтова, төҙөүсе Абрар Ғәтиәтуллин һәм баш-ҡалар.

Октябрҙең 40 йыллығы исе-мендәге ҡала мәҙәниәт һа райын-дағы үҙешмә кәр сән ғәт усағы байтаҡ таланттарҙы асты, ҙур сәхнәгә сығарҙы. Мәҫәлән, тау инженеры Камил Вәлиев арта-бан Мәскәү консерваторияһын тамамлап, Башҡортостан дәүләт филармонияһының солисы бу-лып китте, БАССР-ҙың халыҡ артисы исеменә лайыҡ булды. Онотолмаҫ йырсы Филүс Гә-рәев та, республика хор капел-лаһында йырлаған Ғәли Баҙам-шин да үҙешмәкәр ерлектән, ябай эшселәр араһынан үҫеп сыҡҡан таланттар.

Драма коллективының тәүге спектакле – Кәрим Тинчурин-дың «Зәңгәр шәл»ен Ришат Зөбәйеров ҡуйҙы. Ниһайәт, 1961 йылда, ижади маһирлығы, сағыу спектаклдәре, әүҙемле-леге менән үҙ төбәгендә генә түгел, республика смотрҙарын-дағы сығыштары менән тотош илдә лә танылыу алған Сибай үҙешмәкәр драма коллективына халыҡ театры исеме бирелде һәм был театр яңы сифатында Урал аръяғында тәүге ҡарлуғас бул-ды. (Баймаҡ драма коллективы иһә халыҡ театры булыуға 1967 йылда иреште). Коллективтың ошо юғарылыҡҡа өлгәшеүенә күп көсөн, дәрт-дарманын һалған Файза менән Фәйзи Ха-физовтарға ошо тәңгәлдә айы-рым рәхмәт әйтке килә.

Тора-бара Сибай халыҡ те-атрына яңы көстәр, белгестәр

Ю. Закиров, «Яусылар». М. Бикҡолов, Ғ. Ирназарова – БАССР-ҙың атҡаҙанған

артисткаһы. 1974 йыл

«ТАМАША» №2 – 2010 17

театр

килә башланы. ГИТИС-ты та-мамлаған Шәүрә Кулибаева, уның ире, иҫ киткес оҫта баянсы Ирек Баҡаевтар төп ролдәрҙе башҡарып, тамашасыларҙың кү ңелен яуланы. Ғөмүмән, был төбәктең үҙ таланттарын ғы на түгел, ситтән килгәндәрҙең дә һәләтен аса, баһалай һәм үҫтерә белеүе, ҡанат ҡуйып мәркәзебеҙ Өфө гә «осора» торған матур традицияһы бер кемгә лә сер түгел. Әүәл дә шулай ине, әле лә шулай. Халыҡ театрының тәүге йылдарында артист, һуңғараҡ баянсы булып дан алған Мар-сель Хоҙайғолов дәүләт драма театрына күсте. Уның урынына Рәшит Һөйәрғолов һоҡланғыс тауышлы ҡатыны Нурия менән килеп театрҙы моңға байыт-ты. Н. Һөйәрғолованы халыҡ «икенсе Фәриҙә ҡудашева» тип йөрөтә торғайны.

Мәхмүт Бикҡолов хаҡын-да нисек әйтмәй китәйем, ти? Өфө сәнғәт училищеһын та-мамлап килгән йәш егет ак-

тер, музыкаль яҡтан биҙәүсе булып эшкә алынды. Һәүәҫкәр композитор ҙа ине, яҡташы-быҙ Гәрәй Исхаҡовтың «Әсә күңеле балала», күренекле дра-матургтар Әсғәт Мирзаһитов-тың «Һалдат улы», Нәжиб Асанбаевтың «Аҡ сирендәр» пьесаларына музыка яҙҙы.

Әлбиттә, һәр ижади усаҡ кеүек, Сибай халыҡ театры-ның да берсә күтәрелеш, берсә төшөнкөлөк осорҙары кисергән саҡтары булды. Етмешенсе йылдар башында бар тирә-яҡ ауылдарға, күрше райондарға спектаклдәр күрһәтеп, концерт һәм лекциялар менән сығыш яһап мәҙәниәт нуры таратҡан коллектив ул осорҙағы етәксе партия органдары тарафынан тәнҡит утына алынды: башҡорт, татар авторҙары менән генә эш итәләр, тар милли ҡалыптан сыға алмайҙар, йәнәһе. Интер-национализм сәйәсәте сәскә атҡан, ғәмәлдә урыҫлаштырыу юлына баҫҡан мәл ине, хат-

та ки башҡорт мәктәптәрендә уҡытыу руссаға күсә башлағай-ны. Әйтерһең, үҙ телен яратҡан, белгән һәм шул телдә уҡыған, һөйләшкән кеше интернацио-налист була алмай? Тап шул ҡатмарлы заманда театрҙың режиссеры булып талантлы ак-тер, оҫта ойоштороусы Дамир Ғәлимов эшләй башланы. 1972-1982 йылдар халыҡта әле лә «Ғәлимов осоро» тип йөрөтөлә. Артабан, Сибай халыҡ теат-рының элекке данын, абруйын кире ҡайтарғас, Д. Ғәлимов ҡала Советы мәҙәниәт бүле-ге мөдире булып эшләне һәм төбәктә тотош сәнғәт усағын дөрләтеп ебәрҙе. 1987 йылда уны бөгөнгө эш төйәге – Си-бай башҡорт дәүләт академия драма театрына директор итеп саҡырҙылар. Сибайҙар иһә ул ҡуйған «Рамай»ҙы (Г. Зәйнәше-ва), «ҡарлуғас»ты (Б. Бикбай), «Ашҡаҙар»ҙы (К. Аҡбаш), «Ул ҡайтты»ны (Ә. Атнабаев) һаман иҫләйҙәр, һағыналар, һәр яңы

Сибай халыҡ театры коллективы. 1980 йыл

«ТАМАША» №2 – 201018

театр

ҡуйылған пьесаны шул юғары-лыҡтан тороп баһалайҙар. Ә инде Д. Ғәлимовтың «Ғәлиәба-ныу»ҙа – Хәлил, Нурия Һөйәр-ғолованың – Ғәлиәбаныу булып уйнауын улар, моғайын, бер ҡасан да онотмаҫ.

«Ғәлимов осоро»нан һуң те-атрға режиссер булып Земфира Ғөзәйерова килде. Тоҡанды-рылған усаҡты һүндермәй, яу-ланған үрҙе ҡулдан ысҡындыр-маҫ өсөн ул ҙур көс һалды. Унан һуң эш башлаған Хәниф Са-фин да шул уҡ сәм менән янды, ГИТИС-та алған һөнәри беле-ме, актерлыҡ тәжрибәһе ныҡ ярҙам итте, әлбиттә. Ул тама-шасылар хәтерендә «Таһир һәм Зөһрә» (Д. Бурнаш), «Мөхәббәт һәм нәфрәт» (З. Биишева), «Әминбәк» (И. Йомағолов), «Аҫылйәр» (М. Фәйзи) спек-таклдәрен ҡуйып ҡалдырҙы. «Аҫылйәр»ҙә актриса Фәнүзә Сафинаның (Ләлә образы) сағыу таланты асылды.

Халыҡ театрының һулышы шулай яңырып торҙо, репер-туары байый барҙы, сәхнәлә яңынан-яңы йондоҙҙар ҡабын-ды. Шул йондоҙҙарҙың бе-

реһе – Мәҙүнә Ишбулатова. «Йәнгүзәй» фольклор ансам-блен ойоштороуы менән дә Си-байҙарҙың һөйөүен яуланы. 2002 йылда «Йәнгүзәй»гә халыҡ ан-самбле исеме бирелде.

Заман башҡа, заң башҡа тигәндәре халыҡ театрына ла килеп ҡағылды. Үҙен, репертуа-рын һаҡлап ҡалыу өсөн коллек-тив хужалыҡ иҫәбенә күсте һәм уңышлы эшләүен дауам итте. Әммә, 90-сы йылдар аяуһыҙ матди ҡыҫымға алғас, ҡалала көслө, ифрат популяр Сибай дәүләт драма театры ла булғас, халыҡ театры балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе мәҙәниәткә йәлеп итеү маҡсатына хеҙмәт итер йәш тамашасы театр-студияһына әйләндерелде.

Ахырҙа, 30 йыл һуҙымын-да тәжрибә туплаған, халыҡ араһында лайыҡлы абруй яу-лаған коллектив «Сулпан» ба-лалар театры булып ойошто һәм 1996 йылда дәүләт стату-сы алып, тағы ла олораҡ яуап-лылыҡ тойоп эшләй башланы. Ни тиһәң дә, балалар – иң та-лапсан, ҡыҙыҡһыныусан һәм сәнғәт йоғонтоһона мөкиббән

бирелергә һәләтле аудитория. «Сулпан»дың артабан респуб-лика мәҙәниәт министрлығы ҡарамағына күсерелеүе иһә фи-нанс ҡытлығынан ҡотҡарҙы, ижад офоҡтарын киңәйтеүгә юл асты.

Республикала берҙән-бер «Сулпан» дәүләт балалар дра-ма театры – Урал аръяғында ғына түгел, ә тотош ил сәнғәте күгендә балҡыған сағыу йондоҙ ул. Бынан ярты быуат элек тау-сылар төбәге – Сибай ҡалаһын-да тыуған, халыҡ театрҙарының бай тәжрибәһен туплап, күркәм традицияларын дауам итеп, за-манса яңыртып, үҙ йөҙөн, үҙ та-машасыһын тапҡан талантлы, романтик һулышлы, ижади сәм менән йәшәгән коллективтың киләсәге тағы ла яҡтыраҡ бу-лып күҙ алдына килә.

Рамазан Үтәғолов.

Мөхәрририәттән: Респуб-лика «Сулпан» балалар теат-рының бөгөнгө йәшәйеше, тын алышы, уңыштары һәм пробле-малары хаҡында журналдың киләһе һанында уҡырһығыҙ.

Сибай халыҡ театры. 1993 йыл

«ТАМАША» №2 – 2010 19

Беренсе сәхнә

Шаршау ябыҡ. Хәрби кейемдә бер егет сыға, артынан борғосо эйәргән.

Военком. Борғосо, йый!

Борғосо борғоһонан ҡысҡырта.Хәрби хеҙмәткә алыныусылар сығып теҙелә – ун-ун ике егет. Иң ситкә бәләкәй малай баҫа.

(Бәләкәй малайға.) Һиңә иртә әле. Малай. Минең олатайым һуғыш ветераны. Ә

мин уның ейәне. Военком. Улай булғас, баҫ!

Музыка. Залға ветерандар үтә. Уларҙы балалар етәкләп индерә,

ветерандарға сәскә бирәләр, ултырталар.

Военком. Буласаҡ һалдаттар, ветерандарҙы хөрмәт итеп честь бирергә. (Честь бирәләр.) Напра-во! Шагом марш! (Сығалар.)

Икенсе сәхнә

Моңло бишек йыры ишетелә.Әкрен генә шаршау асыла. Бәүелсәк-сәңгелдәктә ир

бала йоҡлай. Ул әллә йоҡлай, әллә хыяллана. Төш күрә – шарҙар, ҡурсаҡтар, уйынсыҡ аттар,

машиналар... Балалар уларҙы туҙҙырып, баҫтырып уйнай. Бишек йыры аҫтында саф көлөүҙәре көмөш

ҡыңғырау кеүек сыңлай. Йыр тамамланыуға Малай яңғыҙы ҡала. Тылсымлы көй һәм серле уттар бергә ҡушыла... Ут стенаға эленгән фотоларға төшә.

Ағас рамдарҙа иҫке документаль фотолар. (Бөтә райондан документаль фотографиялар йыйып алына һәм, ҙурайтылып, артҡы экранда күрһәтелә.)

Фотоларҙа – гимнастерка кейгән ир-егеттәр, фуфайкалы, кирза итекле ҡыҙҙар. Фотолар ҙурая һәм

экранға әүерелә. Гүйә фотолар терелә... Баланың күҙ алдынан йәш ҡыҙҙар-егеттәр ауыл

бейеүен бейей-бейей үтә... Һуғышҡа тиклемге ҡыҙҙар- егеттәр бейеүе – колхоз көйҙәре.

Малай кемделер эҙләй.

Малай.— Һин кем?— Мин һинең өләсәйең, балам.— Ә нишләп һин йәп-йәш!?— Күңел ҡартаймай ул, балам. Кеше күңеле гел

йәш.(Фотонан хәрби кейемдә йәш ир-егет «сыға»,

миҙалдар тағылған китель кейгән.)— Ә һин кем?... — Был һинең олатайың!— Мин һине күргәнем бар.— Маладис, танының. — Миҙалдарыңды тағып ҡарайыммы? Әсәйем

рөхсәт итмәй, ә улар миңә оҡшай.— Һиңә лә килешеп тора миҙалдар.— Улар шундай матур сыңлай. — Тылсымлы ул сың, балам. Тыңла, ни тип

сыңлай улар?

Миҙалдар сыңлай. Һауала тантаналы-күңелле миҙал сыңы.Уларға һуғыш осоро йырҙары ҡушыла.

Вокаль ансамбль – колхоз йыры. ҡыҙҙар йырлап инә.Егеттәрҙең күмәк бейеүе.

Өсөнсө сәхнә

Музыка үҙгәрә. Һуғыш башланыуы иғлан ителә.

Совинформбюро белдереүе. Левитан тауышы.

— Началась Великая Отечественная война...

Экранда һәм сәхнәлә – ир-егеттәр поход кейемендә, ҡыҙҙар оҙата. Моңло көй.

Кинәт фронт хаттары өйөрмәһе ҡуба – хаттар элекке көйҙәргә вальс әйләнә, аҡ-ҡара хаттар бейеүсе

егет-ҡыҙҙар өҫтөнә яуа. Кемдер аҡ хаттарҙы уҡый,

сценарий

Салют, Бөйөк Еңеү! (сценарий)

«ТАМАША» №2 – 201020

сценарий

шатлана. Ә ҡара хат тотҡандары, ҡайғынан бөгөлөп, яулыҡ осон сәйнәй... Һалдат хатынан өҙөк яңғырай.

Ике ҡатын – аҡ кейемдәге ҡатын менән ҡара кейемдәге ҡатын башҡорт халыҡ йырҙарын йырлай.

Йыр. «Үтәһең дә ғүмерем...» менән «Гөльямал».

Дүртенсе сәхнә

Экранда Банат Батырова портреты.

Банат Батырова (рам аша атлап сыға. Хәтерләү). Иремде һуғышҡа оҙата алманым мин. Уға кинәт по-вестка килтерҙеләр. Миңә иртүк эшкә. Баҫыуҙа баш ҡалҡытмай өлгөрөргә тырышабыҙ. Ул баҫыу яны-нан ат менән сабып үтеп китте. Хушлашырға тип кенә боролғандыр инде. Күҙҙән юғалғансы артына ҡарай-ҡарай ҡул болғай, ниҙер ҡысҡыра-ҡысҡыра... (Ир-егеттәр һуғышҡа китә. Баҫыу буйлап ҡатын-дар йүгерә.) Шулай китте. Уны йәлләүемдән, үке-неүемдән бер ни ишетерлек хәлдә түгел инем. Ошо әрнеүем ғүмер буйы утлы төйөр шикелле йәнемде яндырҙы. Гектар-гектар сөгөлдөр үҫтерҙем, тау-тау сөгөлдөр таҙартып тапшырҙым. Тик күңелемдәге һағышты бер нисек тә баҫа алманым.

Малай. Мин һеҙҙе беләм, Банат инәй. Һеҙҙең һүрәтегеҙ музейҙа бар, тағы ла китапта бар. Һеҙ – Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе Социалистик Хеҙмәт Геройы Банат Батырова.

Банат Батырова. Эйе, мин Банат Батырова. Һуғыш башланырҙан алда ғына Үтәгән ауылы-на килен булып төштөм. Банатым – алтын ҡана-тым, тип йырлай ине минең йәш, һылыу тор-мош иптәшем. Ысынлап та, йылдар үтте, минең күкрәгемде Алтын миҙал биҙәне. Мине – Банат Батырова тип хәтерләгәндәр, бәлки, илдә барҙыр әле. Шул ил яҙмышы, тип эшләнек, ил өсөн, тип йәшәнек. Беҙ – ил ҡатыны булдыҡ. Тормошта беҙ эшләр өсөн тыуғанбыҙ, хеҙмәт өлгөһөн күрһәтеп, социалистик дәүләт ҡоролошон данлар өсөн йәшәгәнбеҙ.

Лирик яңғыҙ йыр. (Экранда Банат Батырова бригадаһы һәм сөгөлдөрсөләр ... – документаль кадрҙар).Күмәк бейеү. Экранда һуғыш осоро кадрҙары. Бала Шайморатов генерал фотоһын һайлай.

Шайморатов рам аша атлап сәхнәгә сыға.

Малай. Генерал Шайморатов!!!. (Честь биреп тора.)

Шайморатов. Мин – генерал Шайморатов. Ағиҙел буйында Биштәкә тигән ауылда тыуып үҫтем, ил һаҡлаусы, тигән изге хеҙмәтте һайланым. Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы командиры бу-лам. ҡәҙерле яҡташтарым, Бөйөк Ватан һуғышын-да Еңеүгә алтмыш биш йыл булып киткән. Һеҙ уны байрам итәһегеҙ. Иң ҙур, иң матур байрам һанала. Рәхмәт, яҡташтарым. Матур хәтирәләр, иҫтәлектәр өсөн, балаларҙың беҙҙе белеп үҫеүе өсөн рәхмәт!

Шайморатов йырлай. Ш.Бикҡол һүҙҙҙәренә романс, Х. Әхмәтов музыкаһы «Көт һин мине...» (Экранда фотолар һәм Башкавдивизия

тураһында кадрҙар.)

Шайморатов (Малайҙы ҡосаҡлап). Яуҙа ауған яу-гир өсөн түгел, тереләр өсөн, киләсәк өсөн йәшәй ул Хәтер.

Сәхнәлә – Башҡорт халыҡ инструменттары ансамбле «Шайморатов генерал», «Ерән ҡашҡа» көйҙәрен уйнай.

Шайморатов менән Малай шул көйгә марш атлап икеһе-ике яҡҡа сыға.

Балалар бейеүе. Һәр ҡайһыһы миҙал таҡҡан. Миҙалдар сыңы.

Өләсәй. Туҡтағыҙ, туҡта, балалар! Алданма, ба-лам, һуғыш – ул миҙал түгел, уйын түгел, байрам түгел. Иң шатлыҡлы еңеү менән тамамланған һуғыш та – кеше ҡанына, кеше күҙ йәшенә батҡан ҡот осҡос фажиғә. Ошо һуғыш ҡабатланмаһын тип тырыш-тыҡ, илгә тыныс тормош һәм бәхет ҡайтыр тип йән аяманыҡ. Һуғыш менән уйнамағыҙ. Уны ҡат-ҡат телгә алмағыҙ, һуғыш тип йәшәмәгеҙ, һуғыш, тип эшләмәгеҙ. Тыныслыҡ, бәхетле балалар, ысынға ашҡан хыялдар тип йәшәгеҙ. Тик батырҙарҙы онот-мағыҙ. Улар – һеҙҙең атай-олатайҙар.

Лирик йыр «Батырҙар йыры». Һәм уға русса күмәк йыр ялғана.

Малай. Батырҙар, геройҙарға ура!!! (Балалар честь бирә, бөгөнгө ветерандарҙы сәхнәгә мендерә.)

Һуғыш ветерандары сығыш яһай.Тальян гармун тотҡан ике бабай менән ике әбей сыға.

ҡурайсы бабай менән әбей сыға.

Беренсе ҡарт. (Үҙе яҙған шиғырҙы уҡый.)

«ТАМАША» №2 – 2010 21

сценарий

Партизан йырын башҡара (акапелла)«Йома» көйөнә таҡмаҡтар әйтә.

Йәш сағымда бик яраттым,Керергә баҡсаларға ла,Йәш ғүмерҙе һатып алып Булмай аҡсаларға ла.Бейек тауҙың үрҙәрендәҮҫә тауҙың ҡылғаны.Үткәндәргә үкенмәйек –Беҙгә етә ҡалғаны.Бейек тауҙың баштарындаВиноград баҡсаһы.Беҙ үҫкәнде көткән икәнГермания батшаһы.Урамдарҙан үтеп бара, ҡайырылып ҡарай ул.Килешмәһә лә йырланым –ҡарт кешегә ярай ул.

Ветерандар тальянда уйнай, береһе бейей.Бабай ҡурай уйнай, әбейе бейей.

Егеттәр вокаль ансамбле. «Һалдатта булған, тиҙәр» һ.б.Интернациональ номерҙар.

Сюита – районда йәшәгән башҡорт, рус, сыуаш, татар халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәре.

Экранда – обелисктарҙағы исемлектәр. Балалар уларға бөгөнгө ветерандарҙың

исемдәрен теркәй.Балалар бейеү ансамбле сығышы.

ҡатын-ҡыҙ вокаль ансамбле. Һуғыш тураһында йырҙар (рус телендә)

Музыка.

Малай. Мин ҡартайымды, өләсәйемде күрҙем. Улар фотоларҙа йәшәй, миҙалдар сыңы – уларҙың йыры. (Миҙал сыңы.)

Шәриф Бикҡол шиғыры. Экранда – Еңеү Парады. Финал. Күмәк хор.

Бала сәхнә уртаһына сыға. Борғоһон ҡысҡыртып «Подъем» бирә. Йәштәр рәт-рәт теҙелеп ветерандар

янына баҫа. ҡартаталарының йәки өләсәләренең фото-ларын тотҡан балалар рәт булып теҙелә,

халыҡ араһынан йүгереп сығып баҫа, шарҙар, иген башаҡтары менән сәләмләй.

Күмәк йырға ҡушылалар.

Алып барыусы. ҡәҙерле олатайҙар, беҙҙең аҡһаҡалдар, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары... Бөгөнгө яҡты тыныс көн өсөн, мул тормош, асыҡ йөҙөбөҙ өсөн беҙ һеҙгә бурыслы, өҫтәлдәге икмәк, күңелдәге йыр өсөн беҙ һеҙгә рәхмәтле, ҡәҙерле олатайҙарыбыҙ, инәйҙәребеҙ.

Һеҙ яулаған тыныслыҡ өсөнсө быуын бишек тирбәтә, сабыйҙар бишек йырын тыңлап үҫә. Был йыр – яуҙарҙа ауғандарҙың йырлап бөтмәгән йыры, был йыр – яуҙа еңеп ҡайтҡан батырҙарҙың күктәргә олғашҡан бәхет йыры. Рәхмәт һеҙгә, оло хөрмәт менән баш эйәбеҙ!

Военком менән призывниктар теҙелә.

Военком. Равнение на ветеранов! (Теҙелешеп, честь бирәләр.) Налево!

Барыһы ла сәхнәнән сыға. Аҙаҡҡаса марш уйнай. Экран-дағы мәңгелек ут яҡтыраҡ яна.

Шаршау ябыла.

Редакциянан. Был сценарий Ҡырмыҫšалы районы өсөн махсус яҙылған. Әгәр ҡулланырға теләһәгеҙ, йөкмәткене яҡташ яугирҙар – яу һәм тыл батырҙары тураһындағы мәғлүмәттәр менән байыта алаһығыҙ.

Сәр‰әр СУРИНА.

«ТАМАША» №2 – 201022

19 апрелдә РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, режис-сер, педагог һәм һоҡланғыс шәхес Лек Вәли улы Вәлиевҡа 75 йәш (1935-1992) тулған булыр ине. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәребеҙ күңелендә ҡәҙер һәм хөрмәт йөрөткән шәхесебеҙҙе күҙенә ҡарап ололай һәм тәбрикләй алмайбыҙ. Лек Вәлиевтың йәшләй генә арабыҙҙан китеп барыуы, Башҡор-тостандың театр сәнғәте өсөн ауыр юғалтыу бул-ды. Ысынлап та, уҡыусылары билдәләүенсә, Лек Вәли улы режиссер ғына түгел, талантлы педа-гог та, ҡуйыусы (постановщик) ла ине. Актерҙың ижади асылына инә белеүсе психолог-тикше-реүсе һәләтенә лә эйә ине ул. Спектаклде тамаша иткән иң төп көс – актер, тип ҡабатларға яратты Лек Вәлиев. Актерҙың эске кисерештәренә дөрөҫ тәьҫир итә белде.

Лек Вәлиев ҡуйған спектаклдәрҙең бөтәһенә лә тәрән фәлсәфәүи мәғәнә һалынған. Матур, асыҡ итеп төҙөлгән бар ваҡиғалар аҡыл, шаяртыуҙар, бай фантазия һәм серлелек менән һуғарылып бара. Унда ҡырҡыу конфликт та, ваҡиғалар үҫеше лә, тәрән психология ла, тәбиғилек тә бар.

Лек Вәлиев баш режиссер булып эшләгән дәүерҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәскә атты һәм киң таны-лыу тапты. Был фактты бер кем дә инҡар итә ал-май. Ул замандарҙа театрҙың спектаклдәренә би-лет һатып алыуы ла ауыр ине. Ә республикабыҙҙың танылған сәнғәт һәм әҙәбиәт хеҙмәткәрҙәре – яҙыусы, шағир, драматург, рәссам, композиторҙар академтеатрҙа Лек Вәлиев менән бергә эшләүҙе оло мәртәбәгә һананы.

Лек Вәлиевич сәнғәт институтының театр фа-культетында режиссер кадрҙары әҙерләүҙә әүҙем булды. Уның педагогик эшмәкәрлеген элекке уҡыу-сылары юғары баһалай. «Театр педагогикаһын ул юғары профессионал кимәлгә күтәрҙе. Йәғни ул режиссер профессияһының технологияһын ғына өйрәтеп ҡалманы, ә һәр студентта ижади шәхес тәрбиәләне һәм үҫтерҙе. Мин ошондай остазым бу-лыуы менән яҙмышыма мең рәхмәтле», – ти А. Ло-щенков.

Лек Вәлиев 28 йыллыҡ ижади эшмәкәрлегендә театрҙарҙа Н. Асанбаев, М. Кәрим, Н. Нәжми, И. Йомағолов, М. Буранғолов, Х. Ибраһимов, И. Абдуллин, М. Садыҡованың пьесалары буйын-са 50-нән ашыу спектакль ҡуйҙы. Шулай уҡ урыҫ һәм башҡорт театрҙары сәхнәләрендә Н.В. Го-голь, А.Н. Островский, А.М. Горький, Н. Хикмәт, С. Айтматов әҫәрҙәрен сәхнәгә сығарҙы.

Ошо ҡыҫҡа ғына биографик белешмә лә ғәжәйеп киң даирәле шәхестең, әҫәрләндергес көслө режиссерҙың, остаздың, педагогтың үтә лә бай йөкмәткеле, яҡты һәм трагик яҙмышы сағыла.

Эйе, таланттар үлмәй тип, юҡҡа ғына әйт-мәйҙәр. Лек Вәли улы Вәлиев та халыҡ күңелендә мәңге тере.

«Тамаша» журналы редакцияһы.

Остаз. Шәхес. Данлыҡлы режиссер

«ТАМАША» №2 – 2010 23

Хуш, һары юрға!

пьеса

Лек ВӘЛИЕВ

Юл. Төн. Ауған аты эргәһендә Танабай яңғыҙы.

Танабай. На-а, тор, тор тим! (Сыбыртҡыһы менән һелтәнеп.) Һин нимә, аңламайһыңмы ни? Дөмөгөр гә йыйындыңмы? Юҡ! Юл ҡуймам! Тор тиҙәр һиңә, тор!.. Тфү, бүре ашағыры! (Теҙгенен ташлай, ҡаушап тирә-яҡҡа ҡарана.) Хәҙер ни алға, ни артҡа, ҡола ялан уртаһында ҡатып тор бына. Атты ла бушҡа ғына харап итәм. Юҡҡа сыҡтым мин, юҡҡа! Юҡ, барыбер ҡалмаҫ инем. Йәйәү булһа ла китер инем... ҡайнатаһы менән нисегерәк һөйләшә? Насармы, яҡшымы – мин атай кеше, иреңдең атаһы. ҡара һин уны – ғүме-рең мал артынан йөрөп көтөүселектә уҙыр булғас нимә тип партияға инергә ине һиңә? ҡарт көнөңдә барыбер елтерәтеп сығарырҙар, имеш... Мине партияға һин ҡабул итмәнең, тәтәй килен, ҡыуып сығарыусы ла һин түгел. Ул саҡ ниҙәр булғанын һин нимә беләһең? Хәҙер бөтәһе тураһында хөкөм йөрөтөүе еңел. Ә беҙҙән бөтәһе өсөн дә яуап алды-лар. Нисегерәк кенә алдылар әле. Атаң-әсәң өсөн дә, дуҫың-дошманың өсөн дә, хатта күршеңдең эте өсөн дә яуап бирә инек. Ә инде партиянан сығарғандар икән – һин уға ҡағылма! Был минең ҡайғым, киленкәй, һин уға ҡағылма!.. ҡағылма! (Аттың ыңғырашыуын ишетеп.) Һин нимә? Ойоп

киттеңме? Хәлең мөшкөлмө, ҡартлас? Хөртмө? Ғәфү ит инде мине. Һиҙмәйерәк ҡалдым шул... Һиҙмәйерәк! (Кеҫәһенән ярты көлсә сығара, уны бишмәт сабыуына һалып ваҡлай, атҡа һона.) Мә, аша. Нимә, бармаймы? Аша, аша, бәлки, аҙыраҡ хәл керер. Әкренләп кенә, яйлап ҡына ҡайтып та етербеҙ, ә? Ә унда инде әмәлен табырбыҙ, ҡар-сыҡ менән икәүләп үҙеңде нисек тә һауыҡтырыр инек әле. Нимә, Һарыгөл, шулай бирешергә бул-дыҡмы инде? Һуң төнө буйы бында ҡалып булмай бит! Әйҙә, киттек! Йә! Тор! Тора алмай шул. Тора алһа... Тәне ҡалтырай. Хәҙер усаҡ яғам, йылыраҡ булыр үҙеңә...

Сәхнә ҡараңғылана. Артҡы усаҡ ялҡыны һәм ат эргәһендә

ултырған ҡарттың шәүләһе төшә.

Тауыш. Төн. ҡараңғы төн. ҡарт кеше менән ҡарт ат. Яр эргәһендә усаҡ яна. Бер яҡтырып китә, бер ҡараңғы, бер яҡтыра, бер ҡараңғы... Юрғаһы менән бәйләнгән ғүмерен иҫкә төшөрә ҡарт. Үткән тормошон хәтерләй. Йылдар, йыл-дар, юрға юртыуы һымаҡ ҡына ашығып үткән йылдар...

Сыңғыҙ Айтматовтың повесы буйынса инсценировка

Наил Ғәйетбай эшкºрте¢ендº

Ҡатнашалар:

Танабай БакасовЧоро СаяковДжайдарИбраһимАлдановһигеҙбаевКашкатаевБектай

«ТАМАША» №2 – 201024

Лек ВӘЛИЕВ

Тояҡ туҡылдауы ишетелә. Ул көсәйгәндән-көсәйә бара, ҡапыл күмәк тояҡтарҙан ер тетрәй, геү

ҡуба: «Танабай! Танабай! Һарыгөл, Һарыгөл алды! Беҙҙекеләр еңде! Ур-р-а-а!» Тауыш әкренәйә. Айлы

кис. Ауыл сите. Халыҡ байрамдан тарала.

1-се ҡарт. Һай егет тә һуң беҙҙең Танабай! Нисәмә йылдар һуғышта йөрөнө, ә ата-баба һөнәрен онотмаған, шыу юрғаны оҫта өйрәткән.

2-се ҡарт. Исеме уның – Һарыгөл... Бындай төҫ аттарҙа һирәк була. Шуға күрә ейәнсәрем уны Һарыгөл тип атаны ла... ҡырҡмыш тай ғына ине әле ул.

1-се ҡарт. Эйе, әгәр Һары юрға булмаһа, беҙгә бөгөн еңеү тәтемәй ине. Баһаһы юҡ уның! Ундай ат өсөн элек бысаҡҡа бысаҡ киләләр ине.

2-се ҡарт. Сабыр ит... Яҡшы юрға, сибәр ҡыҙ кеүек ул. Уны ҡулға төшөрөргә теләүселәр күп була. ҡыҙ тәҡдире ниндәй – яҡшы ҡулға эләкһә – сәскә ата, ҡарап туйғыһыҙ, ә инде берәй алйот ҡулына эләкһә – шиңә. Күреп йән көйә, ә ярҙам итә алмайһың, һуң. Яҡшы ат менән дә шулай. Ба-шына етерҙәр әле, сапҡан ерендә тәгәрәр.

Тынлыҡ. Тауҙар араһынан ай ҡалҡа, баҡсаларҙа алма сәскә атҡан, ҡайҙалыр һандуғас һайрай.

Һалмаҡ ҡына тояҡ туҡылдауы яҡынлаша. Танабай тауышы:

«Тр-р!.. Һарыгөл, ошонда тор, ял ит». Бер аҙҙан үҙе күренә. Эргәнән Чоро үтеп бара.

Ул ябыҡ, йыйырсыҡлы йөҙлө, үҙенең ҡәҙимге фуфайкаһында.

Чоро. Танабай, һин нишләп бында?Танабай. Ә-ә... председатель. Бына, юрға ныҡ

йонсоно, аҙыраҡ хәл алһын тим. Чоро. Һуң әйҙә миңә, ҡунағым булырһың,

атыңды ла ҡураға бәйләп ял иттерерһең. Танабай. Һуң инде... Тауға, аттарым эргәһенә

ашығам. ҡарауһыҙ улар... Әйткәндәй, ҡасан инде берәй ярҙамсы ебәрәһең? Көнө-төнө эш, ял күргән юҡ, эйәрҙән төшөп булмай.

Чоро. Беләм, Танабай, беләм... Тимәк, алдаған булып сығам мин һине... Ярҙамсы юҡ, булмаясаҡ та.

Танабай. Нисек инде ул, булмаясаҡ? Чоро. Бына шулай... Фронтовиктар көтөүсе-

леккә бармайбыҙ тиҙәр... Сит илдәрҙә культу-ра күреп ҡайтҡандар, көтөүсе булырға инде теләмәйҙәр, танау сөйәләр.

Танабай. Ярҙамсыһыҙ нисек көтөү көтмәк кәрәк?

Чоро. Джайдарҙы беркетербеҙ. Хеҙмәт көнөнә аҙ сыҡһа ла, икәүләп күберәк эшләрһегеҙ.

Танабай. ҡулында балаһы, ниндәй ярҙамсы ти ул? Исмаһам, ҡарттарҙы ебәрмәҫ инең.

Чоро. ҡарттар эше түгеллеген һиңә әйтәһе юҡ. Һуғышҡа китеүселәрҙе алыштырып тороуҙары өсөн дә уларға ҙур рәхмәт. Ә хәҙер ауылға ҡайтып үләйек инде, тиҙәр. Дербишбайҙы хәтерләйһеңме? Эйәрендә туңып үлде, бахыр. ҡарттарҙың һуңғы теләктәренә ҡаршы килеүе оят.

Танабай. Ә һин, Чоро, әле булһа шул икәнһең. Үҙеңдең изгелегеңдән интегәһең. Бәлки, был һәйбәттер ҙә... Һуғыш төрлөһөн күрһәтте, бары-быҙға ла шулай игелекле булырға ине лә бит... Ярай, Чоро, ҡатын менән һөйләшеп ҡарармын.

Чоро. Тура килһә, үҙем барып сығырмын әле. Һөйләшербеҙ, ул аҡыллы ҡатын, аңлар... Эргәңдә ул булмаһа, күптән инде берәй ерҙә

Л. Вәлиев, «Хуш, Һарыгөл!» М. Ғафури исемендәге БДАД театры спектакле

(режиссеры – Л. Вәлиев). Чоро Саяхов – В. Сәйфуллин, Танабай – А. Мөбәрәков. 1969 йыл

«ТАМАША» №2 – 2010 25

Лек ВӘЛИЕВ

муйыныңды һындырыр инең. Үҙе нисек йәшәп ята әле?

Танабай. Нишләһен, йәшәй инде шунда, тыры-шып-тырмашып.

Чоро. Һин инде, Танабай дуҫ, миңә асыуланма! Саҡ ҡына ла бушап булмай, ҡәһәрең. Күңелдәр бу-шағансы бер ултырып һөйләшәһе ине. Нисә йыл күрешмәнек бит. Һуғыштан һуң бер аҙ еңеләйер тип өмөтләнгәйнем. Ә мәшәҡәт һаман кәмемәй. ҡайһы саҡ йоҡо ҡаса бөтөнләй, төрлө уйҙар килә башҡа. Нисегерәк хужалыҡты күтәрергә, ха-лыҡтың тамағын туйҙырырға ла, бөтә пландарҙы үтәргә... Кешеләр ҙә үҙгәрҙе, рәтлерәк йәшәргә теләйҙәр.

Танабай. Йә, ярай, миңә китергә ваҡыт!Чоро. Бәлки, ҡалырһың? Һөйләшеп ултырыр-

быҙ. Танабай. Рәхмәт. ҡала алмайым. Көтөүгә

ашығам. Хуш хәҙергә. Чоро. Хуш! Джайдарға сәләм әйт!

Иҫке, һөрөмләнгән тирмә.

Танабай (туҫтағын өрә-өрә). Ишеттеңме әле, яңы председатель ебәргәндәр?

Джайдар. Ишеттем... Ә Чоро һаман ауырыймы?Танабай. Район больницаһына алып киткәндәр

икән. Йөрәк өйәнәге тиҙәр. Джайдар. Шулай булмай... һин уның урынында

булһаң, аҡылдан яҙыр инең, йә үҙеңә ҡул һалыр инең. Һиндә бер өйөр мал ҡайғыһы, ә ул ғүмер буйына бөтәһе өсөн яуаплы булды. Хәлен белеп ҡайтыр инең... ни әйтһәң дә дуҫың бит.

Танабай. Ярай, барырмын...Джайдар. Бер юлы интернатҡа инеп улыбыҙҙы

ла күреп ҡайтырһың. Баҙарға ла ҡағылырһың, бәлки талчукта берәй нәмә осрар.

Танабай. Улайһа Һарыгөлдө эйәрләйем... Джайдар. ҡара, үҙең беләһең инде... Танабай. Бына һуңғы тапҡыр барып киләм дә,

юрғаға бүтән ҡағылмайым. Өмөтлө айғыр бу-лырға тора. ҡолондарҙы өйөр башы кеүек ҡарап йөрөтә.

Тыштан һыбайлыларҙың яҡынлашыуы ишетелә.

ҡара әле, кем килә унда?Джайдар (тышҡа ҡарап). Ферма мөдире Иб-

раһим кем менәндер.

Танабай (теләр-теләмәҫ кенә ҡуҙғалып). Килде тикшереүсе... Өнәп еткермәйем мин уны.

Джайдар. Ниңә? Былай яғымлы ғына күренә, шикелле.

Танабай. Шыма... Бер нәмә лә эшләмәй, йөрөй шунда иҫәпләп.

Джайдар. Ярай, йыйылышта тәнҡитләрһең. Бар, ҡунаҡты ҡаршыла.

Танабай тирмәнән сыға. Юлдашы менән Ибраһим күренә.

Ибраһим (ҡоласын йәйеп). Әссәләмәғәләйкүм, бе-ей!

Танабай (һалҡын ғына). Вәғәләйкүмәссәләм.Ибраһим. Иҫән-имен генә тораһығыҙмы? Ат-

тар нисек, Тан әкә, үҙегеҙ?Танабай. Һәйбәт. Ибраһим. Аллаға шөкөр, һеҙҙең өсөн борсол-

майым да ул...Танабай. Әйҙүк, тирмәгә инегеҙ.

Тирмәгә инәләр. Джайдар ҡунаҡтарға яңы кейеҙ йәйә.

Ибраһим. Һаумыһығыҙ, Джайдар байбисә. Сәләмәтлегегеҙ нисек?

Джайдар. Һаумыһығыҙ, әйҙүк, түргә уҙығыҙ.Танабай. ҡымыҙ ҡой беҙгә.

Ултырышалар.

Ибраһим. Хәҙер иң һәйбәте малсылыҡта. Бын-да, исмаһам, йәйен һөтө-ите бар. Ә баҫыуҙа, йә булмаһа, бүтән эштә бөтөнләй бер нәмә юҡ. Шу-лай булғас, хәҙер мал ҡарауҙың ҡәҙерен белергә кәрәк. Дөрөҫ бит, Джайдар байбисә?

Танабай (һүҙҙе икенсегә борорға теләп). Нишләптер танымайым әле һине, туған. Мәрхүм Абалаҡтың улы түгелме?

Егет. Эйе, Тан әкә, уның улы мин. Танабай. О, ғүмер ҡалай уҙа. Көтөү күрергә

килдеңме? ҡыҙыҡһынаһыңмы?Егет. Юҡ былай, беҙ...Ибраһим. Ул минең менән килде... Беҙ бын-

да эш менән. ҡымыҙығыҙ бик шәп, байбисә. Еҫе ниндәй тәмле... Тағы ла берәй туҫтаҡ ҡойһағыҙсы. (Кеҫәһенән ниндәйҙер ҡағыҙ сыға-рып.) Тан әкә, беҙ һеҙгә бына ошо ҡағыҙ менән. Уҡығыҙ әле...

«ТАМАША» №2 – 201026

Лек ВӘЛИЕВ

Танабай (нимәлер һиҙенә, ижекләп уҡый). «Рас-поряжение. Табунщику Банасову. Отправить иноходца Сарыгуль на конюшню для верховой езды. Председатель колхоза. ҡултамғаһын танып булмай. 5 март, 1950 йыл». (Һүҙһеҙ генә ҡағыҙҙы дүрткә бөкләп, гимнастеркаһының кеҫәһенә һалып ҡуя. Тынлыҡ.)

Ибраһим (ипләп кенә). Бына ошондай бәләкәй генә эш артынан килеп сыҡтыҡ инде, Тан әкә.

Танабай. Яҡшы, Ибраһим. Был эш ҡалмаҫ... Әйҙә ҡымыҙ эсәйек... Һөйләшәйек.

Ибраһим. Әлбиттә, шулай, һеҙ бит аҡыллы кеше, Тан әкә... Ә еҫе ниндәй, ә? Маладис, байбисә! Яңы председателде әйтәм, ҡаты кеше, ҙур түрәлектәрҙә йөрөгән. Тәүге йыйылышта уҡ киҫәтеп ҡуйҙы: ялҡауҙарҙы ҡаты хөкөмгә тарт тырасаҡмын, ә нор-ма үтәмәүселәрҙе судҡа бирәсәкмен, ти. Бөтә бәлә колхоздарҙың бәләкәй булыуында, хәҙер уларҙы берләштерәсәктәр һәм тиҙҙән хәлдәр арыулана-саҡ, ти. Уҡыуҙарҙы юлға һалды, плакаттар элделәр, лекциялар уҡый башланылар. Хәйер, күбеһе йоҡлап ултыра, уныһы инде һәр кемдең үҙ эше... (Сәғәткә ҡарап.) Тан әкә, беҙгә ҡайтырға ваҡыт.

Танабай. Бына нимә, ферма мөдире, председа-телгә әйт: Һары юрғаны мин бирмәйем. Ул минең ҡонан. Өйөр айғыры, нәҫел өсөн кәрәк.

Ибраһим. Ой-бай, Тан әкә, беҙ һиңә бер ҡонан өсөн биш айғыр бирербеҙ. Бер бейәң дә ҡыҫыр ҡалмаҫ. Был мәсьәләме ни?

Танабай. Кәрәкмәй миңә һеҙҙең биш айғырығыҙ! Һинең председателеңә йөрөргә ат юҡмы ни? Ниңә уға Һары юрға ғына кәрәк булған? Аттар бөткәнме?

Ибраһим. Бына һиңә мә! Председатель – беҙҙең етәксе. Тимәк, уны ололарға кәрәк. Районға бара, үҙенә кешеләр килә. Ул һәр саҡ күҙ алдында, ха-лыҡ ҡаршыһында тигәндәй...

Танабай. Нимә «тигәндәй?» Бүтән атҡа ат-ланһа, уны берәү ҙә танымаҫ тип ҡурҡаһыңмы? Күҙ алдында булғас, мотлаҡ Һарыгөлгә генә атла-нырға тигәнме?

Ибраһим. Мотлаҡ булмаһа ла, шулай тейешерәк инде. Бына һеҙ, Тан әкә, һуғышта һалдат булған кеше. Генералығыҙ йөк машинаһында, үҙегеҙ еңел машинала йөрөнөгөҙмө ни? Юҡ, әлбиттә. Генерал генералса йөрөй, һалдат – һалдатса... Дөрөҫмө? Шулай түгелме?

Танабай. Бында эш башҡа... Бирмәйем. Яра-майым икән – көтөүҙән алығыҙ. Тимерлеккә китәм. Унда сүкешемде ала алмаҫһығыҙ.

Ибраһим. Ниңә шулай ҡыланырға инде, Тан әкә? Беҙ һеҙҙе хөрмәтләйбеҙ, ололайбыҙ, ә һеҙ бала һымаҡ. Килешмәй. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, Джайдар байбисә, нимә инде ул бер ат, йә юрға ла булһын ти? Өйөрҙә ниндәйерәге генә юҡ – теләгәнеңде һайла.

Джайдар. Ә һин ниңә өҙгөләнәһең әле?Ибраһим. Ниңә тип ни... Тәртип! Миңә ҡуш-

тылар, мин бәләкәй кеше. Үҙем өсөн түгел. Миңә ишәк тә яраған. Ышанмаһағыҙ, бына Абалаҡ малайынан һорағыҙ, юрғаны алып ҡайтырға ҡуштылар. (Тегеһе һүҙһеҙ генә баш ҡаға.) Яҡшы түгел... Беҙгә председатель ебәргәндәр, ул беҙҙең ҡунағыбыҙ, ә беҙ унан бер ат йәлләйбеҙ. Халыҡ белһә ни әйтер? ҡырғыҙҙа булған хәлме был?

Танабай. Бик һәйбәт, бөтә ауыл белһен әйҙә. Мин Чороға барам. Ул хәл итһен.

Ибраһим. Һеҙҙеңсә, Чоро бирмә, тип әйтерме? Уның менән килешелгән инде. Яңы председател-де һанға һуҡмайбыҙ, элеккеһенә ялыу менән ба-рабыҙ. Ә Чоро ауырыу кеше. Ниңә председатель менән уларҙың араһын боҙорға? Чоро парторг буласаҡ – уларға бергә эшләргә. Ниңә арҡыры торорға?

Танабай өндәшмәй.

Джайдар (ауыр көрһөнөп, иренә). Бир... тотма ке-шеләрҙе.

Ибраһим. Бына аҡыллы һүҙ. Күптән шулай кәрәк ине. Рәхмәт һеҙгә, Джайдар байбисә.

Ашығып сығалар. Пауза. Танабай ҡапыл урынынан һикереп тора, ҡысҡырып, ҡамсыһын эләктерә,

улар артынан ташланмаҡсы була. Джайдар ҡулына аҫылына.

Джайдар. Туҡта, ҡағылаһы булма!Танабай (уны бәреп ебәрә, ҡамсыһы менән

киҙәнә, ярһып). Һин ниңә? Һин ниңә «бир» тинең?Джайдар. Тыныслан. ҡулыңды тый. Тыңла әле

мине. Һарыгөл һинең үҙ атыңмы ни? Үҙ милкеңме? Нимәң бар һуң һинең? Бөтәһе лә колхоздыҡы. Ә председатель – колхоз хужаһы: ни эшләһә лә үҙ ҡулында.

Танабай. Аңлайһыңмы, өйөр етем ҡалды... Һарыгөлһөҙ күҙ алдына килтерә алмайым мин көтөүҙе. Йәнем етем ҡалды... үҙе менән алып кит-те юрға... бөтәһен дә алып китте. Әрнеүемдән үрһәләнәм...

Джайдар. Тыныслан. ҡымыҙ ҡояйыммы?

«ТАМАША» №2 – 2010 27

Лек ВӘЛИЕВ

Танабай. Кәрәкмәй... (Башын эйеп, урынына ултыра.) Алсы ҡумыҙыңды. Уйна әле «Инә дөйә иңрәүен». Ул көйҙө һин матур уйнайһың. Шул моңдарың өсөн, бала саҡтан уҡ яратҡайным үҙеңде. ҡасандыр... Уйна.

Джайдар ҡумыҙ ала, уйнай. Боронғо көтөүселәр моңо ишетелә. Башын ҡулдарына

һалып тыңлай Танабай.

Танабай. Был балаһын юғалтҡан дөйә йыры... Икһеҙ-сикһеҙ дала буйлап, инә дөйә эҙләй ба-лаһын. Көндәр үтә шулай, йылдар үтә. Ә ул һаман уны саҡыра, ҡайғыра, бергә йөрөгәндәрен һағына: текә ярҙар буйлап – кистәрен, уйһыу-лыҡтар буйлап – иртәһен. «Йәшел япраҡтарҙы икәүләшеп өҙә алмам инде, йөрөй алмам инде бәүелсәк ҡомдан, йөрөй алмам яҙғы баҫыуҙан. Аҡ һөтөмдө инде имеҙә алмам. ҡайҙа һуң һин, ҡара күҙле балам? Тауыш бир! Аҡ һөткәйем йүгерә тулған еленемдән, йылға булып һыҙыла тәнемдән. ҡайҙа һуң һин,балаҡайым, тауыш бир!»

Тирмә ҡараңғылана.

Тауыш. Ә Һарыгөл аҙбарында бола күтәрҙе. Еңелергә теләмәне, яйы сыҡҡан һайын ҡасып ҡайтты... ҡарауылсыларын йонсотто, хужаһының теңкәһенә тейҙе. Ә бер көндө дүрт әзмәүерҙәй ир Һарыгөлдө ергә йығып, арҡандар менән бәйләп һалды. Һәм һоро халат кейгән мал врачы Һарыгөл исемле ажғырып торған өйөр айғырын алашаға әйләндерҙе.

Кәртә эргәһенән Танабай менән Джайдар үтеп бара. Танабай туҡтай.

Джайдар. Һиңә ни булды?Танабай. Юҡ, бер нәмә лә булманы. Төш баш-

тан сыҡмай. Джайдар. Ниндәй төш тағы? Танабай. Әллә ниндәй ҡурҡыныс төш – яңынан

һуғышҡа эләктемме шунда, әллә ҡайҙалыр мал һуйған ерҙәме шул... Тирә-яҡты ҡан баҫҡан, ҡулдарым да йәбешкәк ҡанда. Ә үҙем төшөмдә: яҡшыға түгел был, тип уйлайым. Һарыгөл менән берәй хәл булдымы икән?

Джайдар. Йә Хоҙай, һуң юраусыларҙың дош-маны һин түгел инеңме? Ауылда ҡарсыҡтар һине

ҡарғайҙар ине түгелме һуң? ҡартаяһың, Танабай, бына нимә... Һин нимә? ҡайҙа йүнәлдең?

Танабай. Мин хәҙер, Джайдар. Һарыгөлдө ба-рып күрәм әле. Ә һин бара тор. Чороға әйт, мин хәҙер килеп етермен. (Юғала.)

Әкрен генә аяҡтарын һөйрәп Чоро күренә. Ябығып, ҡартайып киткән.

Чоро. Һаумы, Джайдар. Һине күрер көн дә бар икән.

Джайдар. Бына һиңә кәрәк булһа! Беҙ ауы-рыуҙың хәлен белергә тип киләбеҙ, ә ул инде йүгереп йөрөй. Һаумы? ҡасан торҙоң?

Чоро. Эшкә сығыуыма ике көн инде. Ә хәлемде белергә килеүегеҙ өсөн рәхмәт. Танабай ҡайҙа һуң?

Джайдар. Кәртәгә йүгерҙе...Чоро. М-м... Һарыгөлөн һағынған күрәһең. Джайдар. Әйтмә инде... Мәжнүнгә әйләнеп

бөттө. Күҙенә аҡ-ҡара күренмәй. Балтаһы һыуға төшкән тиерһең. Таңдан көтөүгә саба – һүҙ әйтеп өлгөрөп булмай. Үткәндә төшкөлөккә ҡара янып ҡайтты. Һарыгөл бығауланған килеш тау үренә һикергеләп ҡайтҡан. Танабай бөтөнләй сығыры-нан сыҡты. Үлтерәм председателде, ти. Ысынлап та, ат менән шулай ғәмһеҙ ҡыланырға яраймы һуң? Әйтерһең, ул ҡасҡан каторжник. Һөйәктәренә тиклем аяҡтарын ҡырып бөтөргән, меҫкенем. Төнө буйы йоҙағын аса алмай этләнде Танабай. Тәки асты... Хәҙер инде нимәлер көткәндәй, гел һағалап йөрөй. Ауылға ҡайтырға ҡурҡа. Исмаһам, һөйләшер инең үҙе менән. Бәлки күңеле бушап ҡалыр ине.

Чоро. Эйе, эйе, әлбиттә... Йә, үҙең нисек? Нисек йәшәйһегеҙ?

Джайдар. Башҡаларҙан ҡалышмайбыҙ... Тауҙа тормош билдәле инде. ҡайһы саҡ берәй түрәһе килеп сыға, ҡараштыра, һораштыра, бер өйөм вәғәҙәләрен ҡалдыра ла, тиҙерәк тайыу яғын ҡарай.

Чоро. Һм-м... Миңә төрттөрәһең түгелме? Джайдар. Һин үҙ кеше... Иркенләп һөйләшеп

була, исмаһам. ҡыш яҡынлаша, тирмә кәрәк ине. Иҫкеһе бигерәк бөттө, ямап өлгөрөп булмай, те-телә лә сыға. Яңыны бирер инегеҙ.

Чоро. Юҡ бит ул... Элекке оҫталар үлеп бөттө, ә йәштәр уны нисек эшләргә икәнен белмәй.

Джайдар. Улайһа йөн бирегеҙ, үҙебеҙ кейеҙ баҫып алырбыҙ.

«ТАМАША» №2 – 201028

Чоро. Ниндәй йөн? Һин нимә? Бөтәһе лә план буйынса һатыла бара, хужалыҡта бер грамын да ҡалдырырға тейеш түгелбеҙ. Йөн – ҡыйбат сей-мал. Дефицит. Экспорт. Эске хужалыҡ нужала-рына тотоп бөтөрөүе мәғәнәһеҙлек тиҙәр. Тирмә урынына брезент палатка тәҡдим итә алам.

Джайдар. Палаткаға ҡарағанда тишек тирмәң артыҡ. Ниндәй торлаҡ ти ул? Беҙҙең балалар бар. Уларҙы ҡойондорорға, тәрбиәләргә кәрәк.

Чоро. Эйе, күсмә тормош өсөн тирмәнән дә ҡулай нәмә уйлап тапмағандар әле... Ә бит йәш саҡта үҙебеҙ уны «раскулачивать» итеп бөтөрҙөк. Хәтереңдәме, Танабай менән комсомол йыйылы-шында: «Долой тирмә! Иҫкесә йәшәү етте!» – тип оран һалғайныҡ.

Джайдар. Эйе, ул саҡ һеҙҙең бөтәһе лә хәтәр килеп сыға ине... Гәзиттәгесә...

Танабай инә. Ул күңелһеҙ.

Чоро. Бына беҙҙең Тана әкә! Шәп минең дуҫ! Саҡ аяҡ һуҙманым, ә ул күҙгә-башҡа ла күренмәй, понимаешь. Һауғынамы? (Ҡосаҡлашалар.)

Танабай (ғәйепле). Күптән йыйынғайным да,

бушап булмай. Йә үпкәләмә, ғәйеплемен. Чоро. Ә-ә, оятмы? Ана шулай була ул. Ә һин,

туған, ҡартаймайһың, әй. Һаман шул көйөһөң. Яҙҙан күрешмәнекме әле? ҡымыҙ, саф һауа – ҙур нәмә инде ул. Ә мин бына әҙерәк бирешә башла-ным. Ваҡыт күрәһең...

Танабай. Бөтәбеҙ ҙә ҡартаябыҙ, бөтәбеҙ ҙә – шунда...

Чоро. Нишләп улай кәйефһеҙ?Танабай. Һары юрға башҡа көтөүгә ҡайтмая-

саҡ. Беләһеңме уны нимә эшләткәндәр? Бес-тергәндәр, сволочтар!

Джайдар. Һуң бер бөгөн генәме ни? Айғырҙар менән гел шулай эшләйҙәр инде. Борон-борон-дан ҡалған. Ниңә юҡҡа сәсең үрә торҙо? Бала түгелһең дә.

Танабай. Юҡ, шулай ҙа, беҙҙең председатель алама кешегә оҡшай. Йөрәгем һиҙә.

Чоро. ҡуй, Танабай, ташла. Һинең юрғаңды алашаға әйләндереү менән генә нишләп әле ул председатель алама? Яңы кеше, хужалыҡ ҙур, ауыр.

Танабай. Бәлки, ысынлап та, кеше тураһында улай уйларға ярамайҙыр.

Лек ВӘЛИЕВ

Шул уҡ спектаклдән күренеш. Джайдар – Л. Әхтәмова, Чоро Саяхов – В. Сәйфуллин. 1969 йыл

«ТАМАША» №2 – 2010 29

Лек ВӘЛИЕВ

Джайдар (Чороға ымлап). Бара торам, Йәмилә өйҙәлер әле. Күстәнәстәрҙе кире алып ҡайтып булмай бит инде.

Чоро. Өйҙә, өйҙә, бар... беҙ хәҙер... тартып ҡына алабыҙ...

Джайдар китә. Ирҙәр арыҡ эргәһенә ултыралар.

Танабай. Һинең аяҡҡа баҫып, эшкә сығыуыңа шатмын, Чоро.

Чоро. Әллә ни ҡыйратып булмай хәҙергә... Ниңә председателде яратмайһың?

Танабай. Әллә инде. Буш ҡыуыҡ кеше кеүек күренә ул миңә.

Чоро. Һиңә ярауы ҡыйын дуҫҡай. Мине ғүмер буйы йомшаҡлыҡта ғәйепләнең, ә быныһын ки-леп тағы яратмайһың.

Танабай. ҡартайыуҙан, күрәһең. Йыл әйлә-нәһе көтөү көтәм, бер нәмә күрмәйем, бер нәмә белмәйем. ҡасанға тиклем йәшәүе шу-лай ауыр булыр икән? Һуғыш бөтөүенә нисә йыл үтте, ә хужалыҡты, иҫке тирмә ямағандай, ямауҙан бушамайбыҙ. Беҙгә шулай донъя көтөргә ҡушылғанмы ни? Юҡ! Ышанмайым, шулай бу-лырға тейешлегенә ышанмайым. Йә беҙ, колхоз-сылар, эшләй белмәйбеҙ, йә һеҙ дөрөҫ етәкселек итмәйһегеҙ.

Чоро. Ваҡытынан элек фекер йөрөтөргә яра-таһың. Бөтәһе лә һиңә тиҙерәк тә, тиҙерәк. Хатта бөтә донъя революцияһын бер көндә яһар инең. Колхоз тураһында хәҙер хәстәрлек итәләр, яйын табырҙар, ярҙам итерҙәр... Ниндәйҙер пландар ҡоралар... Тормош ул, дуҫҡай, үҙенән-үҙе алға тәгәрәмәй икән шул. Уны, туҡтауһыҙ яуырының менән этә барырға кәрәк.

Танабай. Тик ниңәлер ул миңә һәр саҡ ҡырлы яғы менән әйләнә, бөтә иңбашты һөйәл баҫты инде.

Чоро. Нимә ул һөйәл – тик йәнең ҡәнәғәт булһын. Бына нимә, Танабай, иртәгә районға малсылар кәңәшмәһенә барабыҙ. Моғайын унда нисек, нимә эшләргә кәрәклеген әйтерҙәр, өйрәтерҙәр һәм беҙ ҡайтҡас, үҙебеҙҙең эште яңынан көйләп ебәрербеҙ. Атыңды һарайҙа ҡал-дыр, машина менән барабыҙ. Беҙ бит машина ал-дыҡ. Йәшәйбеҙ, дуҫҡай! Хәтереңдәме, һуғыш ал-дынан беренсе полуторка ҡайтҡайны. Ҙур митинг йыйылды, һин кузовҡа баҫып янып һөйләгәйнең: «Бына, иптәштәр, социализм емеше!» – тигәйнең.

Танабай. Эйе, бар ине шундай саҡтар, бар ине... ҡояш ҡаршылағандай көтөп алған ғәжәйеп матур көндәр... Ә хәтереңдәме, Чоро, бер саҡ шул полу-торкаға күмәкләшеп тейәлдек тә, станцаға кит-тек, былай ғына, эш юҡтан. Мин кабина эргәһендә ҡыҙыл байраҡ тотоп баҫҡайным. Байраммы ни? Юл буйына йырҙар йырланыҡ, урап ҡайтҡан-сы... Эйе, ул егеттәрҙең күбеһе һуғыштан әйләнеп ҡайтманы... Әле булһа, күҙ алдымда: мин ул бай-раҡты төндә лә ҡулымдан төшөрмәгәнмен. Төндә кем күрә инде уны? Ә мин һаман уны ҡулымдан ысҡындырмайым... Минең байрағым ине ул. Ә үҙем бер туҡтауһыҙ йырлайым, хатта ҡарлығып бөткәйнем. Ниңә беҙ хәҙер йырламайбыҙ, Чоро?

Чоро. Олоғаябыҙ, Танабай, хәҙер инде нисек-тер килешеңкерәмәй.

Танабай. Мин ул турала түгел – беҙ үҙ йыры-быҙҙы йырлап бөттөк. Ә йәштәр? Бына мин улым эргәһендә интернатта булам. Нимә өйрәнеп сыға ул унда? Хәҙерҙән үк нисек түрәләргә ярау яғын белә. Һин, атай, беҙҙең директорға йышыраҡ ҡымыҙ килтер, ти. Оҡшамай был миңә. Ғөмүмән, күп нәмәләр аңлашылмай хәҙер.

Чоро. Бына шуның өсөн беҙҙе кәңәшмәгә йыялар ҙа. Мин үҙем, мәҫәлән, ышанам, ныҡ ышанам: нисек кенә ҡыйын булмаһын, барыбер күтәреләсәкбеҙ, хыялыбыҙ тормошҡа ашыр, бына тигән итеп йәшәй башларбыҙ. ҡара әле, Танабай дуҫ. Ни әйтереңде белеп торам: хәйерсегә яҡшы йөҙ күрһәтһәң, ямаулыҡ һорай. Тағы ла йәнеңде һорап килдем. Үҙең беләһең, малсылыҡ менән эштәр насар, бигерәк тә беҙҙең колхозда. Райком: «Һарыҡсылыҡты юлға һалырға» тигән саҡырыу менән мөрәжәғәт итә. ҡотҡар!

Танабай. Чабан булып һарыҡ көтөүенә бар, тимәксеһеңме? Бик йылдам тотонаһың, Чоро.

Чоро. Мәжбүр итмәйем һине, Танабай. Бер ни эшләй алмайһың – партия ҡуша. Асыуланма. Берәй саҡ иҫемә төшөрөрһөң. Бөтәһе өсөн дә бер юлы дуҫтарса яуап бирермен.

Танабай. Төшөрөрмөн, дуҫҡай, төшөрөрмөн. ҡайҙа инер тишек таба алмаҫһың. Ә һарыҡтар ту-раһында уйларға кәрәк, ҡатын менән һөйләшәһе бар.

Чоро. Уйла, кәңәшләш. Әммә иртән яуабың әҙер булһын. Кәңәшмә алдынан хәбәр итергә кәрәк.

Клуб алды.

«ТАМАША» №2 – 201030

Лек ВӘЛИЕВ

Чоро (үҙенекеләрен ҡаршы алып). Әйҙәгеҙ, йәһәтерәк, иптәштәр. Урындар алығыҙ. Тиҙҙән башлана. Йә, нисек килеп еттең, Танабай?

Танабай. Һәйбәт. Күптән машинаға ултырған юҡ ине, һуғыштан уҡ тиерлек.

Чоро. Ә мин етегә өлгөрҙөм. Юрға машинанан ҡалышмай, әй. Ныҡ өйрәткәнһең һин уны.

Танабай. Нисек? Һарыгөлдө хәҙер һиңә бир-ҙе ләрме ни? Тимәк, председатель ҡәҙерләй үҙеңде.

Чоро. Нисек итеп әйтергә һуң? ҡәҙерләүҙәндер-ме, әммә миңә бирҙе инде. Беләһеңме ниндәй хикмәт килеп сыҡты? (Ҡулдарын йәйеп көлә.) Һарыгөл ниңәлер председателде яратманы. Аҡылға һыйырлыҡ түгел. ҡотора, үҙенә яҡын да ебәрмәй. Тегеләй, былай маташтырып ҡараны-лар, юҡ! Теләһәң, шартла! (Эргәһенә килгән предсе-дателде күреп туҡтап ҡала.)

Алданов. Танабай, ситкәрәк китәйек әле... Беҙ һине билдәләнек инде, бына һинең блокнотың. Һин сығыш яһарға тейешһең, үҙең партия ағзаһы, үҙең көтөүсе.

Танабай. Ә нимә хаҡында һөйләргә һуң миңә? Алданов. Былай тип әйт: мин коммунист бу-

лараҡ, иң артта ҡалған участкаға барырға ҡарар иттем, нәҫел һарыҡтар көтөүенә көтөүсе булып барам, тиең.

Танабай. Шул ғынамы?Алданов. Нисек инде шул ғына? Үҙеңдең

йөкләмәләреңде әйт. «Партия һәм халҡым ал-дында йөҙ һарыҡтан йөҙ ҙә ун бәрәс алып үҫте-рергә һәм һәр һарыҡтан өсәр кило йөн алырға һүҙ бирәм», тиең .

Танабай. Нисек инде шулай тип әйтәйем, мин бит ул һарыҡтарҙы күргәнем дә юҡ.

Алданов. Бына һиңә кәрәк булһа! Көтөү алырһың. Үҙеңә оҡшаған һарыҡтарҙы һайларһың. Юҡҡа борсолма. Тағы ла былай тип әйтергә онот-ма: шефлыҡҡа ике йәш көтөүсе комсомолецтарҙы алам, тип әйт.

Танабай. Кемдәрҙе?Алданов (исемлеккә ҡарап). Болотбеков Эшим

менән Зарлыҡов Бектайҙы. Танабай. Улар менән һөйләшкәнем юҡ бит, ни-

сек ҡарарҙар һуң?Алданов. Һаман бер балыҡ башы! Сәйер ке-

шеһең һин. Улар менән мотлаҡ һөйләшергә кәрәкме? Барыбер түгелме ни? ҡайҙа бара улар? Беҙ икеһен дә һиңә беркеткәнбеҙ, хәл ителгән.

Танабай. Хәл ителгән икән, ниңә минең менән һөйләшеп торорға?

Танабай ситкә китә. Председатель башын

сайҡап тора ла, ишеккә инеп юғала.

Чоро. Танабай, туҡта әле. Һин барыһын да хәтерләнеңме?

Танабай. Хәтерләнем, хәтерләнем. Чоро. ҡыҫҡа һөйлә, бары тик үҙеңдең йөк-

ләмәләрең тураһында ғына. Башҡа нәмәләргә ҡа-ғылма. Кәңәш итмәйем. Заманалар икенсе. Юҡһа ҡыҙып китерһең дә, бәләгә тарыҡтырырһың. «Үҙ ойошма ағзаларын нисек тәрбиәләйһегеҙ һеҙ? Ниндәй тәртип был? Ниндәй тыйнаҡһыҙлыҡ?» – тиерҙәр.

Танабай (асыулы). Нишләп әле һин һайыҫҡандан һаҡ ҡылана башланың? Шымарып өлгөрҙөңмө? (Китә.)

Чоро. Хәтере ҡалды. Их, Танабай, Танабай. Йәш сағыңда ла шулай инең, әле лә шул икәнһең. Бөтәһен дә өҙә сабырға яратаһың.

Сәхнә ҡараңғылана.

Ташландыҡ һарыҡ аҙбары.

ҡамыш түбәһе ишелеп төшкән,

тәҙрә-ишектәре юҡ, стенала ҙур-ҙур ярыҡтар.

Һарыҡтар баҡыра, шау-шыу.

Танабай (был күренештән шаҡ ҡатып). Бы-лай яраймы һуң? Нимәне, әммә бындай ху-жаһыҙлыҡты көтмәгәйнем. Был тиклем дә вайымһыҙ булырға яраймы һуң? Кәрәсин, кә-рәсин һибеп яндырырға ла был шайтан ояһын, тиҙерәк ҡаф тауы артына ысҡынырға.

Джайдар. Һуң инде. Трибунанан һөйләнең. Мин, имеш, алдынғы фәлән-фәсмәтән, партия һәм илем алдында һүҙ бирәм! Саҡ ҡына ла уй-ламай, әйтергә ҡуштылар тип кенә. Бына хәҙер үҙең татып ҡара инде. Уларға нимә – яуабын та-бырҙар.

Танабай. Юҡ инде! Улар улай икән – минән из-гелек көтмәһендәр! (Эйәренә йәбешә.)

Джайдар. Туҡта әле! Һин ҡайҙа? Кәрәкмәй. Ташла эйәреңде, тыңла әле мине.

Танабай. Ебәр! Ебәр тиҙәр һиңә! Үлтерәм мин уларҙы! Үлтерәм!

Джайдар. Ебәрмәйем! Әгәр берәйһен үлтерә-һең килә икән – мине үлтер.

«ТАМАША» №2 – 2010 31

Лек ВӘЛИЕВ

Танабай. Тотма мине, бындағы хәлдәрҙе күрмәйһеңме ни? ҡара, ана быуаҙ һарыҡтар, бөгөнмө, иртәгәме бәрәсләргә торалар. ҡайҙа ҡуйырбыҙ беҙ уларҙы? Түбәһе ҡайҙа? Аҙыҡ ҡайҙа? Үлеп бөтәсәктәр. Яуабын кем бирер? Ебәр!

Джайдар. Туҡта тиҙәр һиңә, туҡта. Йә, ярай, бар ҙың, ти, екеренерһең, ғауға ҡуптарырһың. Шунан ни була? Әгәр быға тиклем бер нәмә лә эшләмәгән дәр икән, тимәк уларҙың хәленән килмәй. Колхоздың рәте булһа, яңы аҙбар төҙө-мәҫтәр инеме ни?

Танабай. Исмаһам, түбәһен ҡапларға була ине бит! Ә ишектәре ҡайҙа? Тәҙрәләре? Бөтәһе емерек, аҙбарҙа ҡар ята. Тиреҫ бер ун йыл сығарылмаған! ҡара, күпмегә етә был серек бесән? Бәрәстәргә шундай бесән ашаталармы? Ә аҫтарына ҡайҙан алабыҙ? Бысраҡҡа батып тонсоғоп үлһендәрме? Шуны теләйһеңме, һин, ә? Кит!

Джайдар. Етте, Танабай, зинһар, тыныслан. Һин башҡаларҙан яҡшыраҡмы ни? Улар нисек, беҙ ҙә шулай. Һине тағы ир тип йөрөтәләр! Юҡҡа ҡыҙғансы, нимә эшләргә кәрәклеген уйла. Әле һуң түгел. Төкөр шуларға. Беҙгә эшләргә, беҙгә яуабын бирергә. Килгәндә, тарлауыҡта ҡуйы гөлйемеш ҡыуаҡтарын күреп ҡалғайным. Сәнскеле булһа ла шуларҙы киҫербеҙ, түбәһенә шуларҙы һалырбыҙ ҙа, өҫтөнән тиреҫ йәйербеҙ. Ә аҫтарына әрем-һәрем булһа ла сабып түшәрбеҙ. Көндәр насарайып, эште боҙмаһа, нисек тә әмәлен табырбыҙ.

Кәртәлә бәрәс тауышы ишетелә.

Танабай (эйәрен ташлай, ҡатынына ҡарап). Ишетәһеңме? (Ҡолаҡ һалалар, инә һарыҡ яуап ҡай-тара.) Йә, Хоҙай! Башланды! ҡайҙа һуң үҙе?

Джайдар. Арғы мөйөштә булһа кәрәк. Тиҙерәк. (Кәртәгә йүгерәләр, бер аҙҙан бәрәс күтәреп сығалар.)

Танабай. Иртә килдең килеүен, ну ырас, үҙең ҡабаланғас, ҡара инде был яҡты донъяға. Төклө аяғың менән. Беҙгә ырыҫ килтер. Үҙеңә эйәртеп шул тиклем күп бәрәстәр алып кил, аяҡ баҫырға урын ҡалдырмай, мыжғып тороғоҙ. Һеҙҙең тауы-шығыҙҙан ҡолаҡ сыңлап торһон һәм бөтәгеҙ ҙә бына тигән булып, бер тигеҙ үҫегеҙ! (Бәрәсте баш өҫтөнә күтәрә.) Һарыҡтар тәңреһе! ҡара, бына ул баш бәрәс, беҙгә ярҙамға кил!

ҡапыл һалҡын ел иҫә, ҡара болоттар үрмәләй, ҡар ҡатыш ямғыр яуа.

Сәхнә ҡараңғылыҡҡа күмелә.

Тауыш. Көтөүсенең ҡара көндәре башланды. Киҫкен, рәхимһеҙ көндәр. Әйтерһең дә оборо-наға – танктар ябырыла. Ә уларға ҡаршы ҡорал юҡ. Икеһенең бере – йә ниндәйҙер мөғжизә менән алышта еңеп сығырға, йә баш һалырға...

Сәхнә бер яҡтыра бер ҡараңғылана. Ямғыр ҡатыш ҡар яуа. Ас бәрәстәр баҡыра.

Плащтарын ябынып фонарь менән бер нисә ҡатын йүгергеләй. Ярһыған Танабай үрһәләнә,

ҡарлыҡҡан тауышы менән үҙенә һәм башҡаларға ҡысҡыра.

Танабай. Лом, лом бирегеҙ тиҙерәк, лом!.. Көрәк! Тиреҫте бирегә ауҙарығыҙ! Һыуҙы бы-уығыҙ, һыуҙы! Яҡтырт! Бында яҡтырт! Бәрәстәрҙе тирмәгә ташығыҙ! Һин нимә ҡарайһың, убыр-лы ҡарсыҡ? Күрмәйһеңме ни? Һарыҡтарың бер-береһенең йөнөн сәйнәй. ҡыу үҙҙәрен, ҡыу тиҙерәк!.. Алтанай, атҡа атлан, ауылға сап. Чоро-ны тап. Кисектермәй килеп етһен. Әгәр килмәһә, әйт: башҡаса күҙемә күренмәһен!

Нимәлер ишетелә.

Джайдар тауышы. Танабай, Танабай, ярҙам ит!Танабай (йөрәк ярғыс тауыш менән) Джайдар!

(Ҡараңғылыҡҡа ташлана.)Ҡатын. Ах! Өрлөк баҫты! Аллаҡайым, харап

ҡына булмаһа ярар ине. (Илай башлай.)Танабай (имгәнгән ҡатынын күтәреп сыға).

Нимә эшләне? ҡайһы ерең?Джайдар (уфтанып). Билем! Ой, билем! Танабай. Имгәттеңме? Йәле, булышығыҙ! (Тиҙ

генә плащын йәйә, Джайдарҙы ҡапшап ҡарай баш-лайҙар.)

Джайдар (илай). Хәҙер нисек була инде? Шун-дай ваҡытта, ә мин нишләнем? Нисек кенә өлгөрөрһөң икән?

Танабай. Һин нимә, Джайдар, тыныслан! Үҙең тиҙерәк йүнәл. Ә ҡалғаны ерунда, үҙебеҙ эшләйбеҙ уны...

Джайдар. Ни эшләйһең инде... Шулай килеп сыҡты, асыуланмағыҙ. Мин оҙаҡ ятмам. Бер-ике көндән торормон, бына күрерһегеҙ.

Танабай. Суҡынып китмәгәйе шул эше! Тик үҙең генә имен бул... Әйҙәгеҙ, палаткаға алып инәйек. (Джайдарҙы алып китәләр.)

«ТАМАША» №2 – 201032

Лек ВӘЛИЕВ

Ситтән икенсе көтөү яҡынлаша. Тулҡынланған Танабай кире әйләнеп килә.

Был ниндәй көтөү тағы? Ниңә ул уны былай ҡыуа? Буталасаҡтар һарыҡтар былай булғас, бу-таласаҡтар. Шулай яраймы һуң? Әй-й! Бектай, һинме был? Һин ҡайҙан? Һаумы. ҡайҙа юл то-таһың?

Таяғын иңбашына һалған, күптән ҡырынмаған Бектай күренә.

Танабай эргәһенә килеп туҡтай, ләкин һаулашмай.

Бектай (асыулы төкөрә, уны аяғы менән иҙеп). Ал. Теләһәң, иҫәплә, теләмәһәң, юҡ. Өс йөҙ ҙә һикһән баш.

Танабай. Ә нимә булды?Бектай. Китәм.Танабай. Нисек китәм? ҡайҙа?Бектай. Күҙем ҡайҙа ҡарай. Танабай. Ә минең ни эшем? Бектай. Ә һин минең шеф. Танабай. Булһа ни? Туҡта, туҡта, тим. Һин

ҡайҙа? ҡайҙа йыйындың? Нисек инде улай?Бектай. Бына шулай. Туйҙырҙы бындай тор-

мош! Муйындан! Танабай. Ни һөйләгәнеңде аңлайһыңмы һин?

Бөгөн-иртәгә һарыҡтарың бәрәсләргә тора. Шу-лай яраймы ни?

Бектай. Ярай. Беҙҙең менән шулай ярай икән, тимәк беҙгә лә шулай ярай. Хуш!

Танабай. Аҡылыңа кил, Бектай! Былай ярамай. Уйлап ҡара, нимә эшләйһең һин? Ишетәһеңме?

Бектай. Бәйләнмә! Үҙең уйла. Ә мин кешеләрсә йәшәргә теләйем. Мин дә уларҙан кәм түгел. Мин дә ҡалала аҡса эшләй алам. Ниңә бында ошо үләк-һәләр менән әрәм булырға тейешмен? Аҙыҡһыҙ, аҙбарһыҙ, ҡыуышһыҙ. Кит, бәйләнмә! Үҙеңә генә ҡара, кемгә оҡшағанһың? Кәкерәйгәнһең бит инде. Ә һиңә һаман аҙ. Трибунаға баҫып телмәр тотаһың. Башҡаларҙы үҙеңдең артыңдан эйәртмәксеһеңме? Тәтемәйерәк торһон! Булды минән!

Танабай. Бектай, тыңла әле мине! Хәҙер бөтәһен дә аңлатам.

Бектай. Башҡаларға төшөндөр. Бәлки алйото-раҡтарҙы табырһың!

Танабай. Бектай, туҡта. Һөйләшәйек. Бектай, судҡа эләгәһең!

Бектай. Былай йәшәгәнсе, төрмәлә ул-тырғаның артыҡ!

Танабай. Һин дезертир! Һиндәйҙәрҙе һуғышта атып үлтерҙеләр. Туҡта, тиҙәр һиңә! Юл ҡуймам, хаҡың юҡ!

Бектайҙың иңбашын тотоп әйләндереүгә, тегеһе ҡапыл Танабайҙың эйәге аҫтына һуға,

Танабай йығыла. Иҫенә килгәнсе Бектай күҙҙән юғала.

(Ыңғырашып.) Бектай! Туҡта!.. Туҡта...

Шул уҡ урын. Танабай яңғыҙы. Ул аяуһыҙ, сәстәре ағара төшкән, шаҡтай ҡартайған.

Алдында үлгән бәрәстәр.

(Нисектер миңрәүләнеп.) Ниңә кәрәк был? Кемгә кәрәк был? Һаҡлай алмағас, нимә тип үрсетәбеҙ? Кем ғәйепле бында? Кем? Үҙем һәм минең кеүек тел биҫтәләре. Бөтәһен дә күтәрәбеҙ, ҡыуып етәбеҙ, уҙып китәбеҙ, имеш. Һүҙ бирәбеҙ. Матур итеп һөйләйбеҙ. Бына күтәр инде хәҙер үле бәрәстәрҙе, алып сыҡ уларҙы. Ана, күләүеккә батып үлгән һарыҡты ла һөйрә. Күрһәт үҙеңдең кем икәнле-геңде. Нишләп һуң әле бөтәһе лә ҡырыла, емерелә? Әллә яңылыштыҡмы, ситкә тайпылдыҡмы? Юҡ, улай булырға тейеш түгел, тейеш түгел!

Уполномоченный Һигеҙбаев менән парторг Чоро күренә.

һигеҙбаев. Безобразие! Бөтә ерҙә лә шул! ҡара, ниҙәр генә эшләнмәй бында! Был ни тигән эшең, иптәш, үҙең чабан-коммунист, ә бәрәстәрең үлә?

Танабай. Ә улар, моғайын, минең коммунист икәнемде белмәй торғандарҙыр.

һигеҙбаев. Ах, шулаймы?! Социалистик йөкләмә алдыңмы?

Танабай. Алдым. һигеҙбаев. Унда нимә тиелгәйне? Танабай. Хәтерләмәйем. һигеҙбаев. Бына шуның өсөн бәрәстәрең үлә

лә! (Чороға.) Нимә ҡарайһығыҙ һеҙ? Кешеләр хатта үҙҙәренең йөкләмәләрен белмәйҙәр. План өҙәләр, мал ҡыралар! Ни менән шөғөлләнәһегеҙ бын-да? Коммунистарығыҙҙы нисек тәрбиәләйһегеҙ? Ниндәй коммунист ул? Мин һеҙҙән һорайым?

Танабай. Нисек күрәһегеҙ, шулай. һигеҙбаев. Бына шул-шул, күренеп тора. Һин

бит ҡоротҡос! Һин колхоз милкен ҡыраһың! Һин халыҡ дошманы. Һинең урының партияла түгел, ә төрмәлә! Һин социалистик ярыштан көләһең!

«ТАМАША» №2 – 2010 33

Танабай. Ыһы, минең урыным төрмәлә, төрмәлә минең урыным... (Ысҡынып.) Йә!.. Тағы ла ни әйтерһең?

Чоро. Ниңә улай һөйләйһең инде, Танабай? Ниңә? Эштең айышын аңлатып бир.

Танабай. Бына нисек! Тимәк, һиңә лә аңлатып бирергә кәрәк? Һин ниңә бында килдең, Чоро? Ниңә килдең? Мин һинән һорайым? Бәрәстәрем үлә тип әйтергәме? Мин үҙем беләм! Муйы-ныңдан алып тиҙәккә батҡанһың, тип әйтергәме? Мин үҙем беләм! Ғүмер буйы колхоз тип, йәнеңде йәлләмәнең тип әйтергәме? Мин үҙем беләм!

Чоро. Танабай! Танабай! Аҡылыңа кил! Танабай (уны этәреп). Кит бынан! Төкөрҙөм мин

үҙемдең йөкләмәләремә, үҙемдең бөтә тормошо-ма төкөрҙөм! Кит! Минең урыным төрмәлә! Һин ниңә был күн пальтолы яңы манапты алып кил-дең? Мине мыҫҡыллаһын типме? Мине төрмәгә ултыртһын типме? Йә, әйҙә, ултырт мине, про-курор, төрмәгә ултырт! (Стена буйында торған

һәнәкте эләктереп, Һигеҙбаевҡа ташлана.) Йәле, тай бынан, ҡәбәхәт! Үксәңде ялтырат! (Ярһыуынан нишләргә белмәй, һәнәк менән киҙәнә. Чоро арала-рына ташлана.) Кит, Чоро, ситкә кит! Бир миңә ошо күнгә төрөнгән манапты! Тондорайым берҙе, исмаһам!

Һарыҡ ҡараусы йәш ҡатын инә. Һәнәген тартып алмаҡсы булып, Танабайҙың ҡулдарына аҫылына.

Танабай уны ергә этәрә.

Чоро (Һигеҙбаевты ҡыҫырыҡлап). Артҡа йүгер-ҙек! Үлтерер!

Тиҙ генә сығып сабалар, арттарынан эт өрә. Танабай һөрөнөп китә, йүгерә, ерҙән балсыҡ алып

ырғытып ҡала, үҙе туҡтауһыҙ ҡысҡыра.

Танабай. Минең урын төрмәлә! Төрмәлә! Төрмәлә минең урын, төрмәлә!

Лек ВӘЛИЕВ

Шул уҡ спектаклдән күренеш. Танабай – А. Мөбәрәков. 1969 йыл

«ТАМАША» №2 – 201034

Лек ВӘЛИЕВ

ҡаршыһына таяҡҡа таянып, аҡһай-аҡһай ҡурҡыуынан ап-аҡ булған

Джайдар сыға.

Джайдар. Ни эшләйһең һин? Ни эшләнең? Һин үҙ аҡылыңдамы? Нимә эшләгәнеңде белә-һең ме?

Танабай (тыны ҡыҫылып). Беләм. Мин ҡорот-ҡос. Мин халыҡ дошманы. Минең урын төрмәлә! (Туҡтап ҡала, ҡулдары менән йөҙөн ҡаплай, бөгөлөп төшә, үкһеп илай.)

Танабай ҡараңғылыҡҡа күмелә. Алғы планға Һигеҙбаев сыға.

һигеҙбаев. Иптәштәр, райком партияһының бюро ағзалары! Бакасов беҙҙең төҙөлөштө ярат-май, колхозды йәне һөймәй, социалистик ярышҡа төкөрә, беҙҙең бөтә көнкүрешебеҙҙе күрә алмай. Уның эшендә шулай уҡ ауыр енәйәт эше бар – власть вәкиленә хеҙмәт вазифаларын үтәгәндә ҡул күтәреү. Иптәштәр, мин һеҙҙән Бакасовты хөкөмгә тарттырыуҙы һорайым, ул был йорттан сығыу менән үк ҡулға алынырға тейеш. Уның ҡылған енәйәттәре тулыһынса илле һигеҙенсе статьяға тура килә.

Бер яҡтан Кашкатаев, икенсе яҡтан Танабай инәләр.

Кашкатаев. Иптәш Бакасов, һеҙ үҙ ғәйебегеҙҙе таныйһығыҙмы?

Танабай. Юҡ. Кашкатаев. Һеҙ нимә, үҙегеҙҙе бөтәһенән дә

аҡыллыраҡ тип иҫәпләйһегеҙме? Танабай. Юҡ, киреһенсә, бөтәһенән дә ах-

мағыраҡ тип иҫәпләйем. Кашкатаев. Иптәш Саяков, һеҙ колхоздың

парторгы булараҡ, бөтә был ваҡиғаны раҫлай-һығыҙмы?

Чоро (инә). Эйе, раҫлайым. Әммә мин шуны аңлатыр инем...

Кашкатаев. Нимә?Чоро. Беренсенән, мин Бакасовты үҙебеҙҙең

партойошмала тикшерелеүен һорар инем. Кашкатаев. Бының кәрәге юҡ. Һуңынан пар-

тойошма ағзаларын райком бюроһының ҡарары менән таныштырырһығыҙ. Тағы ла нимә?

Чоро. Мин аңлатырға теләйем...

Кашкатаев. Тағы ла нимә аңлатырға, иптәш Саяков? Бакасовтың партияға ҡаршы тороуы көн кеүек асыҡ. Бында аңлатыуҙың кәрәге юҡ. Һеҙгә лә яуап бирергә тура киләсәк. Беҙ һеҙҙе коммуни-старҙы тәрбиәләү эшен ҡаҡшатыуығыҙ өсөн язаға тарттырасаҡбыҙ. Безобразие! Мин Бакасовты яу-аплылыҡҡа тарттырыуҙы кәрәк тип тапмайым. Ләкин партияла уға, әлбиттә, урын юҡ. Был хаҡта, иптәш Һигеҙбаев бик дөрөҫ әйтә. Тауышҡа ҡуям: кем Бакасовты партиянан сығарыу яғында?.. Кем ҡаршы? Протоколға яҙығыҙ: райком бюроһы иптәш Бакасов Танабайҙы партия сафынан сығарырға ҡарар итә. Иптәш, Бакасов, үҙегеҙ ни әйтерһегеҙ?

Танабай. Шуны әйтә алам, ғәйебем юҡ минең, хатта ҡулымды күтәрһәм дә, яман һүҙҙәр әйтһәм дә. Барыһын да һеҙгә аңлатып бирә алмайым. Мин тырыштым... Мин бит тырыштым!..

Ауыл сите. Танабай өҫтөнә ҡоя-ҡоя арыҡтан һалҡын һыу эсә.

Танабай. Йә Хоҙай, бөтә йәшәүемдең, бөтә эшемдең мәғәнәһе юҡҡа сыҡты! Халыҡ дошма-нына әйләндем... Ахмаҡ мин, ахмаҡ! Йәнәһе, дөрөҫөн һөйләп бирәм: быйылғы ҡаты ҡыш ту-раһында, емерек аҙбар, тишек тирмә хаҡында, ҡытлыҡ, йоҡоһоҙ төндәрем, Бектай тураһында... Йәнәһе, былай хужалыҡ итергә ярамағанлыҡты үҙҙәре хәл итһен... Йәнәһе, мине ғәйепләһәләр ҙә, башҡаларға еңелерәк булыр, бәлки ошо хәлдән һуң, беҙҙең көтөүселәр тормошона, көтөүселәр ҡайғыһына иғтибар бирерҙәр... Һөйләнең бына! Иҫтәре китте!.. Колхоз тип, бәрәстәр тип йәнемде йәлләмәнем. Ә хәҙер килеп быларҙың береһе лә иҫәпкә алынмай. Хәҙер мин енәйәтсе. Һеҙҙеңсә булһын әйҙә, сәнселеп китегеҙ! Миңә хәҙер бер генә юл...

ҡабаланып Чоро инә.Чоро (саҡ тын алып). Бергә сығырбыҙмы тип

торһам. Танабайҙан елдәр иҫкән...Танабай. Һиңә нимә кәрәк?.. Юлыңда бул. Чоро. Әйҙә, һөйләшәйек әле. Ситләшмә, Тана-

бай. Дуҫтарса, коммунистарса һөйләшәйек. Танабай. Мин һиңә дуҫ түгел, коммунист түгел-

легемде лә яҡшы беләһең. Һин дә күптән комму-нист түгел! Һин коммунист булып ҡыланаһың ғына. Кешеләрҙе алдайһың, дөрөҫлөктө әйтергә ҡурҡаһың.

«ТАМАША» №2 – 2010 35

Лек ВӘЛИЕВ

Чоро (төшөнкө тауыш менән). Һин быны ысын-лап әйтәһеңме?

Танабай. Йә, ярай, хуш. Һиңә тура, ә миңә икенсе яҡҡа!

Танабай китә.Чоро уны туҡтатырға теләп ҡулын күтәрә.

Чоро. Танабай, туҡта! Һин ғәйепле түгел! Беҙ һине яҡлаясаҡбыҙ! (Тыны ҡыҫылып.) Хәлем... Хәлем ауыр! Ярҙам итегеҙ! Әй, кем бар унда? Бында киле-геҙ! Тиҙерәк... (Күкрәген тотоп бөгөлөп төшә.)

Юл. Таң ата. ҡарт менән үлгән ат.

Танабай. Бөттө, Һары юрға... Бөтәһе лә бөттө... Бына һин дә үлдең. (Атына эйелә, уның

тоноҡ күҙҙәрен яба, йүгәнен ала, бүреген сисә.) Һин толпарҙарҙың толпары инең, Һары юрғам, тайғанымда таянысым – дуҫым инең, Һары юрғам. Иң матур йылдарымды үҙең менән алып киттең, Һары юрғам. Һин һәр саҡ күңел түремдә булырһың, Һары юрғам. Ни ҡылаһың, теге донъ-яла бер осрашырбыҙ әле. Тик мин унда һинең көслө тояҡтарың тауышын ишетә алмам шул... Унда юлдар ҙа, ер ҙә, йәшел үлән дә, күк тә юҡ. Тик шуны бел, Һары юрғам: үҙем иҫән саҡта һине үле итмәм. Хуш, бәхил бул, Һарыгөл!..Миңә лә күп ҡалманы... Ваҡытым еткәс мин дә һинең кеүек юлда ауырмын. ҡайтырға тейешмен мин. (Бүреген кейә, килгән яғына боролоп.) Кәрәкмен әле мин, кәрәкмен! (Йүгәнен иңбашына һала.) Хуш, Һарыгөл, хуш!

«ТАМАША» №2 – 201036

Шәмдәр яҡтылығында мең дә бер кис...

Зал тып-тын...Түшәмдәге бәллүр шәмдәр һүнгән... Әле генә

бер-береһен баҫа биреп һөйләшкән тауыштар тынған... Бөтәһенең дә ҡараштары ҡалын шар-шауға текәлгән. Ошо инде, ошо шаршау уларҙы сәхнә тигән мөғжизәнән айырып тора... Бер нисә минут һәм ул асыласаҡ. Һин әле күрмәгән һағыш-лы йәки көлкөлө хәл-ваҡиғалар донъяһына алып инәсәк. Бер минут! Ошо бер минутты туҡтатып торайыҡсы.

«Бер минутта ташты күңелем,Бер минутта булдым ут.Берсә яндым, берсә туңдым,Барыһы булды бер минут», –

тигән бит Шәйехзада Бабич. Бер минутта кеше үҙенең ғүмерлек бәхетен таба... Бер минутта тамуҡ ғазаптары кисерә... Бер минутта донъяның аҫты-өҫкә әйләнә...

Шаршау асылмаған әле. Сәхнәлә мин – ак-триса! Залдағы халыҡ гөрләүенә йөрәк тибешем ҡушыла. Сәхнәгә моң тула. Шул саҡ минең күҙ алдыма яңғыҙ болан балаһы пәйҙә була. Ысынлап та, оҡшаш һыҙаттар бар бит. Болан балаһы болон киңлегендә иркәләнеп, һикереп уйнаһа, икенсеһе – тормош карабының бөтә булмышын һыйҙыра алған бәләкәй генә сәхнәлә кинәнеп, ҡанатла-нып уйнай, көлә, илай... Ул мин – актриса! Икеһе лә тәбиғәттең күркәм, гүзәл заттары. Икеһе лә – яҡлауға, һаҡлауға мохтаж. Өшөгән, күшеккән саҡтары ла барҙыр уларҙың. Береһе – тәбиғәт киңлегенә кинә неп, ҡояштан йылынып онотола, ә икенсеһен сәхнә, тамашасы оноттора – ҡул са-быуҙар, ҡулдан-ҡулға сәскә алыуҙар... Бөтә уҙған ғүмерем күҙ алдыма килә.

...1941 йыл. Бөйөк Ватан һуғышының беренсе көндәре. Тәтешле районы Күрҙем ауылынан, де-кабрҙең һалҡын кисендә, ат егелгән саналарға тейәп бер төркөм ирҙәрҙе Куеда станцияһына алып киттеләр. Улар араһында минең атайым да

бар ине. Оҙата барыусылар санаһына әсәйемде ултыртманылар. Ул һигеҙ айлыҡ йөклө. Ете бала санала ултырған атайыбыҙға йәш тамған күҙҙәре-беҙҙе төбәп, әсәйебеҙҙең итәгенә йәбешеп тороп ҡалдыҡ. Шул китеүҙән ул ҡайтманы. Хатта мин уның төҫөн хәтерләмәйем, ә бит минән һуң тағы өс бала бар ине. Беҙ Әнғәм ағайыбыҙҙы «атай» тип йөрөттөк. Сөнки ул һомғол, туя ашамауҙан ябыҡ кәүҙәһен әсәйемдең иңенә терәп донъя йөгөн тарт-ты. Ул ваҡытта уға ни бары ун дүрт кенә йәш ине.

Әсәйем – Күрҙем ауылынан ун ике саҡрым йыраҡлыҡтағы Борғонбашта йәшәгән Шәри-фулла олатайымдың оло ҡыҙы. Әсәйем Күрҙемгә дуҫ ҡыҙҙарына ултырмаға килгән (шундай ғәҙәт булған, ҡул эше эшләп, киндер һуғып, уны һыу буйына барып туҡмаҡлап ағартып ҡайта торған булғандар). Шундай бер көндө ҡасим – үткер күҙле егет – Мәрзиәне күҙләгән, уның ҡайтып китеүенә Борғонбашҡа, Шәрифулла ҡарт өйөнә, яусылар ебәргән. Тик текә холоҡло Шәрифулла ҡарт: «Юҡ, бирмәйем, ҡыҙым бик йәш. Дәүләтху-жаның уҡыған улдары ҡәҙерен белмәҫ», – тип кире һуҡҡан. Атайым үҙ уйынан ҡайтмаған, ат атланып

хәтирә

Зинира АТНАБАЕВА

Уҙған ғүмер – иҫтәлек

Зинира Атнабаева. 1957 йыл

«ТАМАША» №2 – 2010 37

Күрҙем менән Борғонбаш араһын тапай биргән. Бер бара, ике, өс... Борғонбаш егеттәре лә әсәйемә күҙ һалғандарҙыр, ҡасимдың юлына ҡаршы сыға торған булғандар, һуғышырға, өркөтөргә, йәнәһе. Ағаһы ҡәҙим үҙе менән бергә кәнсәлә эшләүсе, беренсе комсомолкаға, әйткәндәй, мулла ҡыҙы – Йәннәт апайға өйләнгән булған. ҡустыһының ике ауыл араһында өҙгөләнгәнен күреп ярҙамға килгән. ҡасим атҡа атланып, Борғонбашҡа ки-леүе булған, ул да тарантас егеп, ҡустыһы артынан ҡыуа төшкән. ҡасим менән Мәрзиә ҡасып ҡына ауыл осонда һөйләшеп торғанда, ағаһы ҡәҙим тегеләрҙең икеһен дә тарантасҡа йыға һалып, Күрҙемгә алып ҡайтҡан да:

— Әсәй, бына – малайың, бына – киленең, – тигән.

Өләсәйем Майнур: — Абау, бигерәк сибәр баланы алып ҡайтҡан-

һығыҙ, бик йәш түгелме һуң? – тип Мәрзиәне ҡосағына алған.

Өләсәйем ғүмер буйы ҡыҙ бала үҫтерергә хы-ялланған, тик ун ике баланан ике улы ғына иҫән ҡалған. Шуғалыр сөм-ҡара күҙле, аяғына етеп торған, алты бөтөн көмөш тәңкә тағылған, ҡара бөҙрә сәсле ҡыҙҙы ул «Сибәркәй» тип атаған. Һәм шул көндән алып ауылда Мәрзиәгә «сибәр ки-лен», «сибәр апай», «сибәр еңгә», «сибәр әбей» тип өндәшкәндәр һәм һуңғы көнгәсә шулай исемләп йөрөттөләр. Рәхмәт ауылдаштарыма.

...Әсә ҡарынында ҡалған бала – бәләкәсебеҙ тыуҙы. Шатлығыбыҙҙың сиге булманы. Шундай ма-тур малай. Олатайыбыҙға оҡшап йәм-йәшел күҙле. Тағы малай. Мин ҡыҙ көткәйнем. Ә Әнғәм ағайы-быҙ, атай урынына ҡалған оло ағайыбыҙ, беҙҙе үҙ штабына йыйып алды. Ул «штаб» тигәндәре беҙҙең мунса ине. Бөтә эштәре – китап сығарыу, шиғыр тикшереү, яңы килгән малайҙарға һынау үткәреү шунда үтә. Кәңәшмә барған көндәрҙә мунса ише-генә беҙҙе, бала-сағаларҙы, һаҡҡа баҫтыралар. Сөнки штаб ағзаһы түгелбеҙ. Уларҙың телефонда-ры ла бар. ҡалын ғына киндер еп һуҙалар ҙа, шыр-пы ҡабын тишеп, епте мунсаның эсенә үткәрәләр, осона сыра тағалар. Ептең бер башын икенсе өйгә һуҙалар. Унда ла еп шул уҡ тәртиптә беркетелә. Шырпы эсендәге сыраны бороу менән теге башта шығырҙау тауышы ишетелә. Был – «штабҡа йыйы-лырға» тигән сигнал.

Ағайым беҙҙе мунсаға йыйып алды ла: — Малайға исемде яңыса, үҙебеҙсә ҡушабыҙ,

Әнғәм-тәғәләйем кеүек исемдәр бөттө, – тине.

Ул үҙенең исемен яратмаған, күрәһең. Беҙ, бала-лар, төрлө исемдәр әйтеп баш ватабыҙ. Ағайым:

— Феликс тип ҡушабыҙ, Дзержинский кеүек ныҡ булыр, – тип тәҡдим итте. – ҡаршылар юҡмы?

— Ю-юҡ...Бер тауыштан ҡул күтәрҙек. Ә ул Феликстың

ниндәйерәк кеше икәнен кем белһен?Әнғәм ағай – беҙҙең «атай». Ул әйткәс, ҡаршы

килеп ҡара! Барыбыҙ ҙа бик ҡәнәғәт булып, йүге-реп өйгә инеп киттек. Ағайымдың, ғәҙәтенсә, эш-лекле ҡиәфәттә:

— Беҙ малайға Феликс тип исем ҡушырға бул-дыҡ, – тип әйтеүе булды, Дәүләтхужа олатайым:

— Нимә? – тип ҡаш аҫтынан йәшел күҙен әйләндереп ҡараны.

Был ишетмәүҙән түгел, исемде өнәмәгәндән ине. Йәшел ҡарашы тағы ҡабатлармы, тигәнде аңлатты. Ағайым ҡабатлай алманы.

— Ниндәй Фикус ти, ул бит гөл. Ана, тәҙрә төбөндә үҫә! Фәнис тип ҡушабыҙ.

Дәүләтхужа олатайым ҡырт киҫте һәм күҙ ҡы-рыйы менән генә матсаға ҡыҫтырылған «аҡыл сы-бығы»на ҡарап ҡуйҙы. Ул ҡараш был өйҙә ололарҙан

Зинира АТНАБАЕВА

Атайымдың атаһы менән әсәһе – Дәүләтхужа олатайым һәм Майнур өләсәйем.

1926 йыл

«ТАМАША» №2 – 201038

Зинира АТНАБАЕВА

уҙып һүҙ һөйләргә ярамағанлығын иҫкәртте... Һуңынан белдек: Фәнис – «һуңғыһы», «төпсөк» тигәнде аңлата икән.

Дәүләтхужа олатайым быяла киҫә, мейес сы-ғара, балта оҫтаһы ла ине. «Аҡыл сыбығы»н бик ма-тур итеп юнып, ҡайыҙлап, балауыҙ менән шымар-тып, матсаға ҡыҫтырып ҡуйғайны. Ошо сыбыҡтың бер тапҡыр ҙа беҙгә тәтегәнен хәтерләмәйем. Тик Әнғәм ағайымдың ололар юҡ саҡта шул сы-быҡҡа, телен арҡыры сығарып, тырышып-тыры-шып, ниндәйҙер тамғалар яһағаны иҫтә. Был уның әйтелмәй ҡалған әрнеү һыҙыҡтары булдымы икән, белмәйем. Йылдар үтеү менән ул «Аҡыл сыбығы» тигән шиғыр яҙҙы:

«Беҙҙең өйҙә бер сыбыҡ бар ине,ҡыҫтырылған ине матсаға. Ул ҡоралһыҙ мөмкин булмағандырЕте-һигеҙ бала-сағаға». Ағайым рәсем төшөрөргә лә бик оҫта ине.

Һуғыш осоронда, аслыҡ йылдарында уның был һөнәре беҙҙең тамаҡты туйҙырыу өсөн хеҙмәт итте. Куеда станцияһынан майлы буяу алып ҡайтып, Әнғәм ағайым Сталинды, Политбюро ағзаларын оло туҡымаға ҙур бумала менән тырышып эшләй. Шунан беҙ әҙер портреттарҙы тышҡа, кәртәгә элеп киптерәбеҙ. Ағайым картиналарҙы төрлө ауылдарға алып барып, клубтарға, кәнсәләргә тәҡдим итә, аҙыҡ-түлеккә алмаштыра. Ул саҡта Америка беҙҙең илгә ризыҡ ебәрә ине. Ағайым ҡайһы саҡ кипкән ваҡ балыҡ, ыжмых алып ҡайта. Уның ҡайтып килгәнен күрһәк, ауыҙҙарын асып ашарға көткән ҡарға балалары кеүек, ҡаршыһына йүгерәбеҙ. Ул Адиса менән Фәнисте күтәреп үк ала. Ағайым һәр саҡ һоро һалдат шинеле, итек, фу-ражка кейеп йөрөнө (әсәйем күп балалар билеты менән Свердлауҙан алып ҡайтҡайны). ҡышын да иҙеүҙәре асыҡ, аяҡтары күгәрсен тәпәйе кеүек бу-лыр ине. Һалҡын да тейгәндер шул һиңә, ағайым!

Дәрбинә гөлө

Һуғыш йылдарында клуб асылмай, шыршы бай-рамын беҙ өйҙә үткәрә инек. Ағайымдар, Нил һәм Илдар Юзеевтар Яңы йыл китабы сығаралар (ҡул-дан яҙып эшләүҙе улар «үҙ типографиябыҙ» тип атай ине).

Шыршыны түргә ултыртыу менән төрлө төҫтәге ҡағыҙ киҫәктәренән эшләнгән сылбырҙар (уларҙы буяу юҡлыҡтан сөгөлдөр, кишер һыуына манабыҙ) менән биҙәйбеҙ. Олатайым ағастан уйынсыҡтар

яһай. Сей картуф, кишер, сөгөлдөр, шалҡандан ҡуян, әтәс, йондоҙ, ураҡ-сүкеш яһап киҫәбеҙ ҙә һырлап эләбеҙ. Йырсы, бейеүсе, шиғыр һөйләүсе балаларға бер гөл бирәбеҙ. Әйткәндәй, ул матур гөл беҙҙә генә үҫә ине. Дәрбинә апайым гөл үҫтерергә ярат-ты. Шул тиклем матур – төрлө-төрлө төҫтә сәскә ата. Олатайым балта оҫтаһы булараҡ, гөл һауытта-ры яһап бирә. Беҙ уны «Арыш гөлө» тип йөрөтәбеҙ. Апайым гөлдө ауыл халҡына ла таратты, ул вафат булғас, уны «Дәрбинә гөлө» тип атанылар. Өфөгә килгәс, мин ул гөлдөң астра икәнлеген белдем.

Еңеүселәргә ошо гөлдө бирәбеҙ һәм Әнғәм ағайым үҙҙәре баҫҡан китаптарҙы тарата. Шул бәләкәй ыҡсым китапта нимә генә юҡ: шиғыр, йыр, кроссворд, таҡмаҡтар, донъя хәлдәре, һауа торо-шо, файҙалы кәңәштәр... Һуңғараҡ ағайым бер акт-лы пьесалар ҙа яҙып индерә башланы. Егеттәрҙең йәшерен ойошмаһы ла бар ине. Әнғәм ағайым үҙе шуның рәйесе лә, «Йәш ижадсы» тигән бәләкәй журналдың мөхәррире лә, рәссамы ла булды. Унда Илдар Юзеев та бар ине.

Ете бала араһында иң һылыуы Дәрбинә апайым булды. Әсәйем һымаҡ уҡ ҡулы эшкә оҫта, теген тегә, селтәр яғаларҙы ҡойоп ҡуйған кеүек бәйләй. Гөл үҫтерә, баҡсаға ла ниндәй генә сәскәләр ултырт-май. Күрше-күлән: «Дәрбинәлә барҙыр ул», – тип беҙҙән төрлө-төрлө сәскә орлоҡтары ала. Апайым шул тиклем бөхтә. Урын-ере ап-аҡ селтәрле. Уға яҡын барырға ла, тотонорға ла ҡыймайһың. Ауылда бер кем күрмәгән, белмәгән нәмә. Ашау өсөн дә бик ҡәҙерле булған бәрәңгене, әсәйемдән ялынып һорап алып, ҡырғыстан үткәрә лә, уның һыуын тондороп крахмал яһай. Шуның менән аҡ әйберҙәрҙе ҡатыра. Беҙҙең тәҙрә селтәре лә, минең ап-аҡ яғаларым да уның уңған ҡулы аша үтә. Мине ныҡ битәрләй ине. «Шапшаҡ, ҡара инде йыуған иҙәнеңде, таплы-тап-лы эҙҙәр ҡалған. Бына, тимер сыпта менән ышҡы», – тип тағы йыуҙыра. Их, асыуым килә ине.

Мин уның алдында ныҡ ғәйеплемен. Апайым бер ваҡыт оҙаҡ ауырып уҡый алмай ҡалғайны. Алтынсы синыфта уны ҡыуып еттем. Беҙҙе бер партаға ултырттылар. «Әнкәйем, йә мин, йә Зи-нира уҡый. Мин уның менән бергә уҡырға оя-лам», – тине апайым. Ә мин үҙем тураһында ғына уйлағанмын. «Мин уҡыйым», – тип ҡысҡырҙым. Ул башҡаса мәктәпкә барманы. Ул да һәйбәт уҡый ине бит. Апайымдың да балалар араһында булғыһы килгәндер... Мин уның юлын киҫтем. Ә ул үпкәләмәне. Йомшаҡ күңелле булды. Туғандарына йәнен бирергә риза ине.

«ТАМАША» №2 – 2010 39

Зинира АТНАБАЕВА

Ул беҙгә – Мәғдән ағайыма, миңә, Вәсимгә, Адисаға, Фәнискә, ғөмүмән, үҙенән кеселәргә кис һайын оҙон-оҙон әкиәттәр уҡый. Һүҙен һәр саҡ «ул ҡыҙ ауырымай, бына, йүгерә», тип тамам-лай. Һуңынан белдем, ул әкиәттәрҙең береһе лә китапта юҡ, апайым уларҙы үҙе уйлап сығарған. Күрше Болғар ауылынан Самат тигән егет киске уйындан апайымды оҙата килә ине. Мин етенсе класты тамамлап, һигеҙенсегә Аҡсәйеткә уҡырға киткәндә, үҙебеҙҙең оҙон бәрәңге баҡсаһы аша үтәм. Арҡа ла – ризыҡ тейәлгән котомка, ҡул-да сыбыҡ. «Ана, апайыма киске уйынға сығырға ла ярай, ә миңә ярамай, уны Самат оҙата, мине бер кем дә оҙатмай», – тип һөйләнә-һөйләнә сы-быҡ менән апайым ултыртҡан сәскәләрҙең ба-шын өҙәм. «ҡайтырһың әле, ҡыҙыҡай», – тигән тауышҡа боролоп ҡараным. Апайым сарҙаҡта миңә йоҙроҡ төйнәп тора ине. Ошо мәл мәңге-леккә күҙ алдымда ҡалды. Апайымды тере килеш һуңғы күреүем булды был.

Ауыр һуғыш йылдарында уны дауаханаға һа-лыу тигән уй ҙа булмаған... Ә бит ябай сир – «по-рок сердца». Хәҙер ун минутлыҡ операция яһайҙар ҙа – кеше йәшәй. Дәрбинә апайым: «Әнкәйем, һарыҡтар ҙа бар бит, шуны һатып, мине врач-тарға күрһәтһәң ине», – тип һорай торған булған. Улар икәүләп, беҙҙән утыҙ-ҡырҡ саҡрымда ятҡан Яңауылға барырға сыҡҡан. Бер бензовозды туҡта-тып, шуның өҫтөнә менеп ултырғандар. Унда хатта тотонорға ла урын булмаған. Юлдар на-сар. Шофер ашыға. Әсәйемдең алған төйөнсөгө лә елгә осоп төшөп ҡалған. Машина һикерткән һайын апайыма ауыр булған. «Әнкәйем, төшәйек, миңә ауыр, туҡтат», – тигән апайым. Әммә әсәйем күпме генә шаҡыһа ла, шофер ишетмәгән. Апайы-ма бик ауыр булғас, әсәйем тәҙрәгә үрелеп һуға башлаған. Шофер уларҙы төшөрөп ҡалдырған да китеп барған. Әсәйем бер үҙе апайымды ҡосаҡлап юл ситендә ултырып ҡалған. Апайым һыу һораған. Әсәйем уны юл ситенә һалып, үҙе һыу эҙләп йүгергән. Һөрөлгән ер өҫтөндә тороп ҡалған бер мискәнән усы менән һыу алып ки-леп апайымдың ауыҙына һалған. Ул бер йотҡан. «Әнкәйем, ниңә иламайһың, мин үләм бит!» – тип ҡысҡырған да әсәйемдең ҡосағында йән биргән. Был ғаиләбеҙҙең оло фажиғәһе булды. Хатта атайыбыҙҙың һуғыштан ҡайтмауын да онотторҙо. Әммә Дәрбинә апайыбыҙ күҙ алдыбыҙҙа һәр саҡ тере кеүек, үҙе үҫтергән сәскәләргә күмелеп то-роп ҡалды.

Әсәйем затлы нәҫелдәнӘсәйебеҙ яҙыусы, мәғрифәтсе Ғәли Соҡорой-

ҙоң туған тейешлеһе булғанлыҡтан, яҡты зиһенле булыуы, Туҡайҙы яттан белеүе, саф шиғри күңеле беҙҙе лә шул юҫыҡта тәрбиәләүгә булышлыҡ ит-кәндер, күрәһең.

Ғәли Соҡоройҙоң улы Ғәрифулла хәҙрәт беҙҙең ауылда мәсет һалдырып шәкерттәр уҡытып, бе-ренсе аң-белем биреүсе шәхес булған. Ауылымдың үткәндәрен хәтерләп, юл буйында «партизандар зыяраты» тора. Әсәйемдең һөйләүе буйынса, 1918 йылдарҙа булһа кәрәк, бер көн аҡтар, бер көн ҡыҙылдар килеп, ҡыуалашып һуғышҡандар. Ике яҡ та ауыл халҡын талап китә торған булған. Ауыл халҡы аҡтар артынан да, ҡыҙылдар артынан да үлтерелгән кешеләрҙе, йә баштарын, йә аяҡта-рын табып, бер урынға күмеп, «партизандар зая-раты» тип яҙып, кәртәләп ҡуйған. Халыҡты иң тетрәндергәне Ғәрифулла хәҙрәт Кейековтың (1861-1918) үлеме булған. Йәнә ағайымдың был шәхес ту-раһындағы шиғыр юлдарын килтергем килә:

Был хәл мең туғыҙ йөҙ ун һигеҙҙәБысраҡ октябрҙә – көҙ булған:Аҙбарыңа кертеп, ҡылыс менәнТураҡлаған һине ҡыҙылдар.Һин хәҙрәтһең – улар ҡаршыһындаЯуыз синфи дошман булғанһың. «Йәшәһен», тип, «ура» ҡысҡырмайса,Намаҙ уҡып, доға ҡылғанһың. Шуның өсөн һине үлтергәндәрҺәм күмергә рөхсәт булмаған;Ә шулай ҙа бер ямғырлы төндәМәйетеңде кемдер урлаған. Йәшереп кенә зыяратҡа күмгән,Исемеңде яҙған таш ҡуйып...И, мөхтәрәм Ғәрифулла хәҙрәт,Баш осоңа килдем баш эйеп.Ихтирамға – хәҙрәт булараҡ та, Шағир булараҡ та лайыҡлыһың,Халыҡтарға рухи байлыҡ һин. Һуғыш йылдарында беҙҙә Ленинградтан күсен-

гән бер ғаилә – Анна апай, һыңар аяғы ағастан ҡуйылған әсәһе, ҡыҙҙары Оксана, улдары Мир Чу-раковтар йәшәне. Уларҙың ауылға килеп төшкән мәле бөгөнгөләй хәтеремдә. Бөтә ауыл шау-гөр килде. Ленинградтан ике балаһы, олоғайған, ғәрип әсәһе менән ҡатын кеше бер үҙе, станциянан да, район үҙәгенән дә алыҫ булған ер аяғы – ер башы төпкөл ауылға, килеп төшһөн әле. Ауылда был хәбәр тиҙ таралды. Беҙ, балалар, йүгерешеп ҡарарға

«ТАМАША» №2 – 201040

Зинира АТНАБАЕВА

сыҡтыҡ. Ни ғәжәп, бер кем дә уларҙы ҡапҡа асып ҡаршы алмай. Минең ауылдаштарым киң күңелле, итәғәтле, ҡунаҡсыл инеләр бит. Ул көндәрҙә халыҡ тетрәндергес ауыр хәлдә йәшәне шул. Бына уларҙы тейәгән арба беҙгә етеп килә. Беҙҙән һуң ике генә өй ҡала. Улар ҡайҙа бара?.. Беҙ әсәйҙең аяғына йәбештек. «Әнкәй, алайыҡ, инһендәр беҙгә». Әсәйем аптырап ҡалды: «Йә Хоҙай, үҙ балаларыма ашатырға юҡ. Мин уларға нимә ашатам?» Ә беҙ бер ауыҙҙан: «Әнкәй, мин ашамам, әнкәй, мин ашамам, алайыҡ», – тип ялындыҡ. Уларҙы урынлаштырырға йөрөгән бригадир беҙҙең ҡапҡаға туҡталмаҫ та ине бәлки. Ете балалы бер яңғыҙ ҡатын бит. Беҙ барып ҡапҡаны астыҡ. Үҙебеҙ кеүек үк ябыҡ ҡына балалар менән ҡосаҡлаштыҡ.

Беҙ улар менән татыу йәшәнек, туғанлаштыҡ. Рус егете Мирға Әнғәм ағайым үҙе яҙған шиғыр-ҙарҙы ятлатып, кисәләрҙә һөйләтте. Һуғыштан һуң, үҙҙәренә ҡайтырға йыйынғанда, Оксана ла, Мир ҙа беҙҙеңсә һөйләшеүсе, ғөмүмән, беҙҙең милләт балаларына әйләнгәйне инде. Шул йыл-дарҙы хәтерләтеп, ишек яңағына «М. Чураков, М. Атнабаев» тип бәке менән соҡоп яҙылған тамға – мәңге уңалмаҫлыҡ яра кеүек һаман һаҡлана... Мәғдән ағайым менән Мир бер йәштә ине. Һуғыш бөткән көндө хәтерләйем. «Гитлер капут, атайҙарыбыҙ ҡайта», – тип ҡысҡырыш-тыҡ, ҡосаҡлаштыҡ. Ә ин де уларҙы оҙатҡанда ҡапсыҡтар әҙерләп ашарға тултырҙыҡ, кейемдәр кейҙерҙек. Беҙ илап тороп ҡалдыҡ, ә әсәйем ат егеп станцияға китте.

һике беҙҙе кеше итте... Өй түребеҙҙә балалар теҙелеп ятырлыҡ һике-

беҙ бар ине. Оҫта ҡуллы олатайым Дәүләтхужа һике башын һырлап эшләне. Уның буйынан-буйы-на оло инәйем Майнур ҡыҙыл гәрездән һуғылған шаршау элеп ҡуйҙы. Һике беҙҙең һәм ауылдың күркәм сәхнәһенә әүерелде. Ошо ҡыҙыл шаршау бик йыш асыла торғайны. ҡаршы һикелә сәй эсеп ултырған ололарҙың күңелдәрен күреү өсөн йыр-лайбыҙ, бейейбеҙ. Йә Әнғәм ағайым «мостик» яһай, Адиса уның ҡорһағына менеп баҫа, ә мин «стойка»ла, Мәғдән ағайым минең аяҡтарымды тота. Теге яҡлап Оксана «стойка» бирә, ағаһы Мир уның аяҡтарын тота. Ә бәләкәй Вәсим салют би-реп тора. Йәнәһе бына һеҙгә пирамида!

Бер заман Әнғәм ағайым пьеса яҙҙы. «Үлтер фашисты!» тип атала ине ул. Байтаҡ ваҡыт әҙерләнгәндән һуң, бер кисте шул пьесаны уй-нарға булдыҡ. Иҙән тулы күрше-күлән: ололар ҙа, балалар ҙа бар. Әнғәм ағайым фашист булып уй-най. Дәрбинә апайым – йәшерен ойошма кешеһе. Мәғдән ағайым – ҡыҙыл командир. Мин – пар-тизан ҡыҙ. Ышанып, бирелеп уйнайбыҙ. Фашист менән партизан ҡыҙҙың урманда (һикегә ағастар ҡуйылған) осрашыу күренеше ине. Фашист миңә, йәки партизанкаға пистолетын (пистолет ағастан эшләнеп, ыҫмала менән ҡарайтылған) тоҫҡауы булды, мин бар көсөмә ҡысҡырып, ағайыма таш-ландым. Ә ул: «Мин һиңә аттым бит, үл инде», – ти. Шулай тип әйтеүе булды, иҙәндә теҙелешеп ултырған, мине йәлләгәндән илашып бөткән ба-лалар фашисты һикенән һөйрәтеп төшөрҙө. Илай-илай уға һуғалар, тибәләр, ағайым дүрт аяҡлап саҡ ҡасып ҡотолдо. Ә мине шунан һуң, ҡарты ла, йәше лә «артистка» тип йөрөтә башланы. Иҫ китмәй, «артистка» булғас «артистка», уның кем икәнен кем белгән. Ошо матур һике-сәхнә Әнғәм ағайым-ды – шағир, драматург, мине актриса яһаны. Ола-тайымдың һикеһе беҙҙе шул йылдарҙағы илау-һыҡтауҙарҙан, аслыҡ-яланғаслыҡтан һаҡланы. Ә әсәйем ғүмер буйы атайымды көттө.

Әсәйемдең тыуған төйәге

Ишле ғаилә, ауыр һуғыш йылдары... Борғон-баш – әсәйемдең тыуған төйәге. Йыш ҡына берәм-берәм унда барып, тамаҡ туйҙырып ҡай-табыҙ. Нәнәйем Шәмсинур – әсәйемдең әсәһе, бал бабайым Хажип ҡарт – нәнәйемдең ҡоҙаһы, уның ҡыҙы – Әнисә еңгәм йәшәп яталар ине.

Әнғәм ағайым (уртала), Балбабайым һәм әсәйем менән. 1932 йыл

«ТАМАША» №2 – 2010 41

Зинира АТНАБАЕВА

Был өсәүҙең әсе яҙмышы үҙе бер китап яҙырлыҡ. Нәнәйем 102 йәшкә етеп үлде. Ул заманда бер көндө аҡтар, икенсе көндө ҡыҙылдар килеп ҡыуа-лашып һуғышҡан. Әсәйемдең атаһы Шәрифулла олатайымды аты, арбаһы менән алып киткәндәр. Шул китеүҙән ул ҡайтмаған. Нәнәйем яңғыҙы дүрт балаһын үҫтергән. «Аҡтар килһә лә баҙға ҡаса-быҙ, ҡыҙылдар килһә лә баҙға төшәбеҙ. Күҙебеҙ яҡты көн күрмәне инде беҙҙең», – тип һөйләй ине. Һуҡырайып үлде. Әсәйем – Мәрзиә – оло ба-лаһы, унан Йыһаниә апайым, унан Әминә апайым һәм улы Шәрифйән. Беҙ Шәрифйән ағайыбыҙҙы шәкерт тип йөрөтә инек. Белем, уҡыу менән күберәк ҡыҙыҡһынған күрәһең.

Бал бабайым ҡыҙы Әнисә менән Күрҙемдә йәшәгән, умарта тотҡан, бал биреп баҡсаһын ке-шенән ҡаҙыта торған булған. Егерме биш саҡрым-дағы станцияға бал күтәреп барып һатҡан. Бигерәк тырыш булған. Һәм бер көндө, кулак тип донъяһын туҙҙырып, алыҫ Себергә һөргөнгә ебәргәндәр. ҡарсығы, улы, килене, уларҙың бәләкәс малай-ҙары шунда үлеп ҡалған, ә Әнисә ҡыҙын тиҙ генә йәрәшеп шәкерткә, йәғни Шәрифйән ағайы-

ма кейәүгә биргәндәр. Бал бабайым Себерҙән бөтөрөнөп ҡайтып, нәнәйемдәргә килеп баш төрткән. Элекке шөғөлдәрен ташламаған: умарта тотҡан, тырышып картуф ултыртҡан, кешеләр уға бәрәңге һорап килгән. Ул барыһына ла ярҙам ит-кән. Иртән тороуына серек бәрәңге эҙләп баҡса-һын ҡаҙып ташлай торған булғандар. Нәнәйем дә, Әнисә еңгәм дә кешеләрҙе йәлләп, нимәләре бар – биреп сығаралар ине. ҡапҡа төбөнә балалар йыйылып китә. Ә уртала мин – ҡунаҡ ҡыҙы. Табаҡ менән ашарға ҡуялар, сыр-сыу киләбеҙ. Табаҡтың төбө бер «шәп»тә ялт итә.

Урам аша Суфый бабайҙар йәшәй. ҡыҙҙары Мәнзүмә минең менән уйнай. Улар серегән бәрәңгене иҙеп, тимер мейес өҫтөнә ҡоймаҡ кеүек яһап теҙәләр ҙә, шуны ашайҙар. «Их, шуны ашаһаң ине ул», – тип уйлайым. Күҙ гел шул серек бәрәңге ҡоймағында. Суфый бабай бик йор, минең күҙҙең ҡайҙа төбәлгәнлеген күрә. Бер көндө ул: «Зинира ҡыҙым, бар, бал бабайҙарҙан берәй әпәй сәлдер, ҡоймаҡ бирәм», – ти. Мин йүгерҙем, әпәкәйҙе күлдәк итәгенә һалып алып барып бирҙем. Бер се-рек бәрәңге ҡоймағына. Башҡа-баш! Эй, тәмле!

Әсәйем (уртала) ете балаһы менән. Мин – һулдан беренсе баҫып торам, Әнғәм ағайым әсәйемдең һул яғында. 1947 йыл

«ТАМАША» №2 – 201042

Зинира АТНАБАЕВА

Суфый бабайҙарҙың өйҙәре һалҡын. Шуға ла ул гел ҡата, ҡаптыр тун кейеп йөрөй. Мин уны йәлләй инем. Бер көндө ул күҙен ҡыҫып, ауыҙын ҡымтып: «Зинира ҡыҙым, шәкерттәреңдең ишек яңағына эленгән толобон килтерһәң, мин һиңә тәтәйҙәр (төрлө ватыҡ быялалар) бирәм», – тине. Минең баш күккә тейҙе! Толоп оҙон, һарыҡ тиреһенән тегелгән. Ҙур яғалар менән уратып алынған. Толоп миңә нимәгә? Вәт тәтәйҙәр, исмаһам, уйнарға ярай. Йүге-реп ҡайттым. Эйе шул, тун соланда эленеп тора. Өй йылы, уны бер кем кеймәй. Эй тартам, эй тартам. Юҡ ҡына бит. Иҙәнгә яттым да, аяҡты ишек тупһаһына терәп, арлы-бирле тарта торғас, элгесе өҙөлөп, ки-леп төштө был толоп, үҙемде лә ҡапланы. Толоп ара һынан сығып һөйрәп киттем. Тирләп-бешеп саҡ Суфый бабайҙарға барып индем. Ә ул көлә. «И-и, ҡы-ҙым, бигерәк ышанып бараһың, ватыҡ быялаға толоп алып буламы ни!» – ти. Ә мин ныҡ үпкәләнем. «Миңә тәтәй бирмәйһеңме ни, һуҡыр Суфый!» – тип сығып йүгерҙем. Ул гел бер күҙен ҡыҫып ҡарай торғайны.

Ә минең менән уйнаған Мәнзүмә йыш сирләй ине. Сығып ултыра был өй буйына. Беҙ көләбеҙ, туҙанға тәгәрәйбеҙ, ә ул бөтә нәмәгә лә вайымһыҙ ҡарай. Көлөүе лә әллә нисек: ауыҙын бер яҡҡа ҡый-шайта биреп кенә ҡуя.

Хатта шул ҡыйыш ауыҙлы Мәнзүмәнең дә атаһы бар, ә минеке юҡ!

Кем һуң ул Ҡасим Дәүләтхужа улы...

Кем булған һуң ул ҡасим Дәүләтхужа малайы? Мин һинең үҙеңде лә, йөҙөңдө лә хәтерләмәйем. Ләкин мине: «Зинира ул атаһына оҡшаған, ут кеүек, әллә нимәләр уйлап таба, тынғыһыҙ», – тип әйтә торғайнылар. Шулай булғанһыңдыр, йәшләй генә яратып өйләнеп, һигеҙ бала атаһы булырға өлгөргән кеше бит һин. Совет тигән һүҙгә бөтә халыҡты ышандырып, беренсе булып колхоз ойоштороп, «Урал» колхозында ағайың – ҡәҙим Атнабаев, «Карл Маркс» исемендәгеһендә үҙең – ҡасим Атнабаев рәйес булып, маҡталып эшләй башлағанһығыҙ. «Атнабаевтар ойошторған колхоздар», – тип дан алғанһығыҙ. Был икәү – Дәүләтхужаның дыуамал улдары, икеһе-ике кол-хозда бер-береһенән уҙҙырып, береһе ҡуяндар үрсетә, ә икенсеһе колхозда төлкөләр тота. Кол-хозсыларға ҡуян, төлкө тиреләренән ҡыҫҡа тундар тектерәләр. Тегеү һәм таҡта ярҙырыу артелдәре асалар. Хатта ашхана ла ойошторалар. Ике кол-

хозда халыҡ айырылып тора, бай йәшәй. Тик был хәл күрше ауыл, колхоздарға оҡшамай, әлбиттә. Бер-бер артлы ялыу яҙыу, тикшереүҙәр башлана. Хатта был икәүҙе алып китәләр. Биш ай Алкино-ла ултырып та ҡайталар. Әммә халыҡ һорауы, юл-лауы менән икеһен дә үҙ колхоздарына йәнә рәйес итеп ҡуялар. Быларҙың үҙ һүҙҙәре һүҙ, сәмләнеп, коммунизм төҙөргә тотоналар. Хатта: «Атнаба-евтар коммунизм төҙөй башлағайнылар инде», – тип халыҡ араһында һөйләп тә йөрөгәндәр. Тик ең һыҙғанып эшләп йөрөгәндә, уларҙың ғүмерен ҡот осҡос һуғыш аяуһыҙ өҙгән. Хатта унда ла беренселәрҙән булып, «илде һаҡларға» тип, үҙ теләктәре менән сафҡа баҫҡандар. Ә бит һеҙҙең кеүектәрҙе һуғышҡа бик ебәреп тә бармағандар. Ауылда ла кәрәк булғанһығыҙ, бронь менән ҡал-дырғандар ундайҙарҙы. Ләкин атайым да, уның ағаһы ла бергә эшләгән егеттәрҙе ебәреп, үҙҙәре тороп ҡала буламы һуң? Эйе, ҡыйыш ауыҙлы Мәнзүмәнең атаһы бар. Ә уларҙың күршеһе «шәкерт»тәрҙең балаһы булып та өлгөрмәне, ул һуғышҡа китте лә ҡайтманы.

Борғонбашта кис ултырабыҙ, нәнәйем ойоҡбаш-тар бәйләй, уларҙы йыйып фронтҡа оҙата торғайны-лар. Әнисә еңгәм, ҡулы эштән бушау менән, минең һүҙҙе йыҡмай, ҡурсаҡтар тегә. «Бына быныһы – Мәнзүмә, ап-аҡ яулыҡ бәйләгән», – ти. «Бына бы-ныһы – сәсен йыя алмағаны – етен сәслеһе – Зи-нира», – ти. Оҙон итеп етендән сәс ҡуя. Мин ике ҡурсаҡты ла ҡосаҡлап йоҡлап китәм. Мине Борғон-башҡа йыш алып китәләр. Матур итеп кейендереп ҡайтаралар ине. Хәҙер уйлайым, үҙе бала һөйөү бәхетен татымаған Әнисә еңгәм, минең менән бу-лып, яңғыҙ йөрәгенә йыуаныс тапҡандыр.

Мин тағы ла Борғонбашта. Бәләкәс йөрәгемә тәү тапҡыр хәнйәр менән сәнсеү – Мәнзүмәнең үле-ме булды. Минең сираттағы барыуыма ул юҡ ине: «Мәнзүмә үлде», – тинеләр. «Нисек инде ул үлде?! Мин бит уға әсәйемдең күлдәк теккәндән ҡалған киҫентеләрен алып килгәйнем. ҡурсаҡтар тегер-беҙ, тип. Нисек инде ул шуларҙы алып китмәне», – тип иланым. Суфый бабай уның гел тағып йөрөгән муйынсағын: «Мәнзүмәнең төҫө булыр, мәрйен-алманан теҙелгән, һиңә бәхет килтерһен», – тип муйыныма таҡты. Мин төн буйы йоҡламаным. Икенсе көндө, бөтә тәтәйҙәремде, ҡурсаҡтарымды бал бабайҙарҙың баҡса башына илтеп, соҡор ҡаҙып күмдем дә, ҡайтып киттем. Бер кемгә әйтмәнем. Быны күреп ҡалған бал бабайым сыбыҡ тотоп ар-тымдан йүгерҙе. «Борол! – ти. – Ун ике саҡрым бит».

«ТАМАША» №2 – 2010 43

Зинира АТНАБАЕВА

Ә мин уның һайын нығыраҡ сабам. Бала сағым ошонда, ҡурсаҡтарым, тәтәйҙәрем менән бергә күмелеп ҡалды. Башҡаса Борғонбашҡа улай йыш барыуымды хәтерләмәйем. Бал бабайым мәрхүм булып китте, нәнәйемде, Әнисә еңгәмде Күрҙемгә күсереп килтерҙеләр. Шәрифйән ағайымдың Борғонбаштағы гөрләп торған нигеҙе ҡороно. Бына бит һуғыш ҡорбандарының яҙмыштары ниндәй ая-ныс һәм төрлө-төрлө.

Һуғыштан бер-бер артлы «үлде», «хәбәрһеҙ юғалды» тигән ҡара ҡағыҙҙар килә башланы. Шәкерт тең, еҙнәбеҙ Муллағәлиҙең, ҡәҙим ба-байымдың, Ғилемхан ағайымдың, атайымдың... Бөгөн нисәмә йөҙләгән әзмәүерҙәй ир урынына бер обелиск ҡалды. Унда нисә Атнабаев бар! Их, был ҡәһәрле һуғыш тигәндәре! Күпме йәш кенә ҡыҙҙар һөйөлөп тә өлгөрмәй, күпме килендәр ба-лаға уҙыу бәхетен татымай, күпме әсәләр ирҙәрен, улдарын күреп туймай етем тороп ҡалды. Һәм ғүмерҙәре буйы көттөләр.

Көтә белеү – үҙе батырлыҡ ул,Яу батыры менән бер остан. Көтә белгән ҡатындарға атап,Һәйкәл һалыр инем ҡоростан!Йәшен-ҡартын – ерҙә йәшәүсенең барыһын даБаш эйергә мәжбүр итер инемОшо ҡорос һәйкәл алдында.

Әсәйем

...Әсәйем!!! Беҙ һис ҡасан да уның илағанын, зарланғанын күрмәнек. Күрһәтмәне. Ул беҙҙе лә шундай рухта үҫтерҙе. «Ауыҙыңда ҡара ҡан булһа ла, кеше алдында төкөрмә!» Ат урынына еге-леп һабан һөрҙө. Колхоздың бер ауыр эшенән дә ҡалманы. Башҡа ҡатындар аслыҡтан, юҡлыҡтан «ыштан балаҡтарына иген тултырып ҡайтығыҙ», тип балаларын ырҙын табағына ебәрҙе. Әсәйем бер ваҡытта улай итмәне. «Аяҡ атлап бармағыҙ, урлашыу һеҙҙең эшегеҙ түгел, уҡыуығыҙҙы ҡа-рағыҙ, мин үҙем нисек тә астан үлтермәм», – ти торғайны. Эйе, астан үлмәнек. Уҡытты, кеше итте. Көндөҙ колхоз эшендә, ә төнөн ултырып кемгәлер кейем-һалым, колхозға тегенеһен-быныһын тегә. Дәүләтхужа олатайым кемгәлер мейес сығара, быяла киҫә, рамдар эшләй, өй һалыша. Әнғәм ағайым яҙа-һыҙа, рәсемдәр төшөрә.

Бына миңә лә беренсе синыфҡа уҡырға барыу көнө килеп етте. Әҙерләнеүҙең сиге юҡ. Олатайым ағастан матур итеп һырлап сумка эшләп бирҙе.

Дәрбинә апайым ҡурсаҡ кеүек итеп кейендерҙе. Уҡырға беҙ һуңлап төштөк. Колхоз эштәре бөткәс кенә. Беҙҙең өйҙән күпер башына тау төшәһең, ә унан мәктәпкә тау менәһең. Хәтеремдә, өйҙән сыҡтым да, теге һырлап эшләнгән таҡта сумкама ултырып, күпер башына тиклем шыуып төштөм, унан мәктәпкә тау менеп, сумканы бер тотоп, бер һөйрәп барып еттем.

Беҙҙе, беренсе синыф уҡыусыларын, бер сит-тәрәк торған йортҡа ебәрҙеләр. Теҙелешеп барып индек. Тәҙрәләре туң, эсе һыуыҡ, ишектәре ябы-лып та бөтмәй. Шағыр-шоғор килеп инеп, пар-талар артына ултырҙыҡ. Бына беренсе тапҡыр ҡаршыға уҡытыусы килеп баҫты. Бына ниндәй була икән ул – уҡытыусы! Аяғында шығырҙап торған күн итек, йәшел итәк, гимнастерка, билен ҡайыш менән ҡыҫып быуған. Ә сәсе, сәсе ҡып-ҡыҫҡа, бөҙрә. «Был һеҙҙең уҡытыусығыҙ – Рәсимә апайығыҙ Хузина, ул күптән түгел һуғыштан ҡайтты», – тип таныштырҙы мәктәп директоры Әхмәтов Хажи ағай. Ул үҙе лә гимнастерканан, гәләфи салбарҙан, хром итектән ине. Һуңынан бел-дек: ул да һуғыштан ҡайтҡан. Беҙҙең класҡа инеп, сәғәттәр буйы һөйләй, беҙ ауыҙ асып тыңлайбыҙ, көләбеҙ, илайбыҙ. Ул инеп сыҡһа, беҙҙең класс йы-лынып ҡала. Беҙ класыбыҙҙы «ҡотоп», йәғни «тун-дра» тип атаныҡ. Ул бер ҙә йылынмай. Тәнәфестә мейес артына инеп төрткөләшеп, аҡбурға буялып йылынабыҙ. Дәрес бөтөүгә мин тағы күпер башы-на таҡта сумкама ултырып, шыуып төшәм, унан өйгә тиклем сумканы бер күтәреп, бер һөйрәп ҡайтам. Мин бик тәртипле булманым ул. Әммә яҡшы уҡыным. Маҡтау таҡтаһында – мин, кон-церт булһа – мин. Әсәйем дә, кис ултырып тегеү

Һеңлем Адиса, әсәйем, мин, Вәсим һәм Фәнис ҡустыларым. 1955 йыл

«ТАМАША» №2 – 201044

Зинира АТНАБАЕВА

теккәндә, биш-алты бала өҫтәлгә дәрес әҙерләргә ултырһаҡ, миңә айырыбыраҡ урын бирә. «Зини-ра яҡшы уҡый, ул өҫтәл янына ултырһын», – ти торғайны. Ә инде бер табаҡтан аш ашау минең өсөн үлем. 6-7 ҡашыҡ шап-шоп ашайҙар, мин дә эләктереп ҡалырға тырышам, шунан төйөләм: «ҡах та ҡох». Бөтәһе лә арҡаға һуға. Әсәйем мине айырып, миңә башҡа һауытҡа һалып бирә торғай-ны. «Зинира минең кеүек нәҙек тамаҡлы», – тип тағы ла мине үҫендерә. Ә ана, Оксана менән Мир, әллә ҡайҙа тыуып үҫһәләр ҙә, Ленинград тиклем Ленинградта бит әле, бер ҙә тамаҡтары ла нәҙек түгел, ашты беҙҙең малайҙар менән бер рәттән һоҫоп ҡына ҡуялар. Әсәйем дә инде: «Үҙемдекеләр күп, башҡа берәйһенә индерегеҙ», тип торманы – алды. «И-и, шулай шул, ҡайҙа барһындар, кем алһын артыҡ тамаҡтарҙы?» – тип тағы ла уларға ҡарап йәлләйем тегеләрҙе. «Оксана «пирамида» эшләгәндә шәп бит. Аяҡтары ла бәп-бәләкәй, ә минең аяҡ сабата хәтле. Әйҙә ашаһын, аяғы үҫер, исмаһам. Әсәйем мине лә астан үлтермәҫ әле» тип йыуатам үҙемде.

Йәшлек

Миңә буй үҫтереп, еткән ҡыҙ булып башҡа ауыл йәштәре кеүек клубҡа, киске уйындарға сығыу, ау-лаҡ өйҙәрҙә булыу эләкмәне. Әнғәм ағайым тап ошо йылдарҙа ауылда етенсе класты бөттө лә, уҡытыу-сы булып эшләй башланы. Ололарҙан башҡа ҡасып ҡына кис ултырыу ныҡ хәтеремдә ҡалды. Үҙем менән бергә уҡыған күрше ҡыҙы Шәмғиәләргә аулаҡҡа – йәшерен ашҡа инергә булдым. Көндөҙ үк ҡыҫтыбый бешерергә мин дә өйҙән он, бәрәңге сәлдерҙем. Йыйылдыҡ ҡыҙҙар, бешерҙек, өҫтәлгә ултыртырға әҙерләнәбеҙ, шырҡ-шырҡ көләбеҙ. ҡапыл Шәмғиәнең: «Уҡытыусы! Утты һүндере-геҙ!» – тип әйтеүе булды, бөтәбеҙ ҙә башты өҫтәл аҫтына тыҡтыҡ. ҡараңғы. Тып-тын. Бары ҙур бо-тинканың шығырҙауы ғына ишетелә. Йөрәк дөп-дөп итә. Шул саҡ кемдер сәсемдән эләктереп өҫтәл артынан тартып сығарҙы ла, ишекте асып, күтәрмә башынан осорҙо. Мин šар өйөмөнә барып төштөм. Шул ҡыҙыулыҡ менән өйгә ҡайтып ингәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ағайым ҡайтҡанда мин юрғанға төрөнөп, ята инем инде. «Аулаҡҡа йөрөргә кемдән рөхсәт алдың?» – тип һөйләнә ағайым.

Шулай иҫән-аман һәйбәт билдәләр менән ауылда ете класты тамамланым. Ағайымды ауыл-дың ете йыллыҡ Күрҙем мәктәбенән алып, ун йыл-

лыҡ Аҡсәйет мәктәбенә әҙәбиәт уҡытыусыһы итеп тәғәйенләнеләр. Ә мин Аҡсәйет мәктәбенә һигеҙенсе класҡа уҡырға киттем.

Бына 1 сентябрҙә, тағы батшабикәне оҙатҡан кеүек, апайым миңә кейемдәр әтмәләп, ә әсәйем «ағайыңа һауып эсерерһең», тип, күрше Ғәйшә әбейҙән кәзә һатып алып (беҙҙең һыйыр бар ине, кәзә булманы), етәкләтеп оҙатып ҡалды. Ағайым алдан киткәйне инде. Шәмғиә, Нәфисә, Тәнзилә, мин кәзәне бау менән етәкләп Аҡсәйеткә юллан-дыҡ. Ағайым Камила апайҙарға фатирға урын-лашҡан. Беҙ өйөрөбөҙ менән уларҙың ҡапҡа төбөнә барып туҡталдыҡ. Ағайым мәктәптән ҡайтып килә ине. Ул Дәүләтхужа ҡарт кеүек шундай һөҙөп ҡара-ны, белеп торам, кәзә етәкләп килеүемде яратманы. Әйтерһең мин ғәйепле. «Әсәйем уны һинең тамағың һыйлы булһын өсөн ебәрҙе», – тип әйтеп булмай бит. ҡыҙҙар ятаҡҡа урынлашты, ә мин кәзәм менән Камила апайҙарҙа тороп ҡалдым. Мәктәптә тағы шул уҡ «дан» таралды – мин «артистка». Ә ағайым-ды бөтә уҡытыусылар: «Ул Таҡташҡа оҡшаған, уның дәрестәре ҡыҙыҡлы», – тип яраталар ине. Ул Аҡсәйет мәктәбен данға күтәрҙе, алға сығарҙы. Ниндәй генә түңәрәктәр үткәрмәй ине: шиғыр һөйөүселәр, күп китап уҡыусылар, йыр-бейеү яра-тыусылар, рәсем төшөрөүселәр түңәрәге.

Мәктәп йылдарында. 1950 йыл

«ТАМАША» №2 – 2010 45

Зинира АТНАБАЕВА

Мәктәптән ҡайтыуҙар юҡ, гөрләшәбеҙ. Бер саҡ хатта Күрҙем мәктәбе уҡытыусылары: «Әнғәм, һин үҙ ауылыңдың мәктәбен күтәрер урынға, гел Аҡсәйетте алға сығараһың?» – тип үпкә лә бел-дерәләр ине. Беҙ Күрҙемдән дүрт ҡыҙ 8 «б» кла-сында уҡыныҡ. Баштараҡ малайҙар тәнәфестә килеп, ишекте асалар ҙа: «Күрҙемдән модный, сибәр ҡыҙҙар килгән», – тиҙәр. Беҙҙе ирештерәләр, йәнәһе. Унда ла бөтә концерттарҙа ҡатнашам – бөтә сараның уртаһында ҡайнайым.

Бына шулай итеп уҡып йөрөйөм. Камила апай көн дә таң һарыһы менән һыйыр һауырға тора: «Зинира, тор, ҡыҙым, кәзәңде һау ҙа, көтөүгә ҡыу», – ти. Күҙҙе тырнап, кәзәнең бәләкәс кенә имсәген тартҡыла, имеш. Әсәйем әйткәс, тартам, тик ағайым ул һөттө эсмәй, һиҙеп торам. Мин индереп ҡуйыуға Камила апайҙың һөт биҙрәһенә түңкәреп ҡуя. Бер көндө кәзә һауғанымды ағайым ҡарап торған. Һөттөң бер тамсыһы һауытҡа тама ла, ҡалғаны беләк буйлап аға, ә мин уны һауытҡа һығып алам. Шулай нисек бер стакан һөт өсөн көрәшкәнемде күргәндән һуң ағайым: «Мин был һөттө эсмәйем, кәзәңде әсәйемә ҡайтарып ҡуй!» – тине. Таң менән кәзәне етәкләп ауылға киттем. Тфү-тфү, кәзәкәй мине тыңлап ҡына бара. Ә мин хискә биреләм, хыялланыу яғына шәпмен инде.

...Тиҙҙән тирә-яҡты терелтеп, йәшәртеп, йәшәүгә йән өрөп, тып-тып тамсылары менән яҙ килер. Күпме мөхәббәт ептәре үрелә яҙ ҡояшын-да! Ергә мөхәббәтен биреп үләндәр шыта, ҡалҡа. Ағастар, ғашиҡ йәндәр кеүек, бер-береһенә үре-леп, тартылып йәшелләнә. Ә ҡоштар... һәр кем-дең үҙе генә яратҡан, үҙенә генә хас миҙгеле була. Мин – илаһи көҙҙө яратам. Ололар уны ололап, көҙгө байлыҡ тип тә атайҙар. Ә минең өсөн көҙ ул – көҙгө биҙәк. Ситтән генә ағастарҙы күҙәтәм. Йә, Хоҙай! Ниндәй генә төҫтәр юҡ! Йәшел, йәм-

йәшел, һары, һап-һары, ҡыҙыл, үтә ҡыҙыл – төрлө-төрлө гәрез ептәрҙән һуғылған келәмме ни! Аяҡ аҫтындағы япраҡтар, һиңә серен һөйләгәндәй, һаҡ ҡына шыбырҙай. Күтәрелеп ҡараһаң, һауала ҡоштар, торналар теҙмәһе. «Торройҡ-торройҡ!». Ер менән күкте тоташтырыусы сынйыр кеүек, йә булмаһа, үткәнебеҙҙе һәм киләсәгебеҙҙе ҡор-шаған тиҫбеме ни.

Шундай бейек зәңгәр һауалар,Шундай иркен яҡты ер йөҙө!ҡояш үҙе мине бәүелтә,Алтын бишек – тыуған ер үҙе. Шундай бейек зәңгәр һауаларТорройҡ-торройҡ оса торналар!Эһе-һей! ҡалдырмағыҙ мине,Эйәртегеҙ мине үҙ илемә,Яҙы көмөш, көҙө алтын булған Күрҙемемә, – тип хыялланып күккә ҡарап, ҡулдарымды

һуҙып шиғыр һөйләгән арала кәзәнән елдәр иҫкәйне. Йүгерә-йүгерә барып бауына яттым. Ул ситкә һөйрәй, мин юлға тартам. Бына был аяғын ергә терәп, тартыша башланы. Мин тартам алға, ул тарта артҡа. Юҡ ҡына бит, атламай. Шул тик-лем асыуыма тейҙе, алға сығып, бауҙан тартам да, артҡа сығып арт яғына тибәм. Шунда баҫыуға ебәреп кенә ҡуйыр инем, әсәйемде йәлләйем. Илап бөттөм. Сусҡаны үҙ һүҙле тиҙәр, ю-юҡ, сусҡа нимә ул, бына кәзә! Көнө буйы ҡайттыҡ, икебеҙ ҙә ишек алдына инеп ауҙыҡ. Етмәһә, әсәйем: «Ағайың һөт эсә ине бит», – тип ҡаршы алды. «Юҡ, яратмай ул һөттө, күргеһе лә килмәй. Һыйыр һөтө эсмәгәнде кәзәнекен эсәме ни инде? Аҡсәйеттең бөтә уҡытыу-сы ҡыҙҙары улыңа ғашиҡ булды. Мәктәптә, Әнғәм ҡасимович, тигән булалар. Ә Камила апайҙың һеңлеһе Рәмзиә апай хәйлә табып көн дә апаһына килә. «Әнғәм дә Әнғәм», ти...» Әсәйемә шулай тип әйтеп булмай бит.

(Дауамы бар.)

«ТАМАША» №2 – 201046

«Һарысәс! һарысәс! Туҡта! Туҡта! Үкенерһең әле!..» – бер көтөү егеттәр йәш кенә ҡыҙыҡайҙы ятаҡ буйлап баҫтыра. Күңелдә – оло әрнеү. Был ҡыҙ-баланы йәлләп, йөрәгем ярылырға тора! Уны яҡлап, сәхнәгә менеп был мәхшәрҙе туҡтатҡы килә!..

...Бәй, мин залда ултырам да баһа. Был – бары тик спектакль ғына! Ҡол-Дәүләттең «Һарысәс»е. Ә үҙен йәлләткән һомғол буйлы, ҙур, ҡара күҙле ҡыҙыҡай – ул бары тик актриса. Актриса – Финә Вәлиева. Бына шулай, йөрәгемде өҙгөсләп килеп инде был актриса минең күңелгә.

1993 йыл. Илдә үҙгәртеп-ҡороуҙар. Театрҙарға нимә теләйҙәр, шуны күрһәтергә р¿хсºт бирелде. Йыш ҡына был иреклек тормошобоҙҙа ла күрелмә-гән ытырғаныс ваҡиғаларҙы сәхнәнән күрһәтер өсөн ҡулланылды. Әммә Ҡол-Дәүләт пьесаһы буйын-са ҡуйылған Салауат театрының был спектакле ундайҙарҙан түгел ине. Бында сетерекле ваҡиғалар аша ҡыҙ баланың һәм тотош йәш быуындың тра-гедияһы күрһәтелде. Режиссер Вәзих Сәйфуллин, оло быуын вәкиле булараҡ, был әҫәрҙе кире тойғо-лар уятмай ғына, күңелдәрҙә әрнеү тыуҙырырлыҡ итеп ҡуя алды. Төп ролгә тәжрибәле актрисаны түгел, ә беренсе курс студенткаһын алып, дөрөќ аҙым яһағайны.

... Үткән ғүмер – аҡҡан һыу. Бөгөн Финә Вәлие-ва Салауат ҡалаһының ғына түгел, баш ҡала та-машасыһының да һөйөүен яулаған актриса. Бынан ете йыл элек ире – актер һәм режиссер Илдар Вәли-ев менән улар «Нур» театрына килде.

Ижади тормошон күҙәтеп барһам да, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүебеҙ тәүге тапҡыр бара.

Эмма Ваһапова. Күңелдәрҙе өҙгөсләп, сағыу йондоҙ булып килеп индегеҙ һеҙ Башҡортостан сәнғәтенә. Нисек улай булдыра алдығыҙ, Финә? Мин Һарысәс роле тураһында һүҙ йөрөтәм.

Финә Вәлиева. Был минең ҡаҙанышым түгел һымаҡ. Режиссерҙың һәм пьеса авторының уңышы-лыр тип уйлайым. Сөнки тамашасы илап килеп сыға ине. Залдар шығырым тулы булды. Быларға мин генә, беренсе курсты тамамлаған студентка сәбәпсе түгел бит инде. Әлбиттә, бөтә күңелемде һалып уйнаным. Спектакль бөткәс, сәхнә артында һушымды йыя алмай оҙаҡ ҡына ултыра торғайным. Ләкин бөгөнгө тәжрибәмдән сығып, ул ролемде мин бөтөнләй башҡаса итеп уйнар инем, тип уйлайым.

— Ә бәлки, режиссер махсус рәүештә тәж-рибәһеҙ актрисаны алғандыр.

ижади портрет

Финә ВӘЛИЕВА

Минең булмышым – ғаиләм

Финә Вәлиева. 2010 йыл

Өфө «Нур» татар дәүләт театры актрисаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Финә Вәлиева менән Эмма Ваһапова әңгәмәләшә

«ТАМАША» №2 – 2010 47

Финә ВӘЛИЕВА

— Моғайын, шулай булғандыр ул. Сөнки ре-жиссерҙар беҙ күрмәгәнде, тоймағанды алдан күҙаллай белә. Ә Вәзих Кәшәф улы тәжрибәле, һәләтле режиссер ине.

— Был һеҙҙең тәүге ролегеҙ булдымы?— Бындай ҙур ролдәрҙән, тәүгеһе. Әммә әле

бөтөнләй актриса булырға уйламағанда, про-фессиональ сәхнәлә эпизодик роль менән сығыш яһағайным.

Уҡыу йылдары

— Нисек булды ул?— Өфөләге Полиграфия һө нәрселек учи-

лищеһын тамамлағас, яҙмыш елдәре мине Са-лауат театрына алып килде. Унда кассир булып урынлаштым. Ул саҡта театрҙың баш режиссеры Гөлдәр Ильясова ине, ул миңә Кәбир Аҡбашев-тың «Йәшлегем тирәктәре»нән Марьяна ролен тапшырҙы. Күңелдә тәрән эҙҙәр ҡалдыра торған образ булды ул. Яратып башҡарҙым. Шунан һуң иптәшем Илдар менән киләсәктә миңә актер-лыҡ һөнә рен үҙләштерергә кәрәк, тигән фекергә килдек.

Бәхеткә ҡаршы, шул йылды профессор Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова Салауат театры өсөн сәнғәт институтында махсус курс йыйҙы.

1992 йылдан алып 1996 йылға тиклем уҡыным. Уҡытыусыларым да яҡшы булды. Гөлли Арыҫлан ҡыҙын әйтеп үттем инде. Унан башҡа Нурия Ир-саева, Рәфил Нәбиуллин, Хөрмәт Үтәшевтар уҡытты беҙҙе. Бөгөнгө көндә һәр бер башҡарган ролемде уларҙың емеше тип иҫәпләйем.

— Һеҙ ул ваҡытта тормошта инегеҙме?— Эйе. Икәүләшеп кенә йәшә гән мәл. Ил-

дар мине көндөҙгө бүлектә уҡытты, үҙе Салау-атта эшләп йөрөнө. Аҙна һайын ҡайтып торорға мөмкинселек тыуҙырҙы. Дүрт йыл нисектер тиҙ үтеп китте. Илдарҙың ярҙам ҡулы һуҙып тороуы-нан булғандыр инде.

Мин Өфөлә саҡ та Илдар ситтән тороп ике йыллыҡ Юғары режиссерлыҡ курстарында уҡыны. Наил Әсҡәт улы Ғәйетбаев, ул саҡта Мәҙәниәт министры урынбаҫары, сәнғәттең киләсәген күҙ уңында тотоп, һәр театрҙан та-лантлы йәштәрҙе, шул иҫәптән Илдарҙы ла өгөтләп, көсләп тигәндәй, Мәскәүгә ебәрҙе. Шунда Илдарҙың режиссерлыҡ һәләте асыла башланы. Театр сәхнәһендә спектаклдәр ҡуйҙы,

ә инде 1998 йылда Башҡортостан өсөн мах-сус курсҡа конкурс үтеп, биш йыл Рәсәй театр сәнғәте академияһында (РАТИ) режиссерлыҡҡа уҡыны.

Ролдәрҙең бөтәһен яратам

— Ижади тормошоғоҙҙа ниндәй ролдәрҙе мөһим тип атар инегеҙ? Аңлашыла, Марьяна роле шундайҙарҙың береһе.

— Ул бик үк мөһим дә булмағандыр, әммә профессиональ сәнғәткә юлығыуымда йүнәлеш биреүсе роль, әлбиттә. Быға тиклем мин драма түңәрәктәрендә шөғөлләнгәйнем. Полиграфия училищеһында уҡыу дәүерендә «Юбилейный» мәҙәниәт йортондағы түңәрәккә йөрөнөм. Унда мәрхүм Илшат ағай Йомағолов, Зәйтүнә апай Бикбулатовалар осрашыуҙарға килеп йөрөнө. Оло

Р. Ҡол-Дәүләт, «Һарысәс». Салауат башҡорт дәүләт драма театры спектакле.

Һулдан уңға: Фая – Ф. Вәлиева, Көсөк – Р. Зыязетдинов, Фу-фу – И. Вәлиев.

1993 йыл

«ТАМАША» №2 – 201048

Финә ВӘЛИЕВА

шәхестәр үҙҙәренең сәнғәттәге тормоштары, оҫталыҡ серҙәре менән бүлешә торғайны. Шуға күрә сәхнәгә бөтөнләй аяҡ баҫмаған кеше түгел инем. Әммә Марьяна роле миндә профессиональ сәнғәткә ынтылыш уятты. Шуныһы менән ҡәҙер-ле. Башҡаса тормошомда уның һымаҡ боролош-ло ролем булмағандыр, әммә яратҡан ролдәрем-де атап үтә алам. Иң тәүгеһе – П. Кальдерондың «Мөхәббәт менән шаярмайҙар» пьесаһындағы Беатриса роле. Ул беҙҙең диплом спектакле бул-ды һәм уны Салауат театры сәхнәһенә сығарҙыҡ. Сит ил классикаһын уйнау артисты байыта, про-фессиональ кимәлен үҫтерә. Шуға ла был ролем ҡәҙерле.

Ғөмүмән, ролдәремдең бөтәһен дә яратам. Улар йөрәк аша үтеп сыҡҡас, береһе хаҡында әйтһәң, икенсеһе рәнйеп ҡалыр һымаҡ. Байтаҡ образдар тыуҙырырға тура килде. Һәр береһенең үҙ холҡо, үҙ бәхете һәм үҙ трагедияһы. Әйтәйек, «Йыраҡтағы яҡын йондоҙ»ҙа (М. Себастиан пьесаһы, режиссе-ры – И. Әхмәтвәлиев) мадемуазель Куку яратҡан кешеһенә мөхәббәтен белдерә алмай йөрөй. Һуңғы сәхнәлә ул үҙен бик бәхетһеҙ итеп тоя, сөнки яра-тылып йәшәү бәхете уға бер ҡасан да тәтемәйәсә-ген аңлай. Шул мәл был ҡатын миңә бигерәк йәл. Үкһеп-үкһеп илағым килә, тамашасы ла шундай уҡ хистәр кисерәлер, тип уйлайым.

Ә «Гөлбәзир»ҙәге (Ф. Бүләков, режиссеры – И. Вәлиев) Әминә образына бик ҡатмарлы кисе-рештәр хас. Ул бик аҡыллы ҡатын-ҡыҙ. Үҙенең уй-тойғоларын тирә-яҡтағыларға белдермәй, Гөлбәзиргә ҡурсалаусы һәм таяныс булырға көс тапҡан ҡатын. Уны мин хатта «бөйөк ҡатын-ҡыҙ» тип атар инем.

Шундайҙар рәтенә Ғ. Туҡайҙың әсәһен дә ин-дерергә була. (Ул әҙәби спектаклде Р. Ключаре-ва ның сценарийы буйынса А. Сафиуллин ҡуйҙы.) Был әсә балаһының үҫкәнен дә күрмәгән. Уны ҡалдырып киткәндәге өҙгөләнеүҙәре, аҙаҡ ба-лаһының хыялында ғына осрашыуҙары бер тама-шасыны ла битараф ҡалдырмай торғайны.

Образдарымдың галереяһында тағы бер әсә бар. Ул иһә Нәжиб Асанбаевтың «Һыу юлы»ндағы (режиссеры – И. Вәлиев) Зәмзәмбикә роле. Тәү ҡарашҡа ул бик насар ҡатын. ҡыҙының ауыл еге-тенә кейәүгә сығыуына ҡаршы төшөп төрлө яуыз-лыҡтар ҡыла. Ләкин ул үҙ балаһын ныҡ яратҡанға һәм бәхетте үҙенсә аңлағанға күрә шулай эшләй. Нисек ғәйеп ләргә мөмкин ул ҡатынды?!

Ә бына «Кү ңелдәрҙә көмөш ҡың ғырау» (Д. Сә лихов, режиссеры – А. Сафиуллин) спек-таклендә миңә аферистка Феня роле бирелде. Бындай ролде уйнау ҙа бик ҡыҙыҡлы. Ул образға ла бер төрлө генә буяуҙар хас түгел. Һуғыш вете-ранын таларға барһа ла, был эштең дөрөҫ түгел икәнлеген аңлай йәш ҡатын, ләкин мөхәббәте хаҡына ризалыҡ бирә. Бик ҡатмарлы тойғолар кисерә ул.

Ә «Мөхәббәт Зилзиләһе»ндә (Э. Йәһүҙин, ре-жиссеры – И. Вәлиев) йәш кенә, ләкин тормошҡа үҙ ҡарашы булған Нурия исемле ҡыҙыҡайҙы уйна-ным. Бер нимәгә ҡарамай ул саф булып ҡала һәм үҙ мөхәббәтен таба.

Әнғәм Атнабаевтың «Игеҙәк тәр»ендә (режис-серы – И. Вәлиев) тәүҙә Рәсимәне, аҙаҡ Нәсимәне лә уйнарға тура килде. Был образдар ҙа мине ак-триса булараҡ байытты.

Һуңғы ваҡыттағы ролдәремдең һәр береһен яратам. Мәҫәлән, Н. Ғәйетбайҙың «Иреңде миңә һат!» пьесаһындағы (режиссеры – И. Вәлиев) Фәрзәнә образы. Премьеранан һуң Илдарҙың әсәһе эргәмә килеп: «Балам, әллә мине лә уйнаның инде?!» – тине. Әлбиттә, уны уйнаманым, әммә һәр бер ҡатын-ҡыҙ был образда үҙен күреүе мөмкин.

Шулай уҡ Х. Ибраһимовтың «Еҙнәкәй»е (режиссеры – И. Вәлиев) яҡын. Унда мин Ғәни

Ф. Вәлиева – 3-сө класс уҡыусыһы. 1978 йыл

«ТАМАША» №2 – 2010 49

Финә ВӘЛИЕВА

байҙың ҡатыны – Ямалды уйнаным. (Әйткәндәй, заманында Илдарҙың әсәһе лә, актриса Зөлфирә Вәлиева, Салауат театры сәхнәһендә шул уҡ рол-де башҡарған.) Ә А. Чеховтың «Өс һеңле. Йылдар уҙғас» пьесаһындағы (режиссеры – Л. Зайкаускас) Маша роле нисек ҡәҙерле булмаһын?! Ул да бит йөрәгем аша үткән. Шуға күрә ҡайһыһын ғына әйтмәй үтергә икән? Бөгөнгө көнгә мине байы-тып килтереүсе, аҙымлап тупланып килгән багаж бит ул ролдәрем.

Яратмаған роль булмай

— Яратмаған ролдәрегеҙ бөтөнләй юҡмы ни?— ... Юҡ. Яратмағандары юҡ... Бына ҡайһы бер

ролдәрҙең яратмаған, күңелгә ятмаған сәхнәләре генә бар.

— Ә ни өсөн?— Яратмағанлыҡҡа яуап та табып булмай.

Ғөмүмән, ул сәхнәләр тамашасы тарафынан гөрләп үтә. Ә бына күңелем ниңәлер спектаклдең ул урындарын ҡабул итмәй.

Әйтәйек, «Еҙнәкәй»ҙәге бер эпизодты нин-дәйҙер үтеп китә торған, бик үк кәрәге лә бул-маған сәхнә итеп тоям. Был тойғоларҙың сәбәбен бер нисек тә аңлатып та бирә алмайым. Ә уйлап ҡараһаң, унан башҡа пьесаның логик төҙөлөшө өҙөлөп ҡала. Бәлки ул күңелде талап итмәй, ин-формация ғына бирә торған сәхнәлер. Шуға ла уйнауы ҡыйындыр.

— Тағы ла ролдәргә ҡағылышлы бер һорау. Иң ауыр бирелгән ролең бармы?

— Ундай ролдәрем юҡ. Минеңсә, режиссер үҙ эшен белмәгәндә роль ауыр бирелә. Әгер ул эшкә ең һыҙғанып әҙерлекле тотонһа, еңә алмаҫлыҡ эш юҡ. Ә режиссер артистар артынан эйәреп барһа, бик ауыр. Ул саҡ нимә эшләргә белмәй юғалып ҡалаһың.

Әле яңыраҡ ҡына Самаранан килгән Скивко Олег Анатольевич «Һуңлаған бәхет» (А. Остров-ский, «Без вины виноватые») пьесаһын ҡуйҙы. Миңә ҙур булмаған бағыусы Галчиха роле би-релде. Бик үҙенсәлекле образ килеп сыҡты. Әйтәм бит, үҙ эшен белгән кеше менән эшләүе еңел. Сөнки һин уның нимә талап иткәнен, нимә теләгәнен белеп тораһың. Ул һиңә обра-зыңды нисек күргәнен аңлатып бирһә, һин уға үҙ фекереңде ҡушып ебәрһәң, шул саҡ тулайым, матур эш килеп сыға.

Быйылғы сезонда минең ике ролем булды. (Галчиха һәм алдан атап үткән Фәрзәнә образы.) Икеһе лә уңышлы килеп сыҡты, тип иҫәпләйем. Ролеңдең уңышын бит тамашасы алдына сыҡҡас тояһың. Тамашасы һине ҡабул итһә, тимәк мо-раҙыңа ирешкәнһең.

Хыялланған ролдәр

— Ниндәй әҫәрҙәрҙә уйнарға хыялланаһығыҙ?— Миңә Г. Ибсен оҡшай, Ф.М. Достоевский-

ҙың әҫәрҙәрен үлеп яратам. Әммә уйлап ҡараһаң, был авторҙарҙың әҫәрҙәрен халыҡ ҡабул итерме икән? Беҙ бит тамашасы менән бәйләнештәбеҙ. Бөгөн гө көндә кешеләр театрға күберәк күңел асырға, ял итергә килә. Сөнки мәшәҡәттәре, ҡайғы-хәсрәттәре көндәлек тормоштарында ла етерлек.

— Ә хыялланған ролегеҙ бармы?— Юҡ. Улай хыялланып ултырырға ваҡытым

да юҡ. Шулай ҙа яратҡан бер образым бар. Әммә пьесала түгел. И. Куприндың «Гранатовый брас-

М. Себастиан, «Йыраҡтағы яҡын йондоҙ». Өфө «Нур» татар дәүләт театры спектакле.

Мадмуазель Куку – Ф. Вәлиева, Удря – М. Фатыхов. 2007 йыл

«ТАМАША» №2 – 201050

лет» әҫәрен берәйһе сәхнәләштерһә, уны ысын йөрәгемдән башҡарып сығыр инем. Шул тиклем яратам был әҫәрҙе.

— Гастролдәргә йыш сығаһы ғыҙмы?— Йыш тип әйтеп булмай. Әммә ара-тирә

сығып йөрөйбөҙ. Әйтәйек, Стәрлетамаҡ, Сала-уат, Нефтекама яҡтарында беҙҙе бик йылы ҡабул итәләр, көтөп алалар. Туп-тулы залдарға уйнап ҡайтабыҙ.

Көҙ көнө алмаш гастролдәр булды. Минзәлә театры беҙҙә бик уңышлы уйнап ҡайтҡан. Ә беҙ «Иреңде миңә һат» (Н. Ғәйетбай) спектак-ле менән Татарстанға сығып киттек. Ике көн Яр Саллы, бер көн Минзәлә ҡалаларында һәм Мөслим тигән ҙур ғына ҡасабала сығыш яһаныҡ. Спектаклдәр уңышлы барҙы. Халыҡ дәррәү алҡыштарға күмде. БеŸŸең уйнау тәртибе, сәхнә йүнәлештәре улар өсөн ысын-ысындан яңылыҡ булды.

Тамашасылар төрлө була

— Тамашасы айырыламы?— Айырыла. Татарстан тамашасыһы күберәк

тышҡы ҡыланыштар йоғонтоһона бирелеп, күпер-телгән нәмәне ҡабул итә. Мин быларҙы ауыҙ тул-тырып әйтә алам, сөнки беҙ бер көндө эксперимент яһаныҡ. Арттырып уйнай башлағайныҡ, тамашасы геү килде. Ә режиссер ҡуйған күңел кисерештәре аша бирелгән уйынды уларға ҡарау күңелһеҙ.

Әллә уйланаһылары килмә неме икән? Һәр хәлдә тамашасыны «ҡуҙғатыу» өсөн байтаҡ ваҡыт һәм күп көс һалырға тура килде.

Шуға күрә беҙҙең тамашасы башҡаларҙан айы-рыла тип әйтә алам. Әлбиттә, үҙ тамашасыбыҙ яҡыныраҡ. Беҙ уларҙы серҙәш итеп ҡабул итәбеҙ, сөнки уларҙың тын алыштары, биргән атмосфе-ралары уйнарға ярҙам итә.

Дүрт көн эсендә тыуған яҡты һағынып өл-гөрҙөк. Тыуған төйәк, эшләгән театр – сит яҡтар-ға сығып киткәс кенә баһалана икән. Әлбиттә, Та-тарстанда беҙҙе бик матур ҡаршы алдылар, яҡшы ҡабул иттеләр. Ләкин хөкүмәтебеҙҙең һәм театр етәкселегенең артистарға мөнәсәбәте күпкә айы-рыла. Алты кешелек кенә төркөмдә «Өфө «Нур» татар дәүләт театры» тип яҙылған ҙур, бөтә уңай-лыҡтары булған автобус менән йөрөттөләр. Был үҙе генә лә күп нәмә тураһында һөйләй.

Үҙ урынымды беләм

— Билдәле, театрҙа ҡатмарлы мөнәсәбәттәр булып тора. Һеҙҙең иптәшегеҙ режиссер, быға кол-лективта нисек ҡарайҙар?

— Мин үҙ урынымды беләм. Шул яҡтан үҙемде бәхетле кеше тип иҫәпләйем. Бер ҡасан да күкрәк һуғып, режиссер ҡатынымын тип йөрөмәйем. Мин – ябай ғына актриса. Илдар ҙа бик сетерек-ле кеше. Роль биргәндә энәһенән ебенә тиклем уйлап эш итә. Быныһын яратам, быныһын ярат-майым, тегенеһе миңә насар итеп ҡараны, тип тормай. Уның өсөн иң мөһиме – һөнәри оҫта-лыҡ. «Тормошта артистың миңә ҡул да бирмәүе мөмкин, әммә ул миңә сәхнәлә «ҡул бирһен», – ти иптәшем.

ҡатын-ҡыҙ ныҡ аҡыллы булырға тейеш. Төрлө мәшәҡәттәрҙе, ығы-зығыларҙы үткәреп ебәрә бе-лергә тейеш. Шул ваҡытта ғына өйөңдә лә, эшеңдә лә матурлыҡ тыуа. Коллегаларыңдың да һиңә

Финә Вәлиева ҡәйнәһе, ире, һәм ҡыҙы менән. 2010 йыл

Финә ВӘЛИЕВА

«ТАМАША» №2 – 2010 51

Финә ВӘЛИЕВА

ҡарата мөнәсәбәте яҡшы була. Беҙ бит бөгөн генә йәшәмәйбеҙ, алдаƒыһын уйларƒа кәрәк.

Берәүгә әйт кәндәр бит – юғарыға күтәрел-гәндә үткән-һүткән кешеләргә ҡул биреп үт. Кирегә төшкәндә лә шул кешеләрҙең һиңә ос-рауы мөм кин. Шул дөрөҫ тә. Мин Хоҙайҙың ҡашҡа тәкәһемен тип йәшәргә ярамай. Кешеләр менән йәнәш атлай белергә кәрәк. Сөнки ми-нең ижади яҙмышым ошо коллегаларҙан тора. Сәхнә артында нин дәйҙер ығы-зығы күтәреп, сәхнәлә яҡшы мө нәсәбәт уйнап булмай. Сөнки һин партнерың менән күҙгә-күҙ осрашаһың. Һәм тамашасы эске кисерештәреңде тойоп тора, уларҙы алдап булмай.

Илдар – режиссер

— Ә шулай ҙа ирең менән бер коллективта эшләүҙең ҡыйынлыҡтары бармы?

— Бер ҡыйынлығы ла юҡ, сөнки һәр кем үҙ эшен башҡара. Киреһенсә, күп осраҡта еңе-лерәк тә, сөнки бер-берең менән кәңәшләшеп йәшәйһең.

Ир менән ҡатын серҙәш бит. Күңелгә ҡыйын саҡтарҙа кәңәшләшеп, серләшеп алһам, еңел бу-лып ҡала. Илдар ул шундай кеше – матур итеп аңлатып, күңелеңде өйкәп торған ваҡиғаларға ғәҙел баһа биреп, теләгеңде ҡәнәғәтләндерер-лек итеп, дөрөҫ атлап китер өсөн йүнәлеш бирә белә.

Шуға күрә ир менән бергә эшләүҙең бер ҡыйынлыƒы ла юҡ. Киреһенсә, рәхәт кенә. Иртән бергә китәбеҙ, кис бергә ҡайтабыҙ. Ә театрҙа, бигерәк тә ул спектакль сығарғанда йәки мин башҡа режиссерҙа эшләгән саҡта, беҙ көнө буйы күрешмәйбеҙ.

— Һеҙ башҡа режиссерҙа эшләгәндә ул ки-леп кәңәштәр бирәме?

— Бер генә мәртәбә лә килеп ҡыҫылғаны булманы. Мин уны аңлайым. Һәр режиссер әҫәрҙе үҙенсә күрә, уның үҙ ҡарашы бар. Башҡа режиссерҙың килеп, ҡарап ҡына ултырыуы ла, профессиональ этиканы боҙоу була. Шуға күрә Илдарҙың килеп миңә былай ит, тегеләй ит, тип әйткәне юҡ.

Минең хужам бар – режиссерым. Бөгөнгө көндә ошо спектаклдең атаһы. Ә бына худсовет ағзаһы булараҡ (беҙ спектаклде худсоветҡа өс тапҡыр тапшырабыҙ) Илдар фекерҙәрен әйтә. Ә

инде минең эшемә ҡарата тәрәнерәк анализ кәрәк тип иҫәпләһә, икәү булғанда ғына һөйләп бирә. Әммә ул саҡта ла бер фекерен дә көсләп таҡмай. «Үҙең ҡара, – ти ул. – Бәлки, мин әйткәндәр дөрөҫ тә түгелдер».

— Илдар Вәлиев тигән режиссер менән эшлә-гәндә ҡыйынлыҡтар бармы, сетерекле хәлдәр тыуамы?

— Спектакль ҡуйыла башлағас та мин башҡа актрисалар кеүек, ябай актрисаға әйләнәм. Ә ул ми нең өсөн режиссерға әйләнә. Эш барышында мин уға Илдар Иршатович тип мөрәжәғәт итәм. Ул мине башҡаларҙан айырмай, исемем менән өндәшә.

Шулай булғанда ғына эште атҡарып сығарып була. Яҡындарыңа ҡарата яуаплылыҡ та күберәк, талаптар ҙа ҙурыраҡ.

— Илдар Салауатта ла режиссер булып эшләнеме?

— РАТИға уҡырға киткәнгә тиклем, ике йыл-лыҡ режиссерҙар курсында уҡып алды. Шунда спектаклдәр ҡуя башланы. Илдарҙың беренсе ҡуйған «Хуш, мин китәм» (Н. Ғәйетбай) спек-таклендә мин дә уйнаным. Саҡмағошта гаст-ролдә йөрөгәндә Урал Рахматулла улы («Нур» театрының директоры) шул спектаклде күреп беҙҙе «Нур»ға саҡырҙы. Был 1995 йыл ине. Шу-нан һуң Илдар «Игеҙәктәр»ҙе (Ә. Атнабаев) сәхнәләштерҙе. Һуңынан, Мәскәүҙә уҡығанда, каникулдарға ҡайтып спектаклдәр ҡуйҙы. Ә инде уҡып бөткәс, тәүге аҙымдарын режиссер булып «Нур» театрында башланы.

Ҡыҙыбыҙ – бәхетебеҙ

— Ҡыҙығыҙға нисә йәш? Кем итеп күрәһегеҙ уны?

— Радмилаға 9 йәш. Һүрәт төшөрөргә бик ярата. Компьютерҙа дизайнер программалары менән шөғөлләнеп, шундағы манекендарҙы кей-ендереп, беҙгә коллекцияларын күрһәтә. Бөтә нәмәгә үҙ ҡарашы бар. «Әсәй, мин рәссам бу-лырмын да, атайымдың спектаклдәрен биҙәр-мен», – ти.

— Ә сәхнәгә сыҡҡаны бармы?— Дүрт йәшендә бәләкәй Туҡайҙы уйнаны.

Шул тиклем ышандырып башҡарҙы был образ-ды Радмила, бер тамашасы ла битараф ҡалмай торғайны.

«ТАМАША» №2 – 201052

Финә ВӘЛИЕВА

Аҙаҡ ул Н. Асанбаевтың «Һыу юлы»нда күрше ҡыҙын уйнаны. Сәхнәгә сығырға бик ярата. Арти-стар ҙа уны үҙ итә.

— Артистка булам тиһә, ҡаршы килмәҫ-һегеҙме?

— Юҡтыр. Баланың теләген ҡабул итеп аса ла белеү кәрәк. Бәлки ул ҙур актриса булыр, ә беҙ уны туҡтатып ҡалырбыҙ. Әлбиттә, актриса тор-мошо еңел түгел, ә ҡайҙа еңел?

Көнләшеү хаҡында

— Илдар Мәскәүҙә уҡығанда һеҙ бала менән Салауатта ҡалғанһығыҙ. Ул Салауатта булған-да һеҙ Өфөлә уҡып йөрөнөгөҙ. Көнләшеү тойғоһо тыуманымы?

— Белмәйем. Бер-береңә ышаныуҙан килә-ме икән, әммә беҙҙә көнләшеү тойғоһо юҡ. Иптәшең йөрәген асып һалғас, насарлыҡ эшләй алыр тигән уй инеп тә сыҡмай.

Ул Мәскәүҙә уҡып йөрөгәндә ас йөрөмәһә ярар ине, үҙ-үҙен ҡараймы икән, тигән уй ғына борсоно мине. Ул да, мин институтта уҡыған-да (курсташтарым һаман көлөп иҫләй): «Ятаҡта бикләнеп бер көн дә ултырма, – тине. – Дискоте-каларға йөрө, ҡыҙҙар, егеттәр менән аралаш. Рас-крепощайся, йәғни үҙеңде иркен тоторға өйрән, сәхнә асылған кешеләрҙе генә ярата. Йомолоп ултырма бүлмәңдә».

Ниндәй ир ҡатынына шулай тип әйтә ала?! Минең ҡәйнәм Өфөлә йәшәй, шунда урынлаштырыр ине. Юҡ, мин ҡыҙҙар менән ятаҡта йәшәнем.

Бына беҙ театрға килеп ингәс тә – мин бармы, юҡмы, актрисалар Илдарҙы ҡосаҡлап, үбеп ала. ҡайһы саҡ һорап ҡуйған булалар: «Финә, һин беҙгә асыуланмайһыңмы, һиңә ҡыйын түгелме?» Ә минең яуабым бер генә: «Беҙ килеп ингәс, «ошолар менән осрашмаһаҡ ярар ине», тип урап үтеп китһәгеҙ, күпкә ҡыйыны-раҡ булыр ине».

Кешенең үҙенән тора, «романти-ка» эҙләүсе әҙәмдең иптәше янында тороп та, күңеле менән ситтә йөрөүе мөмкин.

— Илдар ниндәй ир? Ярҙам итәме?

— Илдарға Хоҙай Тәғәлә яҡшы сифаттарҙы йәлләмәй өләшкән. Уның күңел йылылығы тирә-яғындағы һәр кемгә лә етә, ул бөтәһен дә уйлап йәшәй торған кеше. Ә йорт эштәренә килгәндә, уның өсөн ир эше лә, ҡатын-ҡыҙ эше лә юҡ. Ул ба-рыһын да башҡара ала. Әсәһе уны тормош өсөн идеаль ир итеп тәрбиәләгән.

— Ошонда әйтеп үтергә кәрәктер: Илдарҙың әсәһе Зөлфирә Солтангәрәй ҡыҙы һәм атаһы Ир-шат Ғәлиулла улы – артистар. Тәүҙә Салауат те-атрында эшләнеләр, аҙаҡ – М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында. Ир-шат Вәлиев – Башҡортостандың халыҡ артисы.

— Эйе. Икеһе лә иҫ киткес шәхестәр. Бына-мын тигән өс ул тәрбиәләгәндәр.

ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Илдарҙың атаһы мәрхүм инде.

Атай-әсәйем

— Ата-әсәйегеҙ хаҡында ла һөйләһәгеҙ ине?— Улар ябай колхозсы. Бөгөнгө көндә әсәйем

Тәтешле районының Гәрәбәш ауылында, ҡустым менән йәшәй. Мин дүрт малай араһында берҙән-бер ҡыҙ булып үҫтем. Йәшәү өсөн әсәйемдән ма-тур тәрбиә алдым. Ул бик аҡыллы ҡатын-ҡыŸ. Түҙемле, сабыр, баҫалҡы, кешеләргә ҡарата их-тирамлы булырƒа өйрәтте әсәйем. Әгәр бөгөн

И. Ғәйетбай, Иреңде миңә һат! Өфө "Нур" татар дәүләт театры спектакле.

Уңдан ћулға: Хәбирә - Р. Ғәйфуллина, Зәйтүнә - М. Сәйетова-Ғиззәтуллина, Фәрзәнә - Ф. Вәлиева, Нәжибә - Р. Зарипова. 2009 йыл

«ТАМАША» №2 – 2010 53

Финә ВӘЛИЕВА

тормошомда нимәгәлер өлгәшкәнмен икән – уƒа рәхмәтлемен.

— Һеҙ бәхетлеме?— Аллаƒа шөкөр, үҙемде бәхетлеләрҙән бәхет-

ле тип иҫәпләйем. Сөнки уйлаƒан уйҙарым тор-мошҡа аша, теләктәрем ҡабул була. Юлдарымда тик матур кешеләрҙең осрауы, яҙмышымда яҡты эҙ ҡалдырып, тура юлƒа сыƒарыуҙары – минең өсөн ҙур бәхет тип уйлайым. Уйнаƒан ролдәрем береһенән-береһе матур. Мине аңлаƒан, һәр һулы-шымды аœлаған туƒандарым бар. Шунан да ҙуры-раҡ бәхет бармы икән?!

— Күреүемсә, һеҙҙең бөтәһе лә уңышлы бара. Әгәр ғаилә йәки театрҙы һайларға тура килһә, ҡайһыһын һайлар инегеҙ?

— Әлбиттә, ғаиләмде. Театр – эш урыны, ул ваҡытлыса ƒына. Кеше теләһә ниндәй һөнәр эйәһе була ала, ә ғаиләң берәү генә. Ғаиләң матур булһа, театрҙа ла эшең яҡшы бара. Минең булмы-шым – ул ғаиләм, ирем, балам. Уларҙан да ҡәҙерле нәмә юҡ.

Бына әңгәмә аҙағына ла етте. Әммә тиҙ генә айырылышҡы килмәй. Ике ҡатын-ҡыҙҙың һөйләшеп һүҙе бөтмәй бит инде. Һүҙ артынан һүҙ бәйләнеп, әңгәмәләшемдең тағы бер сифаты асылды. Баҡһаң, ул шиғырҙар ҙа ижад итә икән. Тәүге уңыштары ла бар. 2004 йылда «Актерҙар йыры» конкурсында Гөлназ Мөхәмәҙиева башҡарыуындағы Финә Вәлие-ва шиғырына яҙылған (Нур Дауытов музыкаһы) йыр ҙур баһа ала һәм артабан Хөкүмәт концертына сыƒарыла. Аҙаҡ байтаҡ спектаклдәргә йырҙар яҙа башлай актриса.

Шиғырҙарҙы үҙем өсөн яҙам

— Ни өсөн был һәләтегеҙ хаҡында баштан уҡ өндәшмәнегеҙ?

— Шиғырҙарҙы мин үҙем өсөн генә яҙам, ҡайҙалыр баҫтырыу йәки халыҡҡа сығарыу ниәте менән түгел. Ә спектакль өсөн һораһалар, тема-нан сығып, йыр ижад итә алам.

— Бала саҡтан уҡ яҙа инегеҙме?— Бәләкәйҙән әсәйемә бағышлап дүрт юллыҡ

шиғырҙар яҙа торғайным. Тик әсәйгә генә. Берәр юлы китаптан да күсереп яҙылғандыр инде. Шул китап юлдарын рифмаға һалып, үҙем дә яҙған

булғанмындыр. Өфөлә уҡығанда әсәйемә бер хатты ла шиғырһыҙ ебәрмәй инем.

— Тәүге тапҡыр ниндәй спектаклгә йыр ижад иттегеҙ?

— Салауат театрында эшләп йөрөгәндә Ил-дар Ә. Атнабаевтың «Игеҙәктәр»ен ҡуйҙы, тип әйткәйнем инде. Шунда йыр кәрәк булғас, миңә мөрәжәғәт итте. Сөнки ул яҙыу-һыҙыуымды күрә торғайны. Йәш саҡта мин уƒа хаттарҙы ла шиƒыр менән яҙа инем. Өйҙә саҡта таҡмаҡлап әйтеп ебәрә торған ғәҙәтем дә бар. Шуларҙы күреп Ил-дар миңә ышанғандыр инде.

Šыҙык ул минеœ ижад итеүем. Бер мәл Ил-дар «ҡатын түгел – аждаһа» спектаклен ҡуйып йөрөй. Финалға йыр яҙыуымды һораны. Ике көн үтте, өс көн – яҙа алмайым да ҡуям. Шиƒыр яҙып алайым әле, тип ултырмайһың бит. Спектаклдең йөкмәткеһенән сығырға кәрәк.

Илдар миңә үпкәләгән, уҫал ҡиәфәт менән йөрөй: «Һин юрамал һуҙаһың, – ти. – Минең һуңғы көнөм килеп еткәнен көтәһең».

Әллә әрләүе етә ҡалды, ултырҙым да 10 ми-нут эсендә яҙып та бирҙем. Ул уҡыны ла ҡыуан-ды. «Әллә ниндәй ҙур шағир булмаһам да илһам эҙләйем бит. Илһамланыу кәрәк миңә!» – тинем мин. (Көлә.)

ҡуйған спектакленә йыр яҙып биргәс, Ил-дар Ғиләжев (Мәскәү режиссеры, данлыҡлы Ғабдулла Ғиләжевтың улы) былай тине: «Илда-рың һиңә өйләнеп отто, кәрәкһә йыр ҙа яҙып бирәһең».

— Иң аҙаҡҡа, үҙемсә, иң сетерекле һорауымды әҙерләнем: Илдарҙан роль һорағанығыҙ бармы?

— Юҡ. Мин, ғөмүмән, ул роль бүлгәндә ҡы-ҫылмайым. Ул үҙ һөнәре буйынса белем алƒан, ҡатыны менән кәңәшләшеп торор өсөн түгел. Мин үҙ һөнәремдә оҫталыҡ туплағанмын. Шуға күрә беҙҙең һуҡмаҡтар йәнәш атлаһа ла, һөнәри эштәренә ҡыҫылмайым.

ҡыйын саҡтарында мин уны тынысландырып, күтәренке кәйеф бирә алам – был минең, ҡатын-ҡыҙ булараҡ бурысым. Мин быны эшләргә тейеш-мен. Сөнки уның уңыштары – ғаиләмдең уңышта-ры, минең уңыштар.

— Шундай итәғәтле, фәһем алырлыҡ яуапта-рығыҙ өсөн, рәхмәт, Финә. Һеҙгә, ғаиләгеҙгә ижа-ди уœыштар һәм һаулыҡ теләйбеҙ.

«ТАМАША» №2 – 201054

БЕЛЕШМӘ:Исем-шәрифе: Мөслимов

Илшат Дамир улы. Тыуған көнө: 1981 йыл

23 июль.Белеме: юғары, З. Исмәғилев

исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаған. Әле аспирантурала уҡый.

Эшләгән урыны: Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт фи-лармонияһы. Халыҡ ҡоралдары милли оркестры һәм симфоник оркестры скрипкасыһы.

Маҡтаулы исемдәре: Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, футбол буйынса спорт мастеры.

1. Гороскоп буйынса. Арыҫ-лан.

2. Кешелә ниндәй сифаттар оҡшай? Бөтә һәйбәт сифаттарҙы ла ихтирам итәм.

3. Яратҡан— композиторың: И.С. Бах.— китабың: Э. Хемингуэйҙың

«Старик и море» әҫәре. 4. Күңелеңә ниндәй көй яҡын

(хәҙерге, классик)? И. С. Бах «Хоральная прелюдия фа ми-нор», А. Вивальди «Времена года», Р. Ғәзизов «Йәйге ямғыр», Н. Дауытов «Фатима».

5. Беренсе тапҡыр скрипка менән нисегерәк таныштың? Биш йәшемдә, Н. Сабитов исе-мендәге 1-се музыка мәктәбенә уҡырға барғас.

6. Иң аптыратҡаны Мине аптыратыуы ауыр. Шулай ҙа яңыраҡ ҡулыма атаҡлы фран-

цуз оҫтаһының йөҙ йыллыҡ скрипкаһы килеп эләкте. Бик ҡиммәт тора – дүрт миллион һум тирәһе. Шул скрипканың иҫ киткес яңғырауы ысынлап та аптырауға һалды. Әле үҙемә ошондай скрипка һатып алыу теләге менән янам.

7. Ҡатын-ҡыҙ эталоны? Әсәйем, өләсәйҙәрем һәм Софи Лорен.

8. Мауығыуың— тормошта – күңел һалып

эшләгән эшем.— әҙәбиәттә – нәфис һәм эзо-

терик әҙәбиәт.— сәнғәттә – башҡорт халыҡ

көйҙәренең милли үҙенсәлеген һаҡлап заманса профессиональ уйнау.

— спортта – футбол.

9. Тағы ла ниндәй ҙә бул-һа һөнәр үҙләштерергә те-ләйһеңме? Автомеханик һө-нәрен үҙләштерер инем. Тик әлегә ваҡыт юҡ.

10. Сәнғәтте һайламаһаң нин-дәй һөнәргә өйрәнер инең? Фут-болист йәки автоуҙышыусы.

11. Ижадыңа туғандарыңдың мөнәсәбәте, тәүге ярҙамсы-кәңәшсең? Уҡытыусым А. Шис-манға һәм әсәйемә рәхмәт. Ке-шеләр һине яратһын тиһәң, үҙең дә уларҙы ярат. Ни сәсһәң, шуны урырһың.

12. Тормош принцибың? Ка-миллыкка ынтылыу. Бер ҡасан да бирешмәҫкә!

13. Машинаң «Мицубиси Лансер».

14. Холҡоң буйынса – хо-лерик, сангвиник, флегматик? Холериктыр, ҡайһы саҡта сан-гвиник, флегматик, хатта ме-ланхолик та булып китәм.

15. Үҙеңде романтик, әллә прагматик тип иҫәпләйһеңме? Романтик.

16. Мауығыуың? Китап уҡырға яратам, футбол, фор-тепиано, гитарала уйнау, йыр-лау миндә айырыуса ләззәт тыуҙыра.

17. Дингә ҡарашың Хоҙай барлығына ышанам, уның яр-ҙамына өмөтләнәм.

18. Яҙмышты үҙгәртеп бу-ламы? Әлбиттә. Шул үҙгәреү яҙмыш тип атала.

З. Яҡупова әҙерләне.

Илшат Мөслимов

Йºш таланттар, ће´ кем?

экспресс-интервью

«ТАМАША» №2 – 2010 55

мәҙәк хәлдәр

Бура килтерәм

Инфляция, кризис тип, кү ңел төшөнкөлөгөнә бирелергә ярат-майым. Концерттарҙы ла юмор менән алып барам. Ғаиләмдә лә шаярып, күңелле итеп һөй-ләшәм. Миңә ҡарап алты йәш-лек ейәнсәрем дә шаярып һөйләшә башланы.

Бер көндө БАССР-ҙың ха-лыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған ар-тисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһы профессо-ры Әхтәм Абушахманов менән шаярып алырға булдым.

Телефон номерын йыйҙым.— Алло, һеҙ Әхтәм Абушах-

манов булаһығыҙмы?— Эйе. — Мин Әбйәлил районы-

нан. Эшҡыуар Хәйретдинов бу лам. Беҙҙең Башҡортостан Рес публикаһы Хөкүмәте һәм рес публикабыҙҙың эшҡыуар-ҙар Сове ты тарафынан һеҙгә, Башҡортостандың танылған сән ғәт, мәҙәниәт эшмәкәренә, матди ярҙам күрһәтергә ҡу-шыл ды. Мин һеҙгә аҡсалата ярҙам итә алмайым, ә бына бер өйлөк бура бирә алам. Һеҙ быға ризамы?

— Риза, иптәш Хәйретдинов. — Һеҙгә ярҙам итеүебеҙ ту-

раһында Хөкүмәт алдында от-чет бирергә тейешбеҙ. Әгәр бу-раны бөгөн Өфөгә алып барһам, нисек булыр? Уны ҡайҙа буша-тырға?

— Тә-ә-әк, нишләргә һуң? Ярай, улай булғас, былай итәйек. Йоматау ауылы эргәһендә ми-нең йорт бар. Әйҙәгеҙ, шунда алып барып бушатайыҡ.

— Унда нисек барырға?— Һеҙ Әбйәлилдән ҡасан

юлға сығаһығыҙ?— Беҙ бураны өс көн элек ма-

шинаға тейәп ҡуйғайныҡ. Тик шылтыратып һеҙҙе таба алма-ныҡ. Лесхоз директоры булған ҡустығыҙ ҙа Магнитогорскиға командировкаға киткән икән. Ә киленегеҙ һеҙҙең телефон номе-рын юғалтҡан.

— Шулай. ҡатын-ҡыҙҙың хәтере ҡыҫҡа инде ул.

— Йоматауға нисек барырға?— Ярай, улай булғас, мин

һеҙҙе Өфө аэропорты эргәһендә көтөрмөн. Мин «Жигули»ҙа бу-лырмын.

— Беҙ юлға сыҡҡас сотовый аша хәбәрләшеп торорбоҙ. Аэ-ропортҡа барып еткәс бер-бере-беҙҙе табыуы ауыр булмаҫ.

— Да, да. Шулай...Артабан мин өйҙән – ике

сәғәт үткән һайын, юлдан хәбәр иткән һымаҡ «Сәрмәнгә килеп еттек, Инйәргә килеп еттек», тип Әхтәмгә шылтыратып торҙом. Ә тағы апаруҡ ваҡыт үткәс:

— Әхтәм Әхәтович, беҙҙең машина ватылды, әле төҙәтәбеҙ. Һеҙ урынығыҙҙан китмәгеҙ, беҙҙе көтөгөҙ, – тип өҫтәп ҡуйҙым.

Унан башҡаса шылтыратма-ным. Оноттом.

Бындай шаяртыуҙы хәҙер «прикалываться» итеү, халыҡ те-лендә – этләшеү, мәрәкәләү, тип йөрөтәләр. Нисек булһа ла был шаяртыу барып сыҡты. Әхтәмде ышандырҙым. Күпмелер ваҡыт-тан, туҡта, башҡаларҙы ла шу-лай шаяртайым әле, улар ҙа ыша-нырмы икән, тип, З. Исмәғилев

исемендәге Өфө сәнғәт акаде-мияһы профессорҙары, БАССР-ҙың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артистары Таңсулпан Бабичева һәм Суфия Сәфиуллина-ҡор-банғәлиеваға шылтыраттым.

Һөйләшкәндә шул эшҡыу-ар булып, һеҙгә ярҙам итергә ҡуштылар, ярҙамым ҙур түгел – 20 мең һум ғына аҡса, тинем дә, минең офис тип, өй адре-сын бирҙем. Осрашыу ваҡытын тәғәйенләнем. «Аҡсағыҙҙы тиҙерәк килеп алығыҙ, минән отчет талап итәләр», – тип ҡаты ғына әйтеп тә ҡуйҙым.

Ә эстән, улар ышанмаҫтар, тота килеп кемдер буштан бушҡа аҡса бирмәй ҙә инде, тип уйланым.

Был турала онота баш-лағайным инде. Бер мәл ишек ҡыңғырауы шылтырай. Ишек-те асһам, Таңсулпан менән Су-фия баҫып тора... Үҙҙәре матур итеп кейенгәндәр... Улар мине күрҙеләр ҙә:

— Был шаяртыумы? – тип һоранылар.

— Эйе... шулай инде, – ти-нем дә, инергә саҡырҙым. Сәй ҡуйҙым. Хәл-әхүәлдәрен һора-шып һөйләшеп киттек.

— Ниңә былай шаярттың? – тип һораны бер аҙҙан Таңсул-пан.

Ә мин улай-былай була ҡалһа тип, яуапты алдан әҙерләп ҡуйғайным.

— Һеҙ икегеҙ ҙә беҙҙең Башҡорт дәүләт филармонияһы өсөн һүҙ жанры артистары уҡытаһығыҙ. Урыҫ донъяһында юмор ныҡ үҫешкән, ә беҙ артта ҡалғанбыҙ. Бына шундай юморға

Юнир САЛАУАТОВ

«ТАМАША» №2 – 201056

Юнир САЛАУАТОВ

эйә булған артистар уҡытығыҙ. Бындай тәрбиәне, уҡытыуҙы академия программаһына инде-регеҙ. Бына мин һеҙҙе шаярттым. Күңелле булып китте бит, – ти-нем. Унан өҫтәп ҡуйҙым: – Рәсәй телевидениеһында «Аҡ попу-гай» тигән тапшырыу барҙы. Артистар йыйылышып тор-моштарында булған ҡыҙыҡлы хәтирә-ваҡиғалар тураһында һөйләшеп ултыралар. Тамашасы уларҙы тыңлай. Беҙ ҙә шундай тапшырыу эшләһәк, әлеге хәлде хәтерләп, һөйләшеп ултырыр инек...

Ошо хәлдән һуң осрашып, һөйләшеп йөрөнөк. Минең ша-яртыуыма үпкәләгәндәрҙер инде, тип уйлағайным, юҡ, үпкәләмәнеләр. Үпкәләүҙән файҙа юҡ, тигәндәрҙер инде.

Ә. Абушахманов, Т. Бабичева, С. Сәфиуллина-ҡорбанғәлие-ва өсәүләшеп З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт ака-демияһында БР мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы заказы буйынса 10 йыл эсендә 21 һүҙ жанры артисы уҡытып сығарҙы. Ләкин уларҙың бе-реһе лә юмор, сатира жанрында эшләй алманы.

Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйтәм, әгәр ҙә был жанрға ҡа-рата уҡытыусылары тарафы-нан һөйөү тәрбиәләнһә, сту-

денттарҙы юмор өлкәһендә оҫта белгес, һәләтле уҡытыу-сылар уҡытһа, бөгөн беҙҙең фи лармония тирәһендә «артыҡ билетығыҙ юҡмы?» тип халыҡ эркелер ине.

Әллә юмор, сатираға бай башҡорт халҡының, ауыҙ-тел ижады ҡороймо?..

«Мин яҙҙым!..»

Кәрим Һөйәкбаев Башҡорт дәүләт филармонияһында эш-ләй. Тәбиғәт уға бик самалы ғына яҙыу-һыҙыу һәләте биргән. Яҙыусы ижадының ниндәй ки-мәлдә булырға тейешлеген аңла-маған кешегә, әлбиттә, Кәрим-дең һәләте бик ҙур күренә.

Билдәле, «Молодежная эстра-да», «В помощь художественной самодеятельности» тигән жур-налдарҙа урыҫ авторҙарының әҫәрҙәре баҫыла. Беҙҙең Кәрим ана шуларҙы башҡортсаға тәр-жемә итә лә, «мин яҙҙым», тип концерттарҙа сығыш яһай, йәш, тәжрибәһеҙ артистарға бирә. Концерт программаһы докумен-тын төҙөүгә үҙе хужа булғас, әҫәр авторы итеп үҙ фамилияһын яҙа. Гонорар ала. Шундай кәсеп тапҡан беҙҙең «герой». Теге кем әйтмешләй, эшһеҙ Кәримгә эш табыла.

Һүҙ жанры артисткаһы Гөл-сөм Хәбибуллина «Йәшлек миҙгеле» тигән юмореска һөй-ләп йөрөнө. Уны Фәит Фәләнов яҙып бирҙе, тине. Концерт про-граммаһына ла ошо автор исе-мен яҙҙылар.

Бер саҡ «Молодежная эстра-да» журналын уҡып ултырһам... «Сезон молодости» тигән урыҫ телендә яҙылған юмореска ки-леп сыҡмаһынмы! Авторы Н. Олей ник. Гөлсөм Хәбибул-лина һөйләгән текст менән жур-налдағы текст араһында бер айырма юҡ.

ҡасандыр филармония ди-ректоры, һуңынан әҙәбиәт бү-леге мөдире булып эшләгән яҙыусыбыҙ ҙа та урыҫ телендәге әҫәрҙәрҙе башҡортсаға тәржемә итеп, «мин яҙҙым», тип програм-маға индерә ине.

Беҙҙең башҡорт эстрадаһын-да һүҙ жанрын үҫтереү өсөн, бәлки, шундай юл да кәрәктер. Минең әҫәрҙәрҙе урлағанһығыҙ, тип, урыҫ авторҙары судлашып йөрөй алмай – башҡорт телен белмәйҙәр. Уларға әҫәрҙәрен урлауы хаҡында мәғлүмәт тә барып етмәй.

Шулай булғас, беҙҙең фи-лармонияның был «талантлы» эшем эйәләренә киләсәктә ижа-ди уңыштар теләйек!

«ТАМАША» №2 – 2010 57

Хәйерле булһын «Хәйерле иртә, Энид!»

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма те-атры үҙ тамашасыларын тағы ла бер премьера менән ҡыуан-дырҙы. Мәскәүҙә ижад итеүсе яҡташыбыҙ Нәркәс Искәндәро-ва Вуди Аллендың «Осоусы лам-па» пьесаһы буйынса «Хәйерле иртә, Энид!» спектаклен ҡуйҙы. Тамашаның рәссамы – Руслан Мәғәлимов, музыкаль яҡтан – Анна Меловатская (Мәскәү) һәм композитор Юлай Үҙәнбаев биҙәгән.

Юбилей кисәһе РФ һәм БР халыҡ артисткаһы

Зинира Атнабаеваның 75 йәшлек юбилейына бағышланған кисә булып үтте.

1959 йылда Мәскәүҙә Лу-начарский исемендәге Театр сәнғәте институтын (ГИТИС) тамамлағандан һуң, Зинира ҡасим ҡыҙы ижад юлын М.Ғафу-ри исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында башлай һәм ярты быуат ғүме-рен ошо сәнғәт усағына арнай. Тиҫтәләгән ролдәр башҡарып, халыҡ араһында киң танылыу һәм абруй яулай.

Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына

«Нур» татар дәүләт театры Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына

әҙерләнеү менән мәшғүл. Әле-ге ваҡытта коллектив билдәле драматург Владимир Гуркин пьесаһы буйынса спектакль әҙерләй. Тамашасыға яңы әҫәр «Һағыштарҙы баҫмай һыуҙар ҙа…» исеме менән тәҡдим ителәсәк. Яңы спектаклдең режиссеры һәм рәссамы Олег Скивко (Самара ҡалаһы), рәсса-мы Наталья Степанова.

Ҡунаҡ ашы — ҡара-ҡаршы..

Февраль аҙағында Туйма-

зы дәүләт татар драма театры колективы гастролдәр менән Ырымбурҙа булып ҡайтты.

Ырымбур дәүләт татар теат-ры сәхнәһендә туймазылар та-машасыларға

Н. Асанбаевтың «Рәйсә + Фәйзи», Ф. Бүләковтың «ҡә-һәрле мөхәббәт», И. Зәйниев-тың «Люстра», Н. Ғәитбаевтың «Һинән – фатир, минән – ир» әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәр күрһәтте.

ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы, тигәндәй, һуңынан Туймазыға Ырымбур артистары гастролгә киләсәк.

Джаз һөйөүселәр порталы Башҡортостанда джаз му-

зыкаһы һөйөүселәрҙең үҙ пор-талы барлыҡҡа килде. Был мәғлүмәт сараһы түгел, ә му-зыканттар, композиторҙар, башҡарыусылар, аранжировка-

лаусылар, тауыш режиссерҙары берләшмәһе буласаҡ тип бел-дерә ойоштороусылар.

Портал www.jazzrb.ru адресы буйынса эшләй.

Бейеүселәрҙең юбилейы

Ф. Ғәскәров исемендәге Дәү-ләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле үҙенең 70 йыллы-ғына арналған гастролдәргә әҙерләнә.

Ансамбль концерттар менән республика ҡалаларына һәм ауылдарына, Силәбе өлкәһенә юлланасаҡ.

Юбилей программаһына донъяның һәм Башҡортостан-дың күп милләтле мәҙәниәтенең иң яҡшы бейеүҙәре индерелгән.

Кемгә — Фигаро, кемгә — Джульетта…

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында бөйөк француз яҙыусыһы Пьер Огюстен Бомаршеның үлемһеҙ «Безумный день, или женитьба Фигаро» тип аталған пьесаһы ҡуйылды (урыҫ труппаһы). Ре-жиссеры – БР-ның Ш. Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты – Мөсәлим Күлбаев.

Ә башҡорт труппаһы У. Шек-спирҙың «Ромео һәм Джульет-та» әҫәре буйынса ҡуйылған премьераһын күрһәтте. Режис-серы – Илнур Муллабаев.

C. Латипов.

Мәҙәниәт көндәлеге

«ТАМАША» №2 – 201058

Бейеү

Румия ӘФЛӘТҮНОВА һүҙҙәре

Юлай ҮҘӘНБАЕВ музыкаһы

1. Тыпырҙатып бер баҫмағас Бейеү буламы бейеү. Йөрәгемде яндырмағас, Һөйөү буламы һөйөү.

2. Тыпырҙатып бер баҫмағас, Нисек торайым түҙеп. Йөрәгемдән һүҙҙәремде Әйтеп бирәйем өҙөп.

3. Өйөрөлөп бер баҫҡанда Шатлыҡ сәсрәһә әгәр, Йөрәгеңде зымбырҙатып Етһәң зиһенгә ҡәҙәр.

4. Өйөрөлөп бер баҫҡанда Осҡон сәсрәһә әгәр, Табаныңдан зымбырҙатып Етһәң йөрәккә ҡәҙәр.

Румия Әфләтүнова 1962 йылда Шишмә районы Келәш ауылында тыуған. Өфөләге 1-се интернат-мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында белем ала.

«Башҡортостан» телерадиокомпанияһында мөхәррир булып эшләгән.

Юлай Хәмиҙулла улы Үҙәнбаев Мәләүез районы Түләк ауылында тыуған. Өфө сәнғәт академияһы эргәһендәге махсус музыка мәктәбен, Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. Танылған компози-

тор. Бөгөн ул Башҡорт дәүләт академия драма театрында музыка бүлеге етәксеһе.

йырлайыҡ, дуҫтар!

«ТАМАША» №2 – 2010 59

Румия ӘФЛӘТҮНОВА Юлай ҮҘӘНБАЕВ

«ТАМАША» №2 – 201060

Юлай ҮҘӘНБАЕВ Румия ӘФЛӘТҮНОВА

«ТАМАША» №2 – 2010 61

Ҡайҙа һин,

минең берҙән-берем?

танышыу-табышыу

008. Өфө ҡалаһында йәшәй-ем. Насар ғәҙәттәрем юҡ. 33 йәш. Кейәүҙә булманым. Итәғәтле, әҙәпле, терәк-таяныс булырҙай ир-егет менән танышып, матур ғаилә ҡорорға ниәтләнәм.

009. Яңы йыл алдынан 42 йәшем тулды. ҡыҙым үҫкән. Юғары белемлемен. Аш-һыуға ла оҫта тиҙәр мине. Тәбиғәтте яратам. Хоҙай Тәғәлә ҡанун-дары менән йәшәргә тырышам. 55 йәшкәсә көслө ихтыярлы, әҙәпле, терәгем һәм таяны-сым булһа, тормошома тағы ла йәм өҫтәлер ине, тигән өмөттә йәшәйем. Елғыуар, ялҡау, то-танаҡһыҙҙар кәрәкмәй. Адре-сым һәм телефоным мөхәрри-риәттә.

010. Миңә 32 йәш. Өфө ҡалаһында йәшәйем. 4 йәшлек ул үҫтерәм. Матур тормош ҡороп ебәрер өсөн насар ғәҙәттәре булмаған, әҙәпле, яҡты күңелле, уңған, 40 йәшкә тиклемге ир-егеттән хат көтәм.

011. Һеҙгә алыҫ Бөрйән ра-йонынан «Димселәр клубы»

хат яҙа. Беҙ һеҙҙе Иҫке Монасип ауылынан Хәлитова Тәслимә исемле ҡатын менән таныш-тырырға булдыҡ. Ул ике бала әсәһе, 38 йәш. Тәслимә бик уң-ған, тырыш, һомғол буйлы. Ке-шегә изгелекле, сабыр холоҡло. Дуҫтары уны бик ихтирам итәләр.

Танышырға теләүселәрҙән хаттар көтәбеҙ.

012. Исемем Әлфирә. Миңә 33 йәш. Айырылғанмын, ике балам бар. Улыма 11, ҡыҙыма 9 йәш. Тех-никум тамамланым. Эшләйем. Буйым 158 см. Эсмәйем, тарт-майым. Яҡшы күңелле ир-егет менән танышырға теләйем.

013. Миңә 30 йәш. Юғары белемлемен. Йондоҙнамәм – Игеҙәк. Буйым 176 см., 70 кг. Кәүҙәм уртаса. Насар ғәҙәттә-рем юҡ. Етди мөнәсәбәттәр өсөн 28-35 йәштәрҙәге аҡыллы, насар ғәҙәттәре булмаған, үҙ-аллы ир-егеттәр менән таны-шыр инем.

014. Мин үҙем Әбйәлил ра-йоны ҡыҙы. Миңә 30 йәш,

буйым 170 см., 57 кг. Башҡорт. Ирем менән айырылыштыҡ. Йондоҙнамәм – Уҡсы. Бер тап-ҡыр ҙа тартҡаным булманы, бай рамдарҙа аҙ-мәҙ эсәм. Йыр-ларға, бейергә, спорт менән шө ғөлләнергә яратам. Аш-һыу бешерергә әүәҫмен. Теләгем – үҙ яртымды табып, ғаилә ҡо-роп, матур балалар үҫтереү. Ир-егеттәрҙә иң яратмағаным – хыянат. Ысын ир, эшһөйәр, ба-тыр, ҡыйыу булһын. Әгәр ми нең хатым оҡшаһа, ошо абонентҡа хат ебәрегеҙ. Мөмкин булһа – фото һәм үҙе тураһында күберәк мәғлүмәт яҙһын.

015. 31 йәштәмен. Өфөлә, те-левидениела эшләйем. Эсмәйем, тартмайым. Матур ғаилә ҡороу, бала табыу өсөн етди, уңған, аҡыллы ир-егет менән таны-шырға теләйем.

016. Исемем Гөлсирә. 27 йәш-тәмен. Йондоҙнамәм – ҡуҙы. 2 йәшлек улым бар. Юғары бе-лемлемен. Ғаилә ҡороу өсөн ышаныслы, тыныс холоҡло, әҙәпле, 26-35 йәштәрҙәге ир-егеттән хат көтәм.

«ТАМАША» №2 – 201062

Сәнғәтте беләһегеҙме?

викторина

1. 2005 йылда «Театр яҙы» фестиваленә Си-бай башҡорт дәүләт драма театры кемдең әҫәре буйынса спектакль алып бара?

2. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәғим Нурғәлин Милли йәштәр театрына нисәнсе йылда эшкә килә? Уның ошо театрҙа башҡарған тәүге роле, спектаклдең исеме.

3. «Мөғжизәләр иле сал Урал» легенда-әкиәтенең авторы.

4. Ҡараштарың көҙгө ҡояш һымаҡ,Ниңә иркәм һалҡын ҡарайһың?Сабырлығын юйған йөрәгемәТағы тәрән яра яһайһың. Ошо шиғырға көй яҙып билдәле композитор

булып киткән шәхес кем ул? Шиғырҙың авто-рын да атағыҙ.

5. «Кескәй генә сағынан уҡ ҡартинәһенең пәйғәмбәрҙәр хаҡындағы хикәйәттәрен тыңлап үҫкәнгәме, уның дингә ихтирам тойғоһо көслө. Шуға ла ижадында йыш ҡына фәрештәләр об-разы сағылыш таба». Һүҙ кем тураһында бара?

6. Туймазы ҡалаһында үткән «Оҙон көй-2007» башҡарыусылар бәйгеһендә Гран-при яулаусы йырсыны атағыҙ.

7. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры-ның билдәле йырсыһы һәм режиссеры Марат Хисмәтуллин, атаһы – бөйөк йырсы Мәғәфүр Хисмәтуллин менән бергә уйнаған беренсе роле, операның исеме?

8. «Теге донъя, был донъя» пьесаһының авто-ры.

9. Һүрәттә – сәхнә йондоҙҙары. Кемдәр улар?

10. Данлыҡлы балет бейеүсеһенең исем-шәрифен, өлгәшкән уңыштарын һанағыҙ.

Айгөл Солтанова әҙерләне.

Иғтибар, викторина!

Ҡәҙерле дуҫтар! Сәнғәткә арналған виктори-набыҙ тағы ла дауам итә.

«Тамаша»ла еңеүсене нисек билдәләүебеҙ менән танышһығыҙ инде: һәр дөрөҫ яуап өсөн 2 мәрәй яҙыла. Хаты иң беренсе булып килеүсегә – 1 мәрәй, икенсеһенә 0,5 мәрәй өҫтәлә. Шуға ла, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, викторина яуаптарын һуңлат-май яҙып ебәреүегеҙҙе үтенәбеҙ (ебәрәлеү ваҡыты хаттағы почта штампы буйынса билдәләнә).

Һәр ярты йыллыҡта еңеүселәргә: беренсе бу-лып һорауҙарға дөрөҫ яуап биреүсегә – фен, икен-

се урынға – сәғәт, өсөнсөгә – радиоплеер тап-шырыла. Йыл аҙағында һәр турҙағы мәрәйҙәр ҡушыласаҡ һәм дөйөм еңеүселәр билдәләнәсәк. Еңгән уҡыусыларыбыҙҙы ҡиммәтле бүләктәр көтә.

Викториналағы бар һорауҙарға ла яуаптарҙы журналыбыҙҙың һуңғы йылдарҙа сыҡҡан һанда-рында таба алаһығыҙ.

Һеҙҙән хаттар көтөп ҡалабыҙ.

Ә хәҙер беренсе тур һорауҙарын бирәбеҙ:

«ТАМАША» №2 – 2010 63

Халҡының тоғро улы

һынлы сәнғәт

Күптән түгел генә Башҡорто-стан Республикаһының «Рәсәй рәссамдар союзы» Бөтә Рәсәй ижтимағи ижад ойошмаһына 75 йәш тулды.

Башҡортостандың Рәссам-дар союзы ағзаларының күр-гәҙмәһен асыу ҙа тап ошо ва-ҡиға менән бәйле. Тантаналы са рала бер төркөм рәссамдар миҙалдар, дипломдар, шулай уҡ Рәсәйҙең һәм Башҡорто-стан Республикаһы Рәссамдар союзының маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.

Республикабыҙҙың мәҙәни -әт һәм милли сәйәсәт мини-стрлығы ла рәссамдарҙы күп йыллыҡ һөҙөмтәле ижади хеҙ-мәт тәре һәм Башҡортостан-дың һынлы сәнғәтен үҫтереүҙә ҙур өлөш индергәндәре өсөн «Рәхмәт хат тары» менән бү-ләкләне. Улар араһында Баш-ҡортостан Республикаһы ның ат-ҡаҙанған рәссамы Урал Ғү мәр улы Мө хәмәтшин да бар ине.

Урал Ғүмәр улы 1953 йылда Өфө ҡалаһында билдәле рәссам, педагог һәм скульптор Ғүмәр Иҙиәт улының ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә. Урал-дың ҡылҡәләмгә оҫталығы, халҡына булған оло мөхәббәте, рухиәтле булыуы һис шикһеҙ атаһынан күскәндер. Туған халҡы тарихына иғтибар һәм их-тирам уның әҫәрҙәрендә яҡшы сағыла. Күргәҙмәгә ҡуйған «Емельян Пугачев һәм Салауат Юлаев. Рәсәйҙә 1773-1775 й.й. Крәҫтиәндәр һуғышы» исемле

оло картинаһы әйткәндәремә дәлил.

Һүрәттең композиция үҙәген башҡорт һәм казак берләшкән ғәскәрҙәре фонында Салауат һәм Пугачевтың ике һыбайлы һыны тәшкил итә.

Картинаға Салауат етәкселе-гендә башҡорт отрядтарының Пугачев ғәскәренә ҡушылып, батша самодержавиеһына ҡар-шы көрәш мәғәнәһе һалынған.

2008 йылда ижад иткән «Атай портреты» эше яҡшы портрет, пейзаж, натюрморт исемле республика конкур-сына ҡуйылғайны. Был эше өсөн Урал Ғүмәр улына лау-реат исеме бирелде, шулай уҡ диплом һәм аҡсалата премияға ла лайыҡ булды.

Уралдың атаһы Ғүмәр ағай Мөхәмәтшин көслө рухлы рәс-сам-скульптор, үҙенең бар ғүме-рен сәнғәт училищеһында сту-денттар уҡытыуға бағышлаған.

Хөрмәтле Хеҙмәт ветера-ны «Башҡортостан Республи-каһының атҡаҙанған уҡытыу-сыһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

У. Мөхәмәтшиндың һүрәт-тә ренә рәсем мәҙәниәте һәм төҫтәр байлығы хас. Башҡорт рәссамдары тыуҙырған йола-ларҙан тайпылмай ул донъя рәссамдары мәҙәниәтенән дә ҡылҡәләм дәрестәрен үҙләш-терә.

Үткән йыл бер төркөм рәс-самдар Республикабыҙҙың Эске эштәр министрлығынан халыҡ

комиссарҙары һәм Эске эштәр министрҙарының портреттар галереяһын эшләү һәм тулы-ландырыу буйынса заказдар ал-дылар. Был эшкә Мөхәмәтшин да үҙ өлөшөн индерҙе. Күп кенә авторҙарҙың шулай уҡ Урал Ғүмәр улының эштәре ЭЭМ хеҙмәткәрҙәре тарафынан юға-ры баһаланды. Һөҙөмтәлә, Эске эштәр министры, гене-рал-майор И. Алешин дүрт рәссамды, шул иҫәптән У. Мө-хәмәтшинды «Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министрлығына 90 йыл» тигән иҫтәлекле юбилей миҙалы менән бүләкләне.

ҡағиҙә булараҡ, Урал Мө-хәмәтшиндың тематик әҫәр-ҙәрен портреттар билдәләй. «Ғаилә», «Һабантуй» (1980), «Ағас янында» (1982), «Бесән

Урал Мөхәмәтшин. 2008 йыл

«ТАМАША» №2 – 201064

мәле» (1984), «ҡандрала сен-тябрь» (1987), картиналары тап шул асылда ижад ителгән. Әйтергә кәрәк, Мөхәмәтшин-дың ижад башын нәҡ ошон-дай рәсемдәр тәшкил итә. Уның эштәренә заман һулы-шы һалынған, образдары асыҡ, уларҙың күңел донъяһы ла ус төбөндәй генә.

Уралдың портреттарына ҡа-рап, уларҙың яҙмышын, ғүмер ағышын, тәрән уйланыуҙарын, ғөмүмән, асылдарын аңлайһың.

Портрет нигеҙендә ижад ителгән әҫәрҙәренең икен-се этабы башҡорт халҡының тарихы, әҙәбиәте, шиғриәте, этнографияһы һәм музыка донъяһына бәйле. Әйтәйек, 2007 йылда яҙылған «Шағир һәм мәғрифәт се Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев һәм XIX быуаттағы Башҡортостан» әҫәре 2007 йылда Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенең 450 йыллығына ар-налған Мәскәүҙә уҙғарылған күргәҙмәлә ҡатнашты һәм

юғары баһаланды. Рәсәй рәс-самдар союзы был картина-ны ижад иткән авторға Рәсәй һынлы сәнғәтен үҫтереүҙә ин-дергән өлөшө өсөн һәм ижад-тағы уңыштары өсөн диплом тапшырҙы.

Был картинаны ябай портрет тип кенә атау дөрөҫ булмаҫ ине, сөнки әҫәре М. Өмөтбаевты ғына түгел, ә бәлки башҡорт халҡын, XIX быуаттағы Башҡортостанды һүрәтләй, йәғни күп фигуралы композиция тәшкил итә.

Картина бер нисә хәрәкәтте берләштерә. Һул яҡта донъя мәшәҡәттәре менән шөғөл лә-неүсе ҡатын һәм балалар урын алһа, уң тарафта ҡорал тотҡан ир-егеттәр. Һуңғылары Рәсәйгә хеҙмәт иткән башҡорт полкта-рына ишара.

Тап ошо эш йәнә лә өр-яңы «Емельян Пугачев һәм Салау-ат Юлаев» исемле картинаны ижад итергә этәргес була. 1773-1775 йылдарҙағы Рәсәйҙәге Крәҫтиәндәр һуғышын сағыл-дырыу хаҡында автор бай-

таҡ йылдар уйланып йөрөй. «Әлбиттә, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев хаҡында бик күп әҫәрҙәр ижад ителгән. Ә бит батырыбыҙ хаҡында ниндәйҙер яңылыҡ әйтеүе ҡатмарлы мә-сьәлә булды», – ти автор үҙе.

Импровизатор, сәсән генә түгел шул Салауат Юлаев, ә халҡын иҙгән, ерҙәрен тартып алған батша хөкүмәтенә ҡаршы азатлыҡ яуларға күтәргән ба-тыр ҙа. Улай ғына ла түгел, хал-ҡы азатлығы өсөн ғүмерлеккә һөргөнгә оҙатылған ҡаһарман да. Башҡорт халҡы быуаттар буйына быларҙың барыһы өсөн дә үҙ батырына рәхмәтле.

Әлеге көндә Урал Мөхә-мәтшин өр-яңы тарихи ижад эшенә тотонған. Ул «Ризаит-дин Фәхретдинов шағир һәм мәғрифәтсе» тип атала.

Эйе, башҡорт халҡы һәм Башҡортостан тарихы бөгөн Урал Ғүмәр улының ижадында иң төп һәм мөһим тема булып ҡала.

Альмира Кәримова әҙерләне.

һынлы сәнғәт